Рьянов Ғәлимйән Рьян улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рьянов Ғәлимйән Рьян улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1907
Тыуған урыны Лаҡлы ауылы, Салауат районы
Вафат булған көнө 1990
Вафат булған урыны Лаҡлы ауылы, Салауат районы
Һөнәр төрө тракторсы
Хәрби звание өлкән сержант һәм старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы

Рьянов Ғәлимйән Рьян улы (19071990) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкының 3-сө батарея расчёты командиры. Гвардия өлкән сержанты[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәлимйән Рьян улы Рьянов 1907 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Тырнаҡлы улусы (артабан — БАССР-ҙың Малаяҙ, шунан — Салауат районы) Лаҡлы ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Лаҡлыла рус-башҡорт мәктәбендә белем ала.

Һуғышҡа тиклем колхозда механизатор булып эшләгән.

1941 йылдың декабрендә Салауат район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

Хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы формалаша башлаған осорҙа Рьянов Ғәлимйән 101-се айырым атлы-артиллерия дивизионы 120 миллиметрлы миномёт батареяһы расчёт командиры сифатында хеҙмәт итә. Был алыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн 96 яугир һәм командир наградаға лайыҡ була. Миномёт батареяһы расчёты командиры Ғәлимйән Рьян улы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән билдәләнә.

Сталинград операцияһында ҡатнашып, гвардия өлкән сержанты Рьянов Ғәлимйән Рьян улы 300 километрҙан ашыу юл үтә, тиҫтәләгән тораҡ пункттарҙы фашист оккупацияһынан ҡотҡара.

1943 йылдың февралендә дивизия Донбасста дошман тылына ҡыйыу рейд ойоштора һәм Чернухино станцияһын яулай. Рьянов командалығындағы миномёт расчёты ныҡлы оборона биләй һәм бик күп дошманды ҡыра.

1943 йылдың 23 февралендә Орехово районында дивизия атлылары 3-сө гвардия армияһы частары менән ҡушыла.

1943 йылдың сентябрендә гвардия өлкән сержанты Рьянов Ғәлимйән Украинаның Чернигов өлкәһе биләмәләрен гитлерсыларҙан таҙартыуҙа ҡатнаша. Дошман Днепр аръяғына ҡаса. Рьянов үҙенең расчёты менән уң ярға сыға һәм дошман атакаларын кире ҡаға.

1943 йылдың көҙөндә Рьянов Ғәлимйән Рьян улы Белоруссия ерендә һуғыша һәм Мозырь ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша.

Ҡыш үтеп, 1944 йылдың яҙы етеүгә, СССР дәүләт сиген үтә дивизия. Рьянов һәм уның миномёт расчёты, дошмандың Померан группировкаһын тар-мар итеүҙә, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша[2].

Берлин операцияһы ваҡытында гвардия өлкән сержанты Рьянов Ғәлимйән Рьян улы Бранденбургты штурмлай. Ҡаһармалығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә ҡыйыу командир:

« 1945 йылдың 22 апрелендә иптәш Раянов Ленитц тораҡ пункты өсөн алышта, миномётынан ут асып, 13 немец һалдатын юҡ итте. Дошман нығытмаға әйләндергән ике йортто емерҙе. Тимер юл күперенә дүрт тапҡыр тура тейҙерҙе.

1945 йылдың 25 апрелендә Бранденбург ҡалаһы өсөн һуғышта үҙенең миномёт уты менән өс ҡат ҡалын таҡталар менән түшәлгән ике блиндажды ҡырҙы. Бер дошман пулемёты утын тонсоҡторҙо һәм кавалерия полктарына алға хәрәкәт итеү мөмкинлеген асты[2].

»

Шулай итеп яугир, Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов һәм Кутузов орденлы 16-сы Чернигов гвардия (112-се) кавалерия дизизияһы сафында Дондан алып Эльбағаса юл үтә.

Һуғыштан һуңғы тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, Ғәлимйән Рьян улы Хамматов исемендәге тыуған колхозында механизатор булып эшләне. Бригадир ҙа, ферма мөдире лә булды. Ҡатыны Сәрүәриә менән биш бала үҫтерҙе.

Лаҡлы урта мәктәбенең «Ҡыҙыл ҡәнәфер» крайҙы өйрәнеүселәре менән осрашты, 112-се дивизияла хеҙмәте тураһында хәтирәләре менән бүлеште.

Ғәлимйән Рьян улы аҙ һүҙле, тыйнаҡ холҡло, оҫта ҡуллы ине: талдан ҡаҙ оялары, кәрзиндәр үрҙе, көйәнтәләр яһаны.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балалары: өлкән улы Имбирь 1937 йылғы. Златоуст металлургия заводында токарь булып эшләне. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе.

Улы Әмир 1939 йылғы. Салауат районы Хамматов исемендәге колхозда механизатор булып эшләне. Ҡатыны Ирина Кәрим ҡыҙы менән дүрт ҡыҙ үҫтерҙе: Марина - Әшә ҡала хәстәханаһында фельдшер-лаборант, Лидия Өфө ҡалаһында йәшәй, сауҙа хеҙмәткәре, ике бала тәрбиәләй. Эльвира Шамонино ауылы балалар баҡсаһында музыка тәрбиәсеһе, өс бала әсәһе. Лена Иглин ҡасабаһында йәшәй, ике бала үҫтерәләр.

Ҡыҙы Рүзидә 1948 йылғы Тольятти ҡалаһындағы ВАЗ предприятиеһында копировщица булып эшләне.

Ҡыҙы Эльза Өфө витамин заводында маркировщица булып эшләне.

Улы Аданис 1954 йылғы, төҙөүсе. Ҡатыны Айгөл менән ҡыҙ һәм ул үҫтерҙе. Улы Рөстәм Эҫем ҡалаһында Газпром предприятиеһында иретеп йәбештереүсе булып эшләй.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рьянов Ғәлимйән Рьян улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Салауат районы Лаҡлы ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән[5].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ЦАМО шкаф 72а, ящик 22
  • ЦАМО. Юбилейная картотека награждений, шкаф 52, ящик 15. Номер документа 84

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]