Рязань юғары хәрби элемтә команда училищеһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рязань юғары хәрби элемтә команда училищеһы
Кем хөрмәтенә аталған Захаров Матвей Васильевич

Маршал М. В. Захаров исемендәге Рязань юғары хәрби элемтә команда училищеһы (РВВКУС)) — 1941—2009 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ғәмәлдә булған юғары хәрби уҡыу йорто.1967 йылғы сығарылыш уҡыусыһы генерал-майор Кобозев Юрий Николаевич 2-се һәм 3сө дәрәжә «Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәте өсөн» ордендары менән бүләкләнә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рязань юғары хәрби команда училищеһы тарихы үҙ эшен 1941 йылдың 22 июленән, Горький хәрби радиобелгестәр мәктәбен асыу тураһында иғлан иткән көндән, ала. Ул Горький кремле биналарының береһендә урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы аҙағынаса Горький радиобелгестәр хәрби мәктәбе алдында фронт өсөн радиоэлемтәнең кесе белгестәрен әҙерләү бурысы ҡуйыла. 1-2 айға иҫәпләнгән программа буйынса, мәктәп ғәмәлдәге армия өсөн квалификациялы радистар, телеграфистар һәм радиомеханиктар әҙерләй. Идара итеү системаһын камиллаштырыу һәм элемтә ғәскәрҙәрен техник яҡтан йыһазландырған һайын, сифатлы яңы команда кадрҙарын әҙерләү зарурлығы асыҡ күренә. Шуға күрә 1942 йылдың мартында Горький хәрби мәктәбе 2-се кластан кәм булмаған радиобелгестәр әҙерләү буйынса юғары типтағы мәктәпкә күсерелә.Курсанттарҙы уҡыу ваҡыты 4 айға тиклем арта.

1944 йылдың 6 авгусында фронт мәктәбе өсөн элемтә белгестәрен әҙерләүҙәге уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумы исеменән Ҡыҙыл Байраҡ тапшырыла. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда мәктәп 13 500 радиобелгес әҙерләгән. Яу яланында хәрби наградаларға лайыҡ булған сығарылыш уҡыусылары батырлыҡтары менән дан ҡаҙана.

1945 йылдың авгусында мәктәп Горький радиобелгес- старшиналар мәктәбе итеп үҙгәртелә. Уҡытыу-тәрбиә процесында тыныс ваҡыт программаһына күсеүгә бәйле үҙгәрештәр күҙәтелә. Училище үҫешендә икенсе сифатлы этап 1948 йылдың мартынан башлана. Мәктәп Горький хәрби элемтә техниктары училищеһы итеп үҙгәртелә. Уҡыу срогы 3 йылға тиклем арта. Курсанттар хәрби фәндәр менән бер рәттән техник фәндәр комплексын өйрәнә.

1960 йылдың сентябрендә училище Рязангә күсерелә һәм училище исеме Рязань хәрби элемтә училищеһы тип үҙгәртелә, октябрь айында яңы уҡыу йылы башлана, шул уҡ ваҡытта командир сифаттарына һәм хәрби училищелар тамалаусыларҙың техник әҙерлегенә талаптар көсәйә.

1969 йылда училище Рязань юғары команда элемтә училищеһында барлыҡҡа килә.

1972 йылдан алып Советтар Союзы Маршал М. В. Захаровтың исемен йөрөтә.

1994 йылдан училище 5-йыллыҡ уҡыу программаһына күсә.

1998 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, училище Хәрби элемтә университетының Рязань филиалына күсерелә.

2004 йылдың июлендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бойороғо менән Хәрби элемтә университетының Рязань филиалы нигеҙендә Советтар Союзы Маршал М. В. Захаров исемендәге Рязань юғары хәрби элемтә команда училищеһы (хәрби институты) булдырыла. Училищела заманса элемтә һәм иҫәпләү техникаһы менән йыһазландырылған уҡытыу-матди базаһы булдырыла. Училищены тамамлаусы офицерһар хәрби-махсус белем ала, шулай уҡ «радиоэлемтә, радиотапшырыуҙар һәм телевидение», «Элемтә һәм коммутация системалары» һөнәрҙәре буйынса дәүләт өлгөһөндәге инженер дипломы ала. Училище офицерҙарҙы «һауа-десант ғәскәрҙәрендә бәйләнеш» һөнәре буйынса әҙерләй, сығарылыш курс уҡыусылары Һауа-десант ғәскәрҙәре элемтә подразделениеларында команда вазифаларында хеҙмәт итте.

1Училищены тамамлаусылар араһында 14 генерал. 1965 йылғы сығарылыштан генерал-лейтенантВ. П. Шарлапов Элемтә ҡоро ер ғәскәрҙәре начальнигы була. Генерал-полковник О. С. Лисовский взвод командиры вазифаһынан Генераль штабы начальнигы урынбаҫары вазифаһына тиклем хеҙмәт юлын үтә.

РВВКУС курсанттары парашют менән һикереү алдынан

2001 йылда, алтмыш йыллығын билдәләгәндә, училище элемтә буйынса иң яҡшы вуздарҙың береһе булып тора.

2009 йылда училище тарҡатыла һәм элемтә факультеты сифатында Рязань юғары һауа-десант команда училищеһына индерелә.

2011 йылдың 6 майында училищеның 70 йыллығы билдәләнә. Был көн рәсми рәүештә РВВКУС-тың һуңғы көнө була[1].

Юғары наградаларға лайыҡ булған тамамлаусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

300-ҙән ашыу тәрбиәләнеүсе Афғанстан менән Чечня һынауын үтте, күптәре Чернобыль АЭС-ында авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашты. Улар араһында — Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Геннадий Пушкин (Афғанстанда һәләк була), Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булған Олег Ильин (Чечняла һәләк була), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Александр Крамаренко (Афғанстанда һәләк була)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Новости(недоступная ссылка)