Рәссам Питер Пауль Рубенс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент юҡ


Питер Пауль Рубенс (нидерл. Pieter Paul Rubens, МФА: [ˈpitər 'pʌul 'rybə(n)s]; 28 июнь 1577, Зиген — 30 май 1640, Антверпен) — нидерланд (фламанд) рәссамы, барокко сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, дипломат, коллекционер. Рубенс ижади мираҫында яҡынса 3000 картина бар, шуларҙың байтаҡ өлөшө уҡыусылары һәм коллегалары менән хеҙмәттәшлектә ижад ителгән, айырыуса улар араһынан иң күп эшләүсе Антонис ван Дейк булған. М. Джаффе каталогы буйынса Рубенстың аутентик 1403 эше иҫәпләнә. Рубенстың бик күп дипломатик хаттары һаҡлана. Испан короле Филипп IV (1624) уны дворян дәрәжәһенә күтәргән һәм Англия короле Карл I (1630) Рубенсты геральдик лев шәхси гербы биреп рыцарҙар дәрәжәһенә индереп ҡуйған. 1635 йылда Элевейтта Стеен замогын һатып алыу менән Рубенс сеньор титулына эйә була.

Рубенс ижады — брейгелдар реализмы менән венециан мәктәбе ҡаҙаныштарының органик традицияларының кәүҙәләнеше. Рубенс дин сюжеттарына һынлы сәнғәт ижад итеүсе (шул иҫәптән итеп миһраб образдарына), мифологик һәм аллегорик сюжеттарға картиналар төшөрөүсе,, портреттар (ғүмеренең һуңғы йылдарында ул был жанрҙан баш тарта), пейзаждар һәм тарихи картиналар яҙыусы рәссам. Ул шулай уҡ шпалерҙар һәм китап иллюстрациялары өсөн эскиздар яһаусы ла була. Майлы буяуҙар менән һүрәт төшөрөү техникаһында хатта ҙур станок эштәрендә лә ағас панелдәрҙе файҙаланған рәссамдар араһында Рубенс иң һуңғы рәссамдарҙың береһе була.

Килеп сығышы. Иртә биографияһы (1577-1590)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был мемориаль таҡта Зиген ҡалаһында Питер Пауль Рубенс тыуған йорт стенаһында. 2010 йылдағы фото.

Питер Пауль Рубенс (н урындағы диалект «Петер тың үгәй атаһыРюббенс Пауводить»[1]) мөбәрәк антверпен һөнәрселәре һәм эшҡыуарҙары ғаиләһендә тыуған, улар 1396 йылдағы документтарҙа телгә алына. Уның атаһы — Ян Рубенс[en] — ғаилә нәҫелдәре тире эшкәртеүсе, москательщик һәм аптекарь булған, әсәһе Пейпелинкстар ғаиләһенән, уның ата — бабалары — келәм туҡыу һәм сауҙа менән шөғөлләнгән[2]. Ике ғаилә лә хәлле, күсемһеҙ милекле ғаилә була һәм уларҙың береһе лә мәҙәниәт һәм сәнғәт менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмаған була. Ян Рубенстың үгәй атаһы — Ян Лантметер — бакалея магазины тотҡан һәм ул үгәй улын Лувен университетының юридик факультетына уҡырға индергән. 1550 йылда Ян Рубенс Падуа университетына, ә 1554 йылда — Рим университетының граждандар һәм каноник хоҡуҡтар бүлексәһенә уҡырға күсә. 1559 йылда ул Тыуған иленә әйләнеп ҡайта һәм шунда уҡ Мария Пеппелинксҡа өйләнә. Бер йылдан һуң ул 1562 йылда эшевен булып һайланғанлыҡ арҡаһында бюргер ҡатламынан күтәрелән[3]. Вазифаһы буйынса ул испан ҡануниәте үтәлешен контролдә тоторға тейеш була[4]. 1568 йылда эшевен Рубенс кальвинизм яҡлы булыуын йәшермәй һәм оранжистар ихтилалын әҙерләүҙә ҡатнаша. Был ваҡытта уның ғаиләһе ҙур була: 1562 йылда улы Ян Баптист, 1564-1565 йылдарҙа ҡыҙҙары Бландина һәм Клара, ә 1567 йылда — улы Хендрик тыуа. Герцог Альба терроры арҡаһында Рубенстар Марияның Лимбуртағы туғандары янына күсеп китә, ә 1569 йылда улар Кельн ҡалаһында төпләнә[5][6].

Рубенс Ян юрист вазифаларын башҡарыуын дауам итә, бары тик кальвинизмға симпатияһын ташлай алмай, шунлыҡтан мессаға йөрөмәй. Ғаилә Вильгельм Оранский резиденцияһы янында йәшәй. Ян Рубенс Вильгельм Оранскийҙың ҡатыны — Анна Саксонский — менән яҡын мөнәсәбәткә инә, был хәл ҡатындың йөклөлөгө менән тамамлана. 1571 йылдың мартында законһыҙ бәйләнеш өсөн Ян Рубенс ике йылға Дилленбург төрмәһенә ябыла, ә судтан һуң Ниссау герцоглығының ҙур булмаған ҡалаһы Зигенға һөргөнгә ебәрелә. Ҡатыны Мария уның артынан эйәрә. Марияның ике хаты һаҡлана, улар В. Н. Лазарев фекеренсә «иҫ киткес тоғролоҡ һәм фиҙаҡәр ҡатын-ҡыҙ мөхәббәтенең документы»[7]. Ғаилә Троица көнөндә 1573 йылда ҡабаттан берләшә, 1574 йылда ир һәм ҡатындың улдары Филипп[en]тыуа. Ғаиләғә фәҡирлектә йәшәргә тура килә: Рубенстың һөнәре буйынса эшләргә хоҡуғы булмай, Мария йәшелсәселек менән булыша һәм туғандары биргән йорттоң бүлмәләрен ваҡытлыса йәшәргә кешеләргә тапшыра. 1577 йылдың 29 июнендә уларҙың алтынсы балаһы — Питер Пауль тыуа. Шул уҡ йылда Анна Саксонский вафат була һәм Ниссау ғаиләһе Рубенсты эҙәрлекләүҙән баш тарта. 1581 йылда Рубенстар Кельнға ҡайта һәм Штернгассе урамында ҙур йортта ваҡытлыса йәшәй башлай. Һуңынан ул йорт Мария Медичиҙың резиденцияһына әйләнә. Был йортта Рубенстарҙың етенсе балаһы — ҡыҫҡа ғүмерле Бартоломеус тыуа. Ян Рубенс хатаһын танып, тәүбәгә килә һәм католик сиркәүенә ҡайта, шунан һуң юрист булараҡ эшләй башлай. Уның эш хаҡынан тыш, ғаилә килемдәре бүлмәләрҙе кешеләргә тапшырыуҙарҙан тора[8].

Рубенс Ян Кельнда үҙ балаларын Изге Яҙмалар буйынса уҡырға үҙе өйрәтә, латин теле, француз телдәрен дә өйрәтә. Әммә ғаилә именлеге уның 1587 йылда булған вафатынан һуң тиҙ тамамлана. Өлкән улдары Баптист Италияға китә һәм унда үлеп ҡала, ҡалған өс балалары ла тиҙҙән ауырып үлә. Тол ҡатын, оло ҡыҙы һәм улдары Филипп һәм Питер менән Антверпенға кире ҡайта. Филипп, латин телен яҡшы белгәнлектән, испан һарайы кәңәшсеһе Жан Ришардоның секретары булып урынлаша. 10 йәшлек Питерҙы иезуиттар мәктәбенә урынлаштыралар {Sfn|Лекуре|2002}}. Питер иезуиттар мәктәбендә яҡшы тел белеме ала, классик латин һәм антиканы яҡшы белә: ул бер үк дәрәжәлә тыуған нидерланд, латин, француз һәм итальян телдәрендә иркен уҡый, яҙа һәм һөйләшә, немец, испан һәм инглиз телдәре менән теге йәки был кимәлдә таныш була[9].

  1. Рубенс, 1977, с. 5
  2. Лекуре, 2002, с. 22
  3. Лекуре, 2002, с. 23
  4. Лекуре, 2002, с. 29
  5. Лекуре, 2002, с. 31
  6. Wedgwood, 1967
  7. Письма, 1933, с. 18
  8. Лекуре, 2002, с. 32—34
  9. Письма, 1933