Русне (ҙур ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Русне
лит. Rusnė
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы Rusnė
Дәүләт  Литва
Административ үҙәге Руснеское староство[d]
Административ-территориаль берәмек Руснеское староство[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d]
Халыҡ һаны 1630 кеше (2016)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2 метр
Карта
 Русне Викимилектә

Русне (лит. Русна — Литваның Шилут районындағы ҙур ауыл, Русна староствоһы административ үҙәге. Курш ҡултығында һәм Нямунас түбәнге ағымында төп балыҡсылыҡ үҙәге[1]. Ҡаланың тарихи үҙәге Литва Республикаһы мәҙәни ҡиммәттәр регистрына индерелгән, дәүләт тарафынан һаҡлана (код 2933[2]).

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нямунас (Неман) дельтаһының иң ҙур Русне утрауында урынлашҡан. Был урында йылға ике ҙур тармаҡҡа — рәсәй-литва сиге үткән тәрән һыулы Скирвите һәм һай һыулы Атмат, шулай уҡ Балтик диңгеҙе Курш ҡултығына ҡойоусы башҡа бик күп ваҡ ҡылымыҡтарға бүленә[3]. Ҡасабаның бер өлөшө диңгеҙ кимәленән түбән урынлашҡан һәм Литваның иң түбән нөктәһе булып тора[4].

Йылға пристаны бар. 1974 йылда төҙөлгән күпер ҡасабаны Шилуте менән тоташтыра (KK206 юлы). 1944 йылға тиклем хәҙерге Руснены Неман йылғаһының һул яры менән тоташтырыусы күпер булған. Сигенеүсе немец ғәскәрҙәре емергәндән һуң, ул башҡа тергеҙелмәгән. Русненан 10 км алыҫлыҡта Шилуте тимер юл станцияһы урынлашҡан.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Dem

Атаманың этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тораҡ пункттың атамаһы Нямунас йылғаһы тармаҡтарының береһе, Русне, исеменән барлыҡҡа килгән. Исем «русноти» (rusnosti) — яй аға[5] һүҙенән килеп сыҡҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙма сығанаҡтарҙа Русне тураһында иң тәүге телгә алыу 1365 йылға, Тевтон орденының бөйөк магистры Винрих фон Книпроде Клайпеда халҡына, утрауҙа төҙөлөш эштәрен, мал үрсетеү һәм урман киҫеүҙе рөхсәт иткәндән бирле, ҡараған. 1419 йыл тирәһендә Русне улусына нигеҙ һалынған, сиркәү һәм пастор йорто төҙөлгән[6][7]. 1422 йылда Мельн килешеүе йомғаҡтары буйынса Русне Тевтон ордены территорияһында булған. Был ҡалала Литва һәм прусактар араһында сауҙа, тауар алмашыуы булған[8]. 1583 йылда мәхәллә мәктәбе булдырылған, баҙар эшләгән. XVII быуатта ҡала Төньяҡ һуғышынан зыян күргән. 1674 йылда һөт фермаһы һәм һыра ҡайнатыу эшенә нигеҙ һалынған[6]. 1709—1710 йылдарҙа тағун киҙеүе таралған. 1750 йылда Руснела 4254 кеше йәшәгән. Ҡала Ете йыллыҡ һуғыш осоронда зыян күргән. Үҙағас менән сауҙа итеү үҫешә башлағандан, 1759 йылдан һуң, ҡала сәскә атҡан[2]. 1809 йылда таштан Евангелие-лютеран сиркәүе төҙөлгән. XIX быуатта пар менән эшләгән бысҡылар төҙөлә башлаған. XX быуат башына булып ҡалала округ суд палатаһы, суд бинаһы, почта, телефон һәм телеграф, урта мәктәп, өс ҡунаҡхана, 7 ресторан, 2 финанс учреждениеһы, ликер-араҡы заводы, 3 шарап ҡайнатыу йорто винокурня, 10 урман бысҡыһы лесопилка, һыра ҡайнатыу урыны пивоварня, 2 тирмән, 3 судно агентлығы, 3 тимерлек, 5 йөк компанияһы, келәттәр, икмәкхана һ. б. булған[6].

1919 йылда Версаль килешеүе йомғаҡтары буйынса Русне башта француздар идаралығына ҡараған Клайпеда крайына күскән. 1923 йылдың ғинуарында литва ирекмәндәре был районды яулаған, ә бер йылдан һуң Милләттәр Лигаһы автономиялы район сифатында Клайпеда крайын Литваға тапшырған. 1939 йылдың мартында Русне тағы немец идаралығына күскән. 1944 йылдың октябрендә ҡаланы Ҡыҙыл армия частары биләгән, халыҡтың күпселек өлөшө ҡаланы ташлап киткән. 1946 йылдан алып 1990 йылға тиклем Литва ССР-ы, 1991 йылдан — Литва составына инә. 1946 йылдан алып 1993 йылға тиклем ҡала статусына эйә булған. 1949 йылда Русне составына Скирвителе ауылы индерелгән. 1995 йылдан — Русне староствоһыадминистратив үҙәге

2005 гйылдың 1 июлендә Литва президенты махсус декрет менән ҡала гербын раҫлаған[9].

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урындағы халыҡтың ғәҙәти төп шөғөлө — балыҡ үрсетеү һәм балыҡсылыҡ, балыҡ эшкәртеү заводы бар, бәләкәй суднолар ремонтлау башҡарыла, совет осоронда Шилут май-сыр етештереү цехы эшләгән[10]. Һыу баҫыуҙан һаҡланыу өсөн Русне территорияһында польдерҙар, һыу йыйнау станциялары һәм дамбалар системаһы эшләй, ә Неман тармаҡтары ярҙары тимер-бетон плиталарменән нығытылған. 1961 йылда балыҡ үрсетеү хужалығы булдырылған, 1962 йылда ихтиология станцияһы асылған[2].

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Евангелие-лютеран сиркәүе (1809 йылда төҙөлә.)
  • Этнография музейы
  • XIX быуатта төҙөлгән торлаҡ йорттар

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1952 йылдан ҡасабала Русне һаңғырау балалар өсөн махсус мәктәп-интернаты эшләй. 1955 йылдан балалар баҡсаһы, 1957 йылдан — дауахана асылған.

Ауылда тыуып үҫкән билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Грегор Герһард — немец органсыһы, пианист
  • Кейзер Шарлотта — немец яҙыусыһы
  • Отто Толишус — америка журналисы
  • Казис Ясинскас — литва композиторы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Тарвидас, Басаликас, 1967, с. 235
  2. 2,0 2,1 2,2 Rusnės miestelio istorinė dalis (лит.). Kultūrosvertybių registras. Kultūros paveldo departamentas prie Kultūros ministerijos. 2016 йыл 19 ноябрь архивланған.
  3. Тарвидас, Басаликас, 1967, с. 232
  4. Nemunas Water Route:Your Guide To The River Nemuna. — 2007. — С. 158.
  5. Тарвидас, Басаликас, 1967, с. 278
  6. 6,0 6,1 6,2 Rusnės miestelio istorinė dalis (unikalus kodas 2933). Nekilnojamojo kultūros paveldo apsaugos specialieji planai: Teritorijos ir apsaugos zonos ribų planas ir Tvarkymo planas (лит.). Kultūros paveldo departamentas prie Kultūros ministerijos.(недоступная ссылка)
  7. Walther Hubatsch. Dokumente // Geschichte der evangelischen Kirche Ostpreußens. — Göttingen, 1968. — Т. 3. — С. 510.
  8. Костомаров Н. И. Русские инородцы. — М.: Чарли, 1996. — С. 11. — 608 с. — ISBN 5-86859-033-3.
  9. Русне — ru.welcometo.lt 2016 йыл 4 март архивланған.
  10. [ Русне] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тарвидас С. С., Басаликас А. Б. Литва // Советский Союз. Географическое описание в 22 томах.. — М.: Мысль, 1967. — 286 с.
  • Purvinas Martynas Istoriniai miestai Nemuno žemupyje // Istoriniai miestai. Sena ir šiuolaikiška. — Vilnius, 2003. — С. 37—58.
  • Purvinas Martynas Damoklo kardas — ant plauko, o po juo — visas Rusnės centras // Statyba ir architektūra. — 1989. — № 3.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Населённые пункты на Немане