Рус-поляк һуғыштары (1609—1618)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Русско-польская война
1609—1618 годов
Төп конфликт: Смутное время, русско-польские войны
Rzeczpospolita Dymitriads.png
Дата

16091618

Урыны

Русское царство

Һөҙөмтә

Деулинское перемирие

Үҙгәрештәр

Русское царство потеряло Смоленскую, Черниговскую и западную часть Северской земли, но избежало личной унии с Речью Посполитой

Ҡаршы тороусылар

Сторонники Ҡалып:D-:

  • Тушин лагеры (1609—1610, 1613—1614)
  • Русское царство
  • • Беренсе халыҡ ополчениеһы (1611)
  • • Икенсе халыҡ ополчениеһы (1611—1612)
  • Швеция Короллеге (1609—1610, 1617—1618)[2]

Сторонники Ҡалып:D-:

  • Тушин лагеры (1610—1612)
  • Лжедмитрий III (Псков лагеры (1611—1612)
  • Лжедмитрий I (Астрахань лагеры (1611—1612)
Командующийҙар
Ҡаршы тороусы көстәр
билдәһеҙ билдәһеҙ
Юғалтыуҙар
билдәһеҙ билдәһеҙ

1609-1618 йылдарҙағы Рус-поляк һуғышы, шулай уҡ Польша-литва интервенцияһы булараҡ билдәле— Рәсәй һәм Речь Посполитая араһында ҡораллы бәрелеш, уның барышында поляк-литва ғәскәрҙәре тарафынан (1610—1612 йылдарҙа) Мәскәү ҡалаһы баҫып алынған. Сыуалыш осороноң төп ваҡиғаларының береһе.

Айырым поляк магнаттары Рәсәйҙәге ваҡиғаларҙа, тәү сиратта, Лжедмитрий I (1605 йылда) һәм Лжедмитрий II-гә (1607—1609 йылдарҙа) ярҙам күрһәтеү һылтауы менән ҡатнашты. Башында король Сигизмунд III торған Речь Посполитая батша Василий Шуйскийҙың Речь Посполитаяға ҡаршы һуғыш хәлендә булған Швед короллеге менән союз төҙөгәненән һуң Рус батшалығына ҡаршы һуғыш башлай (ҡара: 1609 йылғы выборг трактаты). Польша ғәскәре союздаш рус-швед ғәскәрен Клушин янындағы һуғышта ҡыйратҡан.

1612 йылда Икенсе халыҡ ополчениеһы Мәскәүҙе интервенттарҙан азат итә, әммә һуғыш 1618 йылға, поляк һәм казак берләшмәләре Рус дәүләтенең көньяҡ өлкәләрен ҡыйратып, Мәскәүҙе уңышһыҙ ҡамай башлағанға тиклем дауам иткән. Һуғыш Деулинский тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыу менән тамамлана, уға ярашлы, Смоленск, Стародуб һәм Чернигов ерҙәре Речь Посполитаяға бирелгән.

Тәүтарихы (Дмитриада)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1604 йылдың октябрендә Речь Посполитая биләмәһенән Рәсәйгә Лжедмитрий I ғәсҡәрҙәре баҫып инә. Лежедмитрий үҙен Мәскәү батшаһы улы тип таныта, һәм ғәскәренең байтаҡ өлөшөн казактар тәшкил иткән була. Ялған исем менән йөрөүсене бары поляк магнаттары ғына хуплаған. Лежедмитрийҙың уңыштарын даими поляк ғәскәре ярҙамы менән түгел, ә рус батшаһы Борис Годуновтың популяр булмауы менән аңлтыла. Май айында, Борис Годунов үлгәндән һуң, Дмитрийға Корма янында торған ғәскәр Дмитрийға ант итә. Дмитрий кенәз Василий Голицин етәкселегендә ғәскәрҙе Мәскәүгә ебәрә, ә үҙе Тулаға китә. Дворяндарҙың һәм халыҡтың ярҙамына инанғас, баш ҡалаға табан йүнәлә. 1605 йылдың 1 июнендә түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Фёдор Борисович Годунов ҡолатыла. 10 июндә ул үлтерелә, ә 10 көндән Дмитрий тантаналы рәүештә Кремлгә инә. 18 июлдә Лжедмитрийҙы батшабикә Мария — Иван Грозныйҙың ҡатыны һәм батша улы Дмитрийҙың әсәһе таный. 30 июлдә батша итеп иғлан ителә. Бер йылдан да әҙерәк ваҡыт үткәс, 1606 йылдың 17 майында Лжедмитрий дәүләт түңкәрелеше һөҙөмтәһендә үлтерелә, ә уның менән Мәскәүҙә булған поляктарҙың бер өлөшө ҡыйратыла, бер өлөшө һаҡ аҫтында ҡалаларға таратыла. Василий Шуйский батша булған, ләкин «ысын батшаның» яңынан килеүен көткән халыҡтың бик күп булыуы уны таныуҙы тотҡарлаған.

1607 йылда Стародубҡа яңы ялған исем менән йөрөүсе — Лжедмитрий II килә, ул үҙен икенсе тапҡыр мөғжизәле рәүештә ҡотолған Дмитрий батша улы тип ныҡыша. Уға бик күп поляк «рокошандары» — Сигизмунд III батшаға («Рокош Зебжидовский») — баш күтәреүсе-конфедераттар ҡушыла. Улар араһынан иң танылғандары — самозванец командующийы булып киткән кенәз Роман Рожинский, Александр Юзеф Лисовский, Адам Вишневецкий; һуңынан уларға Рокош ваҡытында король яғында һуғышҡан усвят старостаһы Ян Пётр Сапега ла ҡушыла. Дон казактарын галичанлы Иван Заруцкий етәкләгән. Ялған исем менән йөрөүсе төньяҡҡа юллана, 1608 йылдың 30 апреле — 1 майында Болхов тирәһендә Шуйский ғәскәрҙәрен ҡыйрата һәм, Тушин эргәһендә үҙенең лагерын (ҡара: Тушин лагеры) ойоштороп, Мәскәүҙе ҡамай, шул ваҡиға менән бәйле, уға Тушин буры тигән ҡушамат йәбешә.

Шуйский, май ваҡиғаларынан һуң әсирлеккә алынған бөтә поляктарҙы Сигизмунд менән (26 июлдә) тыныслыҡ килешеүе төҙөп, хәлде яйға һалырға маташты; Сигизмунд, үҙ сиратында, Тушин янынан үҙ подданныйҙарын саҡыртып алырға һүҙ бирҙе. Поляктар иреккә сығарыла, һәм улар араһында Марина Мнишек та була, ул Тушин лагерына килтерелә һәм шунда уҡ самозванецты ире тип «таныған». Рәсәйҙең байтаҡ өлөшө - тушиндар власы аҫтында ҡала, ҡамауҙа ҡалған Мәскәүҙә аслыҡ башлана. Был осраҡта Шуйский поляктарға ҡаршы шведтарҙы ярҙамға саҡыра - 1609 йылдың 28 февралендә уның ҡустыһы Михаил Васильевич Скопин-Шуйский Выборгта килешеү төҙөй, уның буйынса шведтар Самозванецҡа ҡаршы ғәскәр ҡуйырға, ә Шуйский шведтарға Корель өйәҙен бирергә, улар менән Польшаға ҡаршы союз төҙөргә һәм шведтарға Ливонияны яулап алыуҙа ярҙам итергә һүҙ бирә. Скопин-Шуйскийҙың рус-швед ғәскәре, Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышын һәм төньяғын азат итте, тушиндарҙы ҡыйратты.

1609—1611 Смоленск оборонаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Польша короле Сигизмунд III 1609 йылдың сентябрендә сыуалыштар барған Рәсәйҙе артыҡ көс түкмәй генә баҫып алырына ышанып — casus belli сифатында — Лжедмитрий II-гә ҡаршы йүнәлтелгән рус-швед союзын һуғышҡа алып бара, 4 меңлек гарнизон менән воевода Шеин һаҡлаған Смоленскиҙы ҡамай. Сигизмундтың баҫып инеүе һәм уның, Тушиндағы поляктарға самозванецты ҡалдырып, батшаға ярҙам итеү талабы Тушин лагерында көрсөк тыуҙыра. Тәүҙә Сигизмундтың талабын үтә дошмандарса ҡабул итеп, хатта батшаның үҙҙәренеке тип һанаған Рәсәйҙе ташлап китеүен талап иткән Тушин поляктарының, ахырҙа, күпселеге король менән берләшергә ҡарар итә. Самозванец Калугаға ҡасып китә, унда уға казактар, татарҙар һәм хатта поляктарҙың бер өлөшө ҡушыла. Рожинский етәкселек иткән ҡалған ғәскәр, Тушинға ут төртөп, Волоколамскиға йүнәлә. Михаил Салтыков етәкләгән Тушин урыҫтары, ҡотолғоһоҙ хәлдә ҡалып, үҙ сиратында, батшалыҡҡа православие диненә суҡындырылыу шарты менән, ул ваҡытта 15 йәшен тултырған поляк короле Сигизмундтың улын — Владислав IV Жигимонтты саҡырыу идеяһын тәҡдим итте. Смоленск эргәһендә Сигизмунд менән ошо хаҡта килешеүгә өлгәшелә.

1610 Клушин алышы һәм поляктарҙың Мәскәүҙе баҫып алыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1610 йылдың 24 июнендә Клушин янындағы һуғыш схемаһы.

Шул арала Скопин-Шуйскийҙың рус-швед ғәскәре Смоленскиға ярҙамға барырға әҙерләнеп, тантаналы рәүештә Мәскәүгә инә; ләкин йәш полководец ҡапыл вафат була һәм ғәскәр башында батшаның эшлекһеҙ ҡустыһы, Дмитрий Шуйский ҡуйыла. Смоленскиға барырға сыҡҡанда, юлда Клушино ауылы янында тажлы гетман Жолкевский поляк формированиелары һөжүм итә, һәм Делагарди яллаған шведтар, эш хаҡы түләнмәгәнен белеп, хыянат иткәнлектән, яҡшылап өйрәтелмәгән ополчение менән насар етәкселек итеү сәбәпле, ғәскәр ҡыйратыла (1610 йылдың 4 июле).

Урыҫ дәүләтселеге ваҡланыуы (коллапс)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бынан һуң Станислав Жолкевский Мәскәүгә йүнәлә, унда Ляпунов Захарий Петрович етәкселегендә ризаһыҙлыҡ белдергән халыҡ Шуйскийҙы ҡолата һәм монастырға ябып ҡуя, шунан һуң ҡала менән Семибоярщина (Ете бор власы) идара итә башлай. Ғәмәлдә уның власы Мәскәү сигенән сыҡмаған: көнбайышта, Хорошёвта, Жолкевский, көньяҡ-көнсығышта, Коломенскоела, Сапеганың поляк отряды менән Калуга яғынан ҡайтҡан Лжедмитрий II торған. Боярҙар, Мәскәүҙә ялған исемле батша яҡлылар күп һәм ул билдәлерәк булғанлыҡтан, Лжедмитрий II-нән бигерәк тә ҡурҡҡан.

Һөҙөмтәлә поляктар һәм тушин делегацияһы араһында алдан килешелгәнсә, Сигизмундтың улы Владислав IV-не, православиеға күсеү шарты менән, тәхеткә саҡырырға ҡарар ителә. 1610 йылдың 17 (27) авгусында баярҙар һәм Жолкевскийҙың тейешле килешеүенә ҡул ҡуйыла һәм Мәскәү Владислав тәреһен үпкән, ә Смоленск янындағы батшаға, Владиславтың батшалыҡ итеү шарттарын эшләү һәм тыныслыҡ килешеүен төҙөү маҡсатында, кенәз Василий Голицын етәкселегендәге илселек ебәрелә. Ләкин, Самозванецтан ҡурҡып, боярҙар артабан китә һәм 21 сентябргә ҡарата төндә поляктарҙы Кремлгә индерә.

Әммә Мәскәүҙә Королевичҡа ант бирелеүе тураһында ишеткәс, ҡалаларҙың барыһы ла тиерлек: Түбәнге Новгород, Чаранда, Устюг, Переяславль Рязанский, Ярославль, Вологда, Бело-озеро (Белозерск), Силийские города (замки), Архангельск портына һәм Төньяҡ Боҙло диңгеҙенә тиклем, шулай уҡ Волга һәм Ока ҡушылған урында урынлашҡан Түбәнге Новгородҡа тиклемге бөтә Рязань ере тракты, шулай уҡ ялған батша яҡлы Коломна, Тула, Серпухов, икеләнеүсеә Псковтан башҡалар һәм алдаҡсыны Батша тип таныған һәм Запорожье казактарынан бик ҡурҡҡан Төньяҡ ҡалалары (Северские) уларға ҡушылды. Алыҫ булыу сәбәпле, Ҡазан һәм Астрахандан уларҙың быға ҡарашы тураһында хәбәрҙәр булманы. Үрҙә әйтеп кителгәнсә, яҡындағы барлыҡ өлкәләрҙә, Великие Луки, Торопец һәм башҡа ҡалаларҙа, Раббы уларға батша итеп Королевич Владиславты биргәненә бик ҡәнәғәт булғандар.

— Жолкевский ҡулъяҙмаһы

Смоленск та, йыл ярым ҡамауҙан һуң, дошманға диуарҙағы бушаҡ урынды күрһәткән ҡасҡындың хыянаты арҡаһында, алынған. Чернигов тулыһынса бөлгөнлөккә төшөрөлгән. Бер нисек тә килешә алмаған илселек (Сигизмунд улын Мәскәүгә ебәрергә лә, Смоленскиҙан баш тартырға ла теләмәй) ахырҙа король тарафынан ҡулға алына. Ысынында поляктар баҫып алыусы хоҡуғында Рәсәй менән идара итә башлаған һәм Сигизмунд ҡалаларға отрядтар ебәргән. Бындай хәлдә элекке «тушинсыларҙы» һәм Шуйский яҡлыларҙы берләштергән поляктарҙы ҡыуыу хәрәкәте башланған.

Польша ғәскәрҙәре Мәскәүҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Август башында Жолкевский Мәскәүҙән көнбайышта лагерын йәйелдерә. Батша талабы буйынса, Мәскәүгә батша улы Владислав килгәнгә тиклем, ул 1610 йылдың октябрь-ноябрь айҙарында яуһыҙ-ниһеҙ үҙенең ғәскәрҙәрен Мәскәүгә индерә. Бер нисә айҙан Жолкевский Смоленскиға юллана. Мәскәү гарнизоны башлығы итеп Александр Гонсевский ҡалдырылған.

1611 йылда Дмитрий Трубецкой, Иван Заруцкий һәм Прокопий Ляпунов етәкселегендәге тушин казактарынан һәм Рязань дворяндарынан торған Беренсе ополчение төҙөлә. Ул Мәскәүгә табан йүнәлә, унда кенәз Дмитрий Пожарский мөһим роль уйнаған ихтилал башлана. Ихтилал баҫтырыла; оҙаҡламай ополченсылар Ҡытай-ҡаланы ала, ләкин казактар менән дворяндар араһындағы Ляпуновты үлтереү менән тамамланған эске ыҙғыш һәм дворяндарҙың ҡасыуына һәм ополчениеның емерелеүенә килтергән.

Был осраҡта Түбәнге Новгородта Пожарский етәкселегендә Икенсе ополчение формалаша. Августа, ополчение, унда элеккесә Трубецкой һәм Заруцкий казактары торған, Мәскәү стенаһы буйына килеп етә. 1612 йылғы 22 һәм 24 август Смоленск даруғаһы буйлап сигенергә мәжбүр булған литва бөйөк гетманы Ходкевич Ян Кароль етәкселегендә Мәскәүгә килгән поляк өҫтәмә көстәре 1612 йылдың 22 һәм 24 авгусындағы Мәскәү алышында ҡыйратыла. Пожарскийҙың еңеүе һөҙөмтәһендә Кремлдәге поляктар әсирлеккә бирелә. 1612 йылдың декабрендә поляктарҙың король Сигизмунд III һәм титуляр урыҫ батшаһы Владислав етәкселегендә Мәскәүгә хәрәкәте Волоколамск ҡалаһында туҡтатыла.

1613—1617 Смоленск ҡалаһын ҡамау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1613 йылдың 21 февралендә Михаил Романов батша итеп һайланғандан һуң, Смоленскиға поход, Земство соборы ҡарары буйынса, һуғыштың һуңғы этабында тергеҙелгән рус армияһының тәүге хәрби операцияһы була. Смоленскиға поход өсөн 1613 йыл уртаһында йыйылған армияла исемлек буйынса 12 250 кеше иҫәпләнә. Рус ғәскәрҙәре бер ниндәй алышһыҙ Вязьманы (1613 йылдың 7 июле) һәм Дорогобужды ала. Литва сигендәге ысын мәғәнәһендә мөһим форпост булған Белый ҡалаһын алыу ҙур уңыш булды. Ауыр ҡамау перспективаһы, ҙур рус армияһын күреү һәм йомарт вәғәҙәләр, Литва гарнизонының ныҡ ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан, ялланған ғәскәрҙе ҡаланы тапшырырға мәжбүр итә.

Ошо уңыштарҙан һуң ғәскәр үҙенең походының төп маҡсаты - Смоленск ҡалаһына яҡынлаша. Рус воеводалары, Белый һымаҡ, ҡалаларҙың бирелеүенә ҙур өмөт бағлаған. Ҡәлғәне штурмлауға түгел, капитуляцияға иҫәп тотолоуы хаҡында рус ғәскәренең хәрәкәттәре лә һөйләй. Ҡамау барышында штурм йәки ҡәлғәләр аҫтына ҡаҙып инергә (подкоп) маташыуҙар булмай, Смоленск ҡалаһына ҡеүәтле һәм күп һанлы рус ҡамау артиллерияһы ебәрелмәй. Ҡамау ғәскәренең хәрәкәте нығытылған острожоктар һәм Литваға илткән бөтә юлдарҙа сатай-ботай ятҡан ағастар өйөмө йәки тотҡарлыҡтар һалыу менән сикләнә.

1614 йыл уртаһында уңыштар уңышһыҙлыҡтар менән алмашынды. Аҙ ғына алыштарҙа бер нисә тапҡыр еңелеү рус ғәскәрҙәренең сигенеүенә килтермәй, әммә тиҙҙән литвалар блокаданы өҙөүгә, һуңынан өҫтәмә көстәрҙе һәм аҙыҡ-түлек запасын Смоленскиға күсереүгә өлгәшә. Смоленскиҙы тиҙ арала кире ҡайтарыу мөмкинлеге ҡулдан ысҡынғанлыҡтан, ҡаланы оҙайлы ваҡытҡа ҡамауҙа ҡала. Поляктар һәм литвалар тәүҙә ҡамауҙағы армияға ҡаршы әүҙем эш итә алмай. 1615 йылда Смоленск эргәһендә һөйләшеүҙәр менән аралаш барған ҙур булмаған бәрелештәр дауам итә. Шәхси уңыштарға өлгәшеүгә ҡарамаҫтан, дөйөм алғанда, ҡамау һөҙөмтә бирмәй. Литва отрядтары ҡәлғәгә ике тапҡыр ылау менән үтеп инә ала. Әммә ҡамау башлаған армияның хәле ярайһы уҡ ауыр ине.

1616 йылдың икенсе яртыһында литвалар, үҙ сиратында, әүҙемерәк эш итә башлай. Велижский старостаһы Александр Гонсевский, булған көстәрҙе йыйып, урыҫ сиген үтеп, Смоленскиҙан алыҫ түгел ерҙә лагерь булып урынлаша. Ноябрҙә Гонсевский отряды (2000 кешегә тиклем) манёвр яһай һәм Дорогобуж менән Смоленск араһындағы, Твердилицы ауылында лагерь йәйелдерә, шул рәүешле ҡамауҙағы армияны Оло Мәскәү юлы буйлап тәьмин итеүҙе туҡтата. 1617 йылдың ғинуарында литваларға ҡаршы көрәшеү өсөн кенәз Юрий Сулешев һәм стольник Семён Васильевич Прозоровский етәкселегендәге яңы армия тәьмин ителә башлай. Ләкин воеводалар уларҙың ғәскәренә ҡарағанда күпкә көсһөҙөрәк Гонсевский ғәскәренә һөжүм итмәйенсә, йәнә мөмкинлектән файҙаланмай, мыштырлай. 1617 йылдың майында, яңы полковник Станислав Чаплинский етәкселегендә Гонсевский «лисовчик»тарына ярҙам килеү сәбәпле, рус ҡамау ғәскәрҙәре Смоленск эргәһендәге ҡамап алынған острожоктарҙы ташлап китергә мәжбүр була.

Лисовский рейды[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1615 йылда пан Лисовский етәкселегендәге поляк-литва еңел кавалерияһы (лисовички) Мәскәү тирәләй ҙур элмәк яһап, Рәсәй биләмәһенә тәрәнгә үтә, һуңынан Речь Посполитая ерҙәренә әйләнеп ҡайта. Рейдта 1 200-гә тиклем кеше ҡатнашҡан[3]. Рейд барышында Орёл янында интервент отрядтарына ҡаршы кенәз Пожарский етәкселегендәге икенсе халыҡ ополчениеһы дружинаһы һуғыша.

Владислав походы 1617—1618[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1616 йылдың аҙағында король Сигизмунд III Мәскәүҙе тағы ла бер тапҡыр яулап алып маташырға ҡарар итә. Поход законлы батша Владислав Вазаның «узурпатор» Михаил Федорович Романовҡа ҡаршы сығышы булараҡ ойошторола. Походта Владислав етәкселегендәге (6000 кеше) тәхет ғәскәрҙәре һәм бөйөк гетман Ян Кароль Ходкевич етәкселегендәге Литва ғәскәрҙәре (6500 кеше) ҡатнашырға тейеш була. Тәүгеләрҙән булып Литва ғәскәрҙәре сығыш яһай, һәм 1617 йылдың майында уҡ рус ҡамау ғәскәре Смоленск эргәһендәге острожоктарҙы ташлап, Белый ҡалаһы йүнәлешенә китергә мәжбүр була. Владислав 1617 йылдың 5 апрелендә Варшаванан сығыш яһай, әммә 1617 йылдың сентябрендә генә Смоленскиға килә. 1 (11) октябрҙә Дорогобуж воеводаһы Иванис Ададуров Владислав яғына күсә. Уларҙың ҡаланы тапшырыуы тураһындағы хәбәр Вязьма янындағы рус ғәскәрендә етди ғауғаға килтерә, һәм 8 (18) октябрҙә ҡәлғәне бер ниндәй алышһыҙ интервенттар баҫып ала.

Әммә бының менән шәп уңыштар тамамлана. 1617-1618 йылдар ҡышында рус хөкүмәте көнбайыш йүнәлешенә воевода Борис Михайлович Лыков-Оболенский, Дмитрий Мамстрюкович Черкасский һәм Дмитрий Михайлович Пожарский (16 500 кеше) етәкселегендәге бөтә ҡулайлы көстәрҙе тиерлек күсерә. Владислав һәм Ходкевич ғәскәре 18 000 кешегә тиклем артыуға ҡарамаҫтан, Можайск районы эргәһендә уларға етди ҡаршылыҡ күрһәтелә. Можайск алышы 1618 йылда йәй буйы дауам итә. Һөҙөмтәлә рус ғәскәрҙәренә сигенергә тура килһә лә, поляк-литва ғәскәре ваҡытын юғалта һәм, эш хаҡы түләнмәү сәбәпле шляхта күпләп киткәнлектән, бик көсһөҙләнә. Һөҙөмтәлә Мәскәүгә 8 000 тирәһе кеше генә килеп етә.

Гетман Петр Сагайдачный етәкселегендә Запорожье казактарының баҫып инеүе рус ғәскәрҙәренең сигенеү сәбәптәренең береһе була. Эре хөкүмәт көстәре булмауҙан файҙаланып, казактар, юл ыңғайы Ливнаны, Елецты һәм тағы бер нисә бәләкәй ҡәлғәне баҫып алып, еңел генә көньяҡ-көнбайыштан Мәскәүгә ҡарай йүнәлә. Сентябрь аҙағында поляк-литва һәм Запорожье ғәскәрҙәре Мәскәү янында осраша. Оҙайлы ҡамауға ваҡыттары булмағанлыҡтан, Ходкевич 1618 йылдың 1 октябрендә Мәскәүҙе штурмлай, әммә еңелә. Уңышһыҙлыҡтан һуң, поляктар һәм литвалар Троице-Сергий лавраһы тирәһендә, казактар Калуга районында урынлаша. Үҙ биләмәһенән дошмандарҙы ҡыуып сығарыу мөмкинлеге булмағанлыҡтан, рус хөкүмәте 14,5 йылға иҫәпләнгән отошло Деулин ҡайтанан килешеүен төҙөүгә ризалаша, уның буйынса Смоленск, Чернигов һәм Северский өлкәләре Речь Посполитаяға ҡарышмай бирелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. см. Рус-швед һуғышы (1610—1617)
  2. см. Поляк-швед һуғышы (1600—1611)]], Делагарди походы, Поляк-швед һуғышы (1617—1618)]]
  3. Казак с картины Рембрандта (недоступная ссылка). Дата обращения: 11 октябрь 2012. Архивировано 25 апрель 2013 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]