СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флоты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флоты
Флаг
Naval Ensign of the Soviet Union (1935-1950).svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1918
Дәүләт СССР
Совет Рәсәйе
Flag of the CIS.svg Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе
Һуғыш/алыш Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Икенсе бөтә донъя һуғышы, Корейская война[d], Война за Огаден[d] һәм Гражданская война в Анголе[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Мәскәү ҡалаһы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1991
Commons-logo.svg СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флоты Викимилектә
СССР Ҡораллы көстәренең Хәрби-диңгеҙ Флоты 2-се дәрәжә старшинаһы элемтәне тергеҙә. Сталинград алышы

«СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флоты» атамаһы 1938 йылда, СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы һәм Үҙәк Башҡарма Комитетының 1937 йылдың 30 декабрендәге «СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флотының Халыҡ комиссариатын ойоштороу тураһында» Ҡарарына ҡул ҡуйғандан һуң, рәсми документтарҙа тулыһынса нығына. Быға тиклем СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флоты «ССР Союзының Ҡыҙыл Армияһы Диңгеҙ көстәре» һәм «СССР РККА-ның Хәрби-диңгеҙ көстәре» тип аталған.

СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флоты Совет Социалистик Республикалар Союзы 1922 йылдың декабрендә барлыҡҡа килгән ваҡыттан алып 1991 йылдың декабрь айында СССР-ҙың тарҡалыуына тиклем Советтар Союзы диңгеҙ сиктәрен һаҡлай һәм яҡлай.

Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флоты түбәндәге ғәскәрҙәр төрөнән торған :

  • һыу аҫты кәмәләре
  • һыу өҫтө карабы
  • диңгеҙ авиацияһы
  • яр буйы ракета-артиллерия ғәскәрҙәре
  • диңгеҙ пехотаһы

Уның составына шулай уҡ ярҙамсы флотының кораблдәре һәм суднолары, махсус тәғәйенләнештәге частар һәм подразделениелар (СпН) һәм төрлө хеҙмәттәр инә.

Көстәрҙең төп төрҙәре — һыу аҫты кәмәләре һәм диңгеҙ авиацияһы. Уларҙан тыш СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флоты составына тыл частары һәм учреждениелары ла була.

СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флотының төп штабы — Мәскәү ҡалаһында урынлаша.

Берекмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡлы Балтик флоты
  • Ҡыҙыл Байраҡлы Төньяҡ флоты
  • Ҡыҙыл Байраҡлы Тымыҡ океан флоты
  • Ҡыҙыл Байраҡлы Ҡара диңгеҙ флоты
  • Ҡыҙыл Байраҡлы Каспий флотилияһы
  • Ҡыҙыл Байраҡлы Ленинград хәрби-диңгеҙ базаһы

СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флотының баш командующийы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флотын СССР-ҙың Оборона министрының урынбаҫары булған Хәрби-Диңгеҙ Флотының Баш Командующийы (командующий, Республиканың диңгеҙ көстәре начальнигы, Халыҡ комиссары, Министр) етәкләй. Уға Хәрби-Диңгеҙ Флотының Баш штабы һәм уның идаралыҡтары буйһона.

  • Дыбенко Павел Ефимович (1917—1918)
  • Иванов Модест Васильевич (1918)
  • Альтфатер Василий Михайлович (1918—1919)
  • Беренс Евгений Андреевич (1919—1920)
  • Немитц Александр Васильевич (1920—1921)
  • Панцержанский Эдуард Самуилович (1921—1924)
  • Зоф Вячеслав Иванович (1924—1926)
  • Муклевич Ромуальд Адамович (1926—1931)
  • Орлов Владимир Митрофанович (1931—1937)
  • Викторов Михаил Владимирович (1937—1938)
  • Смирнов Петр Александрович (1938)
  • •Смирнов-Светловский, Петр Иванович (1938, вазифаны башҡарыусы)
  • Фриновский Михаил Петрович (1938—1939)
  • Кузнецов Николай Герасимович (1939—1947, 1951—1956)
  • Юмашев Иван Степанович (1947—1951)
  • Горшков Сергей Георгиевич (1956—1985)
  • Чернавин Владимир Николаевич (1985—1992)

СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флотының Баш штабы начальниктары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Галлер Лев Михайлович (1938—1940)
  • Исаков Иван Степанович (1940—1942, 1946—1947)
  • Алафузов Владимир Антонович (1942—1943 — в.б., 1944—1945)
  • Степанов Георгий Андреевич (1943—1944 — в. б.)
  • Кучеров Степан Григорьевич (1945—1946)
  • Головко Арсений Григорьевич (1947—1952)
  • Фокин Виталий Алексеевич (1952—1958)
  • Зозуля Федор Владимирович (1958—1964)
  • Сергеев Николай Дмитриевич (1964—1977)
  • Егоров Георгий Михайлович (1977—1981)
  • Чернавин Владимир Николаевич (1981—1985)
  • Макаров Константин Валентинович (1985—1992)

Флаг[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР-ҙың Хәрби-диңгеҙ флагы -аҡ төҫтәге икегә өс яҡлы дүрткел яҫылыҡ, аҫҡы сит буйлап күк төҫтәге тар буй. Күк буй өҫтөндәге өлөштә флагтың һул яғында — ҡыҙыл йондоҙ, ә уң яғында ҡыҙыл ураҡ менән сүкеш төшөрөлгән. Флаг СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы һәм Үҙәк Башҡарма комитетының 1935 йылдың 27 майындағы 1982/341-се һанлы «ССР Союзының хәрби-диңгеҙ флагтары тураһында» Ҡарарына ярашлы ҡабул ителә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

РККА-ның Диңгеҙ көстәре (1918—1922)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР-ҙың Хәрби-диңгеҙ флотының башында РККА-ның Диңгеҙ көстәре тора. Граждандар һуғышы Республика Диңгеҙ көстәре кораблдәренең составын ҡырҡа кәмеүенә килтерә.

Дөйөм деградация флоттың башҡа төрҙәренә лә ҡағыла. Шулай, Балтикалаяр буйы артиллерияһы өс тапҡырға ҡыҫҡартыла, Ҡара диңгеҙҙә — ике тапҡырға, ә Урыҫ Себерендә бөтөнләй юҡҡа сыға. РККА Диңгеҙ көстәренең авиация частары 1920 йылда бөтөрөлә һәм 1921 йылдың башына барыһы бик ныҡ иҫкергән 36 самолёт ҡала[1].

1921 йылдың мартынан 1922 йылдың декабренә тиклем Диңгеҙ көстәренең шәхси составының һаны 86 580 кешенән 36 929 кешегә тиклем кәмей, хәрби суднолар төҙөүгә һәм судноларҙы ремонтлауға ассигнованиеларҙың күләме яҡынса 3,3 мәртәбәгә ҡыҫҡартыла.

1924—1936 йылдарҙа РККА Хәрби-диңгеҙ флотының үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1924 йылдың 28 мартында РККА Хәрби-диңгеҙ көстәренең идаралығы ойошторола (УВМС). Уның етәксеһе итеп туранан-тура Хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса наркомы Л. Д. Троцкийға буйһонған Э. С. Панцержанский тәғәйенләнә. Хәрби-диңгеҙ көстәре идаралығы илдең Хәрби-диңгеҙ флотының эксплуатация-тергеҙеү, кадрҙар, административ-хужалыҡ, уҡыу-уҡытыу, техник, гидрография һәм фәнни эшмәкәрлеге менән етәкселек итеү өсөн тәғәйенләнә. 1925 йылдың 2 февралендә СССР-ҙың РХС вәкиле П Р. И. Берзин (Берзиньш) СССР-ҙың РХС-тың рәйесе, Наркомвоенмор М. В. Фрунзеға түбәндәген яҙа: «Хәрби ведомствоға ҡарата хәрби сәнәғәте алдында ике төп бурыс тора:

1. Һуғыш осрағына хәрби ведомствоның мобилизацион пландарын үтәү заводтарҙа әҙерләргә. 2. Тыныс ваҡыт шарттарында хәрби ведомствоның йыл һайын бирелгән заданиеларҙы үтәү».

25 майҙа СССР-ҙың хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссары, СССР-ҙың ХРС Рәйесе М. В. Фрунзеның (1925 йылдың 6 ноябренән - К. Е. Ворошилов) начальнигы, СССР-ҙың РХС ағзаһы В. И. Зофаның директиваһына ярашлы РККА-ның РККА-ның Хәрби-диңгеҙ советы тарафынан беренсе корабль хеҙмәте Уставы индерелә[6]. Кораблдәр хеҙмәте Уставы кораблдәге хеҙмәт тәртибен һәм етәкселәр, старшиналар һәм рядовойҙар составының бурыстарын ҡанунлаштыра, шулай уҡ һөнәрҙәр буйынса кораблдең шәхси составын бүлә. 1928 йылдың 23 мартында СССР-ҙың Революцион-хәрби Советы «Һуғыш ваҡытында ғәскәрҙәрҙең Ялан идаралығын төҙөү нигеҙҙәре тураһында» Ҡарар ҡабул итә. Ҡарарға ярашлы ил ике өлөшкә бүленә — хәрби ғәмәлдәр театры һәм ил тылы, шулай уҡ ғәскәрҙәр (флоттар) меән идара итеү бурыстарын һәм уларҙың хәрби ғәмәлдәрҙе үткәргән саҡтағы буйһоноулыҡ кимәлен рәсмиләштерә. 1929 йылдың 26 Политбюро ЦК ВКП(б)-ның Үҙәк Комитты Политбюроһында СССР-ҙың хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссары, СССР-ҙың ХРС Рәйесе К. Е. Ворошилов «РККА-ның торошо һәм бурыстары тураһында» доклады менән сығыш яһай:

Тыныс осор армияһы; Мобилизацион пландың ғәмәлдәге варианты буйынса армияның мобилизацион әҙерлеге; Техник камиллаштырыу планы һәм армия ҡоралланыуының анализы; Ҡораллы көстәр төҙөүҙең Биш йыллыҡ планы һәм бер йыл һуғыш алып барыу өсөн мобилизацион заявкаһы. 1930 йылдың 1 авгусында РККА-ның Хәрби-диңгеҙ көстәре начальнигы Р. А. Муклевич СССР-ҙың хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссары, СССР-ҙың ХРС Рәйесе К. Е. Ворошиловҡа хәрби кораблдәр төҙөү институтын булдырыу кәрәклеге тураһында еткерә.

СССР-ҙың Хәрби-диңгеҙ флотының үҫеше (1937—1941)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1937 йылдың 30 декабрендә РККА-ның Хәрби-диңгеҙ көстәре ҡораллы көстәрҙең айырым төрө - СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флоты - итеп бүленә. 1938 йылдың 1 ғинуарына СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флотының һыу өҫтө составы бик ҙур булмай — 3 линкор, 3 крейсеа, 1 лидер һәм 17 эсминец[19]. Шул уҡ ваҡытта һыу аҫты флоты бик көслө күренә: 10 оло подлодка, 10 һыу аҫты мина заградителе, 78 уртаса подлодка һәм 52 кесе подлодка[19].

1939 йылдың 29 апрелендә ХДФ-ның халыҡ комиссары итеп 34 йәшлек Н. Г. Кузнецов тәғәйенләнә, Союзда иң йәш нарком һәм ошо вазифала беренсе моряк була. Һуғыштан алдағы йылдарҙа Кузнецов флотты, Финляндия һуғышы тәжрибәһенән сығып, флотты һуғышҡа әҙерләүҙе дауам итә. 1940—1941 йылдарҙа флоттарҙың һәм флотилияларҙың оператив әҙерлек системаһы эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә, был аҙымдар дөрөҫлөгө Бөйөк Ватан һуғышының башында үҙ-үҙен тулыһынса аҡлай.

Бөйөк Ватан һуғышы башына РККФ-ның кораблдәр составы 3 линейный корабль, 7 крейсер, 59 лидеров һәм эскадра миноносец, 218 һыу аҫты кәмә, 269 торпеда катеры, 22 ҡарауыл корабле, 88 тральщик, 77 һыу аҫты кәмәләр артынан һунарсы һәм башҡа кораблдәр һәм катерҙар, ә шулай уҡ ярҙамсы суднолар була. Төҙөлөш процесында 219 корабль, шул иҫәптән, 3 линейный корабль, 2 ауыр һәм 7 еңел крейсер, 45 эсминец, 91 һыу аҫты кәмәһе.

СССР-ҙың Хәрби-диңгеҙ флотының үҫеше (һуғыш йылдары)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР-ҙың Почта маркаһы, 1940 йыл: «СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флотына — дан!».

1941 йылдың 22 июнендә, төнгө сәғәт өстә, нацистик Германияның хәрби-һауа көстәре Севастополдә һәм Измаилда СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флотының төп базаһына авиация һөжүмдәрен башҡаралар.

Ҡара диңгеҙ флотының начальнигы, контр-адмирал И. Д. Елисеев СССР-ҙың һауа киңлегенә ингән немец самолеттарына ут асырға бойора[2]: Бөйөк Ватан һуғышы барышында Советтар Союзына баҫып ингән нацистарға ҡаршы бирелгән тәүге бойороҡ була[3][4].

Севастополдә, Ҡара диңгеҙ флотын бикләү маҡсатында базаның инеү фарватерына һәм Төньяҡ бухтаһына элект-магнит миналар ташлана. Дошман авиацияһын Дунай флотилияһының кораблдәрен зенит артиллерияһының уты ҡаршы ала.Һауа атакаларына шулай уҡ Лиепай һәм Рига хәрби-диңгеҙ базалары ла дусар булалар. Магнит миналары самолеттарҙан Кронштадт районында төшөрөлә. Төньяҡ флотының төп базаһын (Полярное) утҡа тоталар. Адмирал Кузнецов ышыҡлау планы буйынса мина ҡамауҙарын ҡуйыуҙы башларға бойора. Һуғыш башланыу меән флоттың төп дошманы диңгеҙ көстәре түгел, ә һауа һәм ҡоро ер ғәскәрҙәре була. Флоттың хәрби эшмәкәрлегендә иң мөһиме оборонала һәм һөжүмдә ҡоро ер ғәскәрҙәренең яр буйы флангы була (һуғыш йылдарныда кораблдәр артиллерияһының 85 % тиклем боезапасы яр буйы сәптәренә сарыф ителә һәм 40 % диңгеҙ авиацияһының самолеттары ҡоро ер ғәскәрҙәре буйынса ударҙар яһай).

Мөһимлеге буйынса бурыстарҙың икенсе төркөмө — дошмандың диңгеҙ коммуникацияларын боҙоу, үҙ коммуникацияларын һаҡлау, дошман көстәрен диңгеҙҙә юҡ итеү, уның территорияһында һәм яр буйындағы объекттар буйынса һөжүм итеү. Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Флот 88 хәрби операция үткәрә, шул иҫәптән 23 тапҡыр армия һәм фронт операцияларҙа ҡатнашыуға йәлеп ителә

Икенсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғыштарының яҙмышы ҡоро ер фронтында хәл ителә, шуға күрә флоттың пландары һәм уның ғәмәлдәре йыш ҡына яр буйы йүнәлештәрендәге ҡоро ер төркөмдәренең мәнфәғәттәренә буйһона. Һуғыш йылдарында СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флоты ҡоро ер фронттарына 400 меңдән ашыу кеше йүнәлтә[5].

Күп кенә хәрби кораблдәргә әүерелгән транспорт һәм ярҙамсы суднолары ЭКҠФ составына инә.

СССР-ҙың Хәрби-диңгеҙ флотының үҫеше (һуғыштан һуңғы йылдар)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғыштан һуңғы беренсе ун йыллыҡта 248 дизель һыу аҫты кәмәһе һәм 619 һыу өҫтө кораблдәр сафҡа индерелә. 1955 йылда СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флотында барыһы 265 дизель һыу аҫты кәмә һәм 900 хәрби һыу өҫтө кораблдәр була (шул иҫәптән 80 % — яр буйы тәғәйенлешле)[6].

1954 йылдың 26 ғинуарында КПСС-тың Үҙәк Комитетының һәм СССР-ҙың Министрҙар Советының берлектәге «Һыу аҫты кәмәләрен алыҫ хәрәкәтле баллистик ракеталар менән ҡоралландырыу буйынса проект-эксперименталь эштәр үткәреү һәм ошо эштәр базаһында реактив ҡораллы оло һыу аҫты кәмәһен эшләп сығарыу техник проекты тураһында» («Волна» темаһы)ҡарары сыға. ОШо программа һөҙөмтәһендә Р11-ФМ ракеталары эшләнә. 1955 йылдың 16 сентябрендә Б-67 һыу аҫты кәмәһе бортынан донъяла беренсе тапҡыр БРПЛ осорола.

1958 йылда ҡоралланыуға беренсе К-3 совет атом һыу аҫты кәмәһе алына.

1960 йылдар башында ҡораллы көстәрҙең ҡыҫҡартылыуы арҡаһында Хәрби-Диңгеҙ флоты составынан ете яңы крейсер таратыла.

1970 йылдар башында СССР-ҙа тәүге самолет йөрөтөүсе кораблдәрҙең проектлауы һәм төҙөлөүе башлана. 1956—1975 йылдарҙа флот составына было введено в состав флота околотөрлө тәғәйенлешле 900 һыу аҫты кораблдәре индерелә, шул иҫәптән 400-ҙән ашыу десант, 300-ҙән ашыу тральщик, 7 крейсер, 30 эсминец, 68 ҡарауыл корабле.

1976—1985 йылдарҙа ҡоралланыуға һыу аҫты ракетоносецтары индерелә башлай. Шулай уҡ күп сәпле атом һыу аҫты кәмәләре төҙөлә. Ҙур алыҫлыҡтан сәпкә тейҙереүгә һәләтле «Гранит» ҡанатлы ракеталы атом һыу аҫты кәмәләре төҙөлөүе башлана. Һыу өҫтө кораблдәренең массауи ракеташтырыуы башлана[6].

Северодвинскиҙа "Акула" проектын американ спутнигынан төшөрөлгән фото, 1982 йыл

1991 йылда «Адмирал Флота Советского Союза Кузнецов» ауыр самолет алып йөрөүсе крейсер — беренсе совет классик авианосец — ҡоралланыуға алына.

СССР-ҙың Хәрби-диңгеҙ флотының үҫеше (СССР-ҙың тарҡалыуына тиклемге осор)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Флот көстәре составына (стратегик һәм дөйөм тәғәйенешле) 100-ҙән ашыу эскадра һәм дивизиялар инә, ә СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флотының шәхси составы буйынса дөйөм һаны яҡынса 450 000 кеше иҫәпләнә[7] (шул иҫәптән 12,6 мең диңгеҙ пехотаһында)[8]. 1989 йылда СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флотына тотоноуҙар 12,08 млрд һум тәшкил итә (дөйөм хәрби бюджеты 77,294 млрд һум була)[8]. Флоттың хәрби сафында океан һәм йыраҡ диңгеҙ зонаһы 160 һыу өҫтө корабле була, 83 стратегик атом һыу аҫты ракетоносец (икенсе быуын), 113 күп сәпле атом һыу аҫты һәм 254 дизель-электр кәмәһе[7].

СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флотының база пункттары, 1984 йыл

1980йылдар аҙағына СССР ХДФ-ның составы буйынса мәғлүмәт (А. С. Павлов күрһәтеүенсә): 64 атом һәм 15 баллистик ракеталы дизелле һыу аҫты кәмәһе[9], 79 ҡанатлы ракета менән һыу аҫты кәмәһе (шул иҫәптән 63 атом)[10], 80 күп сәпле торпедалы атом һыу аҫты кәмәһе[11], дүрт авианосец, 96 крейсер, эскадренный миноносец һәм ракета фрегаты, 174 ҡарауыл корабле, 623 катер һәм тральщик, 107 десант корабле һәм катеры. Барыһы 1380 хәрби корабле (ярҙамсы кораблдәренән тыш), 1142 хәрби самолет (һыу өҫтө кораблдәре буйынса бөтә мәғлүмәттәр 1988 йылдың 1 июленә ҡарата)[8].

1991 йыл башына СССР-ҙың суднолар төҙөү предприятиеларында ике авианосец (шул иҫәптән бер атомлы), 11 атомлы баллистик ракеталар менән һыу аҫты кәмәһе, 18 күп сәпле атомлы һыу аҫта кәмәһе, ете дизелле һыу аҫты кәмә, ике ракета крейсеры (шул иҫәптән береһе — атомлы), 10 эскадра миноносец һәм башҡалар[12].

1985 йылда совет флоты үҙенең ҡеүәтлегенең юғары нөктәһенә етә, уның составында 1561 корабль була һәм ул кораблдәр һаны һәм хәрби потенциалы буйынса АҠШ-тың Хәрби-диңгеҙ флотынан һуң донъяла икенсе урынды биләй[13].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Монаков М. С., 2008, с. 3434
  2. …. В ночь на 22 июня, в критические минуты, когда было ему (прим. Ф. С. Октябрьскому) доложено о появлении перед Главной базой неизвестных самолётов и оперативный дежурный просил разрешения «открыть огонь», Ф. С. Октябрьский ответил: «Действуйте но инструкции» — и ещё добавил, что в случае ошибки он (прим. доложивший подчинённый) будет расстрелян. Решение пришлось принять начальнику штаба И. Д. Елисееву, о чём я (прим. Кузнецов Н. Г.) писал в книге «Накануне»…
  3. 18 марта 1966 года Вице-адмирал в отставке И. Д. Елисеев послал в Исторический отдел ВМФ СССР написанные в марте 1966 г. в ответ на письмо капитана 1-го ранга в отставке Н. Т. Рыбалко «Заметки об обстановке в штабе ЧФ в период нападения авиации нацистов на Севастополь в ночь на 22 июня 1941 г.». Копию «Заметок» направил Н.Г Кузнецову как желающему «…документально установить, что фактически происходило…» в 03:06 22 июня 1941 года. (Храниться в архиве семьи Н. Г. Кузнецова.)
  4. …Приказание открыть огонь по неизвестным самолётам отдал начальник штаба флота контр-адмирал И. Д. Елисеев при обращении к нему оперативного дежурного капитана 2-го ранга Н. Т. Рыбалко. (Из воспоминаний Вице-адмирала в отставке И. И. Азарова)
  5. ВМФ СССР в Великой Отечественной войне. // otvoyna.ru
  6. 6,0 6,1 Основные военные проблемы создания современного флота
  7. 7,0 7,1 Монаков М. С., 2008, с. 639
  8. 8,0 8,1 8,2 Павлов А. С., 1991, с. 47
  9. Павлов А. С., 1991, с. 4
  10. Павлов А. С., 1991, с. 15
  11. Павлов А. С., 1991, с. 22
  12. Кузин В. П., Никольский В. И., 1996, с. 462
  13. к.1 р. в отст. В.В.Заборс Куда плывет ВМФ России? Проблемы состояния и развития ВМФ необходимо решать сегодня, иначе будет поздно. ВВМУРЭ им. А.С.Попова. Санкт-Петербург. 1-й факультет. Сайт выпускников 1987 года. (2007-10-31).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Горшков С. Г. Морская мощь государства — М.: Военное издательство МО СССР, 1976.
  • Грибовский В. Ю. На пути к «большому морскому и океанскому» флоту (Кораблестроительные программы Военно-Морского Флота СССР в предвоенные годы). // Гангут. — СПб.: Издательство «Гангут», 1995. — № 9. — С. 2—20. — ISBN 5-85875-031-1.
  • Капитанец, И. М. Битва за мировой океан в «холодной» и будущих войнах — М.: Вече, 2002. — 544 б. — (Военные тайны XX века). — 7000 экз. — ISBN 5-94538-064-4.
  • Краснов В. Н. Военное судостроение накануне Великой Отечественной войны — М.: Наука, 2005. — 215 б. — ISBN 5-02-033780-3.
  • Кузин В. П., Никольский В. И. Военно-Морской флот СССР 1945-1991 — СПб.: Историческое Морское Общество, 1996. — 653 б.
  • Монаков М. С. Главком (Жизнь и деятельность Адмирала флота Советского Союза С. Г. Горшкова) — М.: Кучково поле, 2008. — 704 б. — (Библиотека клуба адмиралов). — 3500 экз. — ISBN 978-5-9950-0008-2.
  • Павлов А. С. Советский ВМФ. 1990—1991 г. Справочник — Якутск, 1991. — 252 б. — 3000 экз.
  • МО РФ, Институт военной истории МО РФ Реформа в Красной Армии Документы и материалы 1923—1928 гг.. — Москва: Летний сад, 2006.
  • Самойлов К. И. Морской словарь — Москва: НКВМФ Союза ССР, 1941.
  • В. П. Бежецких, В. Д. Внуков, В. Н. Иванов и др. Тактическое маневрирование ВВМУРЭ 1992 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:ВМФ СССР (1951—1991) Ҡалып:Виды войск ВС СССР