Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Федераль закон (Рәсәй)
Рәсәй Федерацияһының
Хеҙмәт кодексы
Номер: 197-ФЗ
Ҡабул ителгән: Дәүләт думаһы тарафынан 21.12.2001
Раҫлау: Федерация Советы тарафынан 26.12.2001
Ҡул ҡуйыу: Рәсәй Президенты тарафынан 30.12.2001
Көсөнә ингән: 1.02.2002
Первая публикация: «Российская газета» № 256, 31.12.2001
Тулы текст Викикитапханала?.

Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексы — хеҙмәт тураһында кодифициялы закон акты (кодекс), 2001 йылдың 30 декабрендә сыҡҡан 197-ФЗ һанлы Федераль закон. 2002 йылдың 1 февраленән уға тиклем 1971 йылдан бирле эш иткән РСФСР Хеҙмәт тураһындағы закондар кодексы (РСФСР КЗоТ-ы) урынына ғәмәлгә индерелгән. Кодекс хеҙмәткәрҙәр менән эш биреүселәр араһындағы хеҙмәт мөнәсәбәттәрен билдәләй һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы бүтән федераль закондарға, РФ Президенты Указдарына, РФ Хөкүмәте Ҡарарҙарына һәм башҡаларға ҡарата өҫтөнлөклө әһәмиәткә эйә.

Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексы, атап әйткәндә, хеҙмәткәр менән эш биреүсенең хоҡуҡтарын һәм бурыстарын раҫлай, хеҙмәтте һаҡлау, һөнәргә әҙерлек, һөнәргә ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияны күтәреү, эшкә урынлашыу, социаль партнерлыҡ мәсьәләләрен көйләй. Хеҙмәткә түләү һәм хеҙмәт нормалары ҡағиҙәләре, хеҙмәт бәхәстәрен хәл итеү тәртибе нығытыла. Айырым бүлектәр граждандарҙың ҡайһы бер категорияларының (бәлиғ булмағандарҙың, педагогтарҙың, тренерҙарҙың һәм спортсыларҙың, йортта эшләүселәрҙең, вахта ысулы менән эшләүселәрҙең һәм башҡаларҙың) хеҙмәтен хоҡуҡи көйләү үҙенсәлектәренә арнала.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының киҫәктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • I киҫәк. Дөйөм положениелар
  • II киҫәк. Хеҙмәт өлкәһендә социаль партнерлыҡ
  • III киҫәк. Хеҙмәт договоры
  • IV киҫәк. Эш ваҡыты
  • V киҫәк. Ял ваҡыты
  • VI киҫәк. Хеҙмәткә түләү һәм хеҙмәт нормалары
  • VII киҫәк. Гарантиялар һәм компенсациялар
  • VIII киҫәк. Хеҙмәт тәртибе, хеҙмәт дисциплинаһы
  • IX киҫәк. Хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәргә әҙерлеге, һөнәргә ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияларын күтәреү
  • X киҫәк. Хеҙмәтте һаҡлау
  • XI киҫәк. Хеҙмәт договоры яҡтарының матди яуаплылығы
  • XII киҫәк. Хеҙмәткәрҙәрҙең айырым категорияларының хеҙмәтен көйләү үҙенсәлектәре
  • XIII киҫәк. Хеҙмәт хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау. Хеҙмәт бәхәстәрен ҡарау һәм хәл итеү. Хеҙмәт ҡануниәтен һәм хеҙмәт хоҡуҡиәте нормаларына ҡағылған башҡа акттарҙы боҙған өсөн яуаплылыҡ
  • XIV киҫәк. Йомғаҡлау положениелары

Ғәмәлдәге Хеҙмәт кодексы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәмәлдәге Хеҙмәт кодексы 2001 йылда ҡабул ителә һәм 2002 йылда көсөнә инә.[1]

Кодексҡа әүәлге хеҙмәт ҡануниәтендә булмаған «дистанциялы эш» һәм «дистанциялы хеҙмәткәрҙәр» тигән төшөнсәләр индерелә. Шулай уҡ бындай хеҙмәткәрҙәр менән хеҙмәт договорына ҡул ҡуйыуҙы еңелләштереү өсөн Электрон ҡултамға тураһындағы законға[2] үҙгәрештәр индерелә[3].

Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге Хеҙмәт кодексындағы төп төшөнсәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]