Рус-швед һуғышы (1741—1743)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рус-швед һуғышы
Рәсем
Урынлашыу Финляндия
Башланыу датаһы 1741
Тамамланыу датаһы 1743
Участник(и) Швеция һәм Рәсәй империяһы

1741—1743 йылдарҙағы Рус-швед һуғышы (швед. hattarnas ryska krigkrig hattarnas ryska) — Төньяҡ һуғыш барышында юҡҡа сыҡҡан территорияларҙы кире ҡайтарыу өмөтө менән Швеция тарафынан башланған реваншистик һуғыш.

Һуғыш алдындағы хәлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1738—1739 йылдарҙа Швеция риксдагында Рәсәй менән һуғышҡа әҙерләнеү курсын алған «эшләпәләр» партияһы власҡа килә. Австрия мираҫын бүлгеләү өсөн Австрия императоры Карл VI вафатын көткән Франция Швецияға бик әүҙем ярҙам итә һәм Рәсәйҙе төньяҡтағы һуғыш менән тотҡарларға өмөтләнә. Швеция һәм Франция Петербургтағы үҙҙәренең илселәре Э. М. фон Нолькен һәм маркиз де ла Шетарди аша батша ҡыҙы Елизавета менән мөнәсәбәттәр булдырылар һәм планлаштырылған һуғыштың уңышлы тамамланыуы өсөн әҙерлек алып барырға тырышалар. Елизавета яҙма рәүештә атаһы яулап алған провинцияларҙы кире ҡайтарырға вәғәҙә иткән осраҡта, шведтар уға тәхеткә ултырырға ярҙам итергә әҙер. Әммә Нолькен Елизаветанан бындай документты бер нисек тә ала алмай.

Бынан тыш, Швеция һуғышҡа әҙерләнеү сиктәрендә Франция менән 1738 йылдың октябрендә дуҫлыҡ тураһында килешеү төҙөй, килешеүгә ярашлы ике яҡ та бер-береһенең ризалығын алмайынса, бер ниндәй ҙә союзға инә алмай. Швеция өс йыл дауамында Франциянан йылына 300 мең риксдалерлыҡ субсидия алырға тейеш була.

1739 йылдың декабрендә швед-төрөк союзы булдырыла, әммә Төркиә өсөнсө держава һөжүм итеү осрағында ғына Швецияға ярҙам итеүҙе вәғәҙә итә.

Һуғышты иғлан итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1741 йылдың 8 авгусында (28 июлендә) Стокгольмдағы урыҫ илсеһенә Швецияның Рәсәйгә ҡаршы һуғыш иғлан итеүе тураһында хәбәр ителә. Манифестта һуғыштың сәбәптәре күрһәтелә: Рәсәй короллектең эске эштәренә ҡыҫыла, Швецияға иген сығарыуҙы тыя һәм швед дипломатик курьеры М. Синклерҙы үлтерә.

Шведтарҙың һуғыш маҡсаттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Буласаҡ солох килешеүҙәр өсөн төҙөлгән инструкция буйынса, шведтар солох шарты итеп Ништадт солохо буйынса Рәсәйгә бирелгән ерҙәрҙе һәм Ладога һәм Аҡ диңгеҙ араһындағы территорияны Швецияға кире ҡайтарыуҙы талап итергә ниәтләй. Өсөнсө державалар Швецияға ҡаршы сыҡҡан осраҡта, Швеция Петербург менән бергә Карелияны һәм Ингерманландияны ҡайтарыу менән сикләнергә әҙер була.

Һуғыш барышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1741[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Швед армияһының баш командующийы итеп граф Карл Эмиль Левенгаупт тәғәйенләнә, ул бары тик 1741 йылдың 3 сентябрендә генә Финляндияға килеп етә һәм командованиены үҙ өҫтөнә ала. Был мәлдә Финляндияла регуляр ғәскәрҙәрҙә яҡынса 18 мең кеше була. Сиктәр буйлап 3 һәм 5 меңлек ике корпус тора. Уларҙың беренсеһе (Врангель етәкселек иткән корпус) Вильманстрандтан бик алыҫ булмай, икенсеһе (генерал-лейтенант Х. М. фон Будденброк етәкселегендәге корпус) ҡаланан алты миль алыҫлыҡта тора һәм һаны буйынса уның гарнизоны 1100 кеше тәшкил итә.

Карл Эмиль Левенгаупт (1691—1743)

Урыҫтар яғынан баш командующий итеп фельдмаршал Петр Петрович Ласси тәғәйенләнә. Ул, швед көстәренең ҡеүәтһеҙ булыуын белгәс тә, Вильманстрандҡа табан юллана. Ҡалаға яҡын килгәс, урыҫтар 22 августа Армиле исемле ауылда туҡтайҙар, ә кисен Врангельдең корпусы килеп етә. Шведтарҙың һаны, шул иҫәптән Вильманстранд гарнизоны, төрлө сығанаҡтар буйынса, 3500 кешенән 5200 кешегә тиклем тәшкил итә. Урыҫ ғәскәрҙәренең һаны 9900 кешегә етә.

23 августа Ласси дошманға ҡаршы юллана. Урыҫтар швед позицияларын һөжүмләй, әммә шведтарҙың ныҡышмалығына ҡаршы тора алмай, артҡа сигенәләр. Ласси үҙенең кавалерияһын дошмандың флангына ташлай, шунан һуң ғына шведтар бейеклектәрҙән бәреп төшөрөлә. Шведтар пушкаларһыҙ ҙа ҡала. Өс сәғәтлек алыштан һуң шведтар ҡыйратыла.

Ҡала бирелеүен талап иткән барабансыны үлтергәндән һуң, урыҫтар Вильманстрандты һөжүмләп яулайҙар. Әсирлеккә 1250 швед һалдат алына, шул иҫәптән Врангель үҙе лә әирлеккә эләгә. Урыҫтар араһынан генерал-майор Укскуль, өс штаб-офицер һәм ун бер обер-офицер һәм яҡынса 500 рядовой һалдат һәләк була. Ҡала яндырыла, ә халҡын Рәсәйгә алып китәләр. Урыҫ ғәскәрҙәре үҙҙәренең территорияһына табан сигенә.

Сентябрҙә-октябрҙә шведтар Кварнбю янында 22 800 кешенән торған ғәскәр туплайҙар, улар араһынан сафта төрлө сирҙәр сәбәпле тик 15-16 меңе ҡала. Выборг эргәһендә торған урыҫтарҙың да шундай уҡ һанлы ғәскәре була. Көҙҙөң һуңғы көндәрендә ике армия ла ҡышҡы фатирға күсә. Әммә ноябрҙә Левенгаупт 6 мең пехотаһы һәм 450 драгуны менән Выборг яғына юллана һәм Секкийерви тирәһендә туҡтай. Бер үк ваҡытта Вильманстрандт һәм Нейшлот яғынан урыҫ Карелияһына бер нисә бәләкәй корпус һөжүм итә.

Шведтарҙың хәрәкәте тураһында ишеткәс, урыҫ хөкүмәте 24 ноябрҙә гвардия полктарына Финляндияға һөжүм итеүгә әҙерләнеүҙе башларға бойора. Һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй: һарай түңкәрелеше арҡаһында власҡа батша ҡыҙы Елизавета килә. Ул хәрби ғәмәлдәрҙе туҡтатырға ҡуша һәм Левенгаупт менән килешеү төҙөй.

1742[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1741—1743 йылдарҙағы хәрби ғәмәлдәр театры

1742 йылдың февралендә урыҫ яғы килешеүҙе боҙа һәм мартта хәрби ғәмәлдәр яңынан тергеҙелә. Елизавета Петровна Финляндияла манифест сығара, унда ул халыҡты ғәҙел булмаған һуғышта ҡатнашмаҫҡа саҡыра һәм (әгәр уларҙың Швециянан айырылырға һәм бойондороҡһоҙ дәүләт төҙөргә теләге булһа) үҙенең ярҙамын вәғәҙә итә.

13 июндә Ласси сиктәрҙе йырып үтә һәм айҙың аҙағында Фредриксхамнға (Фридрихсгам) яҡынлаша. Шведтар әлеге нығытманы китер алдынан үртәп, ашығыс рәүештә ташлап китәләр. Левенгаупт Кюмендең аръяғына сигенә-сигенә Гельсингфорсҡа табан юллана. Уның армияһында хәрби рух ҡаҡшай, дезертирлыҡ көсәйә. Урыҫ ғәскәрҙәре бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Борго ҡалаһын яулап ала һәм Гельсингфорс йүнәлешендә шведтарҙы ҡыҫырыҡлай башлай.

7 августа князь Мещерскийҙың отряды бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Нейшлотты яулай, ә 26 августа Финляндияның аҙаҡҡы нығытылған форпосты — Тавастгус — бирелә.

Августа Ласси швед армияһын Гельсингфорс тирәһендә ҡыуып етә һәм уның Абоға артабанғы сигенеүе юлын киҫә. Ошо ваҡытта урыҫ флоты шведтарҙы диңгеҙ яғынан бикләй. Левенгаупт һәм Будденброк, армияны ҡалдырып, Стокгольмға табан китәләр, улар риксдагҡа отчет биреү өсөн саҡырылған булған. Командалыҡ генерал-майор Ж. Л. Бускеға йөкмәтелә, һәм ул 24 августа урыҫтар менән капитуляция буйынса килешеү төҙөй. Килешеүгә ярашлы, швед армияһы, урыҫтарға бөтә артиллерияһын ҡалдырып, Швецияға кире боролорға тейеш була.

26 августа урыҫтар Гельсингфорсҡа бәреп инә. Тиҙҙән урыҫ ғәскәрҙәре Финляндияны һәм Эстерботтенды тулыһынса баҫып алалар.

Вице-адмирал З. Д. Мишуков етәкселегендәге Балтия флоты 1742 йылда хәрби ғәмәлдәрҙән баш тарта, шуға күрә Мишуков вазифаһынан бушатыла, уның эшмәкәрлегенә тикшереү башлана.

1743[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәрби операциялар 1743 йылда диңгеҙҙәге ғәмәлдәргә ҡайтып ҡала. Н. Ф. Головин етәкселегендә ишкәкләү флоты (34 галера, 70 кончебас) десант менән Кронштадттан 8 майҙа сыға. Һуңғараҡ уға тағы ла бер нисә галера ҡушыла. Суттонг районында горизонтта паруслы кораблдәре менән көсәйтелгән швед ишкәкләү флоты күренеп ҡала. Әммә шведтар якорҙәрҙән ысҡынып китәләр. 4 июндә дошман флоты ҡабаттан Дегерби утрауы тирәһендә, Аланд утрауҙарынан көнсығышҡа табан, күренеп ҡала, әммә алышҡа инмәй һәм ситкә тайпыла.

Һуғыштың аҙағына швед кораблдәр флоты Даго һәм Готланд утрауҙары араһында йөрөй. 17 июндә швед адмиралы Э. Таубе алдан килешелгән солох тураһында ишетеп ҡала һәм флотты Эльвснаббенға алып китә. 18 июндә солох тураһында яңылыҡ Аланд утрауҙары тирәһендә торған урыҫ флотына ла барып етә.

Һөйләшеүҙәр һәм солох[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1742 йылдың яҙында уҡ солох һөйләшеүҙәрен башлау өсөн Петербургтағы элекке швед илсеһе Э. М. фон Нолькен Рәсәйгә килә, әммә урыҫ хөкүмәте уның Франция менән һөйләшеүҙәрҙә тәҡдим иткән аралашлыҡты кире ҡаға, һәм Нолькен Швецияға кире ҡайтып китә.

1743 йылдың ғинуарында Абола Швеция һәм Рәсәй араһында солох килешеүҙәре башлана, һөйләшеүҙәр һаман дауам иткән хәрби ғәмәлдәр шарттарында бара. Швеция яғынан вәкилдәр — барон Х. Седеркрёйц һәм Э. М. фон Нолькен, урыҫ яғынан — генерал-аншеф А. И. Румянцев һәм генерал И. Л. Люберас булалар.

Оҙайлы һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә 1743 йылдың 17 июнендә «Уверительный акт» тип исемләнгән актҡа ҡул ҡуйыла. Әлеге актта швед риксдагына Голштиния регенты тәхете вариҫы итеп Адольф Фридрихты һайлау тәҡдим ителә. Швеция Рәсәйгә Кюмень йылғаһының бөтә инештәре менән Кюменигорд һәм Нейшлот лендарының өлөшөн, шулай уҡ Нейшлот нығытмаһын бирә. Рәсәй шведтарға һуғыш барышында яуланған Эстерботтен, Абос һәм Бьернборг, Нюланд һәм Тавастехус лендарын, Карелияның бер өлөшөн һәм Саволаксты ҡайтара.

Швеция 1721 йылғы Ништадт килешеүенең шарттарын раҫлай һәм Рәсәйҙең Прибалтикалағы табыштарын таный.

1743 йылдың 23 июнендә риксдаг тәхет вариҫы итеп Адольф Фридрихты һайлай. Бер үк ваҡытта Рәсәй менән солох иғлан ителә. Урыҫ императрицаһы 19 августа солох килешеүенә ҡул ҡуя.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Соловьёв С. М. История России с древнейших времен, Т. 21
  • Военная энциклопедия. — СПб., 1911—1915.
  • Stavenow L. Sveriges historia till våra dagar: Frihetstiden, D. 9. — Stockholm, 1922.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]