Рәмәште (ауыл)
| Ауыл | |
| Рәмәште башҡ. Рәмәште | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл ҡасабаһы | |
| Координаталар | |
| Сәғәт бүлкәте | |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
02, 102 |
|
| |

Рәмәште (рус. Ремашта) — Белорет районының Инйәр ҡасаба хакимиәтенә ингән ауыл булған (Башҡорт АССР-ы — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы).
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Рәмәште тип аталған уйпатта, Рәмәште йылғаһының Оло Инйәргә ҡойған урынында, Инйәр тамағынан 135 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 24 км көнбайыштараҡ — Арышпар ауылы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәмәште ауылы 1922 йылда ойошторолған Инйәр леспромхозына ҡараған. 1954 йылға тиклем 14 ауыл — Инйәр, Ҡаҙмаш, Рәмәште, Мәнәү, Рәүәт, Түбәнге Төлмәй, Ноҡат, Бәләғош, Берештамаҡ, Асы, Соран, Ҡалашты, Кәртәле, Кѳҙйылға урман пункттары Белорет металлургия комбинатың урман контораһы тип йѳрѳтѳлә[1].
Рәмәштелә башланғыс мәктәп булған. 1968 йылда ауылда 91 кеше йәшәгән, күпселеге урыҫ милләтле[2]. Ауыл кешеләре Инйәр леспромхозының Рәмәште участкаһында эшләгән, ул 1971 йылда таратылған.
Ауыл, Белорет районының байтаҡ урмансылар ауылы кеүек үк, юҡҡа сыҡҡан, рәсми рәүештә иҫәп мәғлүмәттәренән 1981 йылда төшөп ҡалған[3].
Һуңғы йылдарҙа ауылды тергеҙергә тырышалар[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Л. Сударчикова. Илгә — Инйәр урманы 2017 йыл 7 май архивланған.
- ↑ Башкирская АССР: Административно-территориальное деление. — Уфа: Башкирское кн. изд-во, 1969. — С. 83.
- ↑ Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 23.07.1981 № 6-2/229 «Об исключении некоторых населённых пунктов из учётных данных по административно-территориальному делению Башкирской АССР»(недоступная ссылка)
- ↑ Янбаева А. Национальная идея семьи Подшиваловых// Республика Башкортостан. — 2009. — 7 октября. 2016 йыл 4 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәмәште на картах
- Ремашта (фото) 2016 йыл 15 октябрь архивланған.