Рудой Анатолий Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рудой Анатолий Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 17 ноябрь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Борисовка[d], Грайворон өйәҙе[d], Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 14 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (30 йәш)
Вафат булған урыны Чернигов өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Рудой Анатолий Михайлович (17 ноябрь 1912 йыл — 14 ноябрь 1943 йыл) — Советтар Союзы Геройы, гвардия өлкән лейтенанты, 1941 йылдың декабрендә Өфө ҡалаһында Үҙәк фронттың 61-се армияһы, 7-се гвардия корпусының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы булараҡ ойошторолған 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының 4-се эскадрон командиры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анатолий Михайлович Рудой 1912 йылдың 17 ноябрендә Курск губернаһының Борисовка (хәҙер ҡала тибындағы ҡасаба, Белгород өлкәһендәге район үҙәге) эшсе ғаиләһендә тыуа. Украин. Профтехмәктәп тамамлап, совхозда слесарь булып эшләй.

1934 йылдан СССР НКВД ғәскәрҙәре сафында хәрби хеҙмәттә була. 1938 йылда тамамлағас, СССР НКВД-һының Харьков хәрби сик буйы училищеһын тамамлай. 19381942 йылдарҙа ошо уҡ училищела курсовой офицер булып хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдан. 58-се гвардия кавалерия полкының комсомолец, гвардия өлкән лейтенанты Анатолий Рудой командалыҡ иткән 4-се эскадроны 1943 йылдың 28 сентябрь кисендә Белоруссияның Гомель өлкәһе, Брагин районының Нивки ауылы эргәһендә ҡул аҫтындағы материалдар ярҙамында Днепрҙы аша сыға. Дошмандың ҡаршылығын һындырып, эскадрон яугирҙары йылғаның уң яҡ ярында позиция биләй һәм 58-се гвардия кавалерия полкының йылға аша сығыуын тәьмин итә. Полктың башҡа подразделениелары сығып бөткәнгә тиклем А. М. Рудойҙың 4-се эскадроны алғы һыҙыҡта дошмандың ике һөжүмен кире ҡаға, яңы көстәр килгәнсе рубежды тотоп тора.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәгәне, күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рудой Анатолий Михайловичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.[1]

1943 йылдың 14 ноябрендәге алышта һәләк була. Чернигов ҡалаһында паркта туғандар ҡәберендә ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, 1999.
  • Герои Отечества. — М., 2004.
  • Герои-белгородцы. — 2-е изд., доп. — Воронеж, 1972.
  • Сечкина Л. П. Твои Герои, Таджикистан. — Душанбе, 1985.
  • Слава башкирских конников. — Уфа: Китап, 2005.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.