Рут Клюгер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рут Клюгер
нем. Ruth Klüger
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлығы Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Flag of Austria.svg Австрия
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Susanne Ruth Klüger
Имя в браке Ruth Angress[3]
Тыуған көнө 30 октябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[4][5][…]
Тыуған урыны Вена, Беренсе Австрия Республикаһы[4]
Вафат булған көнө 5 октябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[7] (88 йәш)
Вафат булған урыны Ирвайн[d], Ориндж[d], Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары[8]
Место содержания под стражей Освенцим[d] һәм Терезиенштадт-гетто[d][9]
Һөнәр төрө яҙыусы, университет уҡытыусыһы, әҙәби тәнҡитсе
Эш биреүсе Гёттинген университеты
Принстонский университет[d]
Калифорнийский университет в Ирвайне[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Немецкая академия языка и поэзии[d]
Уҡыу йорто Калифорнийский университет в Беркли[d]
Ғилми дәрәжә фәлсәфә докторы[d][10]
Әүҙемлек урыны Ирвайн[d][4]
Архивы хранятся в Австрийская национальная библиотека[d][11]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Commons-logo.svg Рут Клюгер Викимилектә

Рут Клюгер (нем. Ruth Klüger; 30 октябрь 1931, Вена — 6 октябрь 2020, Ирвайн, Калифорния) — тел ғилеме өлкәһендә Австрия һәм Америка ғалимы. Профессор, Холокостты кисергән фән докторы. Бигерәк тә Өсөнсө Рейхта үҙенең бала сағы тураһында «weiter leben: Eine Jugend» әҙәби бестселлер авторы булараҡ билдәле[12], ул 1992 йылда баҫылып сыға[13].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рут Клюгер 1931 йылдың 30 октябрендә Венала тыуған.

1938 йылдың мартында гитлер ғәскәрҙәре Венаға инә. Австрияның Өсөнсө Рейхҡа ҡушылыуы алты йәшлек Рут Клюгерға тормошона кире йоғонто яһай: ҡыҙ даими мәктәпте алмаштырырға мәжбүр була һәм дошманлыҡ һәм антисемит мөхиттә үҫә. Йәһүд сығышлы атаһы, гинеколог, лицензияһын юғалта һәм артабан законһыҙ аборттар яһағаны өсөн төрмәгә эләгә[14].

Аншлюстан һуң Рут әсәһе менән бергә Терезиенштадт концлагерына ебәрелә. Уға 11 йәш булғанда, уның атаһы сит илгә ҡасырға маташа, ләкин ҡулға алына һәм үлтерелә. Бер йылдан һуң ҡыҙҙы Освенцимға, һуңынан Гросс-Розенға күсерәләр. Икенсе донъя һуғышынан һуң 1945 йылдарҙа ул Баварияның Штраубинг ҡаласығында урынлаша, һуңынан Регенсбургтың Юғары мәктәбендә тарих һәм философияны өйрәнә башлай.

1947 йылда АҠШ-ҡа күсеп китә һәм Нью-Йоркта инглиз әҙәбиәтен һәм Берклиҙа немец әҙәбиәтен өйрәнә. Клюгер 1952 йылда магистр дәрәжәһе һәм 1967 йылда фән докторы ғилми исемен ала. Ул Кливлендта, Огайо, Канзас һәм Виргинияла, шулай уҡ Принстон һәм Ирвайнда Калифорния университетында немец әҙәбиәте колледжы профессоры булып эшләй.

Һуңғы йылдарҙа Ирвайн һәм Геттингенда йәшәй. 2020 йылдың 7 октябрендә Ирвайнда үҙ йортонда вафат була[15].

Уның «Әлегә тиклем тере» (Alive Still) хәтирәләре башлыса концлагерҙарҙа үткәргән ваҡытҡа арналған, һәм Холокост тирәһендә ойошторолған музей мәҙәниәтенә тәнҡит менән һуғарылған[16].

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баҫмалары:

  • weiter leben. Eine Jugend , Göttingen 1992
  • Katastrophen. Über die deutsche Literatur, Göttingen 1993
  • Von hoher und niederer Literatur, Göttingen 1995
  • Knigges Umgang mit Menschen, «Eine Vorlesung», Göttingen 1996
  • Frauen lesen anders, Munich 1996
  • Still Alive: A Holocaust Girlhood Remembered, New York: The Feminist Press, 2001
  • unterwegs verloren. Erinnerungen , Wien, Paul Zsolnay 2008

Рут Клюгер шулай уҡ Рут Энгрэсс псевдонимы аҫтында баҫыла.

Премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Клюгер күп премиялар алған, улар араһында:

  • Rauriser Literaturpreis (1993)
  • Гриммельсхаузен премияһы (1993)
  • Niedersachsenpreis (1993)
  • Marie Luise Kaschnitz Prize (1995)
  • Andreas Gryphius Prize, honorary prize (1996)
  • Heinrich-Heine-Medaille (1997)
  • Osterreichischer Staatspreis fur Literaturkruk (1998)
  • Prix de la Shoah (1998)
  • Thomas Mann Prize (1999)
  • Preis der Frankfurter Anthologie (1999)
  • Гёте премияһы (2005)
  • Хросвита премияһы (2006)
  • Lessing-Preis des Freistaates Sachsen (2007)
  • Hermann-Cohen-Medaille (2008)
  • Ehrenmedaille der Stadt Göttingen (2010)
  • Austrian Danubius Donauland Nonfiction Book Prize (2010)
  • Theodor-Kramer-Preis (2011)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. OCLC. Record #51768822 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=jn19990004444
  4. 4,0 4,1 4,2 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека, Австрийская национальная библиотека Record #119071738 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  5. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  6. Ruth Klüger // FemBio: Банк данных о выдающихся женщинах
  7. https://www.munzinger.de/search/portrait/ruth+klueger/0/20728.html
  8. https://www.nzz.ch/feuilleton/autorin-und-kz-ueberlebende-ruth-klueger-gestorben-ld.1314127 (нем.)
  9. https://www.pamatnik-terezin.cz/prisoner/te-kluger-2
  10. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека, Австрийская национальная библиотека Record #119071738 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  11. https://www.onb.ac.at/ueber-uns/presse/pressemeldungen/oesterreichische-nationalbibliothek-erhaelt-vorlass-von-ruth-klueger-und-nachlass-von-frederic-morton/
  12. Mednick, JasonA Holocaust Childhood. University of California Irvine (March 2009).Дата обращения: 7 февраля 2012. Архивировано 10 декабря 2010 года.
  13. Mednick, Jason A Holocaust Childhood. University of California Irvine (March 2009). 2010 йылдың 10 декабрь көнөндә архивланған.
  14. Klüger, Ruth (27 November 2006). Интервью c Martin Doerry, Holocaust Survivor Ruth Klüger: "Vienna Reeks of Anti-Semitism",Spiegel Online.Проверено 7 февраля 2012.
  15. Welle (www.dw.com), Deutsche Holocaust survivor and author Ruth Klüger dies at 88 | DW | 07.10.2020 (en-GB).
  16. Lappin, Elena (14 March 2003).