Рәсәй Федерацияһы федераль именлек хеҙмәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте
(РФ ФИХ-е)
Дөйөм мәғлүмәт
Етәкселәре Рәсәй Президенты
Юғары идара Рәсәй Президенты
Штаб-фатир Мәскәү

Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте (урыҫ. Федеральная служба безопасности Российской Федерации) — Рәсәй башҡарма федераль власының туранан-тура Рәсәй Президентына буйһонған дәүләт органы. Бер үк ваҡытта Рәсәйҙең дәүләт имәнлеген тәьмин итеүсе махсус хеҙмәт булып тора. Дәүләт именлеге органдары эшмәкәрлеге ғәмәлдәге дәүләт (конституцион) ҡоролошҡа ҡаршы енәйәттәргә юл ҡуймауға һәм эшләнгәндәрен асыуға, дәүләттең тышҡы һәм эске именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Дәүләт именлеге органдары эшмәкәрлегенең норматив-хоҡуҡи базаһын РФ Конституцияһы, РФ-тың “Федераль именлек хеҙмәте тураһында”ғы Законы (1995) тәшкил итә [1].

РФ Дәүләт именлеге органдарының төп бурыстары:

  1. РФ-тың директив органдарын дәүләт именлегенә янаған хәүефтәр тураһында иҫкәртеү;
  2. сит илдәрҙең махсус хеҙмәттәре һәм ойошмаларының, айырым кешеләренең разведкалау һәм башҡа төр эшмәкәрлеген асыҡлау, иҫкәртеү һәм булдырмау;
  3. терроризм һәм диверсия эшмәкәрлегенә ҡаршы көрәш алып барыу;
  4. дәүләт власы органдары менән берлектә ойошҡан енәйәтселеккә, коррупцияға, контрабандаға, енәйәтсел килемдәрҙе легалләштереүгә, халыҡ миграцияһына ҡағылышлы закон боҙоуҙарға, ҡорал, һуғыш припастары, наркотик һәм психотроп матдәләр, мәғлүмәтте йәшерен юл менән алыу өсөн ҡулланыла торған техник саралар әйләнешенә ҡаршы көрәшеү;
  5. көс ҡулланып, конституцион ҡоролошто үҙгәртеү, власты баҫып алыу йә ҡулда тотоу маҡсатын ҡуйған ҡораллы фетнәләрҙе ойоштороуға ҡаршы тороу;
  6. үҙ вәкәләттәре сиктәрендә дәүләт серенә индерелгән мәғлүмәттәрҙе һаҡлау;
  7. РФ именлеге, уның иҡт., фәнни техник һәм оборона потенциалын күтәреү мәнфәғәттәрендә үткәрелеүсе сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа дәүләт власы органдарына булышлыҡ итеү һ.б.

Рәсәй дәүләт именлеге органдар тарихы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Рәсәй дәүләт именлеге органдар тарихы

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы (урыҫ. Управление ФСБ России по Республике Башкортостан) — Рәсәй Федерацияһы федераль именлек хеҙмәтенең территориаль органы. Дәүләт именлеге органдары дәүләттең хоҡуҡ һаҡлау системаһының состав өлөшө булып тора.

2011 йылдан алып Федераль именлек хеҙмәте һәм башҡа федераль органдарҙың территориаль идаралыҡтары вәкилдәре Башҡортостандың контроль-иҫәп палатаһы Коллегияһы составына индерелә ала. Был турала закон проектын БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 2011 йылда Бюджет, һалым, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет ултырышында хуплап сыҡты.

Башҡортостан дәүләт именлеге органдарының тарихы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

1918 йылдың 17 мартынан башлана: был көндә ВЧК (Всероссийская Чрезвычайная комиссия) составында Өфө губернияһының Ғәҙәттән тыш комиссияһы (Уфимская губЧК) ойошторолған. Уның рәйесе итеп Петр Зенцов тәғәйенләнә. 1919 йылда Башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлгәс ул саҡтағы Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә БашЧК эшләй башлай. Уның етәксеһе Әхмәҙулла Биишев була. Был ваҡытта башлап ВЧК органдарының функциялары һиҙелерлек киңәйтелә: улар разведка, сәйәси эҙләнеү, шпиондар һәм советтарға ҡаршы подполье менән әүҙем көрәш ойоштора. 1922 йылдың 6 февралендә ВЧК органдары РСФСР Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты эргәһендәге Дәүләт сәйәси идаралығы (Государственное политическое управление при НКВД РСФСР) итеп үҙгәртелә. Шул уҡ йылда Өфө губернияһы БАССР составына ингәс, ике именлек органы бергә ҡушыла һәм БашГПУ-ға әйләнә.1923 йылдың 2 ноябрендә ГПУ органдары СССР Халыҡ Комиссариаты эргәһендәге Берләштерелгән Дәүләт Сәйәси Идаралығы (Объединенное Государственное Политическое Управление (ОГПУ) при СНК СССР итеп үҙгәртелә. 1934 йылдың 1 июлендә ОГПУ-ның исеме Главное управление госбезопасности (ГУГБ) при НКВД СССР булып китә. Быға бәйле республиканың именлек органдары атамаһы ла алмашынып тора. Был йылдарҙа республика именлек органдарын етәкләүселәр:

Өфө Губерния Ғәҙәттән тыш комиссияһы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. П.И.Зенцов (04-07.1918),
  2. А.П.Павлуновский (12.1918-04.1919),
  3. Н.А.Долгирев (06-07.1919),
  4. С.Т.Галкин (07.1920-07.1922),
  5. А.Е.Белогуров (07.1922-1923).

Башҡортостан өлкә Ғәҙәттән тыш комиссияһы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. А.А.Биишев (03-06.1919),
  2. С.Ш.Мурзабулатов (06.1919-01.1920),
  3. Ф.Н.Тухватуллин (03-05.1920),
  4. С.С.Лобов (06-12.1920),
  5. И.Д.Каширин (12.1920-04.1921),
  6. П.В.Гузаков (04-10.1921),
  7. Н.Л.Волленберг (12.1921-04.1923),
  8. А.С.Ермолаев (05.1923-12.1926),
  9. В.И.Музыкант (12.1926-02.1928),
  10. Н.А.Извеков (02.1928-04.1929),
  11. Н.П.Зеликман (04.1929-1930),
  12. М.С.Погребинский (1930—1934).

БАССР Эске эштәр ХК-һы (БАССР ДИХК-һы) халыҡ комиссарҙары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. Н.П.Зеликман (1934-1937),
  2. С.А.Бак (04-09.1937),
  3. А.А.Медведев (09.1937-1938),
  4. А.Г.Соколов (1939-1945),
  5. Д.Р.Быков (06.1945-1946).

БАССР ДИМ-ы министрҙары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. Д.В.Ҡасимов (1946-1953),
  2. К.Ф.Фирсанов (1953-1954).

БАССР КГБ-һы рәйестәре[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. П.П.Матвиевский (1954 й. алып),
  2. В.Г.Соколов (1956 й. алып),
  3. Я.П.Никулькин (1961 й. алып),
  4. Г.А.Нагорный (1962 й. алып),
  5. А.П.Рагозин (1967 й. алып),
  6. А.Н.Лебедев (1969 й. дек. алып),
  7. И.А.Маркелов (1970 й. алып),
  8. Л.Н.Чириков (1974 й. июненән алып),
  9. В.Г.Мищенко (1979 й. дек. алып),
  10. В.А.Поделякин (1987 —91).

Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль именлек хеҙмәте идаралығы начальниктары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. В.П.Наумов (1991 йылдын июненән алып)
  2. В.В.Евтушенко (1997 йылдын алып)
  3. И.В.Черноков (2002 ылдын мартынан алып)
  4. В.Н.Палагин (2008 йылдын алып)
  5. Гайденко Олег Николаевич (2013 йылдың октябрь айынан)

== Сығанаҡтар == "От губЧК до ФСБ".Сборник очерков.-Уфа:Китап,2003.-280 с.

Етәксе[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Гайденко Олег Николаевич, Генерал-майор. 1967 йылда Ростов өлкәһендә тыуған.

2011-2013 йй. Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Һарытау өлкәһе буйынса Идаралығы начальнигы.

2013 йылдын октябрь айынан Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы начальнигы.

Контакттар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

450000, Башҡортостан Республикаһы, Өфө, Крупская урамы, 19

Телефон: 8(3472) 72-99-44

«Ышаныс» юл: 8 (3472) 73-73-72

e-mail: ufsb@fsb.ru

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль именлек хеҙмәте идаралығы
  2. «Биатлон»да саңғы буйынса Рәсәй федераль именлек хеҙмәте чемпионаты старт алды
  3. Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһына Федераль именлек хеҙмәте вәкиле инде

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]