Рудницкая Милена Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Милена Рудницкая
укр. Мілена Рудницька
Портрет
Эшмәкәрлек төрө:

журналист, деятель феминизма, сәйәсмән, яҙыусы

Тыуған көнө:

15 июль 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Зборов

Ил:

Flag of Austria-Hungary (1869-1918).svg Австро-Венгрия
Flag of Poland (1928–1980).svg Польша

Вафат булған көнө:

29 март 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (83 йәш)

Вафат булған урыны:

Германия Федератив Республикаһы, Мюнхен

Мілена-рудницька.jpg

Рудницкая Милена Ивановна (укр. Мілена Іванівна Рудницька; 15 июль 1892 йыл29 март 1976 йыл) — украин милләтселек эшмәкәре, сәйәси һәм ижтимағи эшмәкәр, журналист, педагог. Украин милли демократик берләшмәһенең әүҙем ҡатнашыусыһы. 1928—1935 йылдарҙа Польша сеймының (парламентының) 2-се һәм 3-сө канденция депутаты була.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Милена Ивановна Рудницкая 1892 йылдың 15 июлендә Рәсәй империяһы (хәҙерге Украинаның Тернополь өлкәһе) Зборов ҡалаһында тыуған.

Мәктәптә уҡытыусы була, артабан 1921—1928 йылдарҙа — Польша составына индерелгән Львов ҡалаһында Юғары педагогия курстарында уҡыта. Львовта Украиндар союзының үҙәк советы рәйесе итеп һайлана. 1934 йылда Станиславовта (хәҙерге Ивано-Франковск) украин ҡатын-ҡыҙҙары съезында ҡатнаша. Бөтә донъя украиндар ассоциацияһы, «Княгиня Ольга дружинаһы» ойошмаһы һәм Украин милли демократик берләшмәһенең әүҙем ағзаһы була.

1928—1935 йылдарҙа Польша сеймының 2-се һәм 3-сө канденция депутаты, ошо парламентта мәғариф һәм сит ил эштәре комитеттары ағзаһы була. Украин парламент вәкиллеге вәкиле булараҡ Милләттәр Лигаһына петициялар, шул иҫәптән 1930 йылғы Көнсығыш Галицияны тынысландырыу һәм Украина ССР-ында 1932—1933 йылдарҙағы ҙур аслыҡ буйынса петициялар йүнәлтә.

1936—1939 йылдарҙа Львовта Украин контакт комитеты президиумы ағзаһы була. 1935—1939 йылдарҙа аҙнаһына ике мәртәбә сыҡҡан «Жінка» журналы мөхәррирләй.

1939 йылда Польшаға совет ғәскәрҙәре ингәс һәм Львовты Ҡыҙыл Армия биләгәс, улы менән ҡаланы ташлап китә һәм Польшаның немец оккупацияһы зонаһына ҡаса. Башта Краковта ҡала, 1940 йылдың йәйендә Берлинға, ә артабан 1943 йылда Прагаға китә.

1945 йылдан эмиграцияла ҡала — башта Фельдкирхта, ә 1946 йылдан Ҡыҙыл Тәре халыҡ-ара комитеты саҡырыуы буйынса Женевала йәшәй һәм 1946—1950 йылдарҙа Украин ярҙам комитеты президенты була. 1950—1958 йылдарҙа Нью-Йоркта «Азатлыҡ» украин гәзитен хеҙмәткәре, 1956—1960 йылдарҙа Мюнхендә "Азатлыҡ радиоһы"нда эшләй. Нью-Йоркта, Римдә һәм Мюнхендә йәшәй. 1948—1950 йылдарҙа Швейцарияла Украин халыҡ радаһы вәкиле була.

1976 йылдың 29 мартында Мюнхенда вафат була. 1997 йылдың 20 сентябрендә ҡалдыҡтары яңынан Лычаково зыяратында ерләнә.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ире — Павло Лысяк, улы — Иван Лысяк-Рудницкий, ағаһы — Иван Кедрин-Рудницкий.

Библиографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Kto był kim w Drugiej Rzeczypospolitej (redakcja naukowa Jacek M.Majchrowski przy współpracy Grzegorza Mazura i Kamila Stepana), Warszawa, 1994, wyd. BGW, ISBN 8370665691 s. 417, biogram opracował Czesław Brzoza.
  • Рудницька Мілена Іванівна w: Енциклопедія історії України: Т. 7. Редкол.: В. А. Смолій (голова) та ін. НАН України. Інститут історії України. — Київ 2010, Wyd. «Наукова думка». ISBN 966-00-0632-2.
  • Гачковський М. Мілена Рудницька — українська жіноча та національна діячка, депутат польського Сейму в 1928—1935 рр. / М. Гачковський // Гуманітарні науки. — 2011. — № 2. — С. 126—133.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]