Румыния Социалистик Республикаһында киҫкен иҡтисад сәйәсәте (1980 йылдар)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:Румыния Социалистик Республикаһы Ҡалып:Румыния тарихы

1980 йылдарҙа президент Николае Чаушеску Румыния Социалистик Республикаһында киҫкен иҡтисади сәйәсәт үткәрә. Был дәүләт тарафынан 1970 йылдарҙа кредит буйынса алынған бөтә  тышҡы бурыстарҙы ҡаплар өсөн эшләнелә. 1981 йылда башланған киҫкен иҡтисад сәйәсәте 1980 йылдарҙа «үҙенсәлекле шок терапияһы» булараҡ, румын иҡтисадының милли  конкурентлыҡ һәләтен  түбәнәйткән һәм  экспорт күләмен кәметкән  стагнацияға алып килә[1].

Һөҙөмтәлә, киҫкен иҡтисад румын йәшәү кимәленә кире йоғонто яһай, илдә дефицит арта[1]. Былар бөтәһе лә 1989 йылда Румын революцияһына һәм РКП власты юғалтыуына алып килә.

Башы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1950 йылдан 1975 йылға тиклем Румынияла иҡтисад йылдам үҫешә, ул донъяла иң ҙур күрһәткестәргә эйә була [2]. 1960 – 1970 йылдарҙа Николае Чаушеску Көнсығыш  Европа  иң «мәғлүмәтле»  башлаҡтарының  береһе һанала[3]. Үҙе үткәргән эске сәйәсәт ярҙамында ул 1960йылдар аҙағында халыҡты үҙенең яҡлы итергә уйлай. Мәҫәлән: ул эш хаҡын арттыра, пенсия системаһын үҙгәртеп ҡора һәм башҡа саралар ҡуллана[3].
1970 йылда Хунедоара металлургия комбинаты

1970 йылдарҙа иҡтисад үҫеше дауам ителеүгә ҡарамаҫтан, уның ҙур өлөшө ҡулланыу иҫәбенә түгел, ә ауыр сәнәғәт (1971-1975 йылдарҙағы биш йыллыҡта эске вал продукцияһы 34,1%,) инвистицияһы арҡаһында өлгәшелә. Ҡайһы бер нефтехимия һәм ҡорос кеүек тармаҡтарҙа сәнәғәт ҡеүәте урындарҙа һәм арзан тышҡы баҙарҙарҙа талап ителгән ихтыяждан артыҡ була, шул арҡала етерлек кимәлдә ҡулланылмаған көстәр барлыҡҡа килә. Дөйөм алғанда, Румыния иҡтисады продуктив һәм эффектив булмаған элементтарҙың сиратлашыуынан зыян күрә, килемгә түгел, ә матди планға таянып эш итә. Был статистик мәғлүмәт фальцификацияһына һәм үтмәй ятҡан тауарҙарҙың артыуына килтерә[2].

Румын иҡтисады эре предприятиелар яғына ауыша: бөтә сәнәғәт эшселәренең 87 % һәм сәнәғәт етештереүенең 85 % 1000 хеҙмәткәре булған предпиятияларҙа туплана. Был ил иҡтисадының һығылмалығы юғалыуына алып килә[1].

Халыҡ-ара кредиттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1970 йылдар башында көнбайыш илдәре Румынияның яңы технологиялар һатып алыуын финансларға әҙер булалар. Кредит сәйәси ҡараш нигеҙендә бирелә[2].Һөҙөмтәлә, Румынияның көнбайыш илдәре алдындағы бурысы 1,2 млрд долларҙан (1971 йылда) 1982 йылда 13 млрд долларға тиклем арта [4]. Ә 1970 йылдағы энергетик кризис, процент ставкаһының үҫеүе менән берлектә, Румынияны бурыстар ьуйынса түләүгә һәләтһеҙ итә [2].

1981 йылда, үҙ бурыстарын тейешенсә ҡаплау өсөн, Румыния Халыҡ-ара валюта фондынан кредит линияһы һорай[2] һәм шунан һуң бурысын түләү курсын үткәрә башлай[5].МВФ тәҡдиме буйынса,  импорт ҡыҫҡартыла, ә экспорт — арттырыла. Көнбайыш  тауарҙарын импортлау менән генә шөғөлләнгән Румынияла  импортты ҡыҫҡартыу  эффекты  сит ил аналитиктары тарафынан ыңғай баһаланмай. Былар бөтәһе лә аҙыҡ-түлек наҡыҫлығына алып килә[6].

1986 йылға Чаушеску Румынияның ярты бурысын түләп бөтә[5], 1989 йыл башына — түләү графигында ҡаралғандан алда бөтә бурыстарын ҡаплай. Шулай булһа ла, хатта бөтә бурыстар ҡайтарылғас та, киҫкен иҡтисад сәйәсәте дауам итә, политика

Иҡтисад сәйәсәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чаушеску үҙенең киҫкен иҡтисад программаһын ныҡлы плпнлпштырыу һәм үҙәкләштерелмәгән реформалар менән башлап ебәрә. Эске энергетика ресурстары властар тарафынан экспорт өсөн ҡаралған файҙаһыҙ тауарҙарға йүнәлтелә. Хатта аҙыҡ-түлек, йылылыҡ, электричество һәм медицина ярҙамы кеүек иң кәрәкле ҡулланыу кәрәк-яраҡтары ла нормалап ҡына бирелә. Инфрострутураны тарҡалыш хәленә еткерәләр[2]. МВФ күрһәтмәләре буйынса,, киҫкен иҡтисад арҡаһында, 1983 йылда румындарҙың йәшәү кимәленең түбәнәйеүе 19 %-тан 40 %ҡа етә[4].

Инфляцияһы һәм халыҡтың реаль килеменең кәмеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бухареста аҙыҡ-түлек баҙары, 1987 год.
1978 йылдан башлап, ил хөкүмәте әлегә тиклем стабиль булған хаҡтарҙы күтәрә башлай.Хаҡтар беренсе тапҡыр күтәрелгәндә, ризыҡҡа, хеҙмәтләндереүгә, йәмәғәт транспортына, кейем-һалымға, ағасҡа һәм ағастан эшләнгән әйберҙәргә лә хаҡ арта. 1979 йылда икенсе тапҡыр хаҡтар күтәрелә, быныһында электр энергияһына ла хаҡ арта.  Бензинға, тәбиғи газға һәм электр энергияһына хаҡ арта[4].
1982 йыл дауамында хаҡтар тағы арта. Тәү баштағы план буйынса, төп ризыҡтарға бер тапҡыр ғына арттырыу ҡаралған була. Һуңынан яйлап һәм бөтә ризыҡҡа ла арттырыла. Һөҙөмтәлә, бары тик 1982 йылда ғына ла хаҡтар  35 %-ҡа күтәрелә. Энергия ҡулланыуға сикләүҙәр менән бер рәттән, уға хаҡты ла күтәрәләр, электрҙың үҫеше  - 30 %, тәбиғи газдыҡы 150 %тәшкил итә< ref name="Burakowski274">Adam Burakovski: Dictatura lui Nicolae Ceaușescu, 1965-1989 - Geniul Carpaților, Polirom, 2011, ISBN 978-973-46-1963-4</ref>.
1982 йылдың октябрендә  РКП Үҙәк Комитеты эшселәрҙең дәүләт компанияларының Инвести фондында ҡатнашыуы тураһында ҡанунды хуплай. Был документ ярҙамында эшселәр аҡсаларын инвистициялау  «хоҡуғы» алалар (практикала был мотлаҡ булып сыға), ә теорияла компанияның милектәшенә әйләнәләр. Был компанияның инвестиция фондына бирелгән өлөшө дәүмәленә ҡәҙәр эш хаҡының түбәнәйеүен белдерә. 1982 йылдың декабрендә эш хаҡтары буйынса тағы бер реформа үткәрелә.  Уның асылы шунан тора: эш хаҡының бер өлөшө компания үҙ маҡсатына ирешкән осраҡта ғына түләнә. Был өлөш баштан 24 %-ҡа тиңләнә, ә аҙаҡ 27 %-ҡа тиклем күтәрелә. Маҡсаттар йыш ҡына үтәлмәй ҡала. Был эш хаҡының түләнмәйәсәген аңлата[7].

Халыҡтың реаль килеме инфляциянан бигерәк, ҡайһы бер тауарҙарҙың асыҡ һатыуҙа булмауынан да килеп сыға. Шул уҡ ваҡытта, күптәр өсөн ҡыйбалыт һаналған ҡара баҙар сәскә атыу осорон кисерә[4].

Дәүләт ҡыҫҡартыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Румын тарихсыһы Влада Георгеску әйтеүенә ҡарағанда, 1980 йылдарҙа дәүләт үҙенең социаль вазифаларынан баш тартҡанға оҡшай, ә "социаль сығымдар" 1980 йылдарҙа кәмене. СЭВ биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, 1980 йылдан 1985 йыл эсендә ҡыҫҡартыуҙар түбәндәгесә сағылыш тапты : торлаҡ өлкәһен (37%), һаулыҡ һаҡлау (17%), мәғариф, мәҙәниәт һәм фән (53%)[4].

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡыҫҡартыуҙар сабыйҙар үлем осраҡтары (Европала иң юғары күрһәткестәрҙең береһе) һәм СПИД менән ауырыусылар һаны артыуына килтерҙе[3]. Был аурыу дауаханаларҙа инъекция эшләгәндә энәләрҙе ҡабат-ҡабат ҡулланыу арҡаһында киң тарала.

Аҙыҡ-түлек наҡыҫлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҫемлек майына сират. Бухарест, 1986 йыл.

Румынияла бөтә иғтибар илде индустриализациялауға бүленгәнлектән, ауыл хужалығн һанға һуҡмай күренеше күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта, 30%-тан артыҡ эшсе көсө ауыл хужалығында эшләй, әммә был файҙаһыҙ иҫәпләнелә. Шулай уҡ хужалыҡ иҫәбенә аҡса әҙ күсерелеүенә һәм уның дөрөҫ тотонолмауына ҡарамаҫтан, Румынияның ауыл хужалығы тармағына эшсе көстәр етешмәй. Килеп тыуған хәлдән сығыу юлын табыу өсөн, дәүләт йыл һайын баҫыуҙарҙа иген урыуға, йә булмаһа башҡа эшкә миллионлап мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы (1981 йылда - 2,5 млн, 1982 йылда - 2 млн) йәлеп итә [4].

Румыния аҙыҡ-түлек наҡыҫлығынан йонсой. Хөкүмәттең мәсьәләне хәл итергә тырышыуына ҡарамаҫтан, проблема бөтә 1980 йылдар буйы дауам итә. 1983 йылдан башлап, колхоздар һәм айырым хужалыҡтар етештергән тауарҙарын дәүләткә тапшырырға тейеш булалар (быға оҡшаш сәйәсәт 1956 йылда юҡҡа сығарылған була). Ә үҙҙәре етештергән тауарҙы фермер баҙарҙарында һатҡан хәлдә, властар билдәләгән хаҡты ҡәтғи тоторға мәжбүр булалар[4].

1981 йылда төп аҙыҡ-түлек тауарҙарына талон системаһы индерелә. Икмәк, һөт, үҫемлек майы, шәкәр һәм ит талондар буйынса ғына һатыуға сығарыла[6]. Чаушеску инициативаһы буйынса, румындар ҡулланған колорийҙы сикләү өсөн, «фәнни план»  сифатында «Рациональ туҡланыу» программаһы старт ала. Румындар артыҡ күп ашай, тип раҫлайҙар.  Чаушеску граждандар ҡулланған коллорий күләмен  9-15 %ҡа тиклем төшөрөргә маташа, уның йыллыҡ күрһәткесен 2,8-3, килокалорий кимәленә еткерергә ынтылалар.  Ә 1983 йылдың декабрендә (1984 йылға) мөмкин булған кимәлдән дә түбән ҡулланыу күләмен билдәләүсе яңы диетик программа уйлап сығаралар [4].

Энергия ҡулланышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

на бензин времён Чаушеску ваҡытында бензинға бондар

Энергияны һаҡсыл тотоноу маҡсатынын электр энергияһы һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү тауарҙарын етештереү йыш ҡына туҡтатылып тора. Был ҡышын түҙеп торғоһоҙ хәлгә етә [4]. Күп фатирҙарҙа йылы һыуҙы аҙнаһына бер тапҡыр ғына ҡулланырға рөхсәт ителә. Иҫкәртмәйенсә электр утын һүндереү кеүек күренештәр, хатта регуляр эшләргә бурыслы дауаханаларға ла ҡағыла. Мәҫәлән, 1983 йылдың ҡышында интенсив терапия кувезында ятҡан тиҫтәләгән сабый инкубаторҙарҙа электр утын һүндереү арҡаһында үлеп ҡала[6]. Урамды яҡтыртыусы уттар ҙа йыш ҡына һүндереп ҡуйыла, ҡағиҙә булараҡ, ул минимумға еткерелә[7].

Бензин да нормаға ҡалдырыла. Шәхси автомобиль йөрөтөүселәргә айына 30 литр ғына бензин һатып алырға рөхсәт ителә[6]. Автомобилдә йыш йөрөүгә лә тыйыуҙар ҡуйыла. Яғыулыҡты һаҡсыл тотоноу маҡсатынан, механик эштәрҙе ҡул көсөнә алмаштырырға һәм йөк машиналары урынына ат файҙаланырға тәҡдим итеп, матбуғат баҫмалары аша крәҫтиәндәргә мөрәжәғәт менән сығыш яһайҙар[4].

1989 йылдағы революция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киҫкен иҡтисад, шулай уҡ сәйәси репрессиялар протестарҙың һәм 1989 йылда башланып киткән революцияның төп сәбәпсеһе булалар. Чаушеску үткәргән иҡтисади сәйәсәт, уны халыҡтан ғына түгел, ә Румыния коммунистар партияһынан да (1989 йылдың мартындағы «Алтауҙың Хаты»нан күренеүенсә), шулай уҡ Румыния армияһынан да ситләштерә[3].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Daniel Dăianu, "Fiscal and Monetary Policies", стр. 391-417
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Wally Bacon, "Economic Reform",. 373-390 б.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Stephen D. Roper, Romania: The Unfinished Revolution, Routledge, 2000, ISBN 978-90-5823-028-7
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 Vlad Georgescu, The Romanians: A History, Ohio State University Press, 1991, ISBN 0814205119
  5. 5,0 5,1 Debt Halved, Romania Says, The New York Times November 28, 1986
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Dennis Deletant, Ceauşescu and the Securitate: Coercion and Dissent in Romania, 1965-1989, M.E. Sharpe, London, 1995, ISBN 1-56324-633-3
  7. 7,0 7,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Burakowski274 төшөрмәләре өсөн текст юҡ

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]