Рус-литва һуғыштары
Рус-литва һуғыштары | |
Башланыу датаһы | 1487 |
---|---|
Тамамланыу датаһы | 1583 |
Ҡатнашыусылар | Бөйөк Литва кенәзлеге, Поляк короллеге[d] һәм Бөйөк Мәскәү кенәзлеге |
Рус-литва һуғыштары — XIII—XV быуаттарҙа Русь һәм Литва араһындағы хәрби конфликттар, башта уларҙы — айырым урыҫ кенәзлектәре, һуңынан үҙәкләштерелгән Урыҫ дәүләте алып бара. Ҡайһы берҙә — феодаль тарҡаулыҡ осоронда, һуңынан үҙәкләштерелгән дәүләт тирәләй — Литва һәм Мәскәү араһындағы һуғыштар күҙ уңында тотола, уларҙы Мәскәү-литва һуғыштары тип атайҙар[1][2]. Ваҡыт үтеү менән улар урыҫ ерҙәрен берләштереү өсөн көрәшкә әүерелә. 1569 йылдан, Речь Посполитая барлыҡҡа килгәндән һуң, артабанғы конфликттар рус-поляк һуғыштары сиктәрендә ҡарала.
Тарих башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Замана повесы» (Повесть временных лет) (1117-нән дә һуңға ҡалмайынса) Литваны Рускә яһаҡ түләүсе халыҡтар иҫәбендә телгә ала. Литвалар Всеслав Брячиславич осоронда Полоцк кенәзлегенә яһаҡ түләгән, шулай уҡ Киев Русенең башҡа кенәздәре менән ҡара ҡаршы торған[3][4]. Версияларҙың береһе буйынса, 1127—1129 йылдарҙа Владимир Мономахтың вариҫы Бөйөк Мстислав Полоцк кенәздәрен тар-мар иткәндән һуң литва ҡәбиләләренең урыҫ кенәздәренә буйһоноуы туҡтатыла[5].
XII быуаттың һуңғы сирегенән алып Литва менән сиктәш булған байтаҡ кенәзлектәр (Городенск, Изяславль, Друцк, Городец, Логой, Стрежев, Луком, Брячислав) боронғо урыҫ йылъяҙмаларында телгә алынмай башлай. «Слово о полке Игореве» әҫәренә ярашлы, Городец кенәзе Изяслав Василькович Литва менән һуғышта (1185 йылдан иртәрәк) һәләк булған. 1190 йылда Рюрик Ростиславич ҡатынының туғандарына ярҙам итеү маҡсатында Литваға ҡаршы поход ойоштора, Пинск ҡалаһына барып етә, ләкин ҡар иреү сәбәпле артабанғы походты туҡтатырға тура килә. 1198 йылда Полоцк Литва контроле аҫтына күсә[6], Ошо ваҡыттан алып Полоцк кенәзлеге Литва файҙаһына төньяҡҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа табан плацдарм булып тора. Литваның туранан-тура Новгород-Псков (1183, 1200, 1210, 1214, 1217, 1224, 1225, 1229, 1234), Волынск (1196, 1210), Смоленск (1204, 1225, 1239, 1248) һәм Чернигов (1220) ерҙәренә үтеп инеүҙәре башлана, улар менән Литваның дөйөм сиге булмай. 1203 йылғы беренсе Новгород йылъяҙмаһында[7] Черниговтағы Ольговичтарҙың Литва менән алыш тураһында телгә алын. 1207 йылда Смоленск кенәзлегенән Владимир Рюрикович Литваға поход ойоштора, ә 1216 йылда, шул уҡ Смоленскиҙан Мстислав Давыдович Полоцк тирәһендә талау менән шөғөлләнгән литваларҙы ҡыйрата[8].
1219 йылда Литва кенәзлеге һәм Волынь кенәзлеге араһында тәүге килешеү төҙөлә. XIII быуаттың 20-се йылдарынан башлап, ҡәбилә ҡоролошоноң тарҡалыуы һәм власты үҙәкләштереү арҡаһында Литвала ваҡ һәм йыш һөжүмдәр һирәк һәм көслө һөжүмдәргә урын бирә, улар, ҡағиҙә булараҡ, урыҫ кенәзлектәренең көсһөҙләнеү осорона тура килә. Әммә 1226, 1239 һәм 1245 йылдарҙа урыҫ баҫып ингән литваларға урыҫ кенәздәре (бигерәк тә, Владимир кенәзлеге кеүек, ҡеүәтлеләр) яуап бирә ала (мәҫәлән, Усвят янындағы алыш).
Бөйөк Литва кенәзлегенең экспансияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1238—1245 йылғы походтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир-Суздаль кенәзлеге еңелгәндән һуң, Төньяҡ-Көнсығыш Рәсәйгә монголдарҙың һөжүме һөҙөмтәһендә, литвалар Смоленск ерҙәренең бер өлөшөн тартып ала, шул иҫәптән Смоленскиҙы, әлеге кенәзлектән Всеволод Мстиславович ҡыуып сығарыла. Ул ваҡытта Владимирҙа Ярослав Всеволодович кенәзлек итә, ә Киевты Михаил Всеволодович баҫып ала, уға шулай уҡ Галич буйһона. 1238 йылдың мартында Долгомостье аша үтәләр, Смоленскиҙан көнсығышыраҡ, 30 км алыҫлыҡта, монголдарҙың төп көстәре тора, һәм «Меркурий Смоленскийҙың тормошо» исемле әҙәби әҫәрендә монгол ғәскәренең ҡыйратылыуы тураһында бәйән ителә.
1238 йәки 1239 йылда[9] Галичтан (Михаил Черниговский күҙәтеүе аҫтында) Литваға поход ойошторола, унда Черниговскийҙың өлкән улы Ростислав һәм Галич ғәскәрҙәре ҡатнаша, әлеге походта, Л. Войтовичтың фекеренсә, ике кенәз һәләк була — Роман Игоревичтың улы Михаил һәм Святослав Всеволовичтың ейәне Владимир Игоревич. Походтан һуң Ростислав Венгрияға ҡаса һәм Галичты юғалта[10].
1239 йылда Псков кешеләрен литвалар ҡамауға ала. Тарихсы Д. Г. Хрусталев, Псков кешеләре ҡамауға рейд ваҡытында эләгә, тип иҫәпләй. Смоленск ҡалаһынан литваларҙы 1239 йылда Владимир кенәзе Святослав Мстиславовичтың походы һөҙөмтәһендә ҡыуа[11]. Смоленск кенәзлегенә Всеволод Мстиславовичты ултырталар (яҡынса 1238 йылда). Литва кенәзе әсирлеккә алына. Еңеү хөрмәтенә Александр Ярославич (буласаҡ Невский) Брячислав Полоцкийҙың ҡыҙы Параскеваға өйләнә.
1240 йылда Новогрудка баярҙары кенәзлеккә литва кенәзе Миндовганы саҡыра[12]. Был яңы дәүләт — Литваның Бөйөк кенәзлеге барлыҡҡа килеүҙең башланғысы була, һуңынан ул үҙ власын күп кенә урыҫ ерҙәренә йәйелдерә. Әйтергә кәрәк, ҡайһы бер кенәзлектәр (Полоцк, Витебск, Городенск) Бөйөк Литва кенәзлегенә үҙ теләге менән инһәләр ҙә, үҙидара системаһын һаҡлап ҡалалар.
1243—1244 йылдарҙа, Романовичтар поляк походынан ҡайтҡандан һуң, улар Перемышль ҡалаһын Ростиславтан һәм уның венгр союздаштарынан азат итәләр һәм шулай уҡ Пересолницы һәм Пинск тирәһендә ике литва һөжүмен кире ҡағалар һәм бөтә әсирҙәрҙе иреккә сығаралар.
1245 йылда литвалар Торжок һәм Бежецк тирәһендә һөжүм итәләр, шул ваҡытта Торжокта кенәз булған Ярослав Влидимировичты ҡыйраталар. Тверҙән һәм Дмитровтан ярҙам алып, Ярослав литваларға һөжүм итә һәм уларҙы еңә. Новгородтан ғәскәр менән килгән Александр Торопец ҡалаһын яулай һәм Новгород кешеләрен тыуған яҡтарына ҡайтара. Шунан үҙ көстәре менән литва ғәскәрен ҡыуып етә һәм уны Жижица күле янында ҡыйрата, шул иҫәптән кенәздәрен, ҡайтыу юлында Усвят тирәһендә башҡа литва отрядын тар-мар итә.
1248—1254 йылдарҙағы рус-литва һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көньяҡта инде XIII быуаттың 40-сы йылдарында литвалар Урта Днепр буйына һөжүм итә башлай[13]. Быховец Хроникаһында Могильно тирәһендәге алыш тасуирлана, унда литвалар Неман йылғаһында урыҫ-татар ғәскәре менән алыша, улар араһында бөйөк киев кенәзе Святослав Всеволодович телгә алына, шулай уҡ алышта Лев Данилович ҡатнаша. Был алышта Литва еңә. Святослав Всеволодович Бөйөк Владимир кенәзе титулын юғалта. Владимир кенәзлеге тәхете Михаил Ярославич Хоробритҡа күсә.
1248 йылда Миндовг Викинт кенәздәрен һәм үҙенең кесе туғандары Едивид һәм Товтивилды походҡа ебәрә. Элеге һуғышта, Протва йылғаһы тирәһендә, Хоробрит һәләк була. Литвалар Смоленскиҙы яулайҙар, әммә тиҙҙән уларҙы Святослав Всеволодович ҡыйрата (Зубцов тирәһендә). Смоленскиҙы юғалтҡандан һуң Миндовг Викинт, Тортовил һәм Эрдивилдан уларҙың йорттарын тартып ала, кенәздәр Галич-Волынск кенәзе Даниил Романовичҡа (Товтивилдың еҙнәһенә) ҡасырға мәжбүр булалар.
1249 йылда Даниил Романович Литваға поход ойоштора, шулай уҡ Викинтты ла походҡа әҙерләй. Викинт 1249 йылда Жемайтияға баҫып инә. Бынан һуң Викинт Ливония менән Миндовгҡа ҡаршы һүҙ ҡуйыша.
1250 йылда Миндовгҡа ҡаршы коалиция булдырыла, унда Ливон ордены һәм Галич-Волынск кенәзлеге ғәскәрҙәре инә, ике поход ойошторола (Нальша һәм Ворутаға).
1253 йылда Галич кенәзе Даниил Романович Гродноны яулай. Миндовг Новогрудкала король тажын ҡабул итә.
1254 йылда Миндовг һәм Даниил Романович солох килешеүенә ҡул ҡуялар һәм үҙ-ара туғанлашалар.
1255 йылда литвалар Луцк тирәһендә еңеләләр.
1258 йылда литвалар Смоленск һәм Торжок тирәһендә халыҡты талайҙар. Галич-Урҙа походы алдынан Роман Данилович әсирлеккә эләгә, әммә тиҙҙән ебәрелә. Бынан һуң Бурундай һәм Василько Романович Литваға ҡаршы поход ойошторалар.
1259 йылда Галич-Волынск ғәскәре Гродноға бик яҡын килә, әммә яулап ала алмай.
1261 йылда Александр Ярославич менән Миндовг үҙ-ара килешеү төҙөйҙәр.
1274—1278 йылдарҙағы рус-литва һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1274 йылда Тройден үҙенең дружинаһы менән Дрогичин-Надбужскийға һөжүм итә һәм уны баҫып ала.
Кенәз Лев Данилович Тройденға ҡаршы күрше кенәзлектәрҙе ылыҡтыра. Галич кенәзе ярҙам һорап татар кенәзе Мәңгетимергә мөрәжәғәт итә. Мәңгетимер литваларға ҡаршы Брянск һәм Смоленск кенәздәрен мәжбүр итә, уларға Пинск һәм Тура дружиналары ҡушыла. 1274 йылғы урыҫ-татар походы төрлө ызғыштар арҡаһында үҙ маҡсатына өлгәшмәй.
1277 йылда Мстислав, Юрий һәм Владимир кенәздәре етәкселегендә Галич-Волынск ғәскәре яңынан һөжүм итә, әммә уңышһыҙ[14].
Гедимин идараһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ольгерд идараһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Витовт идараһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Казимир IV менән тәүге бәрелештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рус-литва һуғыштары (конец XV—XVI быуаттың аҙағы)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рус-литва һуғышы (Сик буйы) 1487—1494
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рус-литва һуғышы 1500—1503
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рус-литва һуғышы 1507—1508
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рус-литва һуғышы 1512—1522
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рус-литва һуғышы 1534—1537
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ливон һуығышының бер өлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В. Н. Темушев // Представления о территории и границах Верхнеокских княжеств в работах исследователей // Статья о территории и границах Верхнеокских княжеств. — 2010
- ↑ Горский А. А. От славянского расселения до Московского царства
- ↑ Г. Семенчук Усяслаў Брачыславіч, князь полацкі (белорусский). — 2006.
- ↑ Бредис М., Тянина Е. «Свои поганые». Литва под властью Полоцкого княжества в XI—XII вв. // Крестовый поход на Русь. — М.: Эксмо, 2010. — ISBN 978-5-9265-0463-4.
- ↑ Gudavičius E. Lietuvos istorija. — Vilnius, 1999. — T. 1: Nuo seniausių laikų iki 1969 metų. — С. 29.
- ↑ Александров Д. Н., Володихин Д. М., Борьба за Полоцк между Литвой и Русью в XII—XVI веках 2011 йыл 25 август архивланған.
- ↑ Новгородская первая летопись старшего извода
- ↑ Пашуто В. Т. Образование Литовского государства
- ↑ Грушевский М., Хронология событий галицко-Волынской летописи
- ↑ Князівськi династiï східноï Європи
- ↑ Лаврентьевская летопись
- ↑ Грыцкевіч А. Канцылярыя Вялікага Княства Літоўскага // Вялікае Княства Літоўскае. Энцыклапедыя у 3 т. — Мн.: БелЭн, 2005. — Т. 1: Абаленскі — Кадэнцыя. — С. 7. — 684 с. — ISBN 985-11-0314-4.
- ↑ Соловьев. С. М. История России с древнейших времен, т.3 гл.3
- ↑ Пашкоў, Жабрун, Крэнь, 1999, с. 58—59
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Русско-литовские и русско-польские войны // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Волков В. А. «Русско-литовские войны в первой трети XVI века» 2008 йыл 1 март архивланған..