Рәхмәтуллин Рафаэль Ғиниәт улы
Рәхмәтуллин Рафаэль Ғиниәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 ғинуар 1929 (95 йәш) |
Тыуған урыны | Сураш ауылы, Байгилде ауыл Советы, Нуриман районы |
Һөнәр төрө | актёр |
Рәхмәтуллин Рафаэль Ғиниәт улы (3 ғинуар 1929 йыл) — актёр, үҙешмәкәр театр режиссёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рафаэль Ғиниәт улы Рәхмәтуллин 1929 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Нуриман районы Сураш ауылында тыуған.
1953 йылда Өфө музыкаль техникумын, «милли театр актёры» һөнәре буйынса тамамлай. Актёр, үҙешмәкәр театр режиссёры.
Баймаҡ дәүләт драма театрында эшләй.
1956 йылдан Магнитогорск ҡалаһында хеҙмәт итә. 1957 йылдан Төҙөүселәрҙең үҙәк клубы директоры.
1963—2002 йылдарҙа «Магнитогорск металлургия комбинаты» ААЙ Мәҙәниәт һәм техника һарайының художество етәксеһе.
1970—1979 йылдарҙа «Ләйсән» ансамбле етәксеһе.
1963 йылда Рафаэль Ғиниәт улы үҙешмәкәр башҡорт-татар театры ойоштора.
Был театр 26 тапҡыр өлкә, зона, һәм Бөтә Союз үҙешмәкәр ижад ярыштарында һәм конкурстарында призёр, еңеүсе һәм лауреат исемдәренә эйә булды.
1963-1999 йылдарҙа Ҡазан, Ырымбур, Өфө, Силәбе, Башҡортостан Республикаһына гастроль менән йөрөнөләр.
1971 йылда үҙешмәкәр театр халыҡ коллективы исеменә лайыҡ булды[1].
Театрҙа һуңынан профессиональ артистар булып танылған һәләтле йәштәр үҙ көсөн һынаны: - Татар АССРының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре композитор Р. Бакиров - Татар АССР-ының халыҡ артисы Г. Рәхимҡолов (Магнитогорск) - Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Р. Ғәлләмов (Екатеринбург) - Халыҡ-ара вокалистар конкурс-фестивале лауреаты Р. Яппарова (Татарстан Республикаһы) - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре А. Ғайсина, М. Мырҙағәлин, Р. Хәкимова.
Рәхмәтуллин Рафаэль Ғиниәт улы — бик күп дөйөм ҡала милли байрамдары, башҡорт һәм татар яҙыусылары һәм драматургтары менән осрашыуҙар инициаторы,ойоштороусыһы һәм ҡатнашыусыһы булды[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1947 — «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн»
- 1983 — РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре
- 1996 — Магнитогорск ҡалаһының почётлы гражданины
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://chel-portal.ru/enc/%D0%A0%D0%B0%D1%85%D0%BC%D0%B0%D1%82%D1%83%D0%BB%D0%BB%D0%B8%D0%BD_%D0%A0%D0%B0%D1%84%D0%B0%D1%8D%D0%BB%D1%8C_%D0%93%D0%B8%D0%BD%D0%B8%D1%8F%D1%82%D0%BE%D0%B2%D0%B8%D1%87
- ↑ http://chel-portal.ru/enc/%D0%A0%D0%B0%D1%85%D0%BC%D0%B0%D1%82%D1%83%D0%BB%D0%BB%D0%B8%D0%BD_%D0%A0%D0%B0%D1%84%D0%B0%D1%8D%D0%BB%D1%8C_%D0%93%D0%B8%D0%BD%D0%B8%D1%8F%D1%82%D0%BE%D0%B2%D0%B8%D1%87