Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Айбулат Рәхмәтуллин
1. Айбулат Рахматуллин.JPG
Төп мәғлүмәттәр
Тыуған көнө

12 май 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (50 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Бөрйән районы, Нәби ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Музыка ҡоралдары

ҡурай, ҡумыҙ, думбыра

Наградалары
Башҡортостандың халыҡ артисы

Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы (12 май 1967) — ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014), Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе.

Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айбулат Дәүләтбай улы Рәхмәтуллин 1967 йылдың 12 майында Башҡорт АССР-ының (1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы) Бөрйән районы Нәби ауылында күренекле ҡурайсы һәм танылған йырсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дәүләтбай Абдрахман улы Рәхмәтуллин (1937) ғаиләһендә тыуған. Бала сағынан башҡорт халыҡ йырҙарын һәм үҙенсәлекле ҡурай моңдарын тыңлап үҫә. Атаһы өлгөһөндә ҡурайҙа уйнарға өйрәнә, мәктәп йылдарында төрлө сәхнәләрҙә даими сығыш яһай. Билдәле көйҙәрҙән башлап аҙ башҡарылғандарына тиклем ҡурайҙа яңғырата, йылдан-йылға үҙенең оҫталығын арттыра һәм шымарта бара. Шуға ла киләсәктә «кем булырға» тигән уй уның башына ла инеп сыҡмай. Һигеҙенсе синыфты бөткәс тә Өфө сәнғәт училищеһына юллана. Уның «ҡурай» класын 1986 йылда тамамлағас, Бөрйән районы мәҙәниәт йортоноң ҡурайсылар ансамбле етәксеһе булып үҙалы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1994 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

  • 1986—1988 йылдар — Совет Армияһында сафында хәрби хеҙмәттә була. Монголия Халыҡ Республикаһы территорияһында урынлашҡан ғәскәри подразделениеның хәрби оркестрында өлкән музыкант.
  • 1988—1993 йылдар — Бөрйән районы балалар музыка мәктәбендә, Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге урта махсус музыка мәктәбендә, Нариман Сабитов исемендәге балалар музыка мәктәбендә уҡытыусы.
  • 1993—1998 йылдар — Учалы музыка мәктәбе уҡытыусыһы, башҡорт фольклоры бүлегендә комиссия мөдире.
  • 1998 йылдан — Нефтекама дәүләт филармонияһының солист—ҡурайсыһы, директорҙың концерт эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары, филармонияның художество етәксеһе.

Айбулат Рәхмәтуллин — ҡурайсыларҙың төрлө кимәлдә үткәрелгән бәйге—конкурстарының әүҙем ҡатнашыусыһы. Рәсәйҙең төрлө төбәктәре һәм бик күп ҡалаларынан тыш Испания, Төркиә, Италия һәм Украинала уңышлы сығыш яһай. Уның репертуарында башҡорт халҡының 200-гә яҡын оҙон һәм бейеү көйҙәре бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләтбай һәм Айбулат Рәхмәтуллиндар
  • Ҡурайсы, ҡумыҙсы, думбырасы һәм өҙләүселәрҙең Йомабай Иҫәнбаев исемендәге III республика конкурсы лауреаты (1984).
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған «Ҡурай байрамы» республика бәйгеһендә Гран-при яулаусы һәм лауреат (1995).
  • Һөнәрмән ҡурайсыларҙың Ғата Сөләймәнов исемендәге республика конкурсы лауреаты (1997).
  • Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Маҡтау грамотаһы (1997, 2003).
  • Ҡурайсы, ҡумыҙсы, думбырасы һәм өҙләүселәрҙең Йомабай Иҫәнбаев исемендәге IX республика конкурсында Гран-при яулаусы һәм лауреат (1999).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1999).
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]