Рәсәй Федерацияһының Конституция суды

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федерацияһының Конституция суды
Нигеҙләү датаһы 12 июль 1991
Логотип
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Урынлашҡан урамы Сенатская площадь[d][1]
Юрисдикция таралышы Рәсәй
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Санкт-Петербург, Рәсәй
Нигеҙендәге текст Закон РСФСР от 12.07.1991 № 1599-I[d]
Адрес Сенатская площадь, дом 1[2]
Почта индексы 190000[1]
Электронная почта ksrf@ksrf.ru[1]
Рәсми сайт ksrf.ru
ksrf.ru/en
ksrf.ru/en/fr
ksrf.ru/en/de
Төп көйләүсе текст Федеральный конституционный закон от 21.07.1994 № 1-ФКЗ[d]
 Рәсәй Федерацияһының Конституция суды Викимилектә

Рәсәй Федерацияһының Конституция суды[3] — конституцион контролде тормошҡа ашырыусы суд органы, суд власын конституцион суд эштәрен башҡарыу юлы менән үҙ аллы һәм бойондороҡһоҙ ғәмәлгә ашыра.

Рәсәй Федерацияһы Конституция судының вәкәләттәре, ойошторолоу һәм эшмәкәрлек тәртибе Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм «Рәсәй Федерацияһының Конституция Суды тураһында» Федераль конституцион закон менән билдәләнә. Рәсәй Федерацияһы Конституция суды Рәсәй Федерацияһы Президенты күрһәтеүе буйынса Федерация Советы тарафынан тәғәйенләнгән 19 судьянан тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР-ҙа 1989 йылдан Конституция суды функциялары СССР Конституцион күҙәтеү комитетына йөкмәтелә. 1991 йылдың 12 июлендә «Конституция Суды тураһында»ғы РСФСР Законы менән РСФСР Конституция суды ойошторола, ул РСФСР халыҡ депутаттары съезы тарафынан 1991 йылдың 30 октябрендә һайланған 13 судьянан тора:

  • Зорькин Валерий Дмитриевич — рәйес
  • Кононов Анатолий Леонидович
  • Эбзеев Борис Сафарович
  • Лучин Виктор Осипович
  • Олейник Владимир Иванович
  • Гаджиев Гадис Абдуллаевич
  • Витрук Николай Васильевич
  • Селезнёв Николай Васильевич
  • Ведерников Николай Трофимович
  • Тиунов Олег Иванович
  • Морщакова Тамара Георгиевна
  • Аметистов Эрнест Михайлович
  • Рудкин Юрий Дмитриевич

1992—1993 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Конституция суды конституцион кризисты көйләүҙә әүҙем ҡатнаша. Уның рәйесе Валерий Зорькин 1992 йылдың декабрендә Президент Борис Ельцин менән Юғары Совет араһындағы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша, Ельцин менән Хасбулатов араһында килешеү төҙөлә, уға ярашлы, Конституцияға резидент вәкәләттәрен сикләүсе төҙәтмәләрҙе көсөнә индереү 1993 йылдың апрелендә үтәсәк референдумға тиклем кисектерелә.

1993 йылдың 23 мартында Рәсәй Федерацияһы Конституция суды Президент Ельциндың 20 мартта халыҡҡа телевидение аша мөрәжәғәтен Конституцияға яраҡлы түгел тип таба[4], был президентты вазифаһынан ваз кистереү тураһындағы мәсьәләне ҡараруға нигеҙ була.

1993 йылдың 21 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Б. Н. Ельцин Халыҡ депутаттары съезын һәм Юғары Советты таратыу тураһында иғлан итә. Рәсәй Федерацияһы Конституция суды «Рәсәй Федерацияһы Президенты Б. Н. Ельциндың уның „Рәсәй Федерацияһында этаплап конституция реформаһы үткәреү тураһында“ғы 1993 йыл 21 сентябрь Указына бәйле эш-ғәмәлдәренең һәм ҡарарҙарының Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына тап килеү-килмәүе тураһында» 3-2-се һығымта сығара. Уның нигеҙендә Юғары Совет һәм Съезд Б. Н. Ельцинды Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһынан ваз кистерә[5] — был һығымта юҡҡа сығарылмай[6].

1993 йылдың 34 октябре ваҡиғаларынан һуң Б. Н. Ельцин Рәсәй Федерацияһы Конституция суды эшмәкәрлеген туҡтатып тора, ә 1994 йылда Рәсәй Федерацияһы Конституция суды тураһында яңы закон сығарыла. Уға ярашлы, Конституция суды эштәрҙе үҙ инициативаһы менән ҡарау һәм теге йәки был вазифалы кешеләрҙең эш-ғәмәлдәренең конституцияға яраҡлылығын, шулай уҡ партияларҙың конституциялылығын ҡарау хоҡуғын юғалта.

Рәсәй Федерацияһы Конституция суды Рәсәй Федерацияһы Федерация Советы тарафынан ҡабатлап 1995 йылдың февралендә йыйыла, ул 19 судьянан тора (Конституция суды судьяһы Г. Ғаджиев фекеренсә, Конституция судының составын киңәйтеү президент Ельциндың кризис мәлендә уға ҡаршы тауыш биргән 9 судьянан өҫтөнлөк тәьмин итергә теләүе менән бәйле була[7]), рәйесе итеп Владимир Туманов һайлана, 1997 йылда Марат Баглай рәйес була, ә 2003 йылда ҡабат Валерий Зорькин һайлана.

Был ваҡыт эсендә Рәсәй Федерацияһы Конституция суды 200-ҙән ашыу ҡарар ҡабул итә. Ҡаралған эштәрҙең күпселеге закондарҙың конституцияға яраҡлы булыуын тикшереүгә ҡағыла. РСФСР Енәйәтселек-процессуаль кодексының айырым положениелары 30-ҙан ашыу тапҡыр конституцияға яраҡлы түгел тип табыла.

Структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәйес Рәсәй Федерацияһы Конституция судының башлығы булып тора. «Рәсәй Федерацияһының Конституция Суды тураһында» 21.07.1994 № 1-ФКЗ (25.12.2012 ред.) Федераль конституцион закондың 23-сө статьяһына ярашлы:

  • Рәсәй Федерацияһы Конституция судының рәйесе вазифаға Рәсәй Федерацияһы Конституция судының судьялары араһынан Рәсәй Федерацияһы Президенты күрһәтеүе буйынса Федерация Советы тарафынан алты йылға тәғәйенләнә.
  • Рәсәй Федерацияһы Конституция суды рәйесенең ике урынбаҫары була, улар вазифаға Рәсәй Федерацияһы Конституция суды судьялары араһынан Рәсәй Федерацияһы Президенты күрһәтеүе буйынса Федерация Советы тарафвнан алты йылға тәғәйенләнә.
  • Рәсәй Федерацияһы Конституция суды рәйесе һәм уның урынбаҫарҙары, вәкәләттәренең мөҙҙәте тулғандан һуң, вазифаға яңы мөҙҙәткә тәғәйенләнә ала.

2016 йылға штат һаны 233 берәмек тәшкил итә[8].

Рәсәй Федерацияһы Конституция судының вәкәләттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһы Конституция суды, Конституцияның 125-се статьяһына ярашлы:

  • Рәсәй Федерацияһы Президенты, Федерация Советы йәки уның ағзаларының биштән бере, Дәүләт Думаһы йәки уның депутаттарының биштән бере, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, Рәсәй Федерацияһы Юғары суды, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары һорауы буйынса федераль закондарҙың, Рәсәй Федерацияһы Президентының, Федерация Советының, Дәүләт думаһының, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең норматив акттарының, республикалар конституцияларының, Рәсәй Федерацияһы субъекттары уставтарының, шулай уҡ закондарының һәм Рәсәй Федерацияһы вәкәләттәре даирәһендәге һәм берлектәге вәкәләттәр даирәһендәге мәсьәләләр буйынса сығарылған башҡа норматив акттарының, дәүләт власы органдары араһындағы договорҙарҙың, Рәсәй Федерацияһының көсөнә инмәгән халыҡ-ара договорҙарының Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына яраҡлылыҡ мәсьәләләрен ҡарай.
  • Рәсәй Федерацияһы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власы органдары араһындағы компетенция тураһындағы бәхәстәрҙе хәл итә.
  • Граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм иректәрен боҙоу тураһындағы ялыуҙары һәм судтарҙың һорауы буйынса аныҡ эштә ҡулланылған йә ҡулланылырға тейеш булған закондың конституцияға яраҡлылығын тикшерә.
  • Президент, Дәүләт думаһы, Хөкүмәт, Федерация Советы, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыу власы органдары һорауы буйынса Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына аңлатма бирә.
  • Федерация Советы һорауы буйынса Рәсәй Федерацияһы Президентына ҡаршы ғәйепләү яһауҙың билдәләнгән тәртибен күҙәтеү тураһында һығымта бирә.

Рәсәй Федерацияһы Конституция суды шулай уҡ уға Конституция тарафынан (мәҫәлән, 104-се статьяға ярашлы, ул үҙ хакимиәте даирәһендәге мәсьәләләр буйынса закондар тәҡдим итеү хоҡуғына эйә) һәм федераль конституцион закондар менән бирелгән башҡа вәкәләттәрҙе башҡара (мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһы Президенты йәки Юғары суды һорауы буйынса «Рәсәй Федерацияһы референдумы тураһында»ғы закондың 15-се һәм 23-сө статьяларына ярашлы Рәсәй Федерацияһы референдумының конституцияға яраҡлылығын тикшерә).

Рәсәй Конституциия судының составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй почта маркаһы, 2001 йыл


  • Зорькин Валерий Дмитриевич — рәйес
  • Хохрякова Ольга Сергеевна — рәйес урынбаҫары
  • Маврин Сергей Петрович — рәйес урынбаҫары
  • Арановский Константин Викторович
  • Бойцов Александр Ильич
  • Бондарь Николай Семенович
  • Гаджиев Гадис Абдуллаевич
  • Данилов Юрий Михайлович
  • Жаркова Людмила Михайловна
  • Казанцев Сергей Михайлович
  • Князев Сергей Дмитриевич
  • Кокотов Александр Николаевич
  • Красавчикова Лариса Октябриевна
  • Мельников Николай Васильевич
  • Рудкин Юрий Дмитриевич
  • Ярославцев Владимир Григорьевич

Мәскәүҙән Санкт-Петербургҡа күсеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Конституция судының элекке бинаһы, хәҙер бында — Мәскәүҙәге вәкиллек
Конституция судының хәҙерге бинаһы — Санкт-Петербургтағы элекке Сенат менән Синод урынлашҡан бина (2011 йылғы почта маркаһы)

Судты Мәскәүҙән Санкт-Петербургҡа күсерергә 2005 йылда Федерация Советы рәйесе Сергей Миронов тәҡдим итә[9].

2007 йылдың 5 февралендә Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан Конституция судының даими урынын Мәскәүҙән Санкт-Петербургҡа үҙгәртеү тураһында № 2-ФКЗ Федераль конституцион законы 2008 йыл 16 октябрь архивланған. сығарыла.

2007 йылдың 23 декабрендә Рәсәй Федерацияһы Президентының «Рәсәй Федерацияһы Конституция Судының даими урыны тураһында» Указы сыға[10], уға ярашлы, Суд 2008 йылдың 1 февраленән 20 майына тиклемге ваҡыт эсендә күсенергә тейеш була.

Суд Сенат бинаһында урынлаша.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 https://www.confeuconstco.org/ru/members/full_members.html#rus
  2. http://web.archive.org/web/20220114225603/http://www.ksrf.ru/ru/Pages/InfoPage.aspx
  3. В текстах Конституции Российской Федерации и нормативных актов второе слово пишется с прописной буквы — Конституционный Суд; согласно Правилам русской орфографии и пунктуации — со строчной (полный академический справочник РАН, 2009)
  4. Заключение Конституционного Суда РФ от 23 марта 1993 г. N 1-З. garant.ru. Дата обращения: 8 август 2015.
  5. Заключение Конституционного Суда РФ от 21.09.1993 N З-2 «О соответствии Конституции Российской Федерации действий и решений Президента Российской Федерации Б. Н. Ельцина, связанных с его Указом от 21 сентября 1993 года „О поэтапной конституционной реформе в Российской Федерации“ и Обращением к гражданам России 21 сентября 1993 года»
  6. Заключение Конституционного Суда РФ от 21.09.1993 N З-2 «О соответствии Конституции Российской Федерации действий и решений Президента Российской Федерации Б. Н. Ельцина, связанных с его Указом от 21 сентября 1993 года „О поэтапной конституционной реформе в Российской Федерации“ и Обращением к гражданам России 21 сентября 1993 года»||КонсультантПлюс
  7. Вишневский Б. Судья Гадис Гаджиев: «Мы собрались вечером, действительно, без мантий» 2011 йыл 20 июнь архивланған. «Новая газета» 16.06.2011.
  8. Справка о численности и оплате труда гражданских служащих федеральных государственных органов (центральных аппаратов министерств и ведомств) за 2016 год. www.gks.ru. Дата обращения: 8 июль 2017. 2017 йыл 10 июль архивланған.
  9. Спикер СФ Миронов собирается перенести Конституционный суд в Санкт-Петербург//NEWSru.com, 6.10.2005
  10. Указ Президента Российской Федерации от 23.12.2007 № 1740 «О месте постоянного пребывания Конституционного Суда Российской Федерации» 2012 йыл 4 ғинуар архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Конституция Российской Федерации: Энциклопедический словарь / Авт. коллектив: В. А. Туманов, В. Е. Чиркин, Ю. А. Юдин; Руководитель авт. коллектива С. М. Шахрай. — 2-е изд., перераб. и доп. В. А. Тумановым. — М.: Большая российская энциклопедия: Юристъ, 1997. — 319 с. — (Interpretationes). — ISBN 5-7357-0143-6.
  • Баглай М. В., Туманов В. А. Малая энциклопедия конституционного права. — М.: БЕК, 1998. — 505 с. — ISBN 5-85639-241-8.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]