СССР-ҙа дин менән көрәш (1929—1942)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
СССР-ҙа дин менән көрәш
Дәүләт  СССР
«Аллаһыҙ биш йыллыҡты» пропагандалаған «Безбожник у станка» журналының тышҡы бите

СССР етәксеһе Иосиф Сталин 1929 йылды «Бөйөк һынылыш» йылы тип ҡылыҡһырлай. Был йылда эске сәйәси һәм иҡтисади курсында ил НЭП-тан баш тартыу, тиҙләтелгән коллективлаштырыу һәм индустриялаштырыу менән бәйле бик ҙур үҙгәрештәр кисерә.

Шулай уҡ 1929 йылда дингә ҡарата дәүләт сәйәсәте лә үҙгәрә. Ошо ваҡыттан Совет дәүләте ниндәй булһа конфессиялар менән «яҡшатланыуҙы» тулыһынса туҡтата. Өлөшләтә либерәлләштереү хас булған «Дин НЭП-ы» бөтөрөлә, дингә ҡаршы көрәш көсәйә. Әйткәндәй, дәүләттең дингә ҡаршы йылдан-йыл ҡатылана бара.

Дин менән көрәштә пропаганда яйлап икенсе планға күсә һәм дини ойошмалар һәм динлеләргә ҡаршы репрессиялар менән асыҡ көрәш урынына әүерелә. 1932 йылдан алып 1937 йылға тиклем осор сиркәү тарихында «аллаһыҙ бишйыллыҡ» исемен осраҡлы ғына алмай.

Пропаганда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сталин портреты баҫтырылған «Безбожник» гәзите. 1941 йылдың 1 майы.

1920-се йылдарҙың аҙағы — 1930-се йылдар башы Бөтә Союз дингә ҡаршы «Аллаһыҙҙар союзы» йәмғиәте эшмәкәрлегендә иң аяныслылары була. Ошо ойошма яҡлауы менән төрлө дингә ҡаршы баҫмалар сыға («Аллаһыҙ» гәзите, «Аллаһыҙ», «Дингә ҡаршы кеше», «Һуғышсан атеизм», «Ауыл аллаһыҙы», «Йәш аллаһыҙ» журналдары), улар СССР халыҡтарының төрлө телдәрендә баҫтырыла, күмәк саралар ойошторола — лекциялар, демонстрациялар, диспуттар, «дингә ҡаршы пасхалар» һәм башҡалар. Йәмғиәттең заводтарҙа, фабрикаларҙа, колхоздарҙа, уҡыу йорттарында тиҫтәләгән мең беренсел ячейкалары була.1936 йылға ҡарата ойошмала 5 миллиондан ашыу кеше торһа, йәш аллаһыҙҙар отрядтары 2 миллион бала тәшкил итә[1].

Әлеге ойошма әүҙемдәренә дәүләт ташламалары, белем алыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр, бушлай путевкалар бирелә. Уларҙың ҡайһы берҙәре өсөн (лекторҙар, агитаторҙар, идара аппараты хеҙмәткәрҙәре) атеизм һөнәргә әйләнә.

1929 йылда Аллаһыҙҙар союзының II съезына 1200 делегат һайлана. Съезда телмәр менән Бухарин, Луначарский, Максим Горький[2], Демьян Бедный, Владимир Маяковский сығыш яһайҙар. Съезд дингә ҡарата тейелгеһеҙ ҡарашын белдерә. Мәҫәлән, шағир. В. Маяковский үҙенең телмрен ошондай өндәү менән тамамлай: «Иптәштәр, ғәҙәттә уларҙың революцияға тиклемге йыйылыштары һәм съездары „Алла менән“ тигән һүҙҙәр менән тамамлана ине, — бөгөн съезд „аллаға“ тигән һүҙҙәр менән тамамланасаҡ. Бына бөгөнгө яҙыусының лозунгы»[3]. Съезда ойошманың исемен «Һуғышсан аллаһыҙҙар союзы» тип үҙгәртә.

Съезд йомғаҡтары ил төбәктәре буйынса таратыла. 1929 йылдың 13 декабрендәге ВКП(б)-ның Владивосток ҡала комитетының «Дингә ҡаршы пропаганда тураһында» тигән циркулярында ошолай яҙыла: «Әлеге ваҡытта бдингә ҡаршы фронты хәрби фронт булып тора, һәм беҙ үҙебеҙҙең эште киң йәйелдерергә тейешбеҙ».

Емельян Ярославль — Аллаһыҙҙар союзының алыштырғыһыҙ етәксеһе, СССР-ҙа дингә ҡаршы көрәш идеологы

Баптист пресвитеры Г. П. Винс, әсәһенең хәтирәләре буйынса, «аллаһыҙ пасха» үткәреүен ошолай тасуирлаған:

1928 йылда пасха йәкшәмбәһендә баптистарҙың һәм молокандарҙың Благовещенскиҙың үҙәгендә урынлашҡан ғибәҙәт йорттарына яйлап бер нисә йөк машинаһы килеп туҡтаны. Машиналарҙа сағыу шут костюмдарына кейенгән бик күп йәш кешеләр ине: кемеһелер сепрәк ҡойроҡло шайтандарҙы кәүҙәләндерһә, икенселәре — ҡанатлы аҡ фәрештәләрҙе, ә бер ҡара балахон кейемдәге көлдөрөүсе мөгөҙлө иблисты кәүҙәләндерә ине. Шулай уҡ тулы рухани кейемдә православие дин әһелдәре булып кейенгәндәр бар ине, ә ҡайһы берҙәре оҙон ҡара кейемдәрҙәге монах һәм монахиня булып кейенгәндәр ине. Улар бөтәһе лә ҡысҡырып көләләр, ҡыланалар һәм бейейҙәр, йөк машиналарының борттары төшөрөлгән һәм ҡыҙыл туҡыма менән тышланған ине. Машиналар яйлап ҡына ҡәҙимге кейемдәрҙәге егеттәр һәм ҡыҙҙар, комсомолдарҙың ҙур өйөрө оҙатыуында ҡала буйлап баралар. Улар бөтәһе лә шарҡылдап көләләр һәм дингә ҡаршы лозунгтар ҡысҡыралар: «Алла юҡ!», «Дин — халыҡ өсөн әфиүн!», «Алланы долой!». Башта был процессия молокандарҙың бик ҙур 1500 кеше һыйырлыҡ таш ғибәҙәт ҡылыу бинаһы алдында туҡтаны. Әммә был ваҡытта молокандарҙың йыйылышы тамамланған булып сыҡты, бөтәһе лә ҡайтып киткән ине. Процессияла ҡатнашыусылар буш бина алдында бер нисә дингә ҡаршылозунгтар ҡысҡырҙы ла, артабан киттеләр. Баптистарҙың ғибәҙәтханалары ла шулай уҡ ҙур, 1000 кеше һыйырлыҡ, ине. Ул 1910 йылды уҡ капиталь рәүештә, эре, йыуан бүрәнәләрҙән төҙөлгән. Машиналар туҡтаны, ҡоторған өйөрҙөң бер өлөшө ғибәҙәтхананың ишек алдына бәреп инде һәм ҡысҡыра башланы: «Баптистар! Етәр намаҙ уҡырға! Диспутҡа сыҡ! Алла юҡ!» Әммә бер кем сыҡманы, пасха гимны йыры ғына ишетелә ине: «Ул тере! Ул тере! Ул Үҙе менән үлемде еңде»[4]!

Әммә баҫымға ҡарамаҫтан дингә ҡаршы пропаганда тейешле һөҙөмтәләр алып килмәй. 1937 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ҡала халҡының 1/3 өлөшө һәм ауыл халҡының 2/3 өлөшө үҙҙәрен динлеләр тип күрһәтә (аноним түгел)[5]. Сиркәү тарихсыһы протоиерей Владислав Цыпиндың мәлүмәттернә ярашлы, тап халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре «Һуғышсан аллаһыҙҙар союзы» сафтарын чекистар яғынан «таҙартыуға» дусар итә. Хәйер, 1932—1933 йылдарҙан башлап был ойошманың эшмәкәрлеге тайпылышһыҙ аҫҡа ҡарай тәгәрәй: властар был ойошманың хәжәтен күрмәй башлай, дин менән «мәғрифәт» ысулдарына ҡарағанда туранан-тура репрессияларҙы өҫтөн күрә башлай.

Дини ойошмаларға ҡаршы көрәш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дини ойошмалар менән көрәшеүҙең төп ысулы — ғибәҙәтханалар биналарын, ғибәҙәт йорттарын, мәсеттәрҙе, синагогтарҙы конфискациялау, дини ойошмаларҙы һәм союздарҙы дәүләт теркәүенән мәхрүм итеү, уҡыу йорттарын һәм баҫмаларҙы ябыу, шулай уҡ сиркәү стеналарынан тыш ниндәйҙер әүҙемлекте тыйыу.

1930 йылға тиклем ниндәй булһа сиркәүҙе ябыу өсөн РСФСР Үҙәк һайлау комиссияһы Президиумы ҡарамағындағы Мәҙәни эштәр буйынса комиссияның ризалығы талап ителә[6]. Был ғибәҙәтханаларҙың күпләп ябылыуына юл ҡуймай.

Ҡотҡарыусы Христос Ҡорамын емереү (1931)

1929—1930 йылдар башында дини ойошмалар һәм дин әһелдәре хоҡуҡтарын етди сикләгән һәм урындағы властарға сиркәүҙәрҙе ябыу рөхсәтенә эйә булыу буйынса бер нисә норматив акт ҡабул ителә. Бынан һуң дини биналарҙы ябыу һәм һүтеү кампанияһы киң ҡолас ала.

1929 йылдың 8 апрелендә Бөтә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының һәм РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙы Советының «Дини берләшмәләр тураһында» тигән Ҡарары сыға (һылтанма) . Әлеге документ (уға һуңыраҡ индерелгән өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр менән) СССР-ҙа Совет власы бөткәнгә тиклем дини тормошто көйләгән төп хоҡуҡи акт була.

Яңы документ ғибәҙәтханаларҙың, монастырҙарның, намаҙ йорттарының, мәсеттәрҙең һәм синагогаларҙың дини хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген, шулай уҡ дин тотоусыларҙың йәшәү урынын сикләй. Үҙ-ара ярҙам кассаларын, кооперативтарҙы, етештереү берекмәләрен ойоштороу һәм, дини хәжәттәрҙе үтәүҙән тыш, уларҙың ҡарамағында булған мөлкәтте башҡа төрлө маҡсаттар өсөн ҡулланыу; үҙ ағзаларына матди ярҙам күрһәтеү; махсус балалар, үҫмерҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн намаҙ һәм башҡа йыйылыштар, шулай уҡ дөйөм библия, әҙәби, ҡул эштәре, хеҙмәт, дингә уҡытыу, башҡа йыйылыштар, төркөмдәр, тәүңәрәктәр, шулай уҡ экскурсиялар һәм балалар майҙансыҡтары ойоштороу, китапханалар һәм уҡыу йорттарын асыу, санаторийҙар һәм дауалау ярҙамын ойоштороу тыйыла[7].

1929 йылдың майында XIV Бөтә Рәсәй Советтар съезында РСФСР Конституцияһы 4-се статьяһының яңы редакцияһы ҡабул ителә: «дин азатлығы һәм дингә ҡаршы пропагандалау» урынына «Дин тотоу һәм дини пропаганда азатлығы» таныла, был динлеләрҙе башҡа граждандар менән тигеҙ булмаған хәлгә ҡуя. Ниһайәт, СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы 1929 йылдың 21 майында «Хеҙмәт тураһында закондар кодексы ҡулланырға тейеш кулак хужалыҡтары билдәләре» тигән ҡарар ҡабул итә, унда кулак хужалығы билдәһенең береһе итеп дин әһелдәре хужалығы булыуы иғлан ителә[8].

1929 йылдың 8 июнендә СССР-ҙың Хеҙмәт халыҡ комисариаты 188 -се циркуляры буйынса төрлө дини ғибәҙәттәрен хеҙмәтләндереүселәр, ниндәй булһа ла эш хаҡы алыусылар (мәҫәлән, йыраусылар, регенттар, псалом башҡарыусылар, Сиркәү советтарында канцелярия хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар) социаль страховкалау, шулай уҡ пенсия (ҡарауылсылар, мейес яғыусылар, дини культ биналарын төҙөүселәр һәм ремонтлаусыларҙан, шулай уҡ сиркәү мәктәптәрендә революцияға тиклем дини булмаған предметтарҙы уҡытҡан уҡытыусыларҙан тыш) өсөн ҡаралмай[9].

РСФСР НКВД-ның 1929 йылдың 14 октябрендәге «Рухани әһелдәренең ЗАГС органдарында тейешле ваҡиғаларҙы теркәгәнгә тиклем дини йолаларҙы башҡарыу өсөн яуаплылығы өсөн» исемле циркулярында культ хеҙмəткəренә никах йәшенә етмәгәндәргә никахлашыу йолаларын үткәреү, йолаларҙы башҡарыу тураһындағы справкаларҙы (суҡындырыу, сөннәткә ултыртыу, ерләү, никахлашыу) биреү тыйыла; әлеге ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн Енәйәт кодексының 125 статьяһына ярашлы 6 айға тиклем мәжбүри эштәр йәки 700 һумға тиклем ҡарала (һылтанма)

1930 йылдың 14 мартындағы ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы Ҡарары проектында И. В. Сталиндың төҙәтмәләре. Уларҙа Сталин диндарҙың тойғоларын мыҫҡыл итеүселәргә яза биреүҙе талап итә.

1930 йылдың 26 ғинуарында РСФСР Бөтә Союз Башҡарма комитеты Президиумының культтар буйынса Комиссия сиркәүҙәрҙе ябыу тураһында ҡарарҙар ҡабул итеү тәртибен үҙгәртә. Бынан һуң ғибәҙәт бинаһын ябыу тураһында ҡарарҙы край һәм өлкә исполкомдары ҡабул итәләр, ә диндарҙар мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса комиссияға уларҙың ҡарарҙарына ялыу биреү хоҡуғына ғына эйә була[10]. Ошо мәлдән дини биналар күпләп ябыла һәм емерелә башлай.

1930 йылдың 11 февралендә СССР Үҙәк һайлау комиссияһы һәм СССР-ҙың халыҡ Комиссарҙары Советы «Контрреволюция элементтарына ҡаршы көрәш тураһында дини ойошмаларҙың етәксе органдарында» исемле ҡарар сығара, уға ярашлы дини берекмәләрҙе теркәү өсөн уларҙан «кулактарҙы, лишенецтарҙы һәм башҡа совет власы дошмандарын» сығарырға һәм артабан был органдарға күрһәтелгән кешеләрҙе индермәҫкә тәҡдим итә[11].

Сиркәү хоры йырсыһы ыҙа сигеүсе Николай йәшәгән йортта аҙаҡҡы адрес

Тиҙҙән диндарҙарҙы эҙәрлекләүгә ҡаршы күмәк сығыштар башлана, улар ҡайһы бер осраҡтарҙа мәжбүри коллективлаштырыуға ҡаршы протестар менән ҡушылып китә. 1930 йыл дауамында ғына СССР-ҙа дини нигеҙендә 1487 массауи сығыш яһау теркәлә (уларҙың күбеһе 1930 йылдың мартында — 514 һәм 1930 йылдың апрелендә һәм сығыш — 391 сығыш)[12]. И. В. Сталиндың «Уңыштарҙан баш әйләнеү» мәҡәләһенән һуң властар бер аҙ ташламаларға баралар. б. Мәҫәлән, 1930 йылдың 13 октябрендә священниктарҙы кулактарға тиңләү нормаһы бөтөрөлә [8].

Ҡорамдарҙы, ғибәҙәт йорттарын, мәсеттәрҙе һәм синагогаларҙы ябыу һөҙөмтәһендә, мәҫәлән, 1917 −1935 йылдарҙа Ленинград өлкәһендә революцияға тиклемге 2165 дини биналарҙың 1207 бинаһы ябыла. Ленинградтың үҙендә 421 бинанан 316 ябыла, ошо ҡалала инжил христиандарының элекке «Ҡотҡарыу йортонда» Аллаһыҙҙар йорто урынлаша. Алыҫ Көнсығышта өс йыл эсендә (1929—1932) 193 баптистар общинаһынан — 44, 118 инжил христандары общинаһынан 42 община ҡала[13]. «Төньяҡ правда» (1930 йылдың 18 ғинуары, № 18) Кострома гәзите хәбәр итеүенсә был ҡалала 37 православие ҡорамдарынан 1930 йылда 14 ҡорам ябыла, тағы ла 19 ҡорам ябылыуға планлаштырылған. Сиркәүәрҙең береһен дингә ҡаршы музейы аҫтына бирергә планлаштырыла[14].

Тарихсы Татьяна Никольская билдәләүенсә, православиела ҡорам ябылыу менән общинаның эшмәкәрлеге лә туҡтатылһа, протестанттар йыш ҡына «подпольеға китәләр» һәм йыйылыштарының урындарын йәшерә башлайҙар. Ошо менән бәйле сектанттарҙы асыҡлау өсөн урындарҙа «Һуғышсан аллаһыҙҙар союзы» ячейкалары йәлеп ителә[15].

1929 йылдың 31 декабрендә Бөтә Союз Үҙәк һайлау Президиумы ҡарамағындағы культ мәсьәләләре буйынса комиссияһы ҡыңғырау тауышын көйләү турыһанды закон ҡабул итә, уға ярашлы «өҙлөкһөҙ етештереү аҙнаһына күсеүгә бәйле эшсәндәрҙең хеҙмәтенә һәм ялына ҡамасаулаған ҡыңғырау тауышын көйләү йәки туҡтатыу тураһында ҡәнәғәтләндереү маҡсатында», әммә, тик сәйәси маҡсатҡа ярашлылыҡтан сығып, предприятиеларҙың күпселеге өҙлөкһөҙ етештереү аҙнаһына күскән ҡалаларҙа һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа, ә шулай уҡ ҙур сауҙа-сәнәғәт ауылдарында тормошҡа ашырылырға тейеш булған. Бөтә ҡыңғырауҙарҙы бер юлы ҡағыу бөтөнләй тыйыла. 1931 йылдың 16 майында ВЦИК Президиумы ҡарамағындағы культтар мәсьәләләре буйынса Комиссия директив органдарына ғибәҙәт биналарынан ҡыңғырауҙар бронзаһын ваҡ тәңкәләр яһау өсөн ҡулланыу күҙаллана, әммә был фактты күмәк кеше араһына сығармау шарты менән[16]. Ҡыңғырауҙарҙы иретеү план тәртибендә ойошторола. Мәҫәлән, 1930 йылдың 8 октябрендә СССР ВСНХ-һы СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советына «ҡыңғырау тауышы тыйылған» ҡалаларҙа ҡыңғырауҙарҙы йыйып алыу тәҡдимен индерә, 1930 йылдың октябрь-декабрь айҙарында яҡынса 25 мең тонна ҡыңғырау тартып алыу планлаштырыла[17]. Һуңынан 1930 йылдың 14 ноябрендәге РССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының 122.877с йәшерен ҡарары сыға, уны край (өлкә) башҡарма комитеттарына, автономиялы республикаларҙың Халыҡ Комиссарҙары Советтарына һәм автономиялы өлкәләр башҡарма комитеттары рәйестәренә ебәрәләр, уға ярашлы «беҙҙең сәнәғәт ихтыяжы» (иң тәүге нәүбәттә быға тиклем импорт баҡырынан һуғылған ваҡ тәңкәләр һуғыу өсөн) һылтауы менән «артыҡ ҡыңғырауҙарҙы тартып алыу» ҡарала[18]. Урындарҙа властар ҡыңғырауҙарҙы ғына тартып алыу менән сикләнмәй. Мәҫәлән, Көнбайыш өлкәһендә ҡала зыяраттарынан металлоломға, «бөтә хужаһыҙ тимер рәшәткәләрҙе һәм һәйкәлдәрҙе юҡ итеү» буйынса ҡарар сыға[19]. 1929 йылдың октябрендә Көнбайыш өлкәһендә ҡыңғырауҙарҙың дөйөм ауырлығы 3652 тонна тәшкил итһә, 1935 йылдың 1 ғинуарына — — барыһы 692 тонна ғына[20].

1931 йылда бөтә Союз күләмендә зыяраттарҙы бөтөрөү законлаштырыла. ВЦИК Президиумы ҡарамағындағы культтар буйынса 1931 йылдың 16 октябрендә инструкция ҡабул итә, күрһәтмәлә зыяраттарҙың ябыу һәм ҡәберташ һәйкәлдәрен алып ташлау тәртибе аңлатыла: дини ойошмалар тарафынан ҡуйылған ҡәберташ һәйкәлдәре һәм ҡоймалар культ мөлкәте тип иҫәпләнә һәм улар дәүләт фондына өарай тип һанарға тәҡдим ителә[21].

1930-сы йылдар уртаһынан ҡыңғырауҙарҙы алып ташлау ғәҙәттә халыҡтың рөхсәтенән тыш башҡарыла. Ҡайһы бер осраҡтарҙа бындай ғәмәлдәр крәҫтиән болаларына алып килә (1935 йылдың 20-24 ғинуарҙа Горький крайы Вознесенск районы Суморьево ауылында; 1935 йылдың 27 июнендә Суздаль районы Омутск ауылында; 1937 йылдың 29 июнендә Гусь-Хрустальный районы Губцево ауылында һәм башҡалар) ауыл Губцев гусь-хрустальный һәм райондарында һ. б.).[22].

1930 йылда Рәсәйҙең Үҙәк өлөшөндә инжил христиандары йыйылышы

НЭП-ты бөтөрөү алдынан большевиктар шәхси эшҡыуарлыҡты ҙур һалымдар менән бөтөрөргә булалар, коммерция эшмәкәрлеге үҙ мәғәнәһен юғалта йәки бер ниндәй ҙә табыш килтермәй. Ошо уҡ ваҡытта дини ойошмалар коммерция предприятиеларына тигеҙләнә, рухани әһелдәр эшҡыуарҙарға. Һалымды түләмәгән өсөн дини әһелдәрен ҡулға алалар. ә уларҙың мәхәлләләре ябыла[23].

Тарихсы Дмитрий Поспеловский иллюстрация сифатында архивтағы ҡулға алынған священниктың ҡыҙы М. П. Крылованың хатын килтерә, хат М. И. Калининға тәғәйенләнгән (19.11.1930 й.): «Атайымды — Кострома округы Боршовск сиркәүе священнигын…бер айҙан ашыу элек ҡулға алдылар». Сәбәбен әйтмәнеләр, хәбәр юҡ. Ғаилә таланған, хатта толопто тартып алдылар. «Беҙҙең өҫтән эшләнгән башбаштаҡлыҡтарҙан һуң, мин рәйес Роговтан, беҙгә нишләргә хәҙер, тип һорағайным, ул, иң яҡшыһы берәй мужикка һөйәркә булып барығыҙ, тине». Ауырыу әсәйем, сирле үҫмер һеңлем, 10 йәшлек ҡустым һәм ошо хатты яҙыусы 24 йәшлек ҡыҙ бер ниндәй мөлкәтһеҙ һәм аҡсаһыҙ ҡалды. Уның хатынан күренеүенсә, улар аслыҡ үлеменә дусар ителгәндәр.

Ошо эш буйынса ВЦИК-тың һорауына округ прокурорының яуабы үҙенсәлекле: "Крылов ғәҙел ҡулға алынған һәм ОГПУ тройкаһы…ҡарары буйынса 5 йылға концлагерға һөрөлгән, сөнки крәҫтиәндәрҙе «урыҫ сиркәүҙәрен ябырға теләгән йәһүдтәр ойошторған». колхоздарға инмәҫкә өгөтләгән[23].

1928—1929 йылдарҙа протестант конфессиональ журналдар баҫтырыла («Баптист», «Украина баптисты», «Евагелист», «Благовестник»). 1929 йылда йәшәүҙән туҡтаған Библия курстар ойошторола Ленинградта И. С. Проханов ойошторған Библия курстары туҡтатыла. Шул уҡ йылда СССР федератив баптистар союзы ябыла. Күпмелер ваҡыттан ул ҡабаттан тергеҙелә, әммә баптистарҙың лидерҙары ҡулға алынғас, бөтөнләй ябыла. Хәйер, Бөтә Союз инжил христиан советы уның етәкселәре ҡулға алыныуға ҡарамаҫтан, ҡыйынлыҡтар менән үҙ эшен дауам итә[24].

Ошоға оҡшаш хәл православие сиркәүендә лә күҙәтелә, мәҫәлән, митрополит Сергий (Страгородский) етәкләгән Ваҡытлыса Патриарх Изге Синоды 1935 йылдың май айында ябылырға мәжбүр була. Унан ике аҙна элек Изге Синод ябыла. 1937 йылда, руханиҙарға ҡаршы массауи репрессиялар һөҙөмтәһендә сиркәүҙең административ аппараты юҡҡа сығарыла (тулыраҡ «Руханиҙар һәм диндарҙарға ҡаршы репрессиялар» бүлегендә).

Диндарҙарға ҡаршы золом[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

НКВД тройкаһы ултырышынан ғәҙәттәге выписка (хөкөм ителеүсенең шәхси эшенә суд приговоры урынына беркетелә). Был осраҡта — духобор-диндарға ҡарата.
Православныйҙар башҡа дин вәкилдәре менән бер рәттән атып үлтереүгә хөкөм ителәләр. Ниндәй булһа ла властарҙың рөхсәтенән тыш дини әңгәмә «дини агитация» булараҡ баһалана, РСФСР Енәйәт Кодексының 58-се статьяһы буйынса язаға тарттырыла.

1920-се йылдар аҙағынан дин әһелдәрҙе һәм дини активистарҙы ултыртыу һәм атып үлтереү тулҡыны көсәйә башлай. 1930 йылдың 15 февралендә Хөкүмәттең «Контрреволюцион элементтарға ҡаршы көрәш тураһында дини берләшмәләренең етәксе органдарында» исемле ҡарары урындағы власть органдарына дини общиналар етәкселәре артынан контролде көсәйтергә, активтан «совет ҡоролошона дошмандарса мөнәсәбәттә булғандарҙы» ҡыуырға ҡушыла. Мәҫәлән, НКВД УГБ 1930-сы йылдарҙа «сиркәүселәргә һәм сектанттарға» ғәйепләү хөкөмөн сығарыу өсөн төп сәбәбтәрҙе билдәләй: халыҡ араһында динде пропагандалау; совет ҡала учреждениеларына, ауыл советтарына үтеп инеү; партия һәм дәүләт мәҙәни сараларына ҡаршылыҡ; дәүләт һалым сәйәсәтенә ҡаршы агитация; контрреволюцион, провокацион хәбәрҙәр таратыу; контрреволюциион аҡ эмигранттар ойошмалары һәм сит илдәр разведкалары менән бәйләнеш һәм башҡалар[25].

«Динселәргә» ҡаршы репрессиялар пигы 1937—1938 йылдарҙағы Оло террор осорона тура килә. 1937 йылда НКВД-ның 00447-се йәшерен оператив бойороғо сыға, уға ярашлы «сиркәүселәр һәм секта активистары» «советтарға ҡаршы элементтар» тип иғлан ителәләр. 1937 йылдың авгусында әлеге бойороҡ тормошҡа ашырыла башлай. Әммә 1937 йылдың октябрендәге ВКП(б) Үҙәк Комитеты пленумында СССР Юғары Советына һайлауҙар өсөн дини ойошмаларҙың хәүефлеге тураһында бәхәс ҡуба. шуның менән бәйле пленум НКВД-ның «яҡын көндәрҙә сиркәү һәм сектант контрреволюцион активын тар-мар итеүҙе» тәьмин итеүҙе тәҡдим иткән директиваны ҡабул итә[26].

Диндарҙарҙы эҙәрлекләү Сталиндың шәхси контроле аҫтында көсәйә бара. Мәҫәлән, 1937 йылдың 13 ноябрендә Л. З. Мехлис Сталинға хат гәзите мөхәррире переадресовывать «Йондоҙ» гәзите мөхәрриренең Белоруссияла сиркәүҙең зыянлы йоғонтоһо тураһында хатын тапшыра, һәм Сталин резолюция яҙа: «Т. Ежов. Сиркәүсе әфәнделәрҙең ҡойроғон ҡыҫырға кәрәк ине»[27]. Яуап итеп Ежов Сталинға урындарҙа «сиркәүселәр һәм сектанттарға» ҡарата репрессиялар барышы тураһында киң материал ебәрә. Ежов мәғлүмәттәре буйынса, 1937 йылдың авгусынан ноябргә тиклем 31359 «сиркәүселәр һәм сектанттар» ҡулға алынған, улар араһынан митрополит һәм епископтар — 166, поптар — 9116, монахтар — 2173, «сиркәү-сектант кулак активы» — 19904. Улар араһынан атып үлтереүгә 13671 кеше хөкөм ителә, шул иҫәптән епископтар — 81, поптар — 4629, монахтар — 934, «сиркәү-сектант кулак активы» — 7004[27].

Ежов был һандарға ҡарата үҙенең аңлатмаһында былай тип яҙа: «Беҙҙең оператив саралар һөҙөмтәһендә тулыһынса тиерлек православие сиркәүе епископаты юҡҡа сығарылды, был күпселек осраҡта сиркәүҙе көсһөҙләндерҙе һәм тарҡатты. <…> Поптар һәм дин таратыусыларҙың һаны ике тапҡырға кәмене, былар шулай уҡ сиркәүҙең һәм сектанттарҙың тарҡалыуына булышлыҡ итергә тейеш». Ежов фекере буйынса, православие «сиркәүселәре» (тихоновсылар, обновленецтар, григорианецтар), йәнәһе, хәҙер «сектанттар» менән берлектә эш иткәндәр һәм «советтарға ҡаршы берҙәм фронтын булдырыуҙы үҙенең бурысы» итеп ҡуйғандар. Ежов яҙмаһының нәшер ителмәгән өлөшөндә иҫән ҡалған дини структураларҙы чекист әҙәбиәте менән тулыландырырға кәрәклеге тураһында (күрәһең, Сталин тарафынан хупланған) тәҡдимдәр бар[27].

Өҙлөкһөҙ ҡулға алыуҙар, ултыртыуҙар, атып үлтереүҙәр 1937—1938 йылдар дауамында һуҙыла. Әлеге ваҡытта репрессиялар тураһындағы архив документтарының төп өлөшө тикшеренеүселәр өсөн ябыҡ булғанға күрә, диндарҙар араһында ҡорбандар һаны тураһында теүәл мәғлүмәттәр юҡ. Тарихсы Дмитрий Поспеловскийҙың иҫәпләүҙәре буйынса (Ленинград дин әһелдәре араһында репрессияланғандарҙың күрһәткесен ул бөтә илгә ҡуллана), ун йыл (1931—1941 йылдар) эсендә православиела «80-дән 85 % -ҡа тиклем дин әһелдәре атып үлтерелә йәки ҡулға алына, йәғни 45 меңдән ашыу» (һүҙ Патриарх сиркәү хеҙмәтселәре һәм обновленецтар тураһында бара)[23]. РСФСР-ҙың Төньяҡ-Көнбайышына килгәндә (1937 йыл сиктәрендә Ленинград өлкәһе һәм Карелия), мәхәлләләрҙә хеҙмәт иткән Мәскәү Патриархия руханиҙар араһынан 1937—1938 йылдарҙа 804 кеше атып үлтерелгәне билдәле (дөйөм һандан 63 % һәм биографияларын күҙәтеү мөмкинлеге булғандарҙың 80 проценты)[28].

Протестанттар араһындағы ҡорбандар һаны тураһында әлегә тиклем хатта яҡынса мәғлүмәттәр юҡ.Илдең төрлө төбәктәрендә нәшер ителгән материалдар тулы мәғлүмәт бирмәй. Шулай, мәҫәлән, Приморье крайының инжил христиандары һәм баптистары иҫәбенән Сталин репрессиялары ҡорбандары исемлеге 108 кешене үҙ эсенә ала (Андрей Дементьевтың «Авен-Езер: Евангельское движение в Приморье 1898—1990 годы» китабынан, автор исемлектең тулы булмауы тураһында иҫкәртә). Улар араһынан 88 кеше атып үлтерелә (был төбәктә инжил христиандарҙың һәм баптистарҙың дөйөм һанынан 5-10 %)[29].

Әммә репрессияларға ҡарамаҫтан, 1930-сы йылдар аҙағында СССР халҡының күпселеген диндарҙар тәшкил итә. 1937 йылғы халыҡ иҫәбен алыу күрһәтеүенсә, Советтар Союзының 16 йәшкә тиклемге һәм 55 йәштән оло 98,4 млн кешенән 55,3 миллион кеше үҙҙәрен диндар тип таныта (улар иҫәбенән 41,6 миллионы үҙҙәрен православие диненә беркетә)[30].

1939 йылғы «сиркәү бер аҙ иркенлеге» теорияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999 йылда «Наш современник» журналында, ә шулай уҡ ҡайһы бер коммунистик һәм «патриотик» киң мәғлүмәт сараларында 1939 йылда Сталин дәүләтенең курсы ҡәтғи рәүештә «йомшарған» тигән раҫлауҙар нәшер ителә. Бындай раҫлауға нигеҙ булып бер нисә партия һәм дәүләт документттары тора (шул иҫәптән 1939 йылдың 11 ноябрендәге ВКП(б) Үҙәк комитеты Политбюроһы ултырышының 88-се протоколынан выписка), уларҙы, йәнәһе, журналист В. М. Марков СССР маршалы Д. Т. Язовтың мемуарҙарын нәшер итеүгә әҙерләгән саҡта табып алған. Әлеге мәғлүмәт күп тапҡыр «православие сталинистары» тарафынан ишеттерелә (шул иҫәптән, РПЦ-ның ҡайһы бер дин әһелдәре лә). Һуңынан был мәғлүмәт публицистика өлкәһенән ҡайһы бер етди ғилми-тарихи тикшеренеүҙәргә эләгә[31].

Әммә был фекерҙе бер нисә абруйлы тарихсылар инҡар итә. Мәҫәлән, академик Л. Н. Митрохин 1940 йылда нәшер ителгән "Дингә ҡаршы дәреслек"тәге тексты уҡый һәм: «һөйөклө властарҙың „контрреволюцион руханиҙарҙы“ юҡ итеү теләге <…> тулыһынса һаҡланған»[24].

Башҡа бер тарихсы, И. А. Курляндский, үҙенең «Сталин, власть, дин» китабында әлеге мәсьәләгә 27 битлек бер киҫәк арнай. Курляндский 1939 йылғы «бер аҙ йомшарыу» тураһындағы хәҙерге публикацияларҙың тарихын килтерә һәм анализ нигеҙендә, бындай раҫлауҙар реаль тарихи документтарға түгел. ә «тупаҫ ялғанға» ҡоролған тигән һығымтаға килә[27]. Уның фекере буйынса, был материалдар «1990-сы йылдар аҙағында бысраҡ сәйәси маҡсаттарға ирешеү өсөн — йәмғиәт аңына Сталиндың Сиркәүгә һәм православие диненә ыңғай ҡарашы тураһында мифты булдырыу һәм индереү, „православиелы“ Сталиндың һәм Сталин етәкселегенең ыңғай образдарын булдырыу өсөн тупаҫ уйлап сығарылған ялған булып торалар. Шуға ярашлы, һуғышҡаса дәүләт-сиркәү курсының ҡырҡа үҙгәреүе тураһында һүҙ йөрөткән тарихнамәләге, уҡыу әсбаптарында һәм хрестоматияларҙағы бөтә сюжеттар ысынбарлыҡҡа тап килмәй»[27].

1939—1941 йылдарҙа СССР-ҙа дин[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939—1940 йылдарҙа, Икенсе донъя һуғышы башланғандан һуң, СССР-ға Көнбайыш Украина, Көнбайыш Белоруссия, Бессарабия, Прибалтика республикалары ҡушып алына. Унда бик күп эшләп килгән дини мәхәлләләр — православие, протестант, католик һәм йәһүд мәхәлләләре һаҡланғанб ула.

Мәҫәлән, СССР-ға ҡушылдырылған (Вилена крайынан башҡа) Польшаның Көнсығыш воеводлыҡтары территорияһында, поляк статистика мәғлүмәттәре буйынса, 1939 йылда киләһе халыҡ төркөмдәре йәшәй[32]:

  • 4734,9 мең католик (халыҡтың 36,4 %);
  • 3514,7 мең православие (халыҡтың 26,9 %);
  • 3273,3 мең грек-католиктар (халыҡтың 25,1 %);
  • 1269,1 мең иудаистар (халыҡтың 9,7 %);
  • Евангелистар 105,5 мең;
  • башҡа христиан диндарҙары 87,9 мең
  • башҡа дин тотҡандар 17,9 мең кеше

Ошо һандарҙан күренеүенсә, 1939 йылда совет халҡын миллионлаған диндарҙар тулыландыра. Улар менән иҫәпләшергә тура килә.

Яңы ерҙәрҙә совет дини сәйәсәте 1939—1941 йылдарҙа СССР территорияһындағы сәйәсәттән ҡырҡа айырыла. ан күпкә айырыла. Яңы ерҙәрҙә сәйәсәт күпкә йомшағыраҡ була: динде уҡытыу туҡтатыла, атеистик пропагандалау алып барыла, динлеләрҙәрҙән айырым биналар тартып алына, дини әһелдәр юғары һалымға тарттырыла. Шуға ҡарамаҫтан 1941 йылдың июненә яңы территорияларҙа культ биналарының күпселеге диндарҙар улында ҡала.

СССР-ҙың ҡалған өлөшөндә былай ҙа аҙ һанлы культ биналарының ябылыуы дауам итә. Псковта 1941 йылдың мартында аҙаҡҡы православие сиркәүен ябалар, ә күп кенә дин әһелдәре, тарих фәндәре докторы Борис Ковалев һүҙҙәренсә, мал ҡараусы, бухгалтер, көтөүсе, ат ҡараусы булып эшләргә мәжбүр булалар[33].

1939—1941 йылдарҙа православие культ биналары ғына ябылмай, башҡа дини общиналарҙың да биналары тартып алына. Тарихсы Имамутдин Сулаев Дағстан миҫалында 1941 йылда 8 мәсет ябылыуын билдәләй[34].

Шулай уҡ 1939—1941 йылдарҙа руханиҙарға ҡарата репрессиялар дауам итә. Мәҫәлән, Ҡаҙаҡ ССР-ы НКВД-һы Ҡаҙағстан, Төркмән, Үзбәк һәм Тажик ССР-ы һәм РСФСР мосолман руханиҙарына һәм диндарҙарына ҡарата «Ҡөрьән сылбыры» эшен уйлап сығара. Йәлеп ителгән кешеләрҙе "панислам баш күтәреүселәр ойошмаһы"н төҙөүҙә ғәйепләйҙәр. 237 кеше (мосолман дин әһелдәре, революцияға тиклемге донъяуи элита вәкилдәре) эш буйынса шиклеләр иҫәбенә тикшереү үтәләр. Уларҙы Урта Азия территорияһында мосолман дин әһелдәре етәкселегендә «кафыр-большевиктарға һәм совет власына ҡаршы капиталистик мосолман дәүләттәре» ярҙамында шәриғәт принциптарына нигеҙләнгән дәүләт төҙөүҙә ғәйепләйҙәр. Тикшереү версияһы буйынса, әлеге ихтилалсылар ойошмаһы мосолман илдәре (Иран, Сәғүд Ғәрәбстаны, Төркиә), Бөйөк Британия һәм Франция разведкалары менән бәйле булған. Эш буйынса 70 кеше ҡулға алына, уларҙың 12 атып үлтерелә[35].

СССР-ҙың яңы территорияларында дин һәм совет власы (1939—1941 йылдар)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡушып алыуҙың тәүге аҙналарынан уҡ совет власы яңы территорияларҙа дин менән һуң Совет власы һалымдар, дини белемде тыйыу, культ биналарын тартып алыу һәм күмәк атеистик пропаганда ярҙамында дингә ҡаршы көрәш башлай. Шулай, Литвала уҡыу йорттары тик 1940 йылдың 8 һәм 24 авгусында үҙләштереүгә арамаҫтан, 1940 йылдың 1 июленә ҡарата мәктәптәрҙә дини дисциплиналар уҡытыуҙы тыялар (дин дәрестәре уҡытыусылары эштән сығарыла)[36]. 1940 йылдың 16 июлендә Бөйөк Витаустас исемендәге университетың теология һәм философия факультеты ябыла[37].

1939—1941 йылдарҙа яңы ерҙәрҙә атеситик пропаганда йәйелдерелә. йәйелдерелгән була. Көнбайыш Белоруссияла пропаганданы Һуғышсан аллаһыҙҙар союзы һәм партия комитеттары 1940 йылдың май айынан уҡ башлайҙар[38]. Лекциялар һәм докладтар дингә ҡаршы пропагандаһының төп формаһы булып тора, уларҙың темалары партия район комитеттары тарафынан һайлана һәм раҫлана[39]. 1941 йылдың февраленә тиклем дингә ҡаршы лекцияларҙы башлыса «восточниктар» уҡый (Һуғышсан аллаһыҙҙар союзы лекторҙары, ғалимдар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, коммунистар, комсомолецтар), өҫтәүенә, улар тик урыҫ телендә үткәрелә[40]. Көнбайыш Белоруссияла тәүге лекциялар бушлай үткәрелә (СССР-ҙа лекциялар өсөн түләү ВКП(б) Үҙәк Комитетының 1938 йылдың 14 ноябрендәге ҡарарына ярашлы индерелә). 1940 йылдың июнь айында лекциялар түләүлегә әүерелә — ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарары Көнбайыш Белоруссияға ла ҡағыла. Дингә ҡаршы лекциялар ғәҙәттә бик мөһим дини байрамдары алдынан үткәрелә. Мәҫәлән, православие пасхаһы алдынан «Диндең синфи килеп сығышы һәм нигеҙе тураһында», «Пасханың килеп сығышы һәм зыяны», көҙгө йәһүд байрамдарына — «Ҡайҙан барлыҡҡа килгән йәһүд дини байрамдары», «Дини байрадар — капитализм ҡалдығы» лекциялары уҡыла. Башлыса дингә ҡаршы пропаганда өлкә һәм район үҙәктәрендә алып барыла, ауылдарҙа ғәҙәттә үткәрелмәй. Шулай уҡ дингә ҡаршы әҙәбиәтен һатыу ойошторола.

1941 йылдың 10 февралендә Белоруссия большевиктары Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының «БСС-ҙың көнбайыш өлкәләрендә дингә ҡаршы пропагандаһы торошо тураһында» тигән ҡарары сыға, был ҡарар дингә ҡаршы пропаганданы көсәйтеүгә булышлыҡ итә һәм Көнбайыш белоруссияла уның яңы этабын аса[38]. Ҡарар бер нисә яңылыҡ индерә:

  • өлкә, район һәм ҡала партия комитеттары Көнбайыш Белоруссия халҡынан дингә ҡаршы лекторҙар вазифаһына кандидаттар һайлап алырға һәм уарҙы партия комитеттары йойшторған курстарға ебәрергә тейеш.

1941 йылдың мартынан алып Көнбайыш Белоруссия ауылдарында дингә ҡаршы лекциялар һаны арта[41]. Властар «дингә ҡаршы китаханалар», дингә ҡаршы журналдар уҡыуҙар ойоштороу һәм китапханалар ҡарамағында «аллаһыҙҙар мөйөштәрен» булдырыу буйынса күрһәтмәләр бирәләр[42].

Яңы ерҙәрҙә индерелгән совет хеҙмәт һәм ял режимы дини байрамдарҙы үтәүгә объектив рәүештә ҡамасаулай. 1940 йылдың 7 авгусынан (шул иҫәптән көнбайыш ерҙәрендә) 7-көнлөк эш аҙнаһы индерелә, ял көнө төрлө көндәргә тура килеүе арҡаһында урындағы йәһүдтәр Шаббат байрамын үткәрә алмай[43].

1939—1941 йылдарҙа яңы ерҙәрҙә диндарҙарҙан дини йорттарын тартып алалар. Ҡайһы бер дини биналарында совет мәктәптәре ойошторола — дөйөм уҡыу индереү яңы мәктәп биналарын талап итә[44]. Бынан тыш, яңы ерҙәрҙәге бөтә мәктәптәрҙә дини предметтар алып ташлана, ә балалар дини байрамдар көндәрендә лә уҡырға тейеш була. Көнбайыш белоруссияла 1939—1941 йылдарҙа дингә ҡаршы сәйәсәт агрессив рәүештә алып барыла: дини мәктәптәр тыйыла, дөйөм белем биреү учреждениеларында атеизм дәрестәре индерелә, диндарҙарҙың ғибәҙәт йорттары һәм синагога биналарын тартып алалар[45].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Юбилейный вечер ЦС СВБ от 7 февраля 1936 года // ГАРФ Ф. Р-5407 оп. 1 д.105 л.15. Цит. по: Никольская Т. К. Русский протестантизм и государственная власть в 1905—1991 годах. — СПб.: Изд-во Европейского университета, 2009. — С. 106. ISBN 978-5-94380-081-8
  2. Речь М. Горького на открытии II Всесоюзного съезда воинствующих безбожников 10 июня 1929 г. Архивировано 21 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 21 сентябрь архивланған.
  3. Выступление В. В. Маяковского на II Всесоюзном съезде воинствующих безбожников. Архивировано 21 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 21 сентябрь архивланған.
  4. Винс Г. П. Тропою верности
  5. Цыпин В., прот. История Русской Церкви. С. 248
  6. Батченко, 2015, с. 80
  7. Постановление ВЦИК, СНК РСФСР от 08.04.1929 «О религиозных объединениях» 2017 йыл 2 февраль архивланған.
  8. 8,0 8,1 Батченко, 2015, с. 98
  9. Батченко, 2015, с. 45
  10. Батченко, 2015, с. 57, 80—81
  11. Батченко, 2015, с. 58
  12. Батченко, 2015, с. 143
  13. Никольская, 2009, с. 96
  14. Никольская, 2009, с. 96—97
  15. Никольская, 2009, с. 98
  16. Ершов А. Л. Церковь на земле Владимирской в 1930-е годы / А. Л. Ершов. — Владимир: Калейдоскоп, 2011. — С. 79; ГАРФ. Ф. Р-5263. Оп. 1. Д. 5. Л. 2; Д. 2. Л. 9, 12-13; Д. 9. Л. 14.
  17. Батченко, 2015, с. 61
  18. Батченко, 2015, с. 61—62
  19. Батченко, 2015, с. 63
  20. Батченко, 2015, с. 96
  21. Малышева С. Ю. «На миру красна»: инструментализация смерти в Советской России. — М.: Новый хронограф, 2019. — С. 279.
  22. Ершов А. Л. Церковь на земле Владимирской в 1930-е годы / А. Л. Ершов. — Владимир: Калейдоскоп, 2011. — С. 152—159.
  23. 23,0 23,1 23,2 Поспеловский, 1995
  24. 24,0 24,1 Митрохин Л. Н. Баптизм: история и современность (философско-социологические очерки). — СПб.: РХГИ, 1997. — С. 396
  25. Потапова Н. В. — Религиозная жизнь Сахалина :Во второй половине XIX — начале XXI вв.
  26. Курляндский, 2011, с. 516
  27. 27,0 27,1 27,2 27,3 27,4 Курляндский, 2011
  28. Алексий (Симанский), митрополит Ленинградский. Алфавитный список клира Ленинградской области на 1 мая 1937 года. Публикация А. А. Бовкало и А. К. Галкина. СПб.: Князь-Владимирский собор, 2014. С. 9
  29. Дементьев А. «Авен-Езер: Евангельское движение в Приморье 1898—1990 годы». стр. 113—141
  30. Емельянов Н. Е., Хайлова О. И. Гонения на Русскую православную церковь (1917—1950-е гг.) // Россия и современный мир. — 2008. — № 4 (61). — С. 125
  31. Курляндский, 2011, с. 523—527
  32. Цымбал А. Г. Положение православной церкви в Западной Белоруссии в 1939—1941 годах // Западная Белоруссия и Западная Украина в 1939—1941 гг.: люди, события, документы. — СПб.: Алетейя, 2011. — C. 338—339.
  33. Православная церковь в условиях оккупации
  34. Сулаев И. Х. Мусульманское духовенство Дагестана и власть: история взаимоотношений (1917—1991). Автореферат дисс… доктора исторических наук. — Махачкала: Б.и., 2010. — С. 43.
  35. Гусева Ю. Н. «Цепь Корана» — дело о «заговоре панисламистов» в Средней Азии (1940) (по материалам архивов советских спецслужб) // Известия Уфимского научного центра РАН. — 2017. — № 3. — С. 117.
  36. Горин А. А. Трансформация инфраструктуры образования и науки Литвы на начальном этапе ее советизации (1940—1941 гг.) // Вестник Екатерининского института. — 2016. — № 1 (33). — С. 14.
  37. Горин А. А. Трансформация инфраструктуры образования и науки Литвы на начальном этапе ее советизации (1940—1941 гг.) // Вестник Екатерининского института. — 2016. — № 1 (33). — С. 15.
  38. 38,0 38,1 Харченко О. П. Организация и проведение антирелигиозной и агитационно-пропагандистской работы в западных областях Беларуси (сентябрь 1939 — июнь 1941 гг.) // Государство, религия, Церковь в России и за рубежом. — 2011. — Т. 29. — № 3-4. — С. 420.
  39. Харченко О. П. Организация и проведение антирелигиозной и агитационно-пропагандистской работы в западных областях Беларуси (сентябрь 1939 — июнь 1941 гг.) // Государство, религия, Церковь в России и за рубежом. — 2011. — Т. 29. — № 3-4. — С. 420—421.
  40. Харченко О. П. Организация и проведение антирелигиозной и агитационно-пропагандистской работы в западных областях Беларуси (сентябрь 1939 — июнь 1941 гг.) // Государство, религия, Церковь в России и за рубежом. — 2011. — Т. 29. — № 3-4. — С. 422.
  41. Харченко О. П. Организация и проведение антирелигиозной и агитационно-пропагандистской работы в западных областях Беларуси (сентябрь 1939 — июнь 1941 гг.) // Государство, религия, Церковь в России и за рубежом. — 2011. — Т. 29. — № 3-4. — С. 422—423.
  42. Харченко О. П. Организация и проведение антирелигиозной и агитационно-пропагандистской работы в западных областях Беларуси (сентябрь 1939 — июнь 1941 гг.) // Государство, религия, Церковь в России и за рубежом. — 2011. — Т. 29. — № 3-4. — С. 423—424.
  43. Карпенкина Я. В. Еврейское население и экономические преобразования в Западной Белоруссии, 1939—1940 // Вестник Нижегородского университета им. Н. И. Лобачевского. — 2016. — № 4. — С. 29.
  44. Карпенкина Я. В. Советизируя евреев: из истории советской образовательной политики в Западной Белоруссии, 1939—1941 год // Российская история. — 2017. — № 5. — С. 158.
  45. Карпенкина Я. В. Запретить нельзя разрешить: советская религиозная политика в Западной Белоруссии по отношению к иудаизму в 1939—1941 годах // ТИРОШ — Труды по иудаике/ Сборник статей. Сер. «Judaica Rossica» — М.: Сэфер, 2018. — С. 168.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]