Камаев Рәшит Борхан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәшит Камаев битенән йүнәлтелде)
Камаев Рәшит Борхан улы
Тыуған көнө

22 февраль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Яңауыл районы Яңауыл ауылы

Вафат көнө

6 май 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (63 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

философия
социология

Эшләгән урыны

Өфө дәүләт авиация техник университеты
Өфө дәүләт нефть техник университеты

Альма-матер

Бөрө дәүләт педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе

философия фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Ғилми етәксеһе

Айытов Нариман Абдрахман улы

Уҡыусылары

В. Е. Бугера

Ниндәй өлкәлә танылған

философ һәм социолог

Камаев Рәшит Борхан улы (22 февраль 1937 йыл — 6 май 2000 йыл) — СССР һәм Рәсәй философы һәм социологы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1987), профессор (1987)[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәшит Борхан улы Камаев 1937 йылда 22 февралендә Яңауыл ауылында тыуа[1][2].

1961 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлай. ВЛКСМ-дың Тәтешле район комитеты секретары була[1][2].

1962 йылдан — Әлшәй ауыл производство идаралығының комсомол ойошмаһы секретары[1][2].

1965 йылдан — Айбүләк урта мәктәбе директоры[1][2].

1967 йылдан — КПСС-тың Яңауыл район, 1969 йылдан — Нуриман район комитеттарының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире[1][2].

1974 йылда Н. Г. Чернышевский исемендәге Саратов дәүләт университетында «Колхоздың социаль үҫешен планлаштырыу: (Методология һәм методика)» темаһына диссертация яҡлай һәм «философия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһен ала[3].

1974 йылдан — уҡытыусы, 1987 йылдан — профессор, 1989 йылдың 30 июненән 1990 йылдың 12 мартына тиклем — Өфө дәүләт авиация институтының ғилми коммунизм кафедраһы етәксеһе[1][2][4].

1987 йылда Суслов Михаил Андреевич исемендәге Дондағы Ростов дәүләт университетында «философия фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһен алыу өсөн «СССР-ҙа ауыл һәм ҡала араһындағы һиҙелерлек айырмалар юйылыу процессын етәкләүҙең теоретико-методология мәсьәләләре» темаһына диссертация яҡлай[5].

1990 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университетындағы философия кафедраһының профессоры һәм етәксеһе[1][2].

1995 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университетының гуманитар факультеты деканы.

«Белем» йәмғиәтенең социаль сәйәсәт һәм ауылдың социаль проблемалары темалары буйынса әүҙем лекторы[2].

100-ҙән ашыу фәнни-ғәмәли эштәр авторы. Ғилми эшмәкәрлеген ауыл һәм ҡаланың үҙ-ара мөнәсәбәте, ауыл производство коллективтарының социаль үҫеш методология проблемаларын, урбанизация процесстарын моделләштереү һәм көйләүгә бағышлай[1][2].

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монографиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Камаев Р. Б. Планирование социального развития колхоза: Методология обоснование и опыт разраб. плана в колхозе «Победа» Альшеев. р-на БАССР на 1976—1980 гг. / Под ред. проф. Н. А. Аитова. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1976. — 112 с.
  • Аитов Н. А., Камаев Р. Б. Новый промышленный центр и село. — М.: Экономика, 1983. — 104 с.

Мәҡәләләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 1,8 Мухаметлатыпов Ф. У. Камаев Рашит Бурханович // Энциклопедия Башкирии
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 Председатели правления Общества «Знание» Республики Башкортостан 2014 йыл 23 февраль архивланған. // «Общество „Знание“ Республики Башкортостан в лицах» / Авт.-сост. А. К. Матисов, М. А. Филимонов. — Уфа: Общество «Знание», 2010.)
  3. Камаев, Рашит Бурханович Планирование социального развития колхоза: (Методология и методика) : Автореферат дис. на соискание учёной степени кандидата философских наук. 09.00.02 / Сарат. гос. ун-т им. Н. Г. Чернышевского. — Саратов : [б. и.], 1974. — 22 с.
  4. О кафедре социологии и социальных технологий 2014 йыл 2 март архивланған. // Официальный сайт Уфимского государственного авиационного технического университета
  5. Камаев, Рашит Бурханович Теоретико-методологические вопросы управления процессом стирания существенных различий между городом и деревней в СССР : Автореф. дис. на соиск. учён. степ. д-ра филос. наук : (09.00.02) / Рост. н/Д гос. ун-т имени М. А. Суслова. — Ростов н/Д, 1987. — 39 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]