Рудольф Вирхов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рудольф Вирхов
нем. Rudolf Virchow
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Пруссия
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Noppe Suzanna
Тыуған көнө 13 октябрь 1821({{padleft:1821|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Свидвин[d], Бранденбургская Померания[d], Пруссия[2][5]
Вафат булған көнө 5 сентябрь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[2][3][4][…] (80 йәш)
Вафат булған урыны Берлин, Германия империяһы[2][6][5]
Үлем сәбәбе йөрәк етешмәүсәнлеге[d]
Ерләнгән урыны Старое кладбище церкви Святого Матфея[d][7]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Karl Christian Siegfried Virchow[d]
Балалары Ганс Вирхов[d], Anna Emilie Adele Virchow[d] һәм Ernst Oswald Virchow[d]
Туған тел Немец теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Немец теле
Һөнәр төрө биолог, антрополог, палеонтолог, археолог, преисторик, ғилми-педагогик хеҙмәткәр, сәйәсмән, табип, университет уҡытыусыһы, патолог, палеоантрополог, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө цитология[d] һәм медицина
Эш урыны JMU[d]
HU Berlin
Шарите[d]
Биләгән вазифаһы депутат рейхстага Германской империи[d]
Уҡыу йорто HU Berlin[8]
JMU[d]
Ғилми етәксе Иоганн Петер Мюллер[d][8] һәм Роберт Фрорип[d]
Аспиранттар Реклингхаузен, Фридрих Даниель фон[d], Эдуард фон Риндфлейш[d], Генрих Герман Роберт Кох һәм Эдвин Клебс[d]
Уҡыусылар Эдуард Гитциг[d], Эдвин Клебс[d], Alfredo Kanthack[d] һәм Реклингхаузен, Фридрих Даниель фон[d]
Әүҙемлек урыны Берлин[2]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Немецкая партия свободомыслящих[d]
Баҫма эштең авторҙашы Popular Science[d]
Ойошма ағзаһы Пруссия фәндәр академияһы[d], Леопольд Академияһы, Швеция король фәндәр академияһы[d], Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d], Француз фәндәр академияһы[d], Венгрия фәндәр академияһы[d], Греческое филологическое общество Константинополя[d], Лондон король йәмғиәте[d], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], Рәсәй Фәндәр академияһы, Король тел ғилеме, тарихы һәм антиквариаты академияһы[d], Италия милли фәндәр академияһы[d], Парижская медицинская академия[d], Бавария фәндәр академияһы[d], АҠШ фәндәр милли академияһы[d], Королевская академия медицины Бельгии[d] һәм Турин фәндәр академияһы[d][5]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре sammlungen.hu-berlin.de/…
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Rudolf Virchow
 Рудольф Вирхов Викимилектә

Рудольф Людвиг Карл Вирхов (нем. Rudolf Ludwig Karl Virchow; 13 октябрь 1821, Шифельбайн, Померания — 5 сентябрь 1902, Берлин) — XIX быуаттың икенсе яртыһында немец ғалимы һәм сәйәси эшмәкәре, табип, патологоанатом, гистолог, физиолог, биология һәм медицинала күҙәнәк теорияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, медицинала күҙәнәк патологияһы теорияһына нигеҙ һалыусы; шулай уҡ археолог, антрополог, палеонтологик һәм сәйәсмән-демократ булараҡ та билдәле була.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Санкт-Петербургта Николаев тимер юл вокзалында Рудольф Вирховты ҡаршы алыу.1892 йылдың 13 (25) авгусы.

Эшсе ғаиләһендә тыуған. 1843 йылда Курс тамамлаусылар Берлинда Фридрих-Вильгельм медицина институты курсын тамамлап, Рудольф Вирхов тәүҙә Берлинда Шарите клиникаһында ассистент, һуңынан прозектор булып эшләй.

1847 йылда уҡытыу хоҡуғын ала һәм Бен Рейнхард менән бергә «Archiv für pathol. U Anatomie u. Physiologie u. für klin. Medicin» журналын ойоштора, хәҙер бөтә донъяға Вирховский Архивы булараҡ билдәле.

1891 йылда был баҫманың 126-сы томы баҫылып сыға, унда Вирховтың үҙенең медицина фәнендәге мөһим уйлап табыуҙарҙың ярты быуатлыҡ тарихы сағылдырылған 200-ҙән ашыу мәҡәлеһе тупланған була.

1848 йылдың башында Вирхов Үрге Силезияға унда ҡоторған аслыҡ тифы эпидемияһын өйрәнеү өсөн ебәрелә. Архивында был сәфәре тураһындағы отчеттары медицинала ҙур фәнни ҡыҙыҡһыныу уята, әммә был мәҡәләлә 1848 йылға хас сәйәси идеялар ҙа яҡтыртыла. Ошо мәҡәләһе һәм Вирховтың реформаторлыҡ хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуы Пруссия хөкүмәтендә уға ҡарата ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Шуға ла ғалим Вюрцбург университетының патологик анатомия ординар кафедраһына саҡырыуҙы ҡабул итә, һәм ул тиҙ арала бында уңышҡа өлгәшә.

1856 йылда ул ҡабат Берлинға патологик анатомия, дөйөм патология һәм терапия профессоры һәм яңынан ойошторолған патология институты директоры булып ҡайта, артабан ғүмеренең аҙағынаса шунда ҡала. Тиҙҙән был институт бөтә алдынғы илдәрҙең йәш ғалимдарын үҙенә тартып торған үҙәккә әйләнә. Урыҫ ғалим-табиптары Вирхов һәм уның институты алдында бигерәк тә бурыслы.

1866 йылда профессор Август Хирш менән бергә «Jahresbericht über die Fortschritte und Leistungen in der Medizin» ғилми хеҙмәтен баҫтырып сығара[9].

Рудольф Вирхов вафатынан һуң Берлинда Шёнебергта Изге Матфей Иҫке зыяратында ерләнә.

Биология һәм медициналағы ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вирхов — целлюляр (күҙәнәк) патологияға нигеҙ һала, уның буйынса сир тере организмдың элементар өлөшсәләре — күҙәнәктәренең эшмәкәрлегендә үҙгәрештәр булдыра. Химия һәм физиология өлкәһендәге уңыштарға бәйле был фәнни теория медицинаны төрлө гипотезаларыҙан азат итә һәм уны тәбиғәтте өйрәнеү фәне менән тығыҙ бәйләй.

Рудольф Вирхов

Патологоанатом һәм бигерәк тә гистолог булараҡ, Вирхов беренсе булып аҡ ҡанлылыҡ, тромбоз, эмболия, органдарҙың амилод үҙгәреше, инглиз ауырыуы (рахит)[10], бугорчатка, яңы хасил булған шеш, трихиноз һәм башҡа шундай сирҙәрҙең гистологик-физиологик асылын үҙаллы билдәләүгә өлгәшә. Вирхов күп кенә органдарҙың һәм тәндең айырым туҡымаларының нормаль төҙөлөшөн аңлатып бирә; төрлө типтағы тоташтырғыс туҡымаларҙа тере күҙәнәктәрҙең булыуын күрһәтә; патологик үҙгәрештәр кисергән органдар һәм яңы хасил булған шештәр ғәҙәти типтағы тән туҡымаларынан тороуын, лимфатик һәм кимерсәк күҙәнәктәренең ни тиклем ҡыҫҡара алыуын билдәләй; нервы системаһының лайлалы тиресәләренең һәм туҡымаһының төҙөлөшөн аса; мейеләге һоро матдәлә яңы шештең хасил булыу ихтималлығын иҫбатлай, шулай уҡ медицина өлкәһендә башҡа асыштары менән таныла.

Вирхов, антрополог булараҡ, расаларҙың анатомик үҙенсәлектәрен асыҡларға булышлыҡ итә; биолог булараҡ байтаҡ бәхәстәргә яуап табырға ярҙам итә. Ул йәмәғәт гигиенаһы өлкәһендә эпидемияларҙы тикшереү буйынса ғилми эштәре менән дә билдәле.

Вирхов патологоанатомик коллекцияны йыйыуға күп көс һала; 1899 йылда Шарите клиникаһы территорияһында ул Патологиялар музейын ойоштора, уның нигеҙендә 1998 йылдаБерлин медицина тарихы музейы ойошторола.

Медицина хеҙмәттәре библиографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Берлинда Шарите клиникаһы янында Рудольф Вирховҡа ҡуйылған һәйкәл. Скульптор Фриц Климш

Вирховтың киң билдәле ғилми эштәренең ҡайһы берҙәре:

  • «Gesammelte Abhandlungen zur wissenschaftl. Medizin» (1856);
  • «Untersuchungen über die Entwicklung des Schädelgrundes» (1857);
  • «Die Cellularpathologie in ihrer Begründung auf physiol. und pathol. Gewebslehre» (1858)

«Клетка — единица развития» — Вирхов Р.

  • «Die krankhaften Geschwülste» (1863—1867)
  • «Vier Reden über Leben und Kranksein» (1862);
  • «Lehre von den Trichinen» (1865);
  • «Ueber einige Merkmale niederer Menschenrassen» (1875);
  • «Gräberfeld von Koban im Lande der Osseten» (Берлин, 1883);
  • «Gesammelte Abhandl. aus dem Gebiete der öffentl. Medicin und der Seuchenlehre» (1879)[11]

Археологик эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1888 йылда Вирхов Шлиман менән бергә Мысыр, Нубия һәм Пелопоннеста була һәм Булак музейында батшалар мумияларын тикшерә. Ошо тикшеренеүҙәре нигеҙендә ул Берлинда «Германиның кейем һәм һауыт-һаба музейын» ойоштора. Уның әҫәрҙәре рус теленә лә тәржемә ителә. Мәҫәлән, уның «Боронғо ҡәберлектәр һәм свайҙар өҫтөнә ҡоролған ҡаралтылар тураһында» тигән хеҙмәте урыҫ телендә һаҡланған (СПб., 1886).

Вирховтың Рәсәйҙә булыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рудольф Вирхов 1890 йылдың 12 майынан алып Пироговтың Рус хирургия йәмғиәтенең почетлы ағзаһы булып тора (ағзалыҡ һаны 29-сы).

Рәсәйҙә лекциялар 2022 йыл 21 февраль архивланған.уҡый, шул иҫәптән натурфилософия буйынса. Рәсәй империяһының периодик баҫмаларында фәнни дискуссиялар алып бара, Вирховтың вафатынан һуң 1905 йылда Нобель премияһына лайыҡ булған Роберт Кох менән дискуссияһы айырыуса иғтибарға лайыҡ.

Рәсәй империяһындағы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре «Рудольф Вирхов. Рәсәй мираҫы» проектында билдәләнгән.

XIX быуат аҙағы — ХХ быуат башында уның һөҙөмтәләре урыҫ телендә сыҡҡан бер нисә фундаменталь һәм периодик баҫмаға индерелгән[12].

Сәйәси эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1848 йылда Вирхов үҙен либераль ҡарашлы сәйәсмән булараҡ күрһәтә. Ул «уңышҡа өлгәшеү, мәғариф һәм азатлыҡ үҙ-ара бәйле» тигән белдереү менән сығыш яһай. Үҙенең социаль-сәйәси идеялары һәм принциптары хаҡында 1848 йылдың июлендә сыға башлаған «Медицина реформаһы» журналындағы мәҡәләһендә яҙа[13][14]

1859 йылда Вирхов Берлин ҡала советына һайлана. Ҡала советы ағзаһы булараҡ, ул дауаханалар, сауҙа залдары, шулай уҡ санитар талаптарға яуап биргән мал һуйыу урындары булдырыу өсөн сығыш яһай. Ҡала советы ағза Арнольд Маргграфф менән бергә ҡалала заманса канализация системаһын булдырыу проектын яҡлап сыға. 1861 йылда Герман прогрессистары партияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм рәйесе була. Вирхов либераль йәмғиәт һәм социаль медицина өсөн чығыш яһай. Шул уҡ ваҡытта тәбиғи фәндәрҙе популярлаштырыуҙа иҫбатланмаған гипотезаларҙы ҡулланыуҙан бпаш тартырға тырыша. Атап әйткәндә, ул немец дарвинисы Эрнст Геккелгә. ҡаршы сыға[15].

1862 йылдан Вирхов 1866 йылдан алып Пруссия ландтагының Германи прогрессистары күпселекте тәшкил иткән Вәкилдәр палатаһы ултырыштарында ҡатнаша[16]. 1869 йылда ул Төньяҡ Герман союзының хәрби сығымдарын сикләү һәм дөйөм ҡоралһыҙланыу, халыҡ-ара арбитраж судтар аша конфликттарҙы яйға һалыу һәм «Европа Ҡушма Штаттарын» булдырыу тураһындағы тәҡдим менән сығыш яһай.

1880 йылдан 1893 йылға тиклем Вирхов Германия рейхстагы ағзаһы була. 1881, 1884, 1887 һәм 1890 йылдарҙа рейхстагҡа һайлауҙарҙа 2-се Берлин һайлау округы вәкиле була. 1884 йылдан алып Германия ирекле фекер партияһы фракцияһы ағзаһы була.

Вирхов Пруссия министр-президенты (1871 йылдан – Германия империяһы канцлеры) Отто фон Бисмарктың эҙмә-эҙлекле дошманы була .

1862-1866 йылдарҙағы парламент конфликтында Вирхов оппозиция лидерҙарының береһе була. 1865 йылдың 2 июнендә Вирхов рейхстагтағы сығыштарының береһендә Бисмарк сәйәсәтен ҡаты тәнҡит утына тота, хатта ул Бисмарк тарафынан дуэлгә саҡырыла, әммә Вирхов дуэлдә ҡатнашыуҙан баш тарта.

Шуға ҡарамаҫтан, Вирхов Бисмарктың 1871-1887 йылдарҙа католик сиркәүҙең сәйәси һәм социаль йоғонтоһон кәметергә тырышыуын хуплай. 1873 йылда нәҡ Вирхов мәҙәниәтте сиркәү йоғонтоһонан азат итеү өсөн «Культуркампф»терминын индерә[17].

Вирхов урындағы үҙидараға ярҙам кампанияларын үткәрә, шулай уҡ милли аҙсылыҡ хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһай (шул иҫәптән Пруссиялағы аҙ һанлы поляктарҙы яҡлап), антисемит тенденциялары менән ҡәтғи көрәшә, колониаль сәйәсәтте хупламай.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рудольф Вирховтың алты балаһы була. Улы Ганс Вирхов медицина белемен ала һәм Берлин университетында уҡыта. Ҡыҙы Мария анатомия белгесе Карл Раблгә кейәүгә сыға. Патологик Карл Руге — Рудольф Вирхов туғаны.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1979 йылда Айҙың күренгән яғындағы кратеры Рудольф Вирхов хөрмәтенә уның исеме менән атала.
  • Берлинда Рудольф Вирхов клиника төҙөү буйынса консультациялар бирә, шуға ла был клиника урынлашҡан урам уның исеме менән атала (нем. Virchowstraße)[18].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #34505480 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Deutsche Nationalbibliothek Record #118627198 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. 4,0 4,1 Rudolf Virchow // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. 5,0 5,1 5,2 https://www.accademiadellescienze.it/accademia/soci/rudolf-virchow (итал.)
  6. Вирхов Рудольф // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  7. http://www.stadtentwicklung.berlin.de/cgi-bin/egab/eg.pl?fieldname=grab&search=messel&Search=Start
  8. 8,0 8,1 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  9. Гирш, Август // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
  10. Английская болезнь — синоним рахита.
  11. С. M. Лукьянов. «R. Virchow и его витализм» (Варшава, 1891), И. В. Бертенсона, «Р. Вирхов как гигиенист» («Вестник общественной гигиены» 1882).
  12. Мусин Михаил Надимович(недоступная ссылка) в проекте BioWiki
  13. Otremba Heinz Rudolf Virchow. Begründer der Zellularpathologie. Eine Dokumentation. 1991, - S. 14 f.
  14. Otremba Heinz Rudolf Virchow. Begründer der Zellularpathologie. Eine Dokumentation. 1991, - S. 14 f.
  15. Daum Andreas W.: Wissenschaftspopularisierung im 19. Jahrhundert. Bürgerliche Kultur, naturwissenschaftliche Bildung und die deutsche Öffentlichkeit, 1848-1914. 2., erg. Aufl. Oldenbourg, München, 2002. - S. 65–82, 127–129, 133–136, 445–447, 514.
  16. Otremba Heinz. Rudolf Virchow. Begründer der Zellularpathologie. Eine Dokumentation. 1991, - S. 30.
  17. Тишина О.В. Противостояние партии «Центр» и политической власти Германии: первая волна «Культуркапмфа» // Вестник Брянского государственного университета. – 2018. – № 2. – С. 217.
  18. Virchowstraße, Berlin. meinestadt.de. Дата обращения: 12 октябрь 2014. (нем.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]