Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Федераль закон
Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексы
Номер: 63-ФЗ
Ҡабул ителгән: Дәүләт думаһы тарафынан 1996 йылдың 24 майында
Раҫлау: Федерация Советы тарафынан 1996 йылдың 5 июнендә
Ҡул ҡуйыу: Рәсәй Президенты тарафынан 1996 йылдың 13 июнендә
Көсөнә ингән: 1997 йылдың 1 ғинуарынан
Первая публикация: «Собрание законодательства Российской Федерации» № 25 17.06.1996
Ғәмәлдәге редакция: 7.03.2017[1] сайтында
Тулы текст Викикитапханала?.

Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексы (РФ УК-һы) — енәйәт эше хоҡуҡиәтенең төп һәм берҙән-бер сығанағы, Рәсәй Федерацияһы территорияһында ғәмәлдәрҙең енәйәтселлеген асыҡлаусы һәм хөкөм ителеүсәнлеген нығытыусы берҙән-бер норматив акт.

Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге енәйәт кодексы 1996 йылдың 24 майында Дәүләт думаһы тарафынан ҡабул ителә, 1996 йылдың 5 июнендә Федерация Советы тарафынан хуплана, 1996 йылдың 13 июнендә Президент тарафынан ҡул ҡуйыла һәм 1997 йылдың 1 ғинуарынан 1960 йылғы РСФСР Енәйәт кодексына алмашҡа көсөнә инә.

Рәсәй Федерацияһының енәйәт эше ҡануниәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһында, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 71-се статьяһы «о» пунктына ярашлы, енәйәт эше ҡануниәтен ҡабул итеү дәүләт власының федераль органдары компетенцияһына ғына инә. Рәсәй Федерацияһы суъекттарының власть органдары енәйәт эше ҡануниәте акттарын ҡабул итеү хоҡуғына эйә түгел.

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 105-се статьяһына ярашлы, Дәүләт думаһы федераль закондар ҡабул итеүгә вәкәләтле орган булып тора.

XIX быуат уртаһынан Рәсәй енәйәт эше ҡануниәте кодификациялы булып тора. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә кодификациялы енәйәт эше законы — 1997 йылдың 1 ғинуарында ғәмәлгә ингән Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексы эш итә.

Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, дөйөм танылған халыҡ-ара хоҡуҡиәт принциптарына һәм нормаларына, шулай уҡ Рәсәйҙең халыҡ-ара хоҡуҡ йөкләмәләрендәге нормаларға нигеҙләнгән[2].

Енәйәт кодексының структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кодекс ике өлөштән (Дөйөм һәм Айырым) тора.

Дөйөм бүлек алты киҫәктән, ун ете бүлектән һәм 1—1045-се статьяларҙан тора. Уның нормалары енәйәт эше хоҡуҡиәтенең дөйөм принциптарын һәм положениеларын, енәйәт эше законының ваҡыт һәм арауыҡ эсендәге эш итеү сиктәрен, енәйәттәрҙең һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыла торған кешеләр төшөнсәләрен һәм категорияларын, ғәйеп төшөнсәһен, уның формаларын һәм төрҙәрен, тамамланмаған енәйәт эшмәкәрлегенә, енәйәттә ҡатнашыусы булыуға, хөкөм язаһына, уның төрҙәренә, тәғәйенләү маҡсаттарына һәм тәртибенә ҡағылышлы положениеларҙы, кешенең енәйәт яуаплылығынан һәм хөкөм язаһынан азат ителеү мөмкинлеге осраҡтарын, бәлиғ булмағандарҙың енәйәт яуаплылығы үҙенсәлектәрен, енәйәт-хоҡуҡи характерҙағы башҡа сараларҙың төшөнсәһен һәм йөкмәткеһен билдәләй.

Кодекстың Айырым өлөшө алты киҫәктән, ун туғыҙ бүлектән һәм 105—361-се статьяларҙан тора, Айырым өлөштә аныҡ енәйәттәрҙең составтары тасуирлана һәм уларҙы ҡылған өсөн санкциялар (яза төрҙәре һәм күләмдәре) һанала. Рәсәй Енәйәт кодексының Айырым өлөшө енәйәт-хоҡуҡи һаҡтың өҫтөнлөктәрен сағылдыра: беренсе урында — шәхескә ҡаршы енәйәттәр, унан һуң ғына иҡтисад өлкәһендәге, йәмәғәт хәүефһеҙлегенә һәм йәмәғәт тәртибенә, дәүләт власына, тыныслыҡҡа һәм кешелектең хәүефһеҙлегенә ҡаршы енәйәттәр тора.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Уголовный кодекс Российской Федерации КонсультантПлюс
  2. Уголовное право России. Части Общая и Особенная: учебник / Под ред. А. И. Рарога. М., 2008. С. 15—16.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]