Рысбаева Мәрйәм Әхмәт ҡыҙы
Рысбаева Мәрйәм Әхмәт ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 ғинуар 1933 |
Тыуған урыны | Мәндәғол, Кейекбай ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2010 |
Вафат булған урыны | Иҫке Собханғол, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Уҡыу йорто |
Башҡорт дәүләт университеты филология |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Рысбаева Мәрйәм Әхмәт ҡыҙы (9 ғинуар 1933 йыл — 2010 йыл) — педагог. 1973—1988 йылдарҙа Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәрйәм Әхмәт ҡыҙы Рысбаева (Ишкилдина) 1933 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Мәндәғол ауылында тыуған. 1940 йылда беренсе синыфҡа уҡырға бара. 1950 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 10-сы синыфын тамамлай.
Уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген 1955 йылда Иҫке Монасип ете йыллыҡ мәктәбендә башлай. Шул уҡ йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбенә күсерелә.
1958 йылда Бөрйән РОНО-һында запастағы уҡытыусы була. Бер йыл өс класта уҡытыусы булып эшләй.
1960 йылда шул уҡ Иҫке Собханғол урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә.
1962 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетының башҡорт һәм рус телдәре һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә.
1967 йылда уҡыуын ҡыҙыл дипломға тамамлап, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып сыға. Унан йүнәлтмә менән Стәрлетамаҡ педагогия институтына ебәрелә, 1967—1969 йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһында ассистент булып эшләй.
1969 йылда ғаилә хәле буйынса Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенә ҡайта һәм уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып эшкә урынлаша.
1970—1971 йылдарҙа — КПСС район комитетының парткабинет мөдире вазифаһын башҡара.
1972 йылда РОНО-ла инспектор итеп тәғәйенләнә.
1973 йылдан алып 1988 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем Иҫке Собханғол урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
2010 йылда вафат була. Иҫке Собханғол ауылында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн 1973 һәм 1975 йылдарҙа «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе менән бүләкләнә.
- 1976 йылда «Өлкән уҡытыусы» исеменә лайыҡ була.
- 1975 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.
- СССР-ҙың юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2021 йылдың 22 майында Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Рысбаева Мәрйәм Әхмәт ҡыҙы иҫтәлегенә иҫтәлекле таҡтаташ асыла. Иҫтәлекле таҡтаташ педагогик хеҙмәт ветераны йәшәгән Матросов урамындағы йорт фасадына ҡуйылған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Таратҡаны — аң-белем». «Таң» газетаһы , 2010 йыл, 26 июнь.
- Орденлы уҡытыусылар 2021 йыл 6 декабрь архивланған.
- Рысбаева (Ишкильдина) Марьям Ахметовна 2021 йыл 6 декабрь архивланған.
- Памятная доска в честь памяти кавалера ордена «Знак Почета» Рысбаевой М. А. 2021 йыл 6 декабрь архивланған.