Рябов Фёдор Андреевич
Рябов Фёдор Андреевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 20 ғинуар 1914 |
Тыуған урыны | Тартыш ауылы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 5 февраль 1962 (48 йәш) |
Вафат булған урыны | Тартыш ауылы, Бөрө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Рябов Фёдор Андреевич (20 ғинуар 1914 йыл — 5 февраль 1962 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының өсөнсө саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1951—1955). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фёдор Андреевич Рябов 1914 йылдың 20 ғинуарында Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе[1] Тартыш ауылында тыуған. Башланғыс белемле.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1929 йылда Бөрө районы «Ҡыҙыл түбәләр» колхозында башлай. 1937—1938 йылдарҙа Базан МТС-ының тракторсылар курсында уҡый. 1938 йылдан бригадир ярҙамсыһы, Базан МТС-ының трактор бригадаһы бригадиры булып эшләй.
1942 йылдың сентябрендә Федор Рябов Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Ленинград фронтында һуғыша. 1944 йылдың майынан, демобилизацияланғандан һуң, Базан машина-трактор станцияһында тракторсылар бригадаһы менән етәкселек итә.
1946 йылда «Көрәшсе» һәм «Сулпан» колхоздарында бригада планға ярашлы 180 гектар урынына 240 гектар ер һөрә, яҡшы агротехник мөҙҙәттә, 1 августан алып 10 августҡа тиклем, ужым культураларын сәсә. Туңға һөрөүҙә 90 гектар урынына 180 гектарға еткерә. 1947 йылда ялан эштәре үҙ ваҡытына — 24 апрелдән 15 майға тиклем үтәлә. Бригадаға беркетелгән «Көрәшсе» һәм «Сулпан» колхоздары баҫыуҙарында, уңыш гектарынан 15,8 центнер тәшкил итә, ә 183 гектар майҙанда һәр гектарынан 22,07 центнер уңыш йыйыла.
183 гектар майҙанда һәр гектарынан 22,07 центнер арыш уңышы алған өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 2 апрелендәге Указы менән Федор Андреевич Рябовҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1962 йылға тиклем Бөрө районының Ильич исемендәге колхозда трактор бригадаһы бригадиры булып эшләй.
Башҡорт АССР-ының өсөнсө саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1951—1955).
Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Ильич исемендәге колхоз идараһы хеҙмәт коллективтарын дәртләндереү маҡсатында Ф. А. Рябов исемендәге кубок булдырған.
Рябов Фёдор Андреевич 1962 йылдың 5 февралендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948)
- Ленин ордены (1948)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рябов Фёдор Андреевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 ғинуар 2019)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
- 20 ғинуарҙа тыуғандар
- 1914 йылда тыуғандар
- Бөрө өйәҙендә тыуғандар
- 5 февралдә вафат булғандар
- 1962 йылда вафат булғандар
- Бөрө районында вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 3-сө саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Башҡортостан шәхестәре