Русаков Николай Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Русаков Николай Васильевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 6 май 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1] (84 йәш)
Тыуған урыны Шувое[d]
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре медаль «В память 850-летия Москвы»

Русаков Николай Васильевич (6 май 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-гигиенист, Рәсәй медицина фәндәре академияһы академигы (2007), Рәсәй фәндәр акдемияһы академигы (2013), Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Васильевич Русаков 1939 йылдың 6 майында Мәскәү өлкәһенең Красный ткач ҡасабаһында тыуған. 1964 йылда И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтын тамамлай, артабан шунда 1970 йылға тиклем аспирантурала уҡый[2].

1970-1989 йылдарҙа — А. Н. Сысин исемендәге дөйөм һәм коммуналь гигиена институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, Е. И. Марциновский исемендәге медицина паразитологияһы һәм тропик медицина институты бүлегенең лаборатория мөдире.

1989 йылдан — А. Н. Сысин исемендәге тирә-яҡ мөхит кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтының тупраҡ һәм сәнәғәт ҡалдыҡтары гигиенаһы лабораторияһының мөдире.

«Тупраҡ һәм тирә-яҡ мөхит гигиенаһы» секцияһы рәйесе, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының санитар-эпидемиологик күҙәтеү Департаментың баш эксперты, РФ Дәүләт стандартының һәм РФ Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса фәнни-техник комитеттары ағзаһы; ҡалдыҡтарҙы эшкәртеп, сүп-сар тейәп оҙатыу буйынса Үҙәк орган етәксеһе; тупраҡ гигиенаһы һәм ҡалдыҡтар хәүефенең сифатын баһалау өлкәһендә билдәле белгес; фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре: тупраҡ торошон күҙәтеү: уның фундаменталь нигеҙҙәре һәм методологияһы, тупраҡтың гигиена хәле һәм уның ағыуланыуын кеше һаулығына йоғонтоһон күҙәтеү[2].

2004 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағзаһы итеп һайлана.

2007 йылда — Рәсәй медицина фәндәре академияһының академигы.

2013 йылдан — РФА академигы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]