Рәхмәтуллин Ғәли Хисмәтулла улы
Рәхмәтуллин Ғәли Хисмәтулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1 сентябрь 1908 |
Тыуған урыны | Ҡолбаҡ, Арыҫлан ауыл советы, Ҡыйғы районы |
Вафат булған көнө | 13 сентябрь 1982 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡаҙағстан |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Рәхмәтуллин Ғәли Хисмәтулла улы (1 сентябрь 1908 йыл — 13 сентябрь 1982 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән лейтенанты[1][2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәхмәтуллин Ғәли Хисмәтулла улы 1908 йылдың 1 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Ҡолбаҡ ауылында тыуған[1]. Ҡыҙыл Армияға Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың сентябрендә саҡырыла[1][3]. 7-се кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкында тәьминәт буйынса начальник ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1].
1943 йылда һуғыштағы батырлығы өсөн (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 18.09.1943-04.10.1943) Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Бүләкләү ҡағыҙында ҡаһарманлығы тураһында ошолай яҙылған:
Гвардия лейтенанты Рәхмәтуллин 1943 йылдың 18 сентябренән 4 октябренә тиклемге хәрби хәрәкәт осоронда үҙен белдекле, ҡыйыу, өлгөр офицер итеп күрһәтте. Үҙенең полкты аҙыҡ-түлек, фураж менән тәьмин итеү буйынса бурысын иң ауыр хәлдәрҙә лә теүәл ваҡытында үтәне. Иптәш Рәхмәтуллин бигерәктәДнепр йылғаһының уң яҡ көнбайыш ярында барған һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтте. Полк подразделениеләре Днепр аша сығып һуғышҡа инде, ә аҙыҡ-түлек һул яҡ ярҙа ҡалды. Дошман авиацияһы борамды шартлатты һәм полкты аҙыҡ һәм фураж менән тәьмин итеү өҙөклөккә дусар булыу ҡурҡынысы аҫтында ҡалды. Иптәш Рәхмәтуллинға икмәк, фураж һәм башҡа продуктты теләһә ниндәй ысул менән көнбайыш ярға сығарырға бойороҡ бирелде. Иптәш Рәхмәтуллин бойороҡто теүәл ваҡытында үтәне. Бомбаға тоту аҫтында 103 тоҡ аҙыҡ-түлекте һәм фуражды 12 сәғәт ваҡыт эсендә йылға аша сығарҙы. Бының өсөн ул бөтә ҡул осондағы сараларҙы ҡулланды. Бынан һуң да ул һәр саҡ алғы һыҙыҡта булды, үҙенең бурысын теүәл үтәне[3]. |
Ул шулай уҡ Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945), «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы (1943), «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Берлинды алғаг өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[1].
1982 йылдың 13 сентябрендә вафат була, Ҡаҙаҡстанда, Шымке́нт (Чимкент) ҡалаһында ерләнгән[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943),
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945),
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы (1943),
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945),
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы,
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. РАХМАТУЛЛИН Гали Хисматуллич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 июль 2021)
- Рахматуллин Галей Хисматуллович
- Память народа. Гали Хисматуллич Рахматуллин (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 июль 2021)
- 1 сентябрҙә тыуғандар
- 1908 йылда тыуғандар
- Ҡыйғы районында тыуғандар
- 13 сентябрҙә вафат булғандар
- 1982 йылда вафат булғандар
- Ҡаҙағстанда вафат булғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары