Рәүәт (Белорет районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Рәүәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет районы

Координаталар

54°11′17″ с. ш. 57°37′23″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 820 009

ОКТМО коды

80 611 420 171

Рәүәт (Рәсәй)
Рәүәт
Рәүәт
Рәүәт (Белорет районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Рәүәт

Рәүәт ауылыБашҡортостандың Белорет районындағы ауыл, Инйәр ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 61 кеше[1]. Почта индексы — 453560, ОКАТО коды — 80211820009.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 61 33 28 54,1 45,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 90 км
  • ауыл советы үҙәгенә тиклем (Инйәр):7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Инйәр): 7 км

Ауылдың атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белорет районында Рәүәт исемле ике ауыл бар. Нимәне аңлата һуң был атама? Башҡорт теленә таянып был һүҙҙең мәғәнәһен аңлатып булмай. Шунлыҡтан Башҡорт халҡының этногезендә ҡатнашҡан фарсыларҙың теленә мөрәжәғәт итәйек. Рәүәт һүҙе ике ижектән тора- Рә һәм үәт.

Башҡорт телендә күп осраҡта А өнө йомшартылып Ә тип әйтелә.

Шулай итеп Рә Ра-гә, үәт уат-ҡа әйләнә.

Башҡорт телендә В өнө юҡ, тик сит телдән кергән һүҙҙәрҙә генә ҡулланыла шунлыҡтан уат ват-ҡа әйләнә. Хәҙер инде Ра һәм Ват һүҙҙәрен башҡортсаға тәржемә итәйек. Ра –ҡояш ,Ва-һыу йәки йылға тип тәрҗемә ителә. Һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә ҡояш йылғаһы килеп сыға. Ра һүҙенең икенсе мәғәнәһе лә бар. Дин яралыуының беренсе баҫҡысында кешеләр ҡояшҡа табынғандар. Уны аллалаштырғандар- Ра ҡояш Аллаһы. Бынан сығып Рәүәтте Аллаһ йылғаһы тип тә тәржемә итергә була. Был дәлилдәргә таянып ирандарҙың ҡасандыр Уралда йәшәгәнен, Рәүәт, Рәүәк исемле тау һәм йылғалар уларҙың изге урындары булған тип раҫлай алабыҙ.

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1740-сы йылда Табын казактары атаманы Матвей Красильников Инйәр буйында 13 ауылды яндыра. Ул ауылдар араһында Инйәргә ҡойған Рәүәт йылғаһы буйындағы Собханғол ауылы ла була. Ауыл ҡайтанан тергеҙелә.1759 йылда сауҙагәр Матвеев Инйәр буйында Татлы һәм Аҫылғужа ауылдары араһындағы ерҙәрҙе 8 йылға ҡуртымға ала.1761 йылда был ерҙәр Демидовҡа күсә. Аренда срогы үткәс, ул тағы ла 30 йылға оҙайтыла(1769). Ләкин Е.Демидов ул ерҙә завод төҙөргә тотонмай. Һуңынан асыҡланыуынса, был ерҙәргә документ алдаҡ юл менән төҙөлгән. Аренда срогы үтер алдынан(1798 й.) аҫабалар был ерҙе сауҙагәр С.Левашовҡа бирә, ә уның вариҫтары бурыстары иҫәбенә был ерҙәрҙе Белорет заводтары хужалары Пашковтарға һата. 1829 йылда Пашковтар ерҙәрен законлашттыра. Башҡорттарҙы "үҙ ерҙәренә" күсеүен талап итә. Башҡорттар ҡаршылыҡ күрһәтә, улар ерҙәрен "Ағас баҫҡан" тигән төбәктә генә Левашовҡа һатыуҙарын белдерәләр. Күрәһең, быға тиклем дә алдаҡ менән үҙләштергән ерҙәргә был юлы ла документ ялған юл менән төҙөлгән. 1833 йылда 35 кеше йәшәгән урындан ғәскәр индерелеп аҫабалар ҡыуыла. Был Рәсәй империяһы Закондар йыйынтығының Х томыдағы 2026 статьяһы буйынса ғүмер баҡый үҙ ерҙәрендә йәшәгән халыҡты икенсе ергә күсереү нигеҙһеҙ булғанлығы тураһында Верхурал өйәҙ суды 1856 йылда һығымта яһай. Суд башҡорттар тейешле кимәлдә, ваҡытында дөрөҫ ғариза бирмәүҙәре арҡаһында ерҙәр завод хужаларына күскәнлеген билдәләй. Ҡыуылғане ауыл, утарҙар араһында Собханғол, Ҡурпысыҡ ауылдары, Рәүәт утары ла була. 1834 йыл рәүизендә Собханғол менән Ҡурпысыҡ бергә күрһәтелә.1836 йылда(5 март) мулла Әбделнасыр Әбделеәримов императорға элекке урындағы мәсетте күсереүҙе һорап яҙғанда Собханғол ауылын икәү итеп күрһәтә. Был ваҡытта элекке ерҙәренән күсерелгән беренсе Собханғол Елмерҙәктең көнсығыш итәгендә, икенсеһе көнбайышында булыуы асыҡлана.Аҙаҡтан көнсығышындағыһы Арышпар ауылы булып китә. Көнбайыштағы Собханғол халыҡ телендә әле лә Урман Рәүәт тип йөрөтөлә, сөнки яңы урындағы йылға ла Рәүәт исемле була. Ә Рәүәт утары халҡы ҡайҙа барып төйәкләнгәне билдәһеҙ, бәлки улар ҙа Урман Рәүәткә ҡушылғандыр. Әлеге урындағы Рәүәт ауылы Инйәр заводы барлыҡҡа килгән саҡта XIX быуат аҙағында урыҫтар тарафынан барлыҡҡа килтерелә. XX быуаттың етмешенсе йылдарында ауылда бер-нисә өй генә ҡала.80-се йылдарҙа Көньяҡ Урал ҡурсаулығы ойошторла,үҙәге итеп Рәүәт ауылы һайлана.

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство "Белая Река", 2007. — 416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)