Асанбаев Рөстәм Николай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рөстәм Николай улы Асанбаев битенән йүнәлтелде)
Рөстәм Асанбаев
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Рөстәм Николай улы Асанбаев

Тыуған

22 сентябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Үлгән

26 май 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (61 йәш)

Үлгән урыны

Өфө

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

гитарасы, йырҙар авторы

Жанрҙар

блюз, рок

Коллективтар

ДДТ, Руда, Boogie band

Асанбаев Рөстәм Николай улы (22 сентябрь 1954 йыл — 26 май 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй музыканты, йырҙар авторы. DDT төркөмөнөң беренсе составы гитарасыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рөстәм Николай улы Асанбаев 1954 йылдың 22 сентябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб (Николай Васильевич) Асанбаевтың улы.

Өфөлә рок һәм блюз уйнай башлаусылар иҫәбендә була. ДДТ төркөмө ойошторолғандан башлап 1983 йылға тиклем ошо төркөмдә уйнай.

1984 йылда хард-рок стилендәге яңғыҙ йырлы «Руда» тигән альбомын яҙҙыра[1].

Артабанғы йылдарҙа ҡайһы берҙә элекке төркөмө менән сәхнәләрҙә сығыш яһай. 1997 йылда яңғыҙ йырлы «Пассажир» блюз альбомын яҙҙыра. Өфөнөң «Boogie band» төркөмөнөң лидер-гитарасыһы, шулай уҡ JiMi bluescafe’ның арт-директоры була.

«Ул уйнап ҡына ҡалмай, ул гитара ярҙамында уйлай. Был ниндәйҙер стихиялы атмосфера, донъяны блюз аша төпкө аң кимәлендә тәрән танып белеү һәм аңлау. Башҡорт кәүҙәһендәге негр блюзы йөрәге…».

Юрий Шевчук Асанбаев тураһында

2015 йылда Асанбаевҡа үпкә яман шеше диагнозы ҡуйыла. Уға ярҙам итер өсөн Юрий Шевчук ДДТ төркөмө менән хәйриә концерттары ойоштора. Әммә Рөстәм яман шеште еңә алмай һәм 2016 йылдың 26 майында Өфөлә вафат була[2]. Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Интервью с Владимиром Сигачевым // УРлайт. — 1989. — № 3.
  2. Ушел из жизни гитарист группы ДДТ Рустэм «Бабай» Асанбаев 2016 йыл 1 июнь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]