Рыжаков Дмитрий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рыжаков Дмитрий Иванович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 26 апрель 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Новгород өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 7 июнь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Түбәнге Новгород, Рәсәй
Һөнәр төрө Патологик физиология, юғары мәктәп уҡытыусыһы, ғалим
Уҡыу йорто Приволжск медицина тикшеренеү университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

Рыжаков Дмитрий Иванович (19272018) — СССР һәм Рәсәй ғалим-педагогы һәм патофизиологы, медицина фәндәре докторы, профессор, Новгород дәүләт медицина академияһының атҡаҙанған профессоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дмитрий Иванович Рыжаков 1927 йылдың 27 ноябрендә Горький өлкәһенең Дерябино ауылында тыуа.

1941 йылда, ун дүрт йәшендә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Д.И.Рыжаков хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1943 йылдан 1948 йылға тиклем Горький йылға училищеһында уҡый[1].

1949 йылдан 1954 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге Горький медицина институтында уҡый, уны отличие менән тамамлап, табип-педиатр һөнәре ала. 1954 йылдан 1957 йылға тиклем Горький медицина институты ҡарамағында аспирантурала уҡый. 1957 йылдан Горький медицина институтында уҡытыу эшмәкәрлеген башлай. 1958 йылдан Ҡаҙағстанда сиҙәм ерҙәр эштәрендә медицина институты студенттары отрядын етәкләй[2].

1971 йылдан 1977 йылға тиклем Д.И.Рыжаков Горький медицина институтында Үҙәк ғилми-тикшеренү лабораторияһын ойоштора һәм тәүге етәксеһе була[3]. 1972 йылдан 1990 йылға тиклем ун һигеҙ дауамында Д.И.Рыжаков уҡыу-уҡытыу буйынса — проректор, бер үк ваҡытта 1977 йылдан 2007 йылға тиклем, утыҙ йыл дауамында, патологик физиология кафедраһы мөдире вазифаһын биләй. 2007 йылдан 2018 йылға тиклем Новгород дәүләт академияһының профессор-консультанты[4][1][3].

1957 йылда медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «К анатомии артерий гортани человека» темаһы буйынса диссертация яҡлай[5], 1970 йылда медицина фәндәре докторына «Пересадка почки и сопутствующие изменения в крови реципиента: (Экспериментальные исследование)» темаһы буйынса диссертация яҡлай»[6]. 2002 йылда Д. И. Рыжаковҡа Новгород дәүләт медицина академияһының атҡаҙанған профессоры исеме бирелә[4].

Д. И. Рыжаков 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8-гә яҡын уйлап табыу авторы, уның етәкселегендә утыҙ дүрт докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана[1]. 1976 йылдан Д. И. Рыжаков патофизиологтарҙың Түбәнге Новгород ғилми йәмғиәтенең алыштырғыһыҙ рәйесе һәм патофизиологтар ғилми йәмғиәтенең Бөтә Союз (1991 йылдан —Бөтә Рәсәй) идаралығы ағзаһы булып тора[3].

2003 йылдың 6 декабрендә «фәнни эшмәкәрлектә ҡаҙаныштары өсөн» Д. И. Рыжаковҡа Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре маҡтаулы исеме бирелә[7].

2018 йылдың 7 июнендә Түбәнге Новгородта вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Интеллектуальная элита Нижегородской области, 1918—1998 : Науч.-справ. изд. / В. И. Белоус (руководитель) и др. - Н. Новгород : Нижполиграф, 1998 г. — 350 с. — ISBN 5-7628-0150-0
  • Кто есть кто в Нижегородской области / Ред. совет: Б. С. Духан (председатель) и др. - Н. Новгород : Агентство "КП-Форпост", Вып. 1. - 1998 г. — 383 с. — ISBN 5-89719-002-X
  • Кто есть кто в Нижегородской области : Информ.-биогр. изд. / Ред. совет: Б. С. Духан (председатель) и др. - Н. Новгород : Агентство "КП-Форпост", Вып. 2 / [Ред. - сост.: И. Г. Дементьева, Т. Г. Ермошина]. - 2000 г. — 399 с. — ISBN 5-85293-003-2