Дәүләтов Рәшит Мостафа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәшит Дәүләтов битенән йүнәлтелде)
Дәүләтов Рәшит Мостафа улы
Тыуған:

27 ғинуар 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы[1] Яңауыл районы
Ҡарман ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Белеме:

Ҡазан дәүләт техник университеты

Партия:

Берҙәм Рәсәй

Эшмәкәрлек төрө:

Нефтекама ҡала
хакимиәте башлығы.

Наградалары:

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1993).

Дәүләтов Рәшит Мостафа улы (27 ғинуар 1958 йыл) — хужалыҡ һәм дәүләт хеҙмәткәре, 2014—2019 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы[2]. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1993).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәшит Мостафа улы Дәүләтов 1958 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт АССР-ының[1] Яңауыл районы Ҡарман ауылында тыуған.

1980 йылда «Автомобилдәр һәм тракторҙар» һөнәре буйынса Ҡазан авиация институтын (хәҙер Ҡазан дәүләт техник университеты) тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Нефтекама үҙ бушатҡыс машиналар заводында башлай. Бында ул 2014 йылға тиклем эшләй. Башта инженер-конструктор, артабан 1984 йылға тиклем заводтағы СССР Оборона министрлығының Хәрби вәкиллегендә техник була.

1984—2000 йылдарҙа «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә өлкән мастер, цех начальнигы урынбаҫары, цех начальнигы булып эшләй.

1993 йылда Рәшит Дәүләтов «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

2000—2014 йылдарҙа «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә кадрҙар һәм социаль мәсьәләр буйынса директор вазифаһын башҡара.

2014 йылдың 31 мартынан Рәшит Мостафа улы Дәүләтов — Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы[3][4]. 2016 йылдың 26 октябрендә был вазифаға контракт нигеҙендә ул яңынан тәғәйенләнде[5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013)[6][7].
  • Нефтекама ҡала Советы рәйесе урынбаҫары.
  • Нефтекама ҡала Советы депутаты[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1993)[8]

.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы
  2. Официальный сайт администрации городского округа г. Нефтекамск. Глава администрации городского округа г. Нефтекамск Давлетов Рашит Мустафович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2018)
  3. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Пресс-центр. Новости. Главой администрации городского округа город Нефтекамск стал депутат Государственного Собрания Рашит Давлетов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2018)
  4. Рашит Давлетов назначен главой администрации городского округа. ДЕЛОГАЗЕТА сайты, 2014, 31 март(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2018)
  5. Ассоциация «Совет муниципальных образований Республики Башкортостан». Официальный сайт. НАЗНАЧЕНИЕ: Главой администрации города Нефтекамск вновь избран Рашит Давлетов 2018 йыл 8 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2018)
  6. Новости Mail.Ru сайты. 16 сентября 2013, источник: ИА Башинформ, (новости источника). Опубликован список избранных депутатов Госсобрания Башкортостана пятого созыва. 15. Давлетов Рашит Мустафович(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2018)
  7. 7,0 7,1 Сайт Российская энциклопедия кандидатов. Давлетов Рашит Мустафович(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2018)
  8. Указ Президента Российской Федерации от 23.04.1993 г. № 498  (рус.), Президент России. 27 ғинуар 2019 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]