Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
CWRArticleImage.jpg
Өҫтән аҫҡа, һулдан уңға: Рәсәй Көньяғының Ҡораллы көстәре 1919 йылда, Австро-Германия оккупацияһы ваҡытында Австро-Венгрия ғәскәрҙәре тарафынан Екатеринослав эшселәрен аҫыу язаһы (1918 йыл)[1], ҡыҙыл пехотаһы маршта (1920 йыл),
Л. Д. Троцкий 1918 йылда, 1-се Атлы армияның тачанкаһы.
Дата

25 октябрь (7 ноябрь191725 октябрь 1922[2] (әһәмиәте ҙур булмаған бәрелештәр 1923 йылдың 16 июленә тиклем[3])

Урыны

Элекке Рәсәй империяһының территорияһы.

Итог

РККА-ның еңеүе; СССР төҙөлөү.

Үҙгәрештәр

Польшаның, Эстонияның, Латвияның, Литваның, Финляндияның бойондороҡһоҙлоғо; Румынияның Бессарабияны аннексиялауы; Батум һәм Карсск өлкәләре биләмәләренең ниндәйҙер өлөшөнөң Төркиәгә бирелеүе.

Ҡаршы тороусылар
Большевиктар:
  • Flag of the Russian SFSR (1918-1920).svg Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһы
  • Flag of Ukrainian People's Republic of the Soviets.svg Украин Халыҡ Советтар Республикаһы
  • Red flag.svg Донецк-Криворожск Совет Республикаһы (1918 йылдың 19 мартына тиклем)
  • Red flag.svg Одесса Совет Республикаһы (1918 йылдың 13 мартына тиклем)
  • Red flag.svg Тавриданың Совет Социалистик Республикаһы
РСФСР-ҙың союздаштары:
Аҡтар хәрәкәте:
  • Flag of Russia.svg

Рәсәй дәүләте

Аҡтар хәрәкәтенең союздаштары:
«Өсөнсө көс»: Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән дәүләттәр:

Антанта интервенцияһы:

Үҙәк державаларҙың интервенцияһы:

Командующийҙар
Coat of arms of the Russian SFSR 1918-1920.jpg Большевиктар партияһы:

большевиктарҙың союздаштары:

Kolchak (blason).jpg Аҡтар хәрәкәте:

Аҡтар хәрәкәтенең союздаштары:

«Третья сила»: Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән дәүләттәр:

Атланта интервенцияһы:

Үҙәк державаларының интервенцияһы:

Ҡаршы тороусы көстәр
билдәһеҙ билдәһеҙ
Юғалтыуҙар
билдәһеҙ неизвестно
Дөйөм юғалтыуҙар
см. #Юғалтыуҙар

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы25 октябрь (7 ноябрь) 1917 — 25 октябрь 1922 /16 июль 1923) — 1917 йылғы Октябрь революцияһының һөҙөмтәһендә власҡа большевиктарҙың килеүенән һуң элекке Рәсәй империяһы территорияһындағы сәйәси, этник, социаль төркөмдәре һәм дәүләт ойошмалары араһындағы ҡораллы конфликттар.

Граждандар һуғышы XX быуат башында Рәсәйҙе тетрәткән революцион кризистың һөҙөмтәһе булып тора. Кризис Беренсе донъя һуғышы барышында көсәйә һәм монархияның ҡолауына, 1905—1907 йылдарҙағы революциянан һуң хужалыҡтың емерелеүенә, Рәсәй йәмғиәтенең тәрән социаль, милли, сәйәси һәм идеялар бүлгеләнеүенә алып килә. Бүлгеләнеүҙең апогейы булып бөтә илдең масштабында совет һәм антибольшевик ҡораллы көстәре араһындағы ауяһыҙ һуғыш тора.

Йөкмәткеһе

Инеш һүҙе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Башҡортостан Граждандар һуғышы йылдарында

Граждандар һуғышы осоронда хакимлыҡ өсөн төп көрәш большевиктар һәм уларҙың яҡлылары (Ҡыҙыл гвардия һәм Ҡыҙыл армия) һәм Аҡтар хәрәкәтенең ҡораллы формированиелары араларында алып барыла. Конфликттың төп яҡтарын «ҡыҙылдар» һәм «аҡтар» тип исемләү тотороҡло сағылыш таба. Ике яҡ та тулыһынса үҙҙәренең еңеүе һәм илде тынысландырыу осоронда сәйәси хакимлыҡты диктатура юлы менән тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тоталар.

Ойошҡан сәнәғәт пролетариатына таянған большевиктар өсөн, дошмандың ҡаршылашыуын баҫтырыу, крәҫтиән илендә власты ҡулда тотоп ҡалыу, артабан уны донъя социалистик революцияһы базаһына әүерелдереү һәм киләсәктә Рәсәйҙә һәм Европала синыфһыҙ коммунистик йәмғиәтен төҙөү берҙән-бер мөмкинлек булып торған. Маҡсатҡа ирешеү өсөн большевиктар үҙҙәренең дошмандарына һәм ҡала һәм ауылдың икеләнгән урта ҡатламдарына, иң тәүге нәүбәттә — крәҫтиәнлеккә ҡарата аяуһыҙ көсләү һәм мәжбүр итеүҙе ҡулланыу тарихи аҡланған һәм ғәҙел тип һанаған.

Аҡтар хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың күпселеге — офицерҙар, казактар, интеллигенция, алпауыттар, буржуазия, бюрократия һәм руханиҙар — өсөн большевиктарға ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтеү, юғалған власты кире ҡайтарыу һәм үҙҙәренең социаль-иҡтисади хоҡуҡтарын һәм өҫтөнлөгөн тергеҙеү маҡсаты булып тора. Бының өсөн большевиктарға ҡаршы көстәр уларҙың контроле аҫтында ҡалған элекке Рәсәй империяһы территорияһында армия һәм граждандар идаралығы аппаратын яңынан барлыҡҡа килтерергә, милек хоҡуғын һәм сауҙа иреклеген тергеҙергә, массауи һәм яҡшы тәьмин ителгән армияны булдырыу өсөн кеше һәм хужалыҡ ресурстарын тупларға, уға халыҡтың күпселеге ярҙамын һәм большевиктарҙың власын ҡолатырға тырышалар. Офицерҙар һәм ауыл буржуазияһы аҡтар ғәскәрҙәренең беренсе кадрҙарын булдыралар. Аҡтарҙың һуңғы маҡсатына ярашлы Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышын саҡырыу иғлан ителә һәм артабан уның ҡарамағына Рәсәйҙәң сәйәси ҡоролошо буйынса мәсьәләне сисеү тапшырыла.

Халыҡтың 80 % тәшкил иткән һәм пассив көтөп тороуҙан алып «ҡыҙылдарға» һәм «аҡтарға» ҡаршы актив ҡораллы көрәшкә тиклем икеләнгән крәҫтиәндәрҙең позицияһы Граждандар һуғышы барышында хәл иткес фактор була. Крәҫтиәндәрҙең теге яҡҡа йәки был яҡҡа сайҡалыуы тамырынан көстәр нисбәтен үҙгәртәләр һәм ахыр сиктә һуғыштың ваҡиғалар нәтижәһен билдәләп ҡуя. Һүҙ, тәү сиратта, әлбиттә, урта хәлле крәҫтиәндәр тураһында бара. Граждандар һуғышы барышында урта хәллеләр Совет власы яғына ауалар, сөнки ҡайһы бер райондарҙа (Волга буйы, Себер) сайҡалыуҙар власҡа эсерҙарҙы һәм меньшевиктарҙы күтәрәләр, ҡайһы берҙә аҡ гвардиясыларҙың илдең төпкөлөнә үтеүенә булышлыҡ итә. Әммә Граждандар һуғышы барышында урта хәлле крәҫтиәндәр Совет власы яғына ауа. Улар үҙ тәжрибәһенән влыстың эсерҙар һәм меньшевиктар яғына күсеү йәшерелмәгән генераль диктатураға алып киләсәген һәм, үҙ сиратында, алпауыттарҙың һәм революцияға тиклемге мөнәсәбәттәр ҡабаттан тергеҙелеүен күҙаллайҙар. Ҡыҙыл Армияһы даими тулыланып тора, мобилизацияланған урта хәлле крәҫтиән массалары Совет власын контрреволюциянан ныҡлы яҡлайҙар.

Ауыл кулактары контрреволюцияның базаһы була, бигерәк тә комбедтарҙы ойошторғандан һәм икмәк өсөн ҡәтғи көрәш башланғандан һуң. Кулактар пролетар революцияһы менән төрлө милли, синыф, дин, хатта анархияға тиклем лозунгтар аҫтында аҡ гвардиясылар армияларында ҡатнашып, үҙҙәренең отрядтарын ойоштороп, революция тылында киң баш күтәреү хәрәкәтен йәйелдереү формалары аша көрәшәләр.

Граждандар һуғышының үҙенсәлеге — бөтә ҡатнашыусылар үҙәренең сәйәси маҡсаттарына ирешеү өсөн көсләүҙе ҡулланыуға әҙер булыуҙа («ҡыҙыл террор», «аҡ террор»). Тарихсылар ситуацияны ошолай аңлаталар:

« дошедшая до стадии гражданской войны социальная и классовая конфронтация делит общество на „своих“ и „чужих“, на „мы“ и „они“. Врагов и противников вообще выводят в такие моменты из сферы морали, воспринимают как „нелюдей“, на которых не распространяют общечеловеческие нормы. Именно это и создаёт возможность превратить аморальный террор в террор морально оправданный…[4] »

Элекке Рәсәй империяһының милли сиктәренең үҙенең бойондорҡлоғо өсөн һәм төп бер-беренә ҡаршы торған төп яҡтарҙың ғәскәрҙәренә ҡаршы халыҡтың киң ҡатламдарының баш күтәреүселәр хәрәкәтенең ҡораллы көрәше — Граждандар һуғышының ҡушма өлөшө. Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итергә маташыуҙар «берҙәм һәм бүленмәҫ Рәсәй өсөн» көрәш алып барған «аҡтар» яғынан да, шулай уҡ милләтселектең үҫешендә революция ҡаҙаныштарына хәүеф янай тип һанаған «ҡыҙылдар» яғынан да ҡаршылыҡ уята:591. Рәсәй империяһы территорияһында йәшәүсе күп халыҡтар революция һәм һуғыш барышында тәүге мәртәбә дәүләт бойондороҡһоҙлоғон яулай. Үҙҙәренең милли мәнфәғәттәрен яҡлап, был дәүләттәрҙең һәм дәүләт "яңы ойошмаларының " хөкүмәттәре үҙҙәренең сәйәсәте менән большевиктарға ҡаршы лагерҙың көсһөҙләнеүенә булышлыҡ итә, ә икенсе яҡтан — большевиктарға революция экспорты мөмкинлектәрен һиҙелерлек рәүештә сикләйҙәр.

Граждандар һуғышы сит илдәр хәрби интервенцияһы шарттарында йәйелә һәм элекке Рәсәй империяһы территорияһында үҙәк державалары (Четверной союз) һәм Атланта ғәскәрҙәренең хәрби ғәмәлдәре менән оҙатыла. Төп көнбайыш державаларының ҡыҫылыуына Германия менән көрәш сәбәп була, шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә үҙҙәренең иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыу һәм аҡтарға большевиктар власын юҡҡа сығарыу өсөн ярҙам итеү була. Интервенция һәм аҡтар армияларына матди ярҙам һуғыштың барышына ныҡ ҡына йоғонто яһай.

Граждандар һуғышы элекке Рәсәй империяһы территорияһында ғына түгел, күрше дәүләттәрҙең территорияларында ла бара — Иранда (Энзели операцияһы), Монголияла һәм Ҡытайҙа.

Элекке Рәсәй империяһы территорияһының төп өлөшөндә большевиктар тарафынан власты яулауы, хәрби ғәмәлдәр барышында хаҡиҡи юғалтыу һәм Польшаның, Литваның, Латвияның, Эстонияның һәм Финляндияның бойондороҡһоҙлоғон мәжбүри таныу, шулай уҡ большевиктарҙың контроле аҫтында булған территорияла 1922 йылдың 30 декабрендә ССС-ҙы төҙөң тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған Рәсәй, Украина, Белоруссия, һәм Кавказ аръяғы совет республикаларын булдырыу — Граждандар һуғышының һөҙөмтәһе. Яңы власты танымаған яҡынса 2 млн кеше илде ташлап сығыуҙы хуп күрҙе.

Аҡтар хәрәкәте сигенгәндән һәм аҡ армияларҙы Рәсәйҙән эвакуациялағандан һуң, һөргөндә, большевиктарға ҡаршы үҙенең көрәшен Совет Рәсәйендә лә, уның сиктәренән тыш та башҡа ысулдар ҡулланып дауам итә[5]. Барон П. Н. Врангелдең алыштарҙа Перекоп позицияларынан Севастополгә тиклем сигенгән Урыҫ армияһы ҡыуылып сығарыла һәм эмиграцияла яңы Кубань походына өмөтөндә яҡынса 50 мең яугир иҫәбе менән хәрби берәмәк булараҡ 1924 йылдың 1 сентябренә тиклем һаҡлана. шунан ул Урыҫ дөйөм хәрби союзға (РОВС) үҙгәртелә, артабан «аҡтарҙың» һәм «ҡыҙылдарҙың» көрәштең башҡа төр формаларын ала (спецслужбалар көрәше[6]: Европа һәм СССР территорияһында РОВС ОГПУ-ға ҡаршы, НТС КГБ-ға ҡаршы).

Сәбәптәре һәм хронологик сиктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге тарих фәнендә Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы тарихы менән бәйле күп кенә һорауҙар бар, шул иҫәптән уның сәбәптәре һәм хронологик сиктәре тураһында мөһим һорауҙар һаман да бәхәсле булып ҡалалар.

Сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге заман историографияһында Февраль революцияһы һуңынан да Рәсәйҙә һаҡланып килгән социаль, сәйәси һәм милли-этник ҡапма-ҡаршылыҡтар Граждандар һуғышының иң мөһим сәбәптәре итеп билдәләнә. Иң тәүге нәүбәттә, 1917 йылдың октябренә тиклем һуғыштың тамамланыуы һәм аграр мәсьәләһен сисеү иң мөһим мәсьәләләр булып ҡала килә.

Пролетар революцияһы һәм Граждандар һуғышы үҙ-ара бик тығыҙ бәйле. Ленинһәм большевизмдың башҡа теоретиктары революцияны «граждандар донъяһының өҙөлөүе» тип ҡарап, улар араһында тигеҙлек билдәһен ҡуялар. Граждандар һуғышына улар — буржуазия һәм халыҡ-ара пролетариат көрәшенә — хәҙерге заман синыфтар көрәшенең «юғары» фазаһы тип ҡарағандар[7]:

Большевиктар власҡа килмәгән саҡта уҡ уларҙың теорияһында милләт-ара һуғыштың синыф-ара (граждандар) һуғышына әйләндереү тураһында ҡануны иң мөһимдәрҙең береһе була:56. Большевиктар 1914 йылда уҡ «Империалистик һуғышты граждандар һуғышына әйләндерәбеҙ» тигән лозунг ташлайҙар[8][9]. «Корнилов болаһын» баҫтырғандан һуң «ҡораллы ихтилалға» һәм «граждандар һуғышына» курс тулыһынса бойомға ашырыла.

Большевиктарҙың власҡа килеүе һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы араһында туранан-тура бәйләнеш бар.:56:13 Быны Октябрь революцияһы лидеры Л. Д. Троцкий ҙа йәшермәгән:::57 «Совет власы — алпауыттарға, буржуазияға һәм кулактарға ҡаршы ойошҡан граждандар һуғышы». Тарихсы Ричард Пайпс, большевиктар власҡа граждандар һуғышын асыу өсөн килделәр, тип әйтә.:57

Октябрь революцияһынан һуң Граждандар һуғышының әүҙем хәрби ғәмәлдәре башланғанға тиклем (1918 йылдың майы) совет дәүләтенең етәкселеге бер нисә сәйәси аҙым эшләй. Тикшеренеүселәрҙең бер өлөшө уларҙы Граждандар һуғышының сәбәптәре тип һанай:

  • производство средстволарын, банктарҙы һәм эре күсемһеҙ мөлкәтте национализациялау һәм аграр мәсьәләне эсерҙар партияһы программаһына ярашлы сисеү. Алпауыттарҙың мәнфәғәттәренә ҡаршы килгәнлектән, милеген юғалтҡан элек хакимлыҡ иткән синыфтарҙың ҡаршылашыуы тыуа;
  • Ойоштороу йыйылышын таратыу;
  • Германия менән бөлдөргөс һәм хурлыҡлы Брест солохона ҡул ҡуйыу аша һуғыштан сығыу;
  • ауылда большевиктарҙың продотрядтарының һәм комбедтарының эшмәкәрлегенән Совет власы һәм крәҫтиәнлек араһында мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡа киҫкенләшеүе.

Хронологик сиктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге ваҡыттағы Рәсәй тикшеренеүселәренең (тарихсыларҙың) күпселеге Граждандар һуғышының беренсе акты большевиктар үткәргән Октябрь ҡораллы ихтилалы осоронда Петроградтағы алыштар, тип һанайҙар, ә «ҡыҙылдар» тарафынан 1922 йылдың октябрендә Владивостокты алған саҡта аҙаҡҡы эре большевиктарға ҡаршы булған ҡораллы көстәрҙе ҡыйратыу — уның тамамланыуы.

Граждандар һуғышының барышын үҙ- ара хәрби ғәмәлдәре, ҡатнашыусылар составы һәм тышҡы сәйәси шарттар менән айырылған 3 этапҡа бүлеп була.

  • Беренсе этап — 1917 йылдың октябренән 1918 йылдың ноябренә тиклем (Беренсе донъя һуғышы дәүере, 1917 йылдың 7 ноябре — 1918 йылдың 11 ноябре, «иң беренсе этап»), был ваҡытта бер-береһенә ҡаршы яҡтарҙың ҡораллы көстәренең булдырылыуы һәм нығыныуы, шулай уҡ улар араһында төп фронттарҙың барлыҡҡа килеүе. Граждандар һуғышы был осорҙа бер үк ваҡытта дауам иткән донъя һуғышы менән бергә йәйелә һәм был, үҙ сиратында, Рәсәйҙәге эске сәйәси һәм ҡораллы көрәштә үҙәк державаларҙың һәм Атлантаның әүҙем ҡатнашыуын ылыҡтыра. Хәрби ғәмәлдәр локаль бәрелештәрҙән яйлап киң масштаблы ғәмәлдәргә күсеү менән айырыла[10].
  • Икенсе этап — 1918 йылдың ноябрь айынан 1920 йылдың март аҙағы — апрель башына тиклем. Ошо арауыҡта РККА һәм Аҡ армиялар араһында төп бәрелештәр булып үтә һәм Граждандар һуғышында төп боролош күҙәтелә. Был осорҙа сит ил интервенттары яғынан хәрби ғәмәлдәрҙең ҡыҡа кәмеүе күҙәтелә, сөнки донъя һуғышы тамамлана һәм сит илдәрҙең төп контингенты Рәсәй территорияһынан сығарыла. Киң күләмдәге хәрби ғәмәлдәр Рәсәйҙең бөтә ерриторияһында йәйелә, башта уңыш «аҡтарға» йылмая, аҙаҡтан дошмандың ғәскәрҙәрен тар-мар иткән һәм илдең иң мөһим территорияларын үҙ контроле аҫтына алған «ҡыҙылдарға» уңыш килә.
  • Өсөнсө этап — 1920 йылдың мартынан 1922 йылдың октябренә тиклем. Был осорҙа төп көрәш илдең сиктәрендә бара һәм большевиктар власы өсөн хәүефле булмай.

Генерал Дитерихстың ғәскәрҙәрен (Земская рать) илдән ҡыуғандан һуң Рәсәйҙә көрәште генерал-лейтенант А. Н. Пепеляевтың 1923 йылдың июненә тиклем Якут крайында һуғышҡан Себер ирекле дружинаһы ғына (Якут походы) һәм ғәскәри старшина Бологовтың казак отряды алып бара. Камчаткала һәм Чукоткала совет власы 1923 йылда урынлаштырыла.

Урта Азияла «баҫмасылар» 1932 йылға тиклем , ҡайһы бер айырым операциялар һәм алыштар 1938 йылға тиклем ғәмәлдә булалар.

Һуғыштың беренсе этабы (октябрь 1917 — ноябрь 1918)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Октябрь 1917 — февраль 1918

1917 йылдың октябре-ноябре — 1918 йылдың феврале осоро большевиктар власының сағыштырмаса тиҙ һәм еңел урынлаштырыуы һәм дошмандың ҡораллы ҡаршылашыуын юҡҡа сығарыуы (Петроград, Мәскәү, Украинала, Донда, кубандә һ. б. ерҙәрҙә) менән айырылып тора. Большевиктарҙың социаль терәге була: улар ҡыйыу рәүештә алпауыттарҙың ер биләмәләрен юҡҡа сығаралар, ерҙе крәҫтиәндәрҙең ҡарамағына бирәләр, Рәсәйҙе һуғыштан сығарыу буйынса эш башлайҙар, сәнәғәттә эшселәр контроле индерәләр, элекке империя халыҡтарының дәүләт мөстәҡиллеген яулауға хоҡуғын таныйҙар, шуға күрә халыҡтың төп массаһы уларҙы яҡланы.

Большевиктарға ҡаршы көстәрҙең (ирекле офицерлыҡ, тыл частарының казактары, юнкерҙар) Октябрь революцияһынан һуңғы бер нисә ай дауамында күҙгә күренерлек социаль терәге булмай, шуға күрә улар фронтта ла һәм казак өлкәләрендә лә ҡаршылашыуҙы тейешле кимәлдә ойоштора алмайҙар. Казактар һуғыштан ялыҡҡан, улар һуғышты туҡтатҡан большевиктар менән алышырға теләмәй, шуға күрә атаман А. М. Каледин, генералдар М. В. Алексеев һәм Л. Г. Корниловтар Донда күп һанлы армия туплай алмайҙар.

Октябрь революцияһы

1917 йылдың 24 октябрендәге (6 ноябре) Петроградтағы хәлдәргә Ваҡытлы хөкүмәттең етәксеһе Керенский «ихтилал хәле» тигән баһа бирә. Керенский Псковҡа, Төньяҡ фронты штабына юллана, унда ул етәкләгән хөкүмәтте яҡлау өсөн фронттан саҡыртылған ғәскәрҙәрҙәр менән осраша. 25 октябрҙә (7 ноябрҙә) юғары баш командующий Керенский һәм Урыҫ армияһының штабы начальнигы генерал Духонин уларға буйһонған ғәскәрҙәргә ышаныслы частарҙы Петроград һәм Мәскәүгә табан йүнәлтергә һәм хәрби көс менән большевиктарҙың ихтилалын баҫырға бойоралар. 25 октябрҙең кисендә Петроградта Советтарҙың II съезы асыла, артабан ул юғары закондар сығарыусы орган тип иғлан ителә. Меньшевиктар һәм эсерҙар фракцияларының ағзалары большевистик түңкәрелеште ҡабул итмәйҙәр һәм съезды ташлап сығалар, улар «Ватанды һәм революцияны ҡотҡарыу комитетын» ойошторалар.

Съездың беренсе декреттары — Тыныслыҡ тураһында Декрет, Ер тураһында Декрет һәм фронтта үлем язаһын ғәмәлдән сығарыу — була. 2 (15) ноябрҙә съезд Рәсәй халыҡтарының хоҡуҡтары Декларацияһын ҡабул итә. Декларацияла Рәсәй территорияһындағы халыҡтарҙың айырымланыуға һәм уҙ аллы дәүләт төҙөүгә тиклем үҙбилдәләнеш хоҡуғын иғлан ителә. 25 октября 21 сәғәт 45 минуттағы «Аврора» орудиеһының йәҙрәһеҙ атыуы Ҡышҡы һарайға һөжүмгә сигнал бирә. Владимир Антонов-Овсеенко етәкселегендә ҡыҙыл гвардиясылар, Петроград гарнизоны частары һәм Балтик флоты Ҡышҡы һарайҙы яулап ала һәм Ваҡытлы хөкүмәтте ҡулға ала. Һөжүм итеүселәргә бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтелмәй.

Совет власының фронтта һәм тылда урынлаштырыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Большевиктар һәм ғәмәлдәге армия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылдың 10 ноябрендә Совнарком «Армия һанын яйлап ҡыҫҡартыу тураһында» исемле Декрет ҡабул итә, сөнки беренсе декреттарҙан һуң һалдаттар күпләп фронттарҙан ҡаса башлай, дезертирлыҡты был осорҙа туҡтатыу мөмкинлеге булмай. 3 ғинуарҙан башлап 2 мартҡа тиклем бер-бер артлы 1902 йылғыларҙан 1915 йылғыларға тиклем демобилизация иғлан ителә. Аҙаҡҡы дүрт йыл призыв һалдаттары (1916—1919 йылдар) 1918 йылдың 12 апреленә тиклем демобилизациялана[11].

Керенский ҡасып киткәндән һуң юғары баш командующий вазифаһын башҡарыусы генерал-лейтенант Н. Н. Духонин Советтарҙың II съезы һайлаған хөкүмәтенең бойороҡтарын үтәүҙән баш тарта. 19 ноябрҙә ул төрмәнән генерал Корниловты һәм генерал Деникинды азат итә.

Балтфлотта большевиктар үҙҙәренең контроле аҫтында булған Центробалтты булдыра. 1917 йылдың октябре — ноябрь башында Төньяҡ армияһының бөтә фронттарында большевиктар үларға буйһонған армияларҙыХәрби-революцион комитеттарын (ВРК) ойоштора. Ленин яғына бөтә Рәсәй күләмендә большевиктарҙың совет власын урынлаштырыуында мөһим роль уйнаған 40 мең латыш уҡсылары күсә. Большевиктарҙың Төньяҡ һәм Көнбайыш фронттары ғәскәрҙәрен еңеүе Юғары баш командующий ставкаһын юҡҡа сығарыуға шарттар тыуҙыра. Көньяҡ-Көнбайыш, Румын һәм Кавказ фронттарында эштәр башҡасараҡ бара.

Украин Үҙәк радаһы Совет Рәсәйенең законлығын таныуҙан баш тарта һәм ғәскәрҙәрҙең украинлаштырыуын һәм үҙҙәренең армияһын булдырыу буйынса эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, фронттарҙан украинлаштырылған частарҙы Юғары баш командующийҙың Ставкаһы идаралығынан сығарырға һәм үҙ аллы Украин фронтын булдырырға тырыша[12], уны большевиктарға ҡаршы булған генерал-полковник Д. Г. Щербачев етәкләй. Украинала большевиктарға ҡаршылыҡ көслө була, ҡоралһыҙ һәм аҙыҡһыҙ ҡалған урыҫ һалдаттары сатнап торған һыуыҡта Рәсәйгә йәйәүләп ҡайтырға мәжбүр булалар.

1917 йылдың 23 декабрендә Тифлиста Кавказ армияһының съезы асыла, съезда ҡатнашыусылар, РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Комитетын (СНК) яҡлап, резолюция ҡабул итәләр.

Элекке армияла Октябрь түңкәрелешенә тиклем уҡ ҡатлауҙарға бүленеү процестары бара, шуға күрә армия тарҡалған саҡта кадрҙар киләсәк революцион армияһы өсөн дә, буржуаз-алпауыт контрреволюцияһы өсөн дә тигеҙ бүленә. Февраль революцияһы осоронда барлыҡҡа килгән удар частар, милли формированиелар, казак ғәскәрҙәренең бер өлөшө, юғары штабтар, офицерҙар йәмғиәттәре — был ойошмаларҙың барыһы ла тиерлек Октябрь революцияһы өсөн[13] дошмандар көсөн кәүҙәләндерә.

Совет власының урынлаштырылыуы. Большевиктарға ҡаршы көстәрҙең ойошоуының башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Германия менән һуғышты кисекмәҫтән туҡтатыуҙы вәғәҙә итеү Урыҫ армияһының «керенщина» осоронда тарҡалған саҡта большевиктарҙың яғына күсеүҙе билдәләне. Башта илдең күпселек райондарында большевистик властың урынлашыуы бик тиҙ һәм ҡанһыҙ барҙы: 84 губерна һәм башҡа эре ҡалаларҙың тик ун бишендә генә Совет власы ҡораллы көрәш һөҙөмтәһендә урынлашты. Шуға күрә большевиктарға 1917 йылдың октябренән 1918 йылдың февраленә тиклемге осорҙа «Совет власының триумфаль үҫеше» тураһында әйтергә сәбәп булды.

Петроградтағы ихтилалдың еңеүе Рәсәйҙең бөтә эре ҡалаларында Советтарға властың күсеүенә баш булды. Мәҫәлән, Мәскәүҙә совет власы Петроградтан Ҡыҙыл гвардия отрядтарының килеүенән һуң урынлашты. Рәсәйҙең үҙәк райондарында Октябрь түңкәрелешенә тиклем урындағы Советтарҙың күпселеге большевиктарҙың ҡулында була (Иваново-Вознесенск, Орехово-Зуево, Шуя, Кинешма, Кострома, Тверь, Брянск, Ярославль, Рязань, Владимир, Ковров, Коломна, Серпухов, Подольск һ. б.), шуға күрә власты был ҡалаларҙа улар бик еңел ала. Ә бына Тула, Калуга, Түбәнге Новгород ҡалаларында Советтарҙа большевиктарҙың йоғонтоһо бик мөһим булмай һәм бында процесс ҡатмарлыраҡ үтә.

Волга буйы сәнәғәт ҡалаларында большевиктар власты Петроград менән Мәскәүҙән һуң уҡ алалар. Ҡазанда хәрби округы командованиеһы социалистик партиялар һәм татар милләтселәре менән берлектә ҡаршы торорға маташалар, әммә Ҡыҙыл гвардия отрядтары бөтә әһәмиәтле учреждениеларҙы баҫып ала һәм 8 ноябрҙә ҡала большевиктар ҡулына күсә. Артабан 1917 йылдың ноябренән 1918 йылдың ғинуарына тиклем Ҡазан губернаһының өйәҙ ҡалаларында тулыһынса үҙҙәренең власын урынлаштыра. Һамарҙа В. Куйбышев етәкселегендә большевиктар власты 8 ноярҙә, бер нисә көндән Һарытауҙа, Царицында яулайҙар. Әстерханда алыштар 1918 йылдың 7 февраленә тиклем бара. Был ваҡытта большевиктарҙың власы бөтә Волга буйында урынлашҡан була.

1917 йылдың 7—8 ноябрендә большевиктар ҡулына Нарва, Ревель, Юрьев, Пярну, артабан Прибалтиканың немецтар аҫтында булмаған биләмәләр күсә. Исколата пленумы (латыш уҡсылары) 21—22 ноябрҙә Совнарком власын таный. Валмиерҙа 29—31 декабрҙә Фрицис Розин етәкселегендә большевиктар яҡлы Латвия хөкүмәте төҙөлә. 1917 йылдың ноябрендә Минскта Көнбайыш, Минск, Вилена өлкәләренең эшселәр, һалдаттар һәм крәҫтиәндәр съездары уҙғарыла, депутаттар Башҡарма комитетын булдыралар (Облисполкомзап), Бөйөк Белорус радаһы уны танымай. Беренсе Бөтә Белорус съезы большевиктар тарафынан таратып ебәрелә һәм 1918 йылдың ғинуар — февралендә Белоруссияның эре ҡалаларында хакимлыҡ большевиктарға күсә.

Украин Үҙәк радаһы Украинала бөтә тулылыҡта власты алыу өсөн Ваҡытлы хөкүмәтенең ҡолауы менән файҙалана. Уңышһыҙ большевистик ихтилалынан һәм Ваҡытлы хөкүмәткә тоғро ҡалған ғәскәрҙәрҙе Киевтан сығарғандан һуң Үҙәк радаһы 7 (20) ноябрҙә 8 губерна территорияһында Украин Халыҡ Республикаһын (УНР) иғлан итә: Киев, Волынск, Подольск, Херсон, Чернигов, Полтава, Харьков, ЕкатеринославҺәм Төньяҡ Таврияның өйәҙҙәрендә. УХР етәкселеге Рәсәйҙәге Октябрь ҡораллы түңкәрелеште танымай һәм Киевта автономиялы республикалары Федерацияһы булараҡ яңы Рәсәй үҙәге булдырырға тырыша, һәм Рада Дон Ғәскәре атаман Каледин менән союзға инергә ризалаша[12].

Петроградтағы уңышлы ихтилал тураһында ишетеү менән большевиктар Луганск, Макеевка, Горловка, Краматорск һәм башҡа ҡалаларҙа совет власын урынлаштыралар. Донбаста Ҡыҙыл гвардия отрядтары формалаша башлай. Революцияның икенсе көнөндә үк Дондағы Ростовта (26 октябрь/8 ноябрь) совет власы иғлан ителә. Ғәскәри атаман А. М. Каледин Дон Ғәскәре Өлкәһендә хәрби хәл иғлан итә. Новочеркасск ҡалаһында ирекле отрядтар ойошторола башлай. 2 (15) декабрҙә генерал Калединдың ғәскәрҙәре ҡаты бәрелештәрҙә большевиктарҙы Ростовтан, артабан Таганрогтан ҡыуалар һәм Донбасҡа табан хәрәкәтдәнәләр. Үҙәк радаһы совет ғәскәрҙәрен Украина территорияһы аша үткәрмәй.

6 (19) декабрҙә СНК контрреволюция менән көрәшеү өсөн Көньяҡ революцион фронтын булдыра. Фронт ғәскәрҙәре баш командующийы итеп В. А. Антонов-Овсеенко тәғәйенләнә[14].

11—12 (24—25 яңы стиль буйынса) декабрҙә Харьковта Киев ҡалаһындағына альтернатив булған 1-се Бөтә украин Советтар съезы үтә һәм унда Украин Совет Халыҡ республикаһы иғлан ителә[15]. 1917 (1 ғинуар 1918) йылдың 19 декабрендә Совнарком УСХР -тың Халыҡ секретариатын Украинаның берҙе-бер законлы дәүләте тип таный. Ике ай дауамында барған алыштар һөҙөмтәһендә совет ғәскәрҙәре һәм Ҡыҙыл гвардия отрядтары бер-бер артлы Таганрогты, Ростовты, Новочеркасскиҙы алалар. Ирекле отрядтар Кубангә сигенә, әммә Кубань казактары, Дон казактары һымаҡ уҡ, яңы власҡа ҡаршы һуғышырға теләмәй. Доброволецтарға Кубандә ауыр партизан һуғышын алып барырға тура килә.

Ирекле армия, Аҡтар хәрәкәтенең көньяҡта төп хәрби көсө. 1918 йыл, ғинуар

Был ваҡытҡа атаман Каледин үҙ-үҙен атып үлтергән була (29 ғинуар/11 февраль). Украинала Үҙәк радаға ҡаршы көстәр нығына. Совет власы Екатеринославта, Луганскиҙа, Мариуполдә, Харьковта, Александровскиҙа, Одессала урынлаша (5/18 ғинуар 1918)[13]. Ҡырым менән бәйләнеш булдырыла.

26 ғинуарҙа (8 февралдә) Киев яулана. Муравьев (ғәскәрҙәрҙең Көньяҡ төркөмө штабы начальнигы) Киевта «Ҡыҙыл террор» ойоштора. Бер нисә көн эсендә яҡынса 2000 кеше, башлыса урыҫ офицерҙары, атып үлтерелә. Украин Үҙәк радаһы сит ил державаларына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Севастополдә большевиктар власты 1917 йылдың 29 ғинуарында ала. 1918 йылдың 25—26 ғинуарында Симферополь ҡалаһы һәм бөтә Ҡырым яулана. Бында татар милләтсе частары ҡаршылыҡ күрһәтә. Массауи үлтерештәр һәм талауҙар башлана. Большевиктар Ҡырымда ай ярым эсендә 1000 кешене язалай [16].

Уралдағы ҡалаларҙың күпселегендә (Өфө, Екатеринбург, Силәбе, Ижевск) һәм завод ҡасабаларында большевиктарға хакимлыҡты урынлаштырыу ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай. Пермьды яулау бер аҙ ауырыраҡ була. Ныҡышмалы ҡораллы көрәш Ырымбур губернаһында йәйелә, бында А. И. Дутов 8 ноябрҙә Ырымбур казак ғәскәре территорияһында большевиктарҙың власын танымауын иғлан итә һәм үҙ контроле аҫтына Ырымбурҙы, Силәбене, Верхнеуралды ала. 1918 йылдың 18 ғинуарҙа Василий Блюхер ғәскәре Ырымбурҙы баҫып ала. Дутов үҙенең ғәскәрен тарҡата. Дутов Верхнеуралда яңы ғәскәр төҙөй (ғәскәр Турғай өлкәһенең баш ҡалаһы — Турғай ҡалаһына китә).

Себерҙә совет власы ныҡлап Себер тимер юлы буйы линияһынан, һыу юлдарынан һәм ҙур тораҡ пункттарында нығына. 1918 йылдың 26 февралендә халыҡ комиссарҙарының Себер Советы һайлана һәм Себер үҙәк башҡарма комитеты («Центросибирь») ойошторола. Ҙур булмаған коммунистик отрядтары һәм ирекле шарттарҙа Ҡыҙыл армияһы төҙөлә.

Алыҫ Көнсығышта шулай уҡ Советтар булдырыла, бөтә хакимлыҡ эшселәр, крәҫтиән һәм казак депутаттары Алыҫ Көнсығыш крайы комитеты Советының ҡулында була[13]. Иркутскиҙа ғына Ваҡытлы хөкүмәте ғәскәрҙәре менән бик ҡаты бәрелештәр булып ала. Байкал аръяғында атаман Г. М. Семенов ихтилал күтәрә, әммә ул шундуҡ тиерлек баҫтырыла. Казак отрядтарының ҡалдыҡтары Маньчжурия станцияһы яғына сигенәләр. 1917 йылдың 28 ноябрендә Тифлиста Кавказ аръяғы комиссариаты төҙөлә. Милли формированиеларға һәм аҡ гвардиясыларға таянып, комиссариат үҙенең власын бөтә Кавказ аръяғына йәйелдерә. Баҡыла Совет власы урынлаша. Совет Рәсәйенә ҡарата комиссариат дошмандарса позицияла була һәм Төньяҡ Кавказдың бөтә большевиктарға ҡаршы көстәрҙе яҡлай — Кубанда, Донда, Теректа һәм Дағстанда. 1918 йылдың 23 февралендә Тифлиста үткән Кавказ аръяғы сеймы Кавказ аръяғы демократик федератив республикаһын (ЗДРФ) иғлан итә.

Төркөстанда, уның үҙәк ҡалаһы Ташкентта, власты урынлаштырыу еңел бирелмәй, ҡаты алыштар бер нисә көн дауамында бара. Большевиктар яғында тимер юлдары оҫтаханалары эшселәренең ҡораллы формированиелары торһа, уларға ҡаршы — урыҫ армияһы офицерҙары, кадеттар һәм прапорщиктар мәктәбе уҡыусылары. 1918 йылдың ғинуары — февралендә Самарканд, Чарджоу, Коканд автономияһы яулана, март башында — Семиречье казак дәүләте, артабан — бөтә Урта Азия, Ҡаҙағстан, Бохара эмираты (Хиуа ханлығынан башҡа) большевиктарҙың контроле аҫтында була. Апрелдә Төркөстан АССР-ы иғлан ителә.

Ҡыҙыл армияһын төҙөү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы (РККА)

Иҫке армияны демобилизациялау менән бер үк ваҡытта Совнарком яңы, ирекле армия булдырыу буйынса хәстәрлек күрә. 1918 йылдың 15 ғинуарында В. И. Ленин — Ҡыҙыл армияны, 29 ғинуарҙа — Ҡыҙыл флотты булдырыу буйынса декретҡа ҡул ҡуя. Ғәмәлдәге армияла һалдаттар комитеттары һәм ревкомдары үткәргән ирекле ғәскәрҙәргә яҙылыу буйынса кампания күҙгә күренерлек һөҙөмтәләр алып килмәне. Ирекле Ҡыҙыл армияның хәрби сифаттары түбән була, сөнки улар бөтөнләй төрлө элементтарҙан формалашҡан була — иҫке армияның частары, ҡыҙыл гвардия отрядтары һәм матростар, крәҫтиән ополченецтары— шуға күрә армияла партизанлыҡ сәскә ата (командирҙарҙы һайлау, күмәкләп етәкселек итеү һәм митингтар идаралығы, был осраҡта митингтарҙа яугирҙар операциялар үткәреү мәсьәләләре буйынса бәхәсләшәләр). Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ҡыҙыл армияһының тәүге частары халыҡтың ярҙамына таянып, иҫке армияның складтарындағы боеприпастары менән һәйбәт тәьмин ителеү арҡаһында большевиктарға ҡаршы булған үҙәктәрҙе баҫтырырға мөмкинлек ала, айырып әйткәндә,— Донда һәм Кубандә Совет власын урынлаштырыу, Ирекле армия баҫып алырға маташҡан Екатеринодарҙы тотоп ҡалыу.

1918 йылдың 22 апрелендәге «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл армияһында вазифалар биләү тәртибе» исемле ВЦИК-тың декреты командирҙар составын һайланып ҡуйылыуы юҡҡа сығарыла. Синыф һыҙаттары буйынса ғына командирҙар составын комплектлау мөмкинлеге булмау сәбәпле, уның сафтарына иҫке армия офицерҙарын — «военспецтарҙы» — йәлеп итергә тура килде. Сәйәси контролде ғәмәлгә индереү өсөн Ҡыҙыл армияһында 1918 йылдың март — апрель айҙарында хәрби комиссарҙар институты ойошторола. Шулай итеп, РККА-ның ойоштороу системаһына ике кешенең идара итеүе (двуначалие) принципы индерелә[17]. 1918 йылдың 29 майында дөйөм хәрби мобилизация нигеҙендә регуляр Ҡыҙыл армияһы ойошторола башлай, 1918 йылдың көҙөндә уның һаны 800 мең кеше тәшкил итә, 1919 йылдың башына — 1,7 млн, 1919 йылдың декабренә — 3 млн, 1920 йылдың 1 ноябренә — 5,5 млн. Ҡыҙыл армияһының күренекле военачальниктары:

Ойоштороу йыйылышын таратыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй ойоштороу йыйылышына һайлау буйынса ултырыш Петроградта Таврия һарайында 1918 йылдың 5 ғинуарында асыла. Эсерҙар етәкселегендә социалиста рһәм партияһыҙ делегаттар Совнарком урынына большевиктарҙың лидерҙары Ленин һәм Троцкий булмаған, яңы демократик хөкүмәт төҙөргә ниәтләйҙәр[18]. Эсерҙар «Хеҙмәтсән һәм иҙелгән халыҡтың хоҡуҡтары декларацияһы» буйынса бәхәстән баш ҡаҡҡандан һуң большевиктар, һул эсерҙар һәм ҡайһы бер милли партияларҙың делегаттары йыйылышты ташлап сыға. Йыйылыштың ҡарарҙары легитимлы булмауына ҡарамаҫтан, ҡалған депутаттар эште дауам итәләр һәм Советтарҙың II съезының декреттарын юҡҡа сығарыу һәм Рәсәй демократик федератив республикаһы булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итәләр.

5 ғинуарҙы Петроградта һәм 6 ғинуарҙа Мәскәүҙә Ойоштороу йыйылышын яҡлаған митингтарҙы утҡа тоталар. 6 ғинуарҙа Лениндың бойороғона ярашлы Ойоштороу йыйылышын таратып ебәрәләр һәм большевиктар үҙҙәренең элекке иптәштәренә ҡаршы репрессиялар башлайҙар. Һул эсерҙар ғына Совнаркомда ҡс урын алалар.

18 ғинуарҙа III Бөтә Рәсәй Советтар Съезы Ойоштороу йыйылышын тартаылыуын хупланы. Аҡтар хәрәкәте өсөн, киреһенсә, ойоштороу йыйылышын тергеҙеү лозунгка әйләнде.

Аҙыҡ — түлек диктатураһын индереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ойоштороу йыйылышын таратҡандан һәм Брест солохона ҡул ҡуйғандан һуң крәҫтиәндәр араһында большевиктарға ҡарата уларҙың аҙыҡ — түлек сәйәсәте айырыуса нәфрәт тыуҙыра. Хәлле крәҫтиәндәр («кулактар») һәм середняктар большевиктарҙан ирекле һатыуҙы көтәләр һәм шул уҡ ваҡытта игенде спекулятив хаҡтар менән һаталар.

Германия һәм Австрия ғәскәрҙәренең Украинаны баҫып алыуы һәм Дон өлкәһе территорияһын яулауы игенде Дондан һәм Кубандән алып килеү мөмкинлектәрен сикләйҙәр. Ҡалаларҙа икмәк һатыуы ҡырҡа кәмей, сираттар арта, халыҡ араһында паника башлана. Совет власына ҡаршы йүнәлтелгән «ас болалар» йәйелә. Халыҡтың ризаһыҙлығын большевиктар дошмандары үҙ яғына ҡайырырға тырышалар.

Килеп тыуған хәлдән сығыү өсөн 1918 йылдың май айында Наркомпродҡа сикләнмәгән ғәҙәттән тыш вәкәләттәр бирелә. Ирекле һатыу тыйылы һәм икмәкте йәшергән кешеләргә ҡарата язаға тарттырыу саралары ҡарала. Июнь айында икмәк менән тәьмин итеү Себерҙән һәм Волга буйының ҡайһы бер райондарынан да туҡтай. Был шарттарҙа икмәккә монополияны һаҡлап ҡалыу һәм уны үткәреү өсөн диктатура ысулдарын ҡулланыу халыҡты аслыҡтан һаҡлап ҡалыу өсөн берҙән — бер ысул була.

Хәлле крәҫтиәндәрҙең ҡаршылашыуы көсәйгәндән — көсәйә. Большевиктарҙың ауылда төп ярҙамсылары иң ярлы ҡатлам була. Совет хөкүмәте ярлылар комитеттары (комбедтар) төҙөй башлай. Комбедтарҙы большевиктар хәлле крәҫтиәндәргә ҡаршы йүнәлтәләр. Кулактарҙан конфикацияланған мөлкәт, ер, мал һәм ҡорамалдар ярлылар араһында бүленә.

Комбедтар большевиктар власынан середняктарҙы ситкә этәрҙе, шуға күрә улар кулактар яҡлы булдылар. Большевиктарға ҡаршы элекке фронтовиктар сыға, шул уҡ ваҡытта Брест солохона, продотрядтар һәм комбедтарға ҡаршы сыҡҡан һул эсерҙарының да абруйы арта.

Чехословак корпусының ихтилалы. Көнсығышта һуғыштың йәйелеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфө Директо́рияһы лидеры Н. Д. Авксентьев
(Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте)
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Өфө директорияһы, РККА-ның Көнсығыш фронты, Сембер операцияһы.

Чехословак корпусы[55] Рәсәй территорияһында Беренсе Донъя һуғышы осоронда булдырыла, башлыса әсирлеккә эләккән чехтарҙан һәм словактарҙан — Австро — Венгрия армияһының элекке хәрбиҙәренән. 1918 йылдан алып Чехословак корпусы француз командованиеһына буйһона, уның ике дивизияһы Украина территорияһында Францияға ебәреүҙе көтөп яталар.

Немецтар һөжүмен башлау менән чехословак корпусы (40 — 45 мең кеше) Совет Рәсәйе территорияһына күсенә. 26 мартта Пензала представители СНК РСФСР-ҙың Совнарком вәкилдәре, Рәсәйҙәге Чехословак милли советы һәм Чехословк корпусы килешеүгә ҡул ҡуялар. Килешеүгә ярашлы чехословактар ҡоралдарының күпселеген тапшырғандан һуң Владивостоккаа китергә тейеш булалар, артабан уларҙы тотҡарламай Көнбайыш Европаға диңгеҙ аша сығарырға тейеш булалар. Чехословактар Транссебер юлы буйлап Пензанан Владивостокка тиклем һибелгән булаю 21 апрелдә Германия баҫымы аҫтында сит эштәре министры Г. В. Чичерин Красноярск советынан чехословак эшелондарын көнсығышҡа табан үткәрмәүен талап итә. Легионерҙар ҡоралһыҙланыуҙы туҡтаталар һәм үҙ яйҙары менән Владивостокка китергә ҡарар итәләр. 21 майҙа мәскәүҙә чехословак эшелондарын тулыһынса ҡоралһыҙландырыу һәм тарҡатыу тураһында бойороҡ наркомвоен Троцкийҙың [56]. 25—27 майҙа легионерҙар һәм ҡыҙылгвардиясылар араһында бәрелештәр булып ала[57].

Чехословак корпусының болаһы советтарға ҡаршы хөкүмәттәр төҙөүгә булышлыҡ итә. Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә совет власы ҡолатыла.

8 июня 1918 йылдың 8 июнендә Һамарҙа Ойоштороу йыйылышының комитеты (Комуч) булдырыла. Бөтә банктар, сәнәғәт предприятиелары үҙләштерелә, Комуч үҙенең ғәскәрен — Халыҡ армияһын — төҙөй, 23 июндә Омскиҙа Ваҡытлы себер хөкүмәте ойошторола. В. О. Каппель етәкселегендәге ғәскәрҙәр Сызранды, Симбирскты, Өфөнө, Екатеринбургты алалар. Волга буйы көстәренә Урал һәм Ырымбур казак ғәскәрҙәре ҡушыла.

Һөҙөмтәлә, 1918 йылдың август башында Ойоштороу йыйылышының территорияһы Сызрандан Златоустҡа тиклем һуҙыла. Уның контроле аҫтында Сенгилей, Бөгөлмә, Боғорослан, Бәләбәй, Быҙаулыҡ, Бөрө, Өфө булалар[58].

1918 йылдың 7 авгусында Каппель ғәскәрҙәре Ҡазан ҡалаһын һәм Рәсәй империяһының алтын запасының бер өлөшөн алалар.

Ҡыҙыл террор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илдәге хәлдәр ҡатмарлашҡан һайын большевиктар реаль һәм потнциаль дошмандарға ҡаршы репрессияларҙы көсәйтә баралар. 1918 йылдың 13 июнь төнөнә ҡарай Пермдә Бөйөк кенәз Михаил Александрович (Александр III улы) үлтерелә. Екатеринбургта 17 июль төнөндә ҡулға алынған элекке император Николай II ғаиләһе менән бергә атып үлтерелә. Батша ғаиләһен атыу менән бер үк ваҡытта тиерлек Алапаевск ҡалаһында (Екатеринбургтан 140 км алыҫлыҡта) һөргөндә булған бөйөк кенәздәр үлтерелә.

30 августа Ленинды үлетерергә маташалар, Петроград ЧК-һы рәйесе М. С. Урицкий үлтерелә. Террористик актарға ҡаршы большевиктар ҡыҙыл террор иғлан ителә. ВЧК һәм уның урындағы органдары билдәле сәйәси һәм йәмғиәт эшмәкәрҙәрен, генералдарҙы һәм офицерҙарҙы, дворянда, буржуазия, интеллигенция һәм руханиҙар вйкилдәрен заложник итеп алалар. ВЧК хөкөмө менән Совет власына ҡаршы хатта һүҙ менән көрәшкәндәргә тиклем ҡырыла. Ғәйепләү өсөн социаль сығышы ла етерлек була. «Синфи дошмандар» өсөн лагерҙар ойошторолоа башлай (1920 йылдың аҙағына 100-ҙән артыҡ лагерҙар булдырыла, уларҙа яҡынса 75 мең кеше тотола. Ҡыҙыл террор «синфи сит элементтарҙы» ҡырыу һәм халыҡты ҡурҡытыу өсөн массауи ысул булып китә. Яйлап большевистик дәүләт аппаратының эшмәкәрләгендә әлегә тәртиптә булмаған ғәҙәттән тыш саралар үҙәклештерелгән диктатор идаралыҡ ысулдары һәм бөтә социаль төркөмдәргә һәм айырым кешеләргә ҡаршы йүнәлтелгән ойошҡан террор барлыҡҡа килә[19].

Көньяҡта һуғышты йәйелдереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Марков, Деникин, Алексеев
Дон Ғәскәре өлкәһе XX быуат башында

Март айы аҙағында Донда большевиктарға ҡаршы генерал Краснов етәкселегендәге казактар ихтилалы башлана һәм май уртаһына Дон тулыһынса большевиктарҙан азат була. Дон армияһы ойошторола башлай, июль уртаһына уның һаны 50 мең кеше тәшкил итә. Дон армияһы ике йүнәлештә (Поворино һәм Воронеж) һөжүмен йәйелдерә, әммә совет ғәскәрҙәре уларҙы 24 октябренә туҡтаталар һәм Царицын йүнәлешендә лә Краснов ғәскәрен Дон аръяғына ҡыуалар.

8 меңлек Ирекле армия июнь айында үҙенең икенсе походын (Икенсе Кубань походы) башлай. Генерал Деникин Калнин һәм Сорокин армияларын тар-мар итә. 21 июлдә аҡтар Ставрополде ала, 17 августа — Екатеринодарҙы. Ковтюхтың «Тамань армияһы» (30 меңлек ҡыҙылдар төркөмө)Кубань аръяғына ҡаса. Август аҙағына Кубань ғәскәре территорияһы большевиктарҙан азат ителә. Ирекле армияның һаны 40 мең штыкка ҡылысҡа етә һәм Төньяҡ Кавказға һөжүмен дауам итә. 18 июня 1918 года началось восстание терского казачества под руководством Бичерахова. Казаки нанесли поражение красным войскам и блокировали их остатки в Грозном и Кизляре.

8 июндә ЗДФР 3 дәүләткә бүленә: Грузия, Армения һәм Азербайджан.

1918 йылдың йәйендә Асхабадта эшселәр баш күтәрә. Улар урындағы ҡыҙыл гвардия частарын, «милләтсе»- мадьярҙары ҡыйрата. Эшселәргә төркмән ырыуҙары ҡушыла. Бөтә Каспий аръяғы ихтилалсылар ҡулында була. 1918 йылдың уртаһында Ташкентта большевиктарға ҡаршы йәшерен ойошма булдырыла («Большевизм менән көрәшкән Төркөстан союзы», һуңғараҡ — «Төркөстан хәрби ойошмаһы»). Ихтилал баҫтырылғандан һуң офицерҙар Ташкент офицерҙар партизан отрядын ойоштора, отряд 100 кешенән тора һәм 1919 йылдың март — апрель айҙарында Ферғәнәлә большевиктарға ҡаршы һуғыша.

Антанта интервенцияһы башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылда Великобритания, Франция һәм Италия большевиктарға ҡаршы булған көстәргә ярҙам итеү тураһында ҡарар итәләр. 22 декабрҙә Парижда үткән Антанта вәкилдәренең конференцияһы Украина, казак өлкәләре, Себер, Кавказ һәм Финляндия хөкүмәттәре менән бәйләнештәр булдырыуҙы һәм уларға кредиттар биреүҙе кәрәкле тип таный. 23 декабрҙә инглиз — француз килешеүе төҙөлә: Бөйөк Британия зонаһына Кавказ һәм казак өлкәләре инә, Франция зонаһына — Бессарабия, Украина һәм Ҡырым. Себер һәм Алыҫ Көнсығыш АҠШ һәм Япония мәнфәғәтәре сфераһы тип билдәләнә. Антанта Брест солохон танымауын иғлан итә, шул уҡ ваҡытта большевиктар менән германияға ҡаршы хәрби ғәмәлдәр тураһында һөйләшеүҙәр алып барырға тырышалар.

1918 йылдың 2 август төнөндә 2-се ранглы капитан Чаплин етәкселегендә (яҡынса 500 кеше) совет власын Архангельскиҙа юҡҡа сығара. Һуңынан Архангельскиҙа 2 меңлек инглиз десанты килеп төшә. Ҡораллы көстәр ул ваҡытта 5 ротанан, эскадрондан һәм артиллерия бригадаһынан тора. Частар доброволецтарҙан тора Урындағы крәҫтиәндәр нейтраль позиция һаҡлайҙар. Төньяҡта совет командованиеһы 6-сы һәм 7 -се армияларҙан торған Төньяҡ фронтын булдыра (командующийы — Император армияһының элекке генералы Дмитрий Павлович Парский).

Һуғыштың икенсе этабы (ноябрь 1918 − март 1920)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герман ғәскәрҙәрен сығарыу. Ҡыҙыл армияның көнбайышҡа табан һөжүм итеүе.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1918 йылдың ноябрендә халыҡ-ара хәле бик ныҡ үҙгәрә. Германия һәм уның союздаштары Октябрь революцияһынан һуң Беренсе донъя һуғышында еңелеүгә дусар булалар. Германия ғәскәрҙәре Рәсәй территорияһында Антанта ғәскәрҙәре килгәнгәнгә тиклем ҡалырға тейеш булалар, әммә был территорияларҙы ҡыҙыл армияһы биләй башлаә һәм тик бер нисә пункттарҙа (Севастополь, Одесса) герман ғәмкәрҙәре Антанта ғәскәрҙәре менән алыштырыла.

РККА-ның командирҙар составының еңендәге айырыу билдәләре. 1919 йылдың 19 ғинуарында индерелә

Брест солохо буйынса Германияға күскән ерҙәрҙә Эстония, Латвия, Литва, Белоруссия, Польша, Украина дәүләттәре барлыҡҡа килә, һуңынан улар Антантаға йөҙөн боралар һәм үҙ армияларын булыра башлайҙар. Ҡыҙыл армияһы 1919 йылдың ғинуар уртаһына Прибалтиканың һәм Белоруссияның күпселек өлөшөн яулап ала һәм унда совет хөкүмәттәрен төҙөй. Украинала украин совет ғәскәрҙәре 1918йылдың декабрендә — 1919 йылдың ғинуарында — Харьков, Полтава, Екатеринослав ҡалаларын, 1919 йылдың 5 февралендә Киевты баҫып алалар. 1919 йылдың апрель аҙағында совет ғәскәрҙәре Ҡырымды яулайҙар. Атаман Григорьев аҡтар яғына күсеүе һәм Көньяҡ фронтта аҡтарҙың һөжүме башланыуы арҡаһында Украин фронты июндә тарҡатыла һәм көҙгә ҡарай ҡыҙылдар Украинаны ҡалдырып китәләр.

Көнсығыштағы алыштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Пермь операцияһы (1919), Боғорослан операцияһы, Ырымбур операцияһы, Бәләбәй операцияһы, Өфө операцияһы, Екатеринбург операцияһы, Сарапул-Воткинск операцияһы, Силәбе операцияһы, Бөйөк Себер Боҙ походы.

Адмирал Колчак яугирҙар араһында
Колчактың Себер армияһының плакаты

18 ноябрҙә Омскиҙа офицерҙарҙың бер төркөмө түңкәрелеш ойоштора, уның һөҙөмтәһендә эсерҙар хөкүмәте ҡыуыла һәм власть урыҫ офицерҙары араһында абруй ҡаҙанған адмирал Колчак Александр Васильевичҡа тапшырыла, уға Рәсәйҙең Юғары хакимы исеме бирелә. Колчак хәрби диктатура режимын урынлаштыра һәм армияның үҙгәртеп ҡороуын башлай. Колчактың хакимлығын Антанта союздаштары һәм аҡтар хөкүмәттәреең күпселеге таный. 1918 йылдың декабрендә Колчак ғәскәрҙәре һөжүмгә кәсәләр һәм 24 декабрҙә Пермды алалар, әммә өфө аҫтында уңышһыҙлыҡҡа осрайҙар һәм һөжүмде туҡтатырға мәжбүр булалар. Аҡтарҙың бөтә ғәскәрҙәре көнсығышта Колчак командованиеһы аҫтында Көнбайыш фронтына берләштерәләләр. Уның состаына Көнбайыш, Себер, Ырымбур һәм Урал армиялары инә. Ошо уҡ ваҡытта ҡыҙылдарҙың Көнсығыш фронтында большевиктарға ҡаршы Һамар һәм Сембер губернияларын ялмап алған бик көслө крәҫтиән ихтилалы (Сапан һуғышы) башлана. Баш күтәреүселәрҙең һаны 150 мең кешегә етә. Әммә насар ойошторолған һәм ҡоралланған ихтилалсылар апрель айына Ҡыҙыл армияһы регуляр частары һәм ЧОНН-дың каратель отрядтары тарафынан ҡыйратылалар, ихтилал баҫтырыла.

Март-апрелдә Колчак ғәскәрҙәре Өфөнө (14 мартта), Ижевск һәм Воткинскиҙы алғандан һуң, бөтә Уралды биләп алалар һәм алыша-алыша Волгаға табан йырып сығырға маташалар, әммә тиҙҙән Ҡыҙыл армияһының өҫтөнлөклө көстәре менән Һамар һәм Ҡазан тирәһендә туҡтатылалар. 12 апрелдә Көнсығыш фронттағы хәлдәр тураһында тезистарында Ленин "Барыһы ла Колчакка ҡаршы көрәшкә!" лозунгын тәҡдим итә. 1919 йылдың 28 апрелендә ҡыҙылдар контрһөжүмгә күсәләр һәм уның барышында 9 июндә Өфөнө яулайҙар.

Өфө операцияһын тамалағандан һуң Колчак ғәскәрҙәре бөтә фронт бәйлап Урал тауы итәгенә ҡыҫырыҡлана. Республика Реввонсоветы рәйесе Троцкий һәм главком И. И. Вацетис Көнсығыш фронты армияларының һөжүмен туҡтатырға һәм яуланған урында оборонаға күсергә тәҡдим яһайҙар. Партияның Үҙәк комитеты ҡәтғи рәүештә тәҡдимде кире ҡаға. И. И. Вацетис биләгән вазифаһынан бушатыла һәм главком посына С. С. Каменев тәғәйенләнә, көнсығыштағы һөжүм дауам итә. 1919 йылдың авгусына ҡыҙылдар Екатеринбург һәм Силәбене баҫып алалар. 11 августта совет Көнсығыш фронты составынан Төркөстан фронты бүленеп сыға, уның ғәскәрҙәре Аҡтүбә операцияһы барышында, 13 сентябрҙә, Төркөстан республикаһының Төньяҡ - Көнсығыш фронты ғәскәрҙәре менән тоташа һәм Үҙәк рәсәй һәм Урта Азия араһындағы бәйләнеште тергеҙә.

1919 йылдың сентябрь-октябрендә Тубыл һәи Ишем йылғалары араһында аҡтар һәм ҡыҙылдарҙың хәл иткес алыша була. Аҡтар еңелеүгә дусар була. Фронт юҡҡа сыға һәм Колчак армияһының ҡалдыҡтары Себергә сигенәләр. Был сигенеү барышында Колчак ғәскәрҙәре Бөйөк Себер Боҙ походын башҡаралар, уның һөҙөмтәһендә Колxак ғәскәрҙәре Көнбайыш Себерҙән Көнсығышҡа сигенделәр һәм 2000 км үтеп, ҡамауҙан ҡотолдола. Колчак өсөн сәйәси мәсьәләләргә ныҡлап төшөнөү хас булмай. Ул большевизмға ҡаршы көрәш байрағы аҫтында төрлө сәйәси көстәрҙе берләштереүгә һәи яңы ҡаты дәүләт власын булдырыуға ирешеүенә ысын күңелдән ышана. Был ваҡытта эсерҙар Колчактың тылында бер нисә бола ойошторалар, уларҙың һөҙөмтәһендә эсерҙар Иркутскиҙы яулап алалар. Ҡалала власты үҙ ҡулына алған эсерҙарҙың Политцентрына 15 ғинуарҙа чехословактар уларҙың һағы аҫтында булған Колчакты тапшыралар[20].

1920 йылдың 21 ғинуарында Политцентр Колчакты большевиктар ревкомына тапшыра. Адмирал Колчак Лениндың тура бойороғона ярашлы 1920 йылдың 7 февраль төнөндә атып үлтерелә. әммә башҡа версиялар ҙа бар: Юғары Хаким адмирал Колчакты һәм Министрҙар Советы рәйесе Пепеляевты атыу тураһындағы Иркутск хәрби-революцион комитеты ҡарарына комитет рәйесе Ширямов һәм ағзалары А. Своскарев, М. Левенсон һәм Отрадныйҙар ҡул ҡуйғандар. Адмиралды ҡотҡарыу ниәте менән Иркутскиға ашыҡҡан Каппель етәкселегендәге урыҫ частары Иркутскиҙы һөжүмләмәҫкә булалар.

Көньяҡтағы алыштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А. И. Деникин,
ВСЮР-ҙың баш командующийы
Бар аҫтында бронепоезд платформаһынан украин ғәскәрҙәренә атыу. Июнь 1919.
Новороссийскиҙан аҡтарҙың эвакуацияланыуы

1919 йылдың ғинуарында Краснов өсөнсө тапҡыр Царицынды яуларға маташа, әммә ҡабаттан уңышһыҙлыҡҡа осрай Һәм сигенергә мәжбүр була. Немецтар киткәндән һуң Украина яғынан ҡыҙыл армияһы менән ҡамалған, инглиз-француз союздаштарынан да, Деникиндың доброволецтарынан да һәм большевиктарҙың һуғышҡа ҡаршы агитацияһы арҡаһында Дон армияһы тарҡала башлай. Казатар хеҙмәттән ҡаса йәки ҡыҙылдар яғына күсә башлай — фронт юҡҡа сыға. Большевиктар Донға бәреп инәләр. Казактарға ҡаршы, һуңынан «расказачивание» тип исемләнгән, массауи террор башлана. Март башында ҡыйратҡыс террорға ҡаршы Верхнедон округында казактарҙың ихтилалы башлана (Вёшенское восстание). Баш күтәргән казактар 40 мең штыклы һәм ҡылыслы армия булдыралар, армияға бабайҙар ҙа, үҫмерҙәр ҙә инәләр, 1919 йылдың 8 июнендә Дон армияһының частары ярҙамға килеп еткәнсе тулы ҡамауҙа һуғышалар.

1919 йылдың 8 ғинуарында Ирекле армия Рәсәй Көньяғының Ҡораллы көстәре (ВСЮР) составына инә , уны генерал Деникин етәкләй. 1919 йылдың башына Деникинға Төньяҡ Кавказда большевиктарҙың ҡаршылауышын баҫтыра, генерал Красновты властан ситләштереп, Дон һәм Кубань казак ғәскәрҙәрен үҙенә буйһондора, Ҡара диңгеҙ порттары аша Антанта илдәренән бик күп ҡорал, боеприпатар, кәрәк-яраҡтар ала. Аҡтар хәрәкәте, был ярҙамға яуап итеп, Рәсәй территорияһындағы яңы дәүләттәрҙе танырға тейеш була. 1919 йылдың ғинуарында Деникин ғәскәрҙәре 90-меңлек большевиктарҙың 11-се армияһын ҡыйраталар һәм тулыһынса Төньяҡ Кавказды яулап алалар. Февралдә иһә ирекле ғәскәрҙәрҙе Донбасҡа һәм Донға ебәреү башлана. Бөтә аҡгвардиясылар ғәскәрҙәре Деникин етәкселегендәге Рәсәй Көньяғы Ҡораллы көстәренә берләштерәләләр, уның составына Ирекле, Дон, Кавказ армиялары, Төркөстан армияһы һәм Ҡара диңгеҙ флоты инә. 1919 йылдың яҙында Рәсәй Граждандар һуғышының иң ауыр этабына инә. Антантаның Юғары советы сираттағы хәрби походы планын төҙөй[21]. Был юлы «интервенция урыҫ большевиктарға ҡаршы көстәрҙең һәм күрше союздаш дәүләттәрҙең берҙәмлектәге хәрби ғәмәлдәрендә сағылыш табырға тейеш…»[22]. Буласаҡ һөжүмдә төп роль аҡ армияларға бирелә. Ә ярҙамсы роле — Финляндия, Эстония, Латвия, Литва, Польша дәүләттәренең ғәскәрҙәренә. 1919 йылдың йәйендә ҡораллы көрәш үҙәге Көньяҡ фронтҡа күсә. РККА ғәскәрҙәре крәҫтиән-казактар ихтилалдарын баҫтырырға мәжбүр була[23], килеп тыуған шарттарҙа Ирекле армия уға ҡаршы торған большевиктар көстәрен ҡыйрата һәм оператив иреккә сыға. 1919 йылдың 12 июнендә Деникин рәсми рәүештә адмирал Колчактың хакимлығын таный. 9 июлдә большевиктарҙың партия Үҙәк комитеты «Барыһы ла Деникин менән көрәшкә» хатын нәшер итә һм 15 авгусҡа контрһөжүмдең башын билдәләй. Әммә 13 сентәбрҙә Мугоджарская станцияһы районында ҡыҙылдар Төркөстан республикаһы частары менән тоташһалар ҙа, аҡтар үҙ һөжүмен дауам итәләр: 18 августа — Николаев, 23 августа — Одесса, 30 августа — Киев, 20 сентябрҙә — Курск, 30 сентябрҙә — Воронеж, 13 октябрҙә — Орёл яулап алына. Большевиктар катастрофаға яҡын булалар һәм подпольеға китергә әҙерлек башлайҙар. Дәүләт учрежждениелары Вологдаға күсенә башлай, йәшерен Мәскәү партияһы комитеты булдырыла.

Украиналағы Махно рейды ҡыҙылдарға контрһөжүмде көньяҡта башларға форсат бирә һәм улар ВСЮР-ҙы икегә бүлеүгә ирешәләр. Кавказ фронты командующийы Тухачевскийға генерал Деникиндың Ирекле армияһын тар-мар итеү бурысы йөкмәтелә.

20 февралдә аҡтар Ростов һәм Новочеркасскиҙы яулап алалар, әммә дошман Ирекле корпустың тылына ингән була һәм шуға күрә хәрәкәт төньяҡҡа табан үҫешә алмай. Көсөргәнешле алыштарҙа аҡтар 25 февралдә Егорлыцк тирәһендә еңелеүгә дусар булалар һәм Кубань өсөн көрәш ошоноң менән тамаланыуға яҡынлаша. 1 мартта Ирекле корпус Дондағы-Ростовты ҡалдыра, һәм аҡ армиялар Кубань йылғаһына табан сигенә[24]. Казак частары массауи рәүештә ҡыҙылдаға биреләләр йәки «йәшелдәр» яғына күсәләр. Ирекле корпустың ҡалдыҡтары 1920 йылдың 26-27 мартында диңгеҙ юлы менән Ҡырымға китә.

Ҡыҙылдар Кубань — Новороссийск операцияһына күсә һәм уның барышында 17 мартта И. П. Уборевич етәкселегендәге Кавказ фронтының 9-сы армияһы Екатеринодарҙы яулай, Кубань йылғаһы 27 мартта Новороссийскиҙы баҫып ала. «Төньяҡ-Кавказ стратегик һөжүм операцияһының төп һөҙөмтәһе — Рәсәй Көньяғының Ҡораллы көстәренең төп группировкаһын ҡыйратыу булып тора»[25]. 4 ғинуарҙа А. В. Колчак Юғары Хаким вәкәләттәрен — А. И. Деникинға, ә Себер територияһындағы хакимлыҡты атаман Г. М. Семеновҡа тапшыра. 1920 йылдың 4 апрелендә Деникин ВСЮР баш командующийы посын генерал барон П. Н. Врангелгә тапшыра һәм үҙе шул уҡ көндә "Индия императоры "инглиз кораблендә Англияға китә.

Юденичтың Петроградҡа һөжүме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юденич һөжүме ваҡытында Петроградта баррикадалар төҙөү

1919 йылдың ғинуарында Гельсингфорста кадет Карташев рәйеслеге аҫтында «Урыҫ сәйәси комитеты» булдырыла. Комитеттың финанс эштәрен үҙ өҫтөнә алған нефтепромышленник С. Г. Лианозов фин банктарында буласаҡ Төньяҡ-Көнбайыш хакимлығының хәжәттәренә яҡынса 2 млн марка ала. Хәрби эшмәкәрлектең ойоштороусыһы Николай Юденич була һәм ул большевиктарға ҡаршы Прибалтикалағы үҙ-үҙен иғлан иткән дәүләттәр һәм Финляндияға таянған Төньяҡ-Көнбайыш фронтын булдырыуҙы планлаштыра.

1919 йылдың 5 июнендә[26] А. В. Колчак Юденичты Төньяҡ-Көнбайыш фронтында большевиктарға ҡаршы һуғышҡан бөтә Рәсәй ҡоро ер һәм диңгеҙ ҡораллы көстәренә баш командующий итеп тәғәйенләй. 1919 йылдың 11 авгусында Таллинда Төньяҡ-Көнбайыш өлкәһенең Хөкүмәте төҙөлә (Министрҙар советы рәйесе, сит ил эштәре һәм финанстар министры — Степан Лианозов, хәрби министр — Николай Юденич, диңгеҙ министры — Владимир Пилкин һ. б.). Ошо уҡ көндә яңы хөкүмәт бының өсөн ҡорал һәм армия өсөн кәрәк-ятаҡ вәғәҙә иткән инглиздарҙың баҫымы аҫтында Эстонияның дәүләт бойондороҡһоҙлоғон таный һәм Финляндия менән дә һөйләшеүҙәр башлай. Әммә Колчактың Бөтә Рәсәйхөкүмәте финдарҙың һәм прибалттарҙың сепаратистик талаптарын ҡарауҙан баш тарта. Юденич К. Г. Э. Маннергеймдың Печенег ҡултығын һәм көнбайыш Карелияны ҡушыу буйынса талабына ыңғай ҡарай, әммә Колчак баш тарта, ә Париждағы Рәсәй вәкиле С. Д. Сазонов Балтия янындағы губерналар үҙ аллы дәүләттәр итеп таныла алмай һәм Финляндияның да яҙмышы Рәсәйҙең ҡатнашлығынан тыш хәл ителә алмай, тип белдерә[27]. Шулай ҙа Бөйөк Британия Төньяҡ-Көнбайыш хөкүмәтенә ярҙам күрһәтә. Аҡтар Петроградҡа ике һөжүм башҡара — 1919 йылдың яҙында һәм көҙөндә. 26 августа Ригала аҡтар хәрәкәтенең вәкилдәре, Прибалтика дәүләттәре һәм Польша вәкилдәре большевиктарға ҡаршы берлектәге ғәмәлдәр һәм 15 сентябрҙә Петроградҡа һөжүм башлау тураһында ҡарар сығаралар. Әммә совет власы Прибалтика дәүләттәренә солох һөйләшеүҙәрен башлау буйынса тәҡдименән һуң (31 август һәм 11 сентябрҙә), Юденич союздаштарын юғалта.

Юденичтың Петроградҡа көҙгө һөжүме уңышһыҙ була. РСФСР һәм Эстония араһындағы Тарту солох килешеүенә ҡул ҡуйылғандан һуң Юденичтың Төньяҡ-Көнбайыш армияһының 15 мең һалдаты һәм офицеры ҡоралһыҙландырыла, артабан уларҙың 5 меңе тотола һәм концлагерҙәргә оҙатыла[28]. 1919 йылда Маннергейм хөкүмәте яңыртылғандан һуң Финляндия ла советтар менән килешеү юлдарын эҙләй башлай.

Төньяҡтағы алыштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Козьма Минин» ледоколы Аҡ диңгеҙҙә. 1920 йыл

Союздаштарҙың аҡтарға ярҙамы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Граждандар һуғышы осорондағы Британия интервенттары плакаты.

Һуғыштың өсөнсө этабы (март 1920 − октябрь 1922/1923 йылдың июне)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1919 йылдың февраль айы аҙағында Ҡыҙыл Армияның Баш идаралығы, килеп тыуған шарттарҙан сығып, Антанта һәм ВСЮР-ҙың берләшкән көстәренә ҡаршы көрәш алып барыуҙы төп бурыс итеп ҡуя. Большевиктарға ҡаршы көстәрҙе һанға һуҡмауға ҡарамаҫтан, улар 1919 йылдың яҙында үҙенең хәлен ярайһы ғына яҡшырта ала. Март башында Колчактың ғәскәрҙәре (Себер, Көнбайыш, Урал һәм Ырымбур армиялары һәм Көньяҡ армия төркөмө) ҡапыл һөжүмгә күсә. 14 мартта улар Өфөнө яулайҙар. 15 апрелдә көсөргәнешле алыштар һөҙөмтәһендә Боғоросланды яулайҙар. РКП(б) Үҙәк комитеты талабына ярашлы Көнсығыш фронтҡа башҡа фронттарҙан алынған ғәскәрҙәр ебәрелә. 28 апрелдә контрһөжүмгә Көнсығыш армияһының Көньяҡ армия төркөмө күсә. Ул Көнбайыш армияһын ҡыйрата һәм Боғоросланды ала. Көнсығыш фронтының Төньяҡ армияһы төркөмө Икенсе армия һәм Волга хәрби флотилияһы көстәре менән шул уҡ ваҡытта Себер армияһын тар-мар итә, Сарапулды һәм Ижевскиҙы яулай. 1919 йылдың авгусында Көнсығыш фронты ике яҡҡа таралған йүнәлештәрҙә һөжүмде алып барыу өсөн ике фронтҡа бүленә - Көнсығыш һәм Төркөстан. 1920 йылдың ғинуар айында Көнсығыш фронты ғәскәрҙәре Колчак армияһының ҡыйратылыуын тамамлайҙар, Колчак ҡулға алына һәм атып үлтерелә. Фрунзе командованиеһы аҫтындағы Төркөстан фронты генерал Беловтың Көньяҡ армияһын еңә һәм сентябрҙә Төркөстан республикаһының ғәскәрҙәре менән тоташа[29].

Көнбайыш фронтының ғәскәрҙәре 1919 йылдың яҙында көрәште Карелияла, Прибалтикала һәм Белоруссияла фин, герман, поляк, эстон, литва, латыш һәм аҡгвардиясылар ғәскәрҙәренә ҡаршы алып баралар. Май уртаһында Петроград йүнәлешендә Төньяҡ корпусының һөжүме башлана. Аҡтар 7-се армия частарын ҡыҫырыҡлауға өлгәшәләр һәм Гдов, Ямбург һәм Псковты баҫып алалар. Прибалтика дәүләттәре Хөкүмәте уларҙың бойондороҡһоҙлоғо н таныу шарты менән солох һөйләшеүҙәрен башларға ризалашалар. 1920 йылдың 2 февралендә Юрьевта Совет- эстон солох килешеүе төҙөлә. 1919 йылдың 14 мартында Украин фронты ғәскәрҙәре уң яр Украинала һөжүм башлайҙар. Март аҙағына УНР армияһы (Украина халыҡ армияһы) туҡтатыла, 6 апрелдә Одесса яулана, айҙың аҙағына Ҡырым да баҫып алына. Июндә украин фронты тарҡатыла. Көньяҡ фронты тылындағы ҡатмарлыҡтар менән Деникин файҙалана, уның ғәскәрҙәре май айында контрһөжүмгә күсә һәм Көньяҡ фронты армияларын Донбасc өлкәһен, Донбасcты һәм Украинаның бер өлөшөн ҡалдырып китергә мәжбүр итә. Июлдә Көньяҡ фронты 15 августҡа билдәләнгән контрһөжүмгә әҙерлек алып бара. Дон армияһының командованиеһы был операция тураһында мәғлүмәттәр табыуға өлгәшә. Операцияны булдырмау маҡсатында генерал Мамонтов корпусы 10 августа Көньяҡ армияһы тылдары буйлап рейд башлай. Көньяҡ фронты еңелеүгә дусар ителә. РКП (б) Үҙәк комитеты Көньяҡ фронтты Көнбайыш фронты көстәре менән көсәйтергә була. 1920 йылдың 4 апрелендә Деникин үҙенең ғәскәрҙәренең ҡалдыҡтарын Ҡырымда аҡгвардиясылар урыҫ армияһын ойоштора башлаған Врангелгә тапшыра.

Совет-поляк һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Захваченный поляками красноармейский Остин-Путиловец, называвшийся «Стенька Разин»
Совет-поляк һуғышы һөҙөмтәләренә ярашлы Польша һәм РСФСР-ҙың сиктәре

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Файл:Bundesarchiv Bild 183-F0328-202-006, Russland, Hinrichtung von Arbeitern.jpg
  2. Mawdsley, pp. 3, 230
  3. Britannia, pp. 3, 230
  4. Котеленец Е. А. В. И. Ленин как предмет исторического исследования. Новейшая историография — М.: Изд-во РУДН, 1999. — С. 64−65.
  5. Кирмель Н. С., 2008, с. 9−109−10
  6. Кирмель Н. С., 2008
  7. Ленин В. И., ПСС, 1967, Т. 34., С. 213−230.
  8. Ленин В. И., ПСС, 1967, Т. 26., С. 13−23.
  9. Ленин В. И., ПСС, 1967, Т. 26., С. 36−42.
  10. Зимина В. Д., 2006, с. 58−6758−67
  11. Базанов С. Н. Крестьянская армия после первых поражений в ноябре 1917 — марте 1918 г. // Журнальный клуб Интелрос «Мир и политика» № 9, 2012
  12. 12,0 12,1 д. и. н. Михутина, И. В. Украинский Брестский мир. Путь выхода России из первой мировой войны и анатомия конфликта между Совнаркомом РСФСР и правительством Украинской Центральной рады — М.: Европа, 2007. — 288 б. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9739-0090-8.
  13. 13,0 13,1 13,2 Какурин Н. Е., Вацетис И. И. Гражданская война. 1918–1921 / Под ред. А. С. Бубнова и др — СПб.: Полигон, 2002. — 672 с. б. — (Великие противостояния). — 5100 экз. — ISBN 5–89173–150–9.
  14. Краснознамённый Киевский. Очерки истории Краснознамённого Киевского военного округа (1919—1979). Киев, 1979
  15. Украинская советская социалистическая республика // Большая советская энциклопедия. — 2-е изд. — М., 1956. — Т. 44. — С. 92.
  16. Врангель П. Н. Записки, 1928, Часть 1. Ҡалып:Уточнить страницу
  17. А. Иовлев. Введение единоначалия в РККА (1918—1920 гг.) // Военно-исторический журнал
  18. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; .D0.94.D0.B0.D0.BD.D0.B8.D0.BB.D0.B8.D0.BD төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  19. name="Данилин"
  20. Котомкин А. Е. О чехословацких легионерах в Сибири — Впервые: Париж, 1930.
  21. Куренышев А. А. Гражданская война 1918−1920 гг.: Лекция — Государственный исторический музей, 26.10.2008. // Образовательный видеопортал «Univertv.ru» 02.11.09.
  22. Из истории гражданской войны в СССР: Сборник документов и материалов — М., 1961. — Т. 2. — С. 12.
  23. Михайличенко Д. Ю. Травнева військово-політична криза в УСРР, 1919 р. // Вісник Харківського національного університету ім. В. Н. Каразіна. — Сер. Історія України, 2002. — Вип. 5. — Х. — № 556. — С. 130−138.
  24. Деникин А. И. Очерки, С. 218
  25. Гражданская война в СССР, т. 2, с.210
  26. Телеграмма Колчака о назначении была получена Юденичем 14 июня, а 23 июня Юденич издал свой первый приказ по Северо-Западной армии. (Корнатовский Н. А. Борьба за Красный Петроград — М.: АСТ, 2004. — 606 б. — (Военно-историческая библиотека). — 5 000 экз. — ISBN 5-17-022759-0.)
  27. Цветков В. Ж. Николай Николаевич Юденич // «Вопросы истории», 2002. — № 9. — С. 37−59.
  28. Куприн А. И. Купол Св. Исаакия Далматского; [1]
  29. www.psaffect.ru