Эстәлеккә күсергә

Рәхмәтуллин Азат Салауат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәхмәтуллин Азат Салауат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 апрель 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (52 йәш)
Тыуған урыны Сибай, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хирург, табип
Эш урыны Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре кандидаты[d]

Рәхмәтуллин Азат Салауат улы (4 апрель 1972 йыл) — ғалим-табип. 2007 йылдан 2-се Республика клиник дауаханаһының баш табибы, 2018 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары, 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары, 2022 йылдың 28 мартынан — министр вазифаһын башҡарыусы. Медицина фәндәре кандидаты.

Азат Салауат улы Рәхмәтуллин 1972 йылдың 4 апрелендә Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында тыуа. 1989 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә һәм уны 1995 йылда тамамлай. Бер йыл баш ҡаланың 6-сы дауаханаһында хирургия буйынса табип-интерн булып эшләй. 1996—1998 йылдарҙа БДМИ-ҙа хирургия буйынса клиник ординатура үтә. 2001 йылға тиклем Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһында хирургия бүлеге хирургы була.
Артабанғы ике йылын Сибай ҡалаһы дауаханаһында һөнәре буйынса эшләй. 2004 йылға тиклем баш табиптың медицина буйынса урынбаҫары була[1].
2004—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының кадрҙар бүлегенең баш белгесе, бер к ваҡытта БДМУ клиникаһының ҡан тамырҙары хирургияһы бүлеге хирургы. 2007 йылға тиклем баш табип урынбаҫары, 2-се Республика клиник дауаханаһының табиб-хирургы, бер үк ваҡытта БДМУ клиникаһы хирургы. 2007 йылдан 2-се Республика клиник дауаханаһының баш табибы[1]. 2019 йылдың 9 сентябренән БР һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары[2]. 2022 йылдың 28 мартынан — БР Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы[3].

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азат Рәхмәтуллиндың 38 фәнни хеҙмәте, уйлап табыуға 2 патенты бар[1].