Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәренең Һарытау хәрби институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәренең Һарытау хәрби институты
Нигеҙләү датаһы 19 май 1932
Рәсми атамаһы 4-я школа пограничной охраны, Саратовское военное училище пограничной и внутренней охраны НКВД СССР, Саратовское высшее военное командное училище МВД СССР, Саратовское высшее военное командное училище внутренних войск МВД России һәм Саратовский военный институт внутренних войск МВД России
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Һарытау
Урын Һарытау
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Жуков ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәренең Жуков һәм Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Һарытау хәрби институты (СВКИ ВНГ РФ) — Рәсәй милли гвардияһы хеҙмәте офицерҙарын әҙерләүсе Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең юғары белем биреү учреждениеһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрби институттың КПП-ы. 1999 йыл.

Айырым дәүләт сәйәси идаралыҡ (ОГПУ) коллегияһының 1932 йылдың 19 майы бойороғо нигеҙендә Һарытауҙа сик буйы ғәскәрҙәре һағы һәм Айырым дәүләт сәйәси идаралығы ғәскәрҙәренең 4-се мәктәбе булдырыла һәм даими дислокация урыны ла ошонда була. 1937 йылдың апрелендә мәктәп хәрби училищеһы итеп үҙгәртелә, «Һарытау СССР Эске эштәр халыҡ комиссариаты сик буйы һәм эске һағының хәрби училищеһы» тип үҙгәртелә. 1937 йыл уртаһынан — «Һарытау СССР Эске эштәр халыҡ комиссариатының сик һәм эске ғәскәрҙәренең хәрби училищеһы». (СССР НКВД-һы)

1938 йылда училищены тамамлаусылар япон илбаҫарҙарына ҡаршы менән Хәсән күле, 1939 йылда — Халхин-Гол йылғаһы янында, 1940 йылдың ғинуарында —Совет-фин һуғышы барышында Карел муйынында батырҙарса алышты.

СССР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 26 апрель бойороғо менән училище тамамлаусы лейтенант Дмитрий Иванович Ракус уҡыу йорто тарихында беренсе булып Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Бөйөк Ватан һуғышы институт тарихы йылъяҙмаһына айырым бер бит булып яҙылды. Һуғыш барышында 20 тамамлаусы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды. Шуларҙың береһе— подполковник Николай Васильевич Мамонов Һарытау хәрби училищеһының әхси составына мәңгелеккә яҙылды. Һуғыш йылдарында Һарытау хәрби училищеһы барлығы 16 сығарылыш эшләй, төрлө хәрби һөнәргә эйә 6 135 офицер уҡып сыға.

Һуғыштан һуң, 1947 −1949 йылдарҙа училищеның офицерҙары һәм курсанттары Көнбайыш Украинала һәм Балтик буйында милли формированиеларға ҡаршы көрәшеүсе ғәскәри операцияларҙа ҡатнаша.

1966 йылдың 30 авгусында училищеға Феликс Эдмундович Дзержинский исеме бирелә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1982 йылдың 6 май Указы менән юғары белем биреү учреждениеһы «эске ғәскәрҙәр өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә һәм «СССР Эске эштәр министрлығының Ф. Э. Дзержинский исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы Һарытау юғары хәрби команда училищеһы» тип үҙгәртелә.

1990 йылда Ф. Э. Дзержинский исемендәге Һарытау хәрби училищеһы офицерҙары һәм курсанттары Баҡылағы сыуалыштарҙы баҫтырыуҙа ҡатнаша.

1994—2009 йылдан меңәрләгән институт тамамлаусылар Чечен республикаһында конституция тәртибен тергеҙеүҙә, ә һуңынан Чечняла контртеррористик операцияла ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһы милли хәүефһеҙлеген тәьмин итеү хаҡына уларҙың 42-һе батырҙарса һәләк булды. Күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары институт тамамлаусылар генерал-полковниктар Анатолий Романов һәм Михаил Паньков, полковник Александр Никишин Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булды. Подполковник Николай Шевелёв, майор Роман Китанин, өлкән лейтенант Александр Ковалёв һәм лейтенант Джафяс Яфаровүлгәндән һуң «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән бүләкләнде[1].

2017 йылдың 20 майында Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәте директоры — Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәре баш командующийы армия генералы Виктор Золотов Һарытау Ҡыҙыл Байраҡлы хәрби институтына Жуков орденын[2] тапшырҙы.

Институтты йәшәйеше осоронда төп курстарҙың 92 сығарылышы һәм 37 тапҡыр имтихандарҙы экстерн биреп, ғәскәрҙәр өсөн 38 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн, егерме дүрт тәрбиәләнеүсегә Советтар Союзы Геройы исеме, һуғыштан һуңғы осорҙа халыҡ хужалығын тергеҙеүҙә ҡатнашҡаны өсөн өс тамамлаусыға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме, ете тамамлаусыға (дүртәүһенә үлгәндән һуң) Рәсәй Геройы исеме бирелде.

Институттың структураһы һәм идара органдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрби институт структураһы:

  • Идаралыҡтар, шул иҫәптән: командование, 6 бүлек (уҡыу, фәнни-тикшеренеү һәм редакция-нәшриәт, шәхси состав менән, кадрҙар менән эшләү, строевой, финанс), 6 хеҙмәт (юридик, дежур, элемтә, инженер, радиацион, химик һәм биологик һаҡлау (РХБЗ), медицина), 2 төркөм (хәрби әҙерлек, ғәскәри һәм хәрби хеҙмәт хәүефһеҙлеге), йәшерен-картографик бүлек, техник часть һәм тыл;
  • Төп подразделениелар, шул иҫәптән: 5 курсанттар батальоны, 14 институт кафедраһы һәм көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу адъюнктуралары;
  • Тәьмин итеү подразделениелары, шул иҫәптән: уҡыу процесын тәьмин итеү батальоны, элемтә үҙәге, Идаралыҡтың автоматик системаһы (АСУ) үҙәге, уҡыу үҙәге, уҡыу-тәжрибә оҫтаханаһы, типография, хәрби поликлиника, хәрби оркестр, клуб, китапхана.

Училищеның элекке исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарытау Рәсәй ЭЭМ-ы эске ғәскәрҙәренең Ф. Э. Дзержинский исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы юғары хәрби команда училищеһының юбилей күкрәк билдәһе — юғары уҡыу йортона 60 йыл
  • Сик һаҡлау һәм ОГПУ ғәскәрҙәренең 4-се мәктәбе (1932—1937)[3]
  • Һарытау СССР Эске эштәре халыҡ комиссариатының (НКВД) сик һәм эске һағы хәрби училищеһы (1937—1939)
  • Һарытау СССР Эске эштәре халыҡ комиссариаты ғәскәрҙәренең хәрби училищеһы (1939—1946)
  • Һарытау СССР ЭЭМ-ы ғәскәрҙәренең хәрби училищеһы (1946—1947)
  • Һарытау СССР Дәүләт Хәүефһеҙлеге Министрлығы (МГБ) ғәскәрҙәренең хәрби училищеһы (1947—1954)
  • Һарытау СССР ЭЭМ-ы ғәскәрҙәренең хәрби училищеһы (1954—1966)
  • Һарытау СССР Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министрлығының Ф. Э. Дзержинский исемендәге хәрби училищеһы (1966—1969)
  • Һарытау СССР ЭЭМ-ы ғәскәрҙәренең Ф. Э. Дзержинский исемендәге хәрби училищеһы (1966—1973)
  • Һарытау СССР ЭЭМ-ы эске ғәскәрҙәренең Ф. Э. Дзержинский исемендәге хәрби команда училищеһы (1973—1982)
  • Һарытау СССР ЭЭМ-ы эске ғәскәрҙәренең Ф. Э. Дзержинский исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы юғары хәрби команда училищеһы (1982—1991)
  • Һарытау Рәсәй ЭЭМ-ы эске ғәскәрҙәренең Ф. Э. Дзержинский исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы юғары хәрби команда училищеһы (1991—1997)
  • Һарытау Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең Ҡыҙыл Байраҡлы хәрби институты (1997—2004)
  • Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең хәрби институты (2004—2015)[4]
  • Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең Ҡыҙыл Байраҡлы хәрби институты (2015—2016)
  • Һарытау Рәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәренең Ҡыҙыл Байраҡлы хәрби институты (2016—2017)

Училище начальниктары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 19321933 — комкор Абрамович С. И.[5]
  • 19331936 — комдив Панин И. В.[6]
  • 19361939 — генерал-майор Крамарчук Д. В.[7]
  • 1939—1942 — полковник Воробейков А. В.
  • 1942—1950 — генерал-майор Городничев И. Ф.
  • 1950—1957 — полковник Дулов Д. Н.
  • 1957—1962 — полковник Панов Н. Н.
  • 1962—1965 — генерал-майор Просянок А. С.
  • 1965—1968 — генерал-майор Машовец П. И.
  • 1968—1971 — генерал-майор Радченко М. А.
  • 1971—1976 — генерал-майор Нестеров Ю. В.
  • 1976—1987 — генерал-майор Алферов Ю. Ф.
  • 1987—1994 — генерал-майор Царахов С. К.
  • 1994—2000 — генерал-майор Горчаков Г. Н.[8]
  • 2000—2006 — генерал-майор Воронов М. С.
  • 2006—2019 — генерал-майор Мухоед С. Д.
  • 2019 — әлеге ваҡытта — генерал-майор Алейник С. И.

Герой исеменә лайыҡ булғандар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Советтар Союзы Геройҙары

  • Генерал-майор Банкузов Анатолий Иванович (05.05.1945)
  • Полковник Константинов Александр Константинович (26.08.1941)
  • Полковник Федулов Павел Иванович (27.02.1945)
  • Полковник Яровой Артемий Сергеевич (08.09.1945)
  • Подполковник Маковецкий Фёдор Ефремович (17.10.1943)
  • Подполковник Зенин Илларион Степанович (21.07.1944)
  • Подполковник Мамонов Николай Васильевич (24.03.1945, үлгәндән һуң)
  • Майор Машинцев Михаил Савельевич (06.04.1945)
  • Майор Серёжников Александр Иванович (16.10.1943, үлгәндән һуң)
  • Лейтенант Лопатин Алексей Васильевич (18.12.1957, үлгәндән һуң)
  • Лейтенант Ракус Дмитрий Иванович (26.04.1940, үлгәндән һуң)

Социалистик Хеҙмәт Геройҙары

  • Полковник Витченко Степан Степанович (23.04.1974)
  • Капитан Хафизов Шариф Сагирович (31.12.1966)

Рәсәй Федерацияһы Геройҙары

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]