Рәхмәтуллин Шамил Сәйет улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рәхмәтуллин Шамил Сәйет улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg РСФСР
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 7 сентябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Совет Рәсәйе, Томск
Вафат булған көнө 1 октябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (23 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, Гомель өлкәһе, Лоевский район[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Шамил Сәйет улы Рәхмәтулин (19201943) — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы капитаны, Бөйөк Ватан һуғышы, ҡатнашыусыһы, Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шамил Рәхмәтулин 1920 йылдың 7 сентябрендә Томск. ҡалаһында тыуған. Урта мәктәптең 10 класын тамамлай. 1939 йылдың авгусында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Был 1941 йылда 1-се Мәскәү артиллерия училищеһын тамамлай. Шул уҡ йылдан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғышҡан[1][2].

1943 йылдың сентябренән гвардия капитаны Шамил Рәхмәтулин Үҙәк фронттың 61-се армияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы 14-се гвардия кавалерия дивизияһы 146-сы гвардия артиллерия-миномёт полкы командиры. Днепр өсөн һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтте. 1943 йылдың 30 сентябрендә Рәхмәтулин полкы Белорус ССР-ы Гомель өлкәһе Лоев ҡасабаһы эргәһендә Днепр йылғаһы аша сығып, уның көнбайыш ярындағы плацдармды яулай, немецтарҙың бик күп контратакаларын кире ҡаға. 1943 йылдың 1 октябрендә Рәхмәтулин һуғышта һәләк булған. Чернигов паркында Валдағы туғандаш ҡәберлегендә ерләнгән[1].

Президиумы указы СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 9 февраль Указы менән «командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» гвардия капитаны Шамил Рәхмәтулин үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ була. Шулай уҡ Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ[1] ордендары менән бүләкләнә.

Ҡазан һәм Чернигов ҡалаларында урам һәм тыҡрыҡ Шамил Рәхмәтулиндың исемен йөрөтә[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 б. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
  • Герои Советского Союза — наши земляки. Книга 2. Казань, 1984.
  • Слава башкирских конников. Уфа: Китап, 2005.
  • Ханин Л. Герои Советского Союза — сыны Татарии. Казань, 1969.