Рәсәйҙең Именлек советы
Рәсәй Федерацияһының Именлек советы — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы конституцион кәңәш биреү органы, шәхестең, йәмғиәттең һәм дәүләттең тормошсан мөһим мәнфәғәттәрен эске һәм тышҡы хәүефтәрҙән һаҡлауҙы тәьмин итеүгә, милли именлекте тәьмин итеү буйынса берҙәм дәүләт сәйәсәтен үткәреүгә ҡағылышлы Президент ҡарарҙарын әҙерләүҙе тормошҡа ашыра.
Именлек советы Рәсәй Президенты кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау, Рәсәй Федерацияһының суверенитетын, уның бойондороҡһоҙлоғон һәм дәүләт бөтөнлөгөн һаҡлау буйынса үҙенең конституцион вәкәләттәрен тормошҡа ашыра алһын өсөн шарттарҙы тәьмин итә. Советтың һәм уның Секретарының вәкәләттәре Рәсәй Президентының 2011 йылдың 6 майындағы 590-сы Указы менән һиҙелерлек киңәйтелде[1].
Ҡыҫҡартылған атамалары — Рәсәй Совбезы, Рәсәй СБ-һы.
Тулы атамалары:
- РСФСР-ҙың Именлек советы (1991 йылдың август — декабре);
- Федерация һәм территориялар эштәре буйынса совет (1991 йылдың 25 декабре — 1992 йылдың 3 апреле);
- Рәсәй Федерацияһы Именлек советы (1992 йылдың 3 апреленән).
Статусы һәм вәкәләттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Именлек советын ойоштороу тураһындағы ҡануниәт ҡарары РСФСР Президенты посын булдырыу менән бергә сығарыла: «РСФСР Президенты тураһында» 1991 йыл 24 апрель Законы һәм Конституцияға 1991 йыл 24 май индерелгән төҙәтеүҙәр. 1991 йылдың 25 июлендә Именлек советын ойоштороу буйынса әҙерлек комиссияһы төҙөлә. Советтың статусы һәм уны төҙөү тәртибе 1992 йылдың 5 мартында сыҡҡан «Именлек тураһында» РФ Законының тейешле киҫәге менән билдәләнә. Яңы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көсөнә ингәнлектән Именлек советының статусы федераль закон менән уға ҡаршы килмәгән сиктәрҙә билдәләнергә тейеш була. Закон ҡабул ителгәс, элгәрге закондың төп статьялары (Именлек советының составы һәм уның составына тәғәйенләү тәртибе тураһында) Президенттың 1993 йыл 24 декабрь 2288-се Указы менән ғәмәлдән сығарыла.
Рәсәй Федерацияһының «Именлек тураһында» 1992 йыл 3 июнь Законы ҡабул ителгәс, Президент Указы менән Рәсәй Именлек советы ойошторола һәм уның тураһында беренсе положение раҫлана.
Рәсәй Президентының 2011 йыл 6 май сыҡҡан 590-сы Указы менән раҫланған «Рәсәй Федерацияһының Именлек советы тураһында положение» Именлек советы статусын билдәләгән төп документ булып тора. Быға тиклем 2004 йылдың 7 июнендәге 726-сы, 1999 йылдың 2 авгусындағы 949-сы, 1996 йылдың 10 июлендәге 1024-се Указдар менән раҫланған положениелар эш итә, ә уларҙан да алдараҡ 1992 йылдың 3 июнендә сыҡҡан Именлек советы тураһындағы положение була.
1992 йылғы законға ярашлы, Именлек советы ултырыштары даими нигеҙҙә кәм тигәндә айына бер тапҡыр үткәрелергә тейеш; ихтыяж тыуғанда сираттан тыш ултырыштар үткәрелә. Ултырыштарҙың көн тәртибен һәм һорауҙарҙы ҡарау тәртибен Совет Секретарының тәҡдименә ярашлы Совет Рәйесе билдәләй.
Рәсәй Именлек советы Рәсәйҙең милли именлекте тәьмин итеү өлкәһендәге мөһим концептуаль документтары, эске һәм тышҡы мәсьәләләре өҫтөндә эшләй, атап әйткәндә:
- дәүләт, иҡтисад, йәмәғәт, оборона, мәғлүмәт, экологик именлектең һәм уның башҡа төрҙәренең, халыҡ һаулығын һаҡлауҙың стратегик проблемаларын ҡарай;
- ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе прогнозлау, уларҙы булдырмау, булғандарының эҙемтәләрен бөтөрөү, тотороҡлолоҡ һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү проекттарын әҙерләй.
Именлек советы ҡарарҙары ултырыштарҙа даими ағзаларының күпселек тауышы менән ҡабул ителә һәм Именлек советы Рәйесе раҫлағандан һуң көсөнә инә, де-факто Рәсәй Президенты тарафынан РФ Президенты Указы булараҡ ҡабул ителә.
Составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Именлек Советын формалаштырыу тәртибе Конституцияға һәм «Именлек тураһында» Рәсәй Законына ярашлы Рәсәй Президенты тарафынан билдәләнә. Именлек советының даими ағзалары һәм ағзалары Президент — Именлек советы Рәйесе тарафынан тәғәйенләнә. Совет Секретары тура уға буйһона һәм Именлек советының эшмәкәрлеген тәьмин итә, уның аппаратына етәкселек итә һәм Именлек советы ағзалары менән эш кәңәшмәләрен үткәрә. Эшмәкәрлектең башҡа мәсьәләләрен Президент хәл итә.
Әлеге ваҡытта Именлек советының даими ағзалары һәм ағзалары персональ нигеҙҙә (ә вазифа буйынса түгел) тәғәйенләнә[2]. Именлек советының даими булмаған ағзаларының һаны төрлө ваҡытта — 7-нән (1996 йылдың йәйе) 19-ға тиклем (2001—2002 йылдарҙа) кеше; улар бөтәһе лә ултырыштарҙа кәңәш биреү тауышы хоҡуғына эйә.
Рәсәй Именлек советы аппаратының етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһы секретарҙары, уның урынбаҫарҙары һәм ярҙамсылары исемлегендә тәғәйенләү йә вазифанан бушатыу датаһынан һуң Рәсәй Федерацияһы Президентының ярашлы Указының йә бойороғоноң номеры тора.
Рәсәй Именлек советы секретарҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Скоков Юрий Владимирович (3.04.1992, № 352 — 10.05.1993, № 645)
- Шапошников Евгений Иванович (11.06.1993, № 917 — 18.09.1993, № 1396)
- Лобов Олег Иванович (18.09.1993, № 1397 — 18.06.1996, № 922)
- Лебедь Александр Иванович (18.06.1996, № 924 — 17.10.1996, № 1449)
- Рыбкин Иван Петрович (19.10.1996, № 1462 — 2.03.1998, № 212)
- Кокошин Андрей Афанасьевич (3.03.1998, № 219 — 10.09.1998, № 1061)
- Бордюжа Николай Николаевич (14.09.1998, № 1098 — 19.03.1999, № 371)
- Путин Владимир Владимирович (29.03.1999, № 386 — 9.08.1999, № 1011)
- Иванов Сергей Борисович (15.11.1999, № 1527 — 7.05.2000, № 835; 27.05.2000, № 966 — 28.03.2001, № 354)
- Рушайло Владимир Борисович (28.03.2001, № 356 — 9.03.2004, № 333)
- Иванов Игорь Сергеевич (9.03.2004, № 334 — 17.07.2007, № 926)
- Соболе, Валентин Алексеевич (в. б. 17.07.2007, № 927 — 12.05.2008)
- Патрушев Николай Платонович (12.05.2008, № 749 — 7.05.2012; 2012 йылдың 21 майынан, № 670)
Рәсәй Именлек советы Секретарының беренсе урынбаҫарҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Митюков Михаил Алексеевич (7.12.1996, № 1658 — 24.04.1998, № 437)
- Михайлов Вячеслав Александрович (8.06.1998, № 217-рп — 25.05.1999, № 665)
- Шерстюк Владислав Петрович (31.05.1999, № 165-рп — 7.05.2000, № 835; 31.05.2000, № 991—2004, март)
- Фрадков Михаил Ефимович (31.05.2000, № 990 — 28.03.2001)
- Соловьёв Николай Георгиевич (24.06.2002, № 653—2004, март)
- Булавин Владимир Иванович (30.05.2008, № 864 — 7.05.2012; 25.05.2012, № 716 — 11.03.2013, № 189)
- Аверьянов Юрий Тимофеевич (2013 йылдың 29 мартынан, № 296)
Именлек советының һәм уның аппаратының структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Именлек советы аппараты Президент Хакимиәтенең үҙ аллы подразделениеһы булып тора һәм Президент Идаралығы статусына эйә.
Төп бурыстарына һәм эшмәкәрлегенең йүнәлештәренә ярашлы Именлек советы ведомство-ара комиссияларҙы — Советтың төп эш органдарын ойоштора. Йөкмәтелгән бурыстарына ҡарап, улар функциональ йәки төбәк билдәһе буйынса, даими йә ваҡытлы нигеҙҙә ойошторола ала.
Именлек советы эшмәкәрлеген ғилми тәьмин итеү маҡсатында уның ҡарамағында ғилми совет ойошторола.
Именлек советы аппаратының структураһы
Именлек советы аппараты тураһында Рәсәй Президентының 2004 йыл 7 июнь сыҡҡан 726-сы Указы менән раҫланған положениеға ярашлы, Именлек советы аппаратының структур подразделениелары булып департаменттар тора. Был структура Именлек советы аппараты тураһындағы положение (РФ Президентының 2011 йыл 6 май сыҡҡан 590-сы Указы) менән дә раҫланған. Положениеға ярашлы, аппараттың ғәмәлдәге структураһы РФ Президенты Хакимиәте Етәксеһе тарафынан раҫланған һәм баҫтырып сығарылмаған.
Именлек советы Секретары
- Патрушев Николай Платонович
Именлек советы Секретарының беренсе урынбаҫары
- Аверьянов Юрий Тимофеевич
Именлек советы Секретарының урынбаҫарҙары
- Лукьянов Евгений Владимирович
- Нургалиев Рашид Гумарович
- Попов Михаил Михайлович
- Буравлев Сергей Михайлович
- Вахруков Сергей Алексеевич
Именлек советы Секретарының ярҙамсылары
- Павлов Алексей Анатольевич
- Гребенкин Александр Николаевич
- Мухитов Наиль Мансурович
Именлек советы аппаратының департамент начальниктары
- Валюков Валентин Владимирович
- Виданов Александр Юрьевич
- Гребенкин Александр Николаевич
- Кряжев Владимир Сергеевич
- Кудрявцев Александр Владимирович
- Наумов Анатолий Евгеньевич
- Никитенко Евгений Григорьевич
- Родиончев Виктор Иванович
- Стоппе Александр Георгиевич
- Стрельцов Анатолий Александрович
Именлек советының Ведомство-ара комиссиялары (2011 йылдың майынан)
Комиссиялар тураһында положениелар Рәсәй Федерацияһы Президентының 2005 йыл 28 октябрь сыҡҡан 1244-се Указы менән раҫланған, комиссияларҙың вазифалар буйынса составтары Рәсәй Федерацияһы Президентының 2006 йыл 12 июнь сыҡҡан 601-се Указы менән раҫланған. Ведомство-ара комиссиялар тураһында яңы положениелар Рәсәй Федерацияһы Президентының 2011 йыл 6 май сыҡҡан 590-сы Указы менән раҫланған.
- Иҡтисади һәм социаль өлкәләге именлек буйынса ведомство-ара комиссия
- Хәрби именлек буйынса ведомство-ара комиссия
- Мәғлүмәт именлеге буйынса ведомство-ара комиссия
- Йәмәғәт именлеге буйынса ведомство-ара комиссия
- Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе проблемалары буйынса ведомство-ара комиссия
- Стратегик планлаштырыу проблемалары буйынса ведомство-ара комиссия
- Экологик именлек буйынса ведомство-ара комиссия
Именлек советы ҡарамағындағы ғилми совет
Ғилми советтың эшмәкәрлеге Рәсәй Федерацияһы Президентының 2011 йыл 6 май сыҡҡан 590-сы Указы менән раҫланған «Рәсәй Федерацияһы Именлек советы ҡарамағындағы ғилми совет тураһында положение» менән көйләнә.
Ғилми советҡа Рәсәй Фәндәр академияһы, тармаҡ фәндәр академиялары, ғилми ойошмалар һәм юғары белем биреү учреждениелары етәкселәре, айырым белгестәр индерелә.
Ғилми совет ғилми советтың рәйесе, ғилми советтың секция етәкселәре һәм ғилми совет ағзалары составында формалаштырыла. Именлек советы Секретары ғилми советтың рәйесе булып тора.
Ғилми совет эшмәкәрлеге мәсьәләләрен оператив ҡарау өсөн уның рәйесе, урынбаҫар һәм секция етәкселәре ғилми советтың президиумын хасил итә, уға ғилми совет рәйесе етәкселек итә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указ Президента Российской Федерации, от 6 мая 2011 года, № 590 «Вопросы Совета Безопасности Российской Федерации»(недоступная ссылка)
- ↑ Положение о Совете безопасности 2009 йыл 1 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт.
- Официальный сайт Президента России. 2009 йыл 4 май архивланған.
- Материалы сайта «Панорама».
- Досье на Агентура. 2006 йыл 16 ноябрь архивланған. Ру. 2006 йыл 16 ноябрь архивланған.