Рухну
| Рухну | |
|---|---|
| эст. Ruhnu | |
Рухналағы Изге Магдалена сиркәүе | |
| Ҡылыҡһырламалар | |
| Майҙаны | 11,91 км² |
| Иң бейек нөктәһе | 28 м |
| Халҡы | 80 кеше (2025) |
| Урынлашыуы | |
| 57°48′08″ т. к. 23°14′38″ кс. о.HGЯO | |
| Архипелаг | Моонзунда архипелагыМоонзунда архипелагы |
| Акватория | Рига ҡултығы |
| Регион | Сааремаа |
| Район | Рухну |
Ру́хну[1][2] (эст. Ruhnu, швед. Runö, латыш. Roņu, рус. Руно[3]) — Балтик диңгеҙенең Рига ҡултығындағы ҙур булмаған утрау. Эстонияға ҡарай, Сааремаа өйәҙенең шул уҡ исемле улусы составына инә[4].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Утрау — көньяҡ-көнбайышҡа йүнәлгән боҙлоҡтан барлыҡҡа килгән һыу аҫты теҙмәһенең һыу өҫтө йөҙө, Рига ҡултығының урта өлөшөндә урынлашҡан. Утрауҙың майҙаны — 11,91 км², оҙонлоғо — 5,5 км, киңлеге 3,5 км тәшкил итә. Уға иң яҡын ҡоро ер нөктәһе — көнбайыштараҡ, 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан Колкасрагс мороно[5].
Утрауҙың иң бейек нөктәһе — Хаубиарре убаһы (швед. Håubjärre, эст. Haubjerre), диңгеҙ кимәленән бейеклеге 28 метр тәшкил итә[6].
Утрауҙың морондары:
Флора һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урман утрауҙың көнсығыш өлөшөндә, уның майҙанының 60%-н биләй. Көнбайышы тигеҙлектән тора, унда урыны менән ҡара ерек үҫә. Был тигеҙлектең күп өлөшө ауыл хужалығы ерҙәре итеп ҡулланыла.
Утрауҙа болан, төлкө, һоро сысҡан, йорт сысҡандары, тәлмәрйендәр, йыландар һ.б. йәшәй. Бында ҡуян, тейен, терпе һәм ағыулы йыландар юҡ. Утрау янындағы диңгеҙҙә таплы һәм һоро тюлендар йәшәй[5].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Археологик тикшеренеүҙәр буйынса, тәүге кешеләр Рухноға (Runo) беҙҙең эраға тиклем 5200 йылда уҡ килгән. Утрауҙың ҡайһы бер тәүге кешеләр Скандинавиянан викингтар ваҡытында килгән тип иҫәпләнә. Бында күп быуаттар дауамында балтик шведтары йәшәгән. 1944 йылдың авгусында икенсе донъя һуғышы ваҡытында улар Швецияға эмиграцияға китә, ике ғаилә генә ҡала. Уларҙың мәҙәниәте боронғо сиркәүҙәрҙә, йылъяҙмаларҙа, швед зыяратында һәм урындағы топонимдарҙа яҡшы һаҡланған[8].
Утрау беренсе тапҡыр 1341 йылда Курзема епискобы Йоханес указында телгә алына. Атап әйткәндә, указ утрауҙың швед телле халҡына швед закондары буйынса йәшәү һәм үҙ биләмәләре менән идара итеү хоҡуғын нығыта[5].
Хәҙерге Эстонияның башҡа территориялары кеүек үк, күп йылдар дауамында Рухну утрауы төрлө дәүләттәр хакимлығы аҫтында була. Швед осоронан һуң, 1712 йылдан, ул Рәсәй империяһы составына инә[4].
Эстондар һәм латыштар милли дәүләттәрен төҙөгәндә икеһе лә утрауға дәғүә итә. Эстония яр буйында Рухну халҡы өсөн айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған тюлень тотоу зонаһы булғанлыҡтан, халҡы теләге буйынса 1919 йылдан утрау Эстонияға күсә. Рухнула йәшәүселәр тюлень тотоу, балыҡсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнә[9].
Шведтар ттрауҙан киткәс, бында яңы күскенселәр килә — башлыса Кихну һәм Сааремаа утрауҙарынан. Артабан утрау халҡының составы бер нисә тапҡыр тулыһынса тиерлек үҙгәрә[5].
Совет власы төҙөлә башлаған осорҙа, утрауҙа «Рухну» колхозы ойошторола, һуңынан ул «Коммунизм маяғы» (эст. Kommunismi Majak) тип үҙгәртелә. 1958 йылда электр станцияһы төҙөлә һәм ауыл электрлаштырыла, 1960 йылдарҙа Рингсу морононда порт төҙөлә. 1960—1970 йылдарҙа халыҡ һаны 200-ҙән ашыу кеше тәшкил итә. 1969 йылдың ноябрь дауыл портты емерә, ул 2000 йылдар башында ғына тулыһынса тергеҙелә. Колхоз 1970-се йылдарҙа бөтөрөлә, шунан һуң утрау халҡы яртылаш кәмей[4]. Хәҙерге ваҡытта 50 — 60 тирәһе кеше йәшәй[9].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Утрауҙа иң күп халыҡ һаны 1842 йылда теркәлә һәм 389 кеше (207 ир-ат һәм 182 ҡатын-ҡыҙ) тәшкил итә[10].
2025 йылдың 1 ғинуарына утрауҙа йәшәүселәр һаны — 80 кеше[11].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ruhnu saar (эст.). Eesti kohanimed. Eesti Keele Instituut. Дата обращения: 6 июнь 2025. Архивировано 12 декабрь 2025 года.
- ↑ Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 405. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
- 1 2 Карта Лифляндской губернии (1820 г). «Географический атлас Российской империи, Царства Польского и Великого Княжества Финляндского»
- 1 2 3 Ruhnu ajalugu (эст.). Eesti Entsüklopeedia (2013). Дата обращения: 6 июнь 2025. Архивировано 28 май 2023 года.
- 1 2 3 4 Официальный сайт волости Рухну (эст.) (латыш.). Архивировано 6 октябрь 2012 года.
- ↑ Рухну. TripToEstonia. Дата обращения: 6 июнь 2025. Архивировано 13 июль 2025 года.
- ↑ Карта бите O-34-83.
- ↑ Ruhnu (ингл.). Eesti Entsüklopeedia. Дата обращения: 6 июнь 2025. Архивировано 12 декабрь 2025 года.
- 1 2 Ruhnu Vallavalitsus. Ruhnu valla arengukava 2020-2030 (эст.). Riigi Teataja (7 февраль 2020). Дата обращения: 6 июнь 2025. Архивировано 1 сентябрь 2025 года.
- ↑ Life and work on Ruhnu (ингл.). Eesti Entsüklopeedia (2013). Дата обращения: 6 июнь 2025. Архивировано 12 декабрь 2025 года.
- ↑ Statistikaamet. RV0291U:Rahvaarv, pindala ja asustustihedus, 1. jaanuar (эст.). Statistika andmebaas (15 май 2019). Дата обращения: 27 апрель 2022. Архивировано 3 июнь 2020 года.
