Рәсәй дәүләт именлеге органдар тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Рәсәй дәүләт именлеге органдар тарихы[1].

19 б. уртаһына тиклем Уралда разведка һәм сәйәси эҙәрләү функцияларын воевода, губернаторҙар етәкселегендә урындағы идаралыҡ органдары чиновниктары һәм төбәккә командировкаға ебәрелгән кешеләр башҡара.

1827 й. Рәсәй полиция департаменты эргәһендә Жандармдарҙың айырым корпусы булдырыла.

1827 й. 28 апр. Император Николай I указы м н Ҡазан жандарм округының Ырымбур бүлексәһе ойошторола, уға Ырымбур губернаһы, 1851 й. — Һамар губернаһы һәм 1865 й. алып Өфө губернаһы терр ялары инә.

1867 й. 9 сент. “Жандармдар корпусы тураһындағы положение”ға ярашлы, жандарм округ бүлексәләре бөтөрөлә, Ырымбур, Һамар һәм Өфө губ. жандарм идаралыҡтары (ГЖИ) ойошторола.

19 б. 80-се йй. алып Һамар—Златоуст т. юлының (20 б. башынан Ырымбур—Ташкент т. юлы) Жандарм-полиция идаралыҡтары эшләй.

1866 й. Рәсәй полиция департаменты эргәһендә Һаҡ бүлексәһе (сәйәси эҙәрләү органы) ойошторола.

1908 й. Өфө һәм Ырымбур губ. Пермь район һаҡ бүлексәһенә инә. Төбәктең жандарм идаралыҡтары һәм һаҡ бүлексәләре революция хәрәкәтегнә, милли хәрәкәткә ҡаршы көрәшә һәм төрлө соц. ҡатламдарҙағы кәйефтәрҙе күҙәтә.

1917 й. 4 мартында Ваҡытлы хөкүмәт указы м н Айырым жандарм корпусы һәм һаҡ бүлексәләре бөтөрөлә. Революция (1917) ваҡиғаларынан һуң ХКС-тың 1917 й. 7 дек. ҡарары м н контрреволюция, спекуляция һәм саботажға ҡаршы көрәш б са Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы ойошторола.

1918 й. мартында Өфө губерна ғәҙәттән тыш эштәр комиссияһы, 1919 й. Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы ойошторола.

1922 й. февр. Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы бөтөрөлә, уның функцияларының бер өлөшө — суд органдарына, бер өлөшө РСФСР Эске эштәр ХК составында ойошторолған Дәүләт сәйәси идаралығына (ДСИ;

1923 й. – СССР ХКС-ы эргәһендәге Берләштерелгән ДСИ) бирелә. ДСИ (Берләштерелгән ДСИ) советҡа ҡаршы элемент эшмәкәрлеген иҫкәртеү, асыу һәм юҡ итеү, дәүләт серен һаҡлау, шпионажға, сит илдәр разведкаһы һәм контрреволюция үҙәктәренең эшмәкәрлегенә, контрабандаға ҡаршы көрәш м н шөғөлләнә.

Өфө губ. БАССР-ға ҡушыу м н, именлек органдары Башҡ н ДСИ-на (БДСИ) берләшә. Артабан респ. Дәүләт именлеге органдар функциялары һәм атамалары дөйөм Рәсәйҙеке м н тап килә.

1934 й. БДСИ бөтөрөлә һәм СССР Эске эштәр ХК системаһында Дәүләт именлеге баш идаралығы (ДИБИ) ойошторола. 1941 й. февр. Дәүләт именлеге органдар СССР дәүләт именлеге ХК на (ДИХК) үҙгәртелә, 1941 й. июлендә — СССР Эске эштәр ХК составына, 1943 й. апр. яңынан СССР ДИХК на индерелә.

1946 й. СССР Эске эштәр ХК һәм СССР ДИХК ярашлы рәүештә, СССР ЭЭМ һәм СССР Дәүләт именлеге министрлығы (ДИМ) тип үҙгәртелә, улар 1953 й. СССР ЭЭМ на берләштерелә.

1954 й. мартында Дәүләт именлеге органдар айырым ойошмаға — СССР МС эргәһендәге Дәүләт именлеге ком тына (КГБ) (1987 й. — СССР КГБ) айырыла.

1991 й. СССР КГБ һы бөтөрөлә, уның базаһында Республика-ара именлек хеҙмәте һәм Үҙәк разведка хеҙмәте ойошторола.

1991 й. майында — РСФСР КГБ-һы, 1991 й. ноябр. — РСФСР Федераль именлек агентлығы, 1991 й. дек. — РСФСР Именлек һәм эске эштәр министрлығы, 1992 й. ғин. Рәсәй Именлек министрлығы ойошторола.

1993 й. дек. министрлыҡ Рәсәй Федераль контрразведка хеҙмәте (1995 йылдан — Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте) тип үҙгәртелә.

Хәҙерге ваҡытта БР терр-яһында Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль именлек хеҙмәте идаралығы эшләй, ул РФ ФИХ һы органдарының берҙәм системаһына инә һәм туранан-тура уға буйһона.

Үҙ компетенцияһына ярашлы, ул БР-ҙың адм. сиктәрендә шәхес, йәмғиәт һәм дәүләт именлеген тәьмин итә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль именлек хеҙмәте идаралығы[үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль именлек хеҙмәте идаралығы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]