Рәсәй Федерацияһының Тотороҡландырыу фонды

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Тотороҡландырыу фонды (Ф)Рәсәй Федерацияһының иҡтисадты тотороҡландырыу маҡсатында булдырылған һәм файҙаланылған махсус дәүләт фонды. Тотороҡландырыу фонды түбәндәге функцияларҙы башҡара:

  •  дөйөм билдәле  прогрессив һалым һәм эшһеҙлек буйынса  пособие кеүек, иҡтисадты үҙенән-үҙе (автоматик) тотороҡландырыусы булып тора;
  • дәүләт финанстарына өҫтәмә тотороҡлоҡ тәьмин итә;
  • киләһе осорҙарҙа бюджет сығымдарын кәметеүҙе тәьмин итерҙәй инвестицион программаларҙы финанслау сығанағы булып хеҙмәт итә ала.

Асылда ул бюджет аша Федераль Йыйылыш түгел, ә туранан-тура хөкүмәт идара итә торған финанс активы булып тора.

РФ Тотороҡландырыу фонды 2004 йылдың 1 ғинуарында булдырыла [1].  2008 йылдың 1 февраленән тотороҡландырыу фонды ике өлөшкә  бүленә: Резерв фондына ( 01.05.2012 * йылғы мәғлүмәттәр  буйынса — 1 825,28 млрд һум) һәм Милли етешлек фондына (2 трлн 619,52 млрд һум 01.05.2012[2]). Нефть-газ трансферты иҫәбенә ебәрелә торған дөйөм аҡса күләме бюджет ҡануниәте тарафынан билдәләнгән һәм тулайым эске продукттың (ЭТП) дәүмәленә бәйләнгән: 2008 йылға — ЭТП-ның 6,1 проценты, 2009 йылда — 5,5 проценты, 2010 йылда — 4,5 проценты, ә 2010 йылдан һуңғы күләме ТП-ның 3,7 проценты күләмендә нығытылған[3].

Закон нигеҙе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тотороҡландырыу фондын төҙөү һәм файҙаланыу тәртибе тәүҙә РФ Бюджет кодексының "Рәсәй Федерацияһының Тотороҡландырыу фонды" тигән 13.1-се бүлеге менән көйләнә.  2008 йылдың 1 ғинуарынан был бүлек  үҙ көсөн юғалта, уның урынына кодекс  "Федераль бюджеттың нефть һәм газ килемдәрен файҙаланыу" тигән 13.2-се бүлек менән тулыландырыла.

 Фондтың сараларына идара итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иң беренсе сиратта Тотороҡландырыу фондындағы аҡсаға идара итеү менән уны ҡулланыу араһында аныҡ сик үткәрергә кәрәк. Фондың тәғәйенләнеше — илдең стратегик финанс резервы булып хеҙмәт итеү, ә идара итеүҙең төп маҡсаты Тотороҡландырыу фондындағы аҡсаны хаҡы төшөүҙән һаҡлау һәм  юғары ликвидлыҡ (аҡсаға әйләндереү) мөмкинлеген тәьмин итеүҙән ғибәрәт. Ҡағиҙә булараҡ, аҡсаны урынлаштырып, юғары килемлелек тәьмин итеү  ҙур хәүеф менән янай, ә был фонд функцияһының асылына ҡаршы килә. Хөкүмәт ҡарары нигеҙендә Финанс министрлығы Тотороҡландырыу фонды аҡсаһына ике ысул менән идара итергә хоҡуҡлы (һәр береһе менән айырым йә икеһе менән бер юлы):

  •  Фонд аҡсаһына АҠШ долларында, еврола һәм Берләшкән короллектең стерлинг фунтында сит ил валюталары һатып алыу һәм уларҙы Рәсәй Банкында Тотороҡлолоҡ фонды аҡсаларын сит ил валютаһында иҫәпкә алыу счёттарында урынлаштырыу юлы менән. Аҡсаны файҙаланған өсөн Үҙәк Банк банк счёты договорында билдәләнгән проценттарҙы түләй;
  •  Фонд саралары иҫәбенә сит илдәрҙең бурыс йөкләмәләрен һатып алыу.

Дәүләттәр исемлеген  һәм уларҙың бурыс  йөкләмәләренә талаптарҙы  Хөкүмәт билдәләй, ә Финанс министрлығы Фонд сараларының  норматив валюта структураларын, бурыс йөкләмәләрен ҡаплауға тиклемге минималь һәм максималь мөҙҙәттәр нормативтарын, иҫәп-хисап алып барыу һәм проценттар өҫтәү тәртибен һәм операцияларҙы үткәргәндә Федераль казначейство менән эш итеү эшләй. 2006 йылдың 24 июлендә Фондтың бөтә аҡсаһын сит ил валюталарына әйләндереү процесы башлана һәм 2006 йылдың 16 октябрендә был эш тамамлана. Шунан башлап ингән һәр аҡса Үҙәк Банктың валюта счёттарына урынлаштырыла бара. 2007 йылдың майына ҡарата Фонд  аҡсалары ошо валюта структураһына ярашлы урынлаштырыла: доллар һәм евро — 45 %, фунт — 10 %[4]. Бурыс йөкләмәләрен ҡаплау көнө уларҙы һатып алыу көнөнә ҡарата (портфель формалаштырыу көнө) түбәндәге мөҙҙәт менән сикләнгән (йылдарҙа): 0,25 — 3. Йыл һайын Үҙәк Банк бурыс йөкләмәләренән барлыҡҡа килгән портфелдәрҙең керем индереү эквивалентына ярашлы рәүештә  проценттар түләй (ул бурыстарға АҠШ хөкүмәтенең , Бөйөк Британияның һәм ҡайһы бер ЕС илдәренең ҡиммәтле ҡағыҙҙары инә).

Үҙгәрештәр динамикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дата миллиард

АҠШ доллары

миллиард

һум

21.08.2014 89,96 3 645,29
01.01.2010 60,52 1 830,51
01.03.2009 (буласаҡ) 136,33 4 869,74
01.01.2009 137,09 4 027,64
01.01.2008 156,81 3 849,11
01.12.2007 144,43 3 517,05
01.11.2007 147,60 3 649,25
01.10.2007 141,05 3 519,09
01.09.2007 132,91 3 409,07
01.08.2007 127,48 3 263,56
01.07.2007 121,68 3 141,35
01.06.2007 116,85 3 026,68
01.05.2007 113,70 2 920,50
01.04.2007 108,11 2 812,21
01.03.2007 103,55 2 708,85
01.02.2007 99,77 2 647,21
01.01.2007 89,13 2 346,92
01.12.2006 83,21 2 189,52
01.11.2006 76,62 2 049,30
01.10.2006 70,73 1 894,09
01.09.2006 64,73 1 730,64
01.08.2006 82,14 2 207,33

2004 йылдың аҙағында Фонды күләме аҡсалары 500 млрд һумдан артып киткән, шунлыҡтан артыҡ сумма киләһе йылда  тышҡы бурысты  түләргә һәм  Пенсия фондының ҡытлығын ҡапларға  түбәндәге күләмдә йүнәлтелгән:

  • 93,5 млрд һум (эквивалент 3,3 млрд АҠШ доллары)  Халыҡ-ара валюта фонды алдындағы бурысты түләүгә ;
  • 430,1 млрд һум (эквивалент 15 млрд АҠШ доллары) —  Париж клубы илдәре ағзалары алдындағы  бурысты түләүгә;
  • 123,8 млрд һум (эквивалент 4,3 млрд АҠШ доллары) — Внешэкономбанктан 1998-1999 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Финанс министрлығы тарафынан  Рәсәй Федерацияһының тышҡы бурыстарын түләү һәм уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн алынған кредиттары буйынса  бурыстарҙы түләүгә
  • 30 млрд. һум (эквивалент 1,04 миллиард АҠШ доллары)  Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының ҡытлығын ҡаплау өсөн .

2006 йылда шул уҡ маҡсаттарҙа 605 миллиард, ә 2007 йылда — 12 млрд һум тотонолдо.

 2008 йылдың 1 февралендә Фонд ике өлөшкә бүленгәнсә фондтың күләме 3 852 млрд. һум тәшкил итте.

2006 йылдың   24 июленән алып (Стабфонд сараларын инвестициялау башланыу датаһы) - 2007 йылдың15 декабрендә инвестициялауҙан килгән дөйөм табыш  174,78 миллиард һум тәшкил иткән. ( 2006 йылдың 15 декабренән алып  2007 йылдың  15 декабренә тиклемге йыллыҡ табыш— 151,89 млрд. һум тәшкил иткән).  АҠШ доллары менән инвестициялау буйынса керемдәрҙең үҫеше бер йыл эсендә 10,94 процент, һумдарҙа — яҡынса 5 % тәшкил иткән[5].

Тәнҡит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шуныһы ҡыҙыҡ,  РФ  2006 йылдың 21 апрелендә сыҡҡан № 229, "О порядке управления средствами Стабилизационного Фонда РФ" Хөкүмәт Ҡарары буйынса сит илдәр хөкүмәттәренең   ҡиммәтле ҡағыҙҙарына  Финанс министрлығы  аҡсаларҙы тик инглиз алфавиты тәртибендә генә  урынлаштыра ала, йәғни 

"бурыс йөкләмәләре рәүешендәге  хөкүмәт ҡиммәтле ҡағыҙҙары Австрия, Бельгия, Финляндия, Франция, Германия, Греция, Ирландия, Италия, Люксембург, Нидерландтар, Португалия, Испания, Бөйөк британия һәм АҠШ илдәренең бары тик АҠШ долларында, евро һәм английский фунт стерлингендә генә "[6]

Был факт оппозицияға Стабфонд аҡсаларын урынлаштырыу тураһындағы закондың башта уҡ тик инглиз телендә яҙылыуы тураһында һөйләргә мөмкинлек бирҙе[7]. Тәнҡиттең иң төп сәбәбе булып  шулай уҡ, Стабфонд капитал аҡсаларының түбән нәтижәлелеге тора. 2006 йылдың май айында «Родина» (Народная воля — СЕПР) Дума фракцияһы, Минфин башлығы Алексей Кудринды   һәм МЭРТ башлығы Герман Грефты Рәсәй  Стабилизация фонды менән   эффективлы идара итмәүҙәре сәбәпле отставкаға ебәрергә тәҡдим итте. 

"Беҙҙең фекер буйынса һәм күп эксперттар баһаламалары буйынса ,  Стабилизация фонды менән идара итеү бик түбән дәрәжәлә алып барыла.  Һуңғы ике йылда аҡса юғалтыуҙар 133 млрд. һум күләмен тәшкил иткән, был  2005 йылда уҡыу-уҡытыу системаһын финанслау күләменә тиң "[8]

Ҡайһы бер иҡтисадсыларҙың  инфляцияны туҡтатыу өсөн стабфонд аҡсаларын сит ил активтарына индереү тураһындағы аргументтары оппозициялағы иҡтисадсылар тарафынан түбәндәге нигеҙҙәр буйынса ныҡ тәнҡитләнә:

  •  инфляцияны кәметеү өсөн иң беренсе сиратта конкуренцияны үҫтерергә кәрәк, ә шул уҡ ваҡытта ағымдағы дәүләт сәйәсәте дәүләттең ролен иҡтисадта арттыра, ә был монополизацияны түбәнәйтмәй;
  • Башҡа илдәрҙең , беренсе сиратта, АҠШ-тың,дәүләт облигациялары ставкалары кредит йәлеп ителеүсе дәүләт компаниялары (Газпром, Роснефть һ. б.) ставкаларынан түбәнерәк, шунлыҡтан Рәсәй иҡтисадында  аҡса күләме кәмемәй, ә шул уҡ ваҡытта  проценттар түләү өсөн сығымдар арта.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

См. шулай уҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]