Эстәлеккә күсергә

СССР-ҙың халыҡ рәссамы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
СССР-ҙың халыҡ рәссамы
Нигеҙләү датаһы 16 июль 1943
Рәсем
Дәүләт  СССР
Пиктограмма
Һаны 159
Лауреаттар категорияһы Категория:СССР-ҙың халыҡ рәссамдары

СССР-ҙың халыҡ рәссамы — «һынлы сәнғәт, скульптура, графика, декоратив-ҡулланма сәнғәт үҫешендә айырым ҡаҙаныштары булған күренекле һынлы сәнғәт совет эшмәкәрҙәре өсөн» СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 16 июлендәге указына ярашлы булдырылған маҡтаулы исем[1] . СССР Юғары Советы Президиумы тарафынан бирелә.

Маҡтаулы исем тураһындағы Положение

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. «СССР-ҙың халыҡ рәссамы» маҡтаулы исеме совет һынлы сәнғәтендәге иң күренекле эшмәкәрҙәргә, рәсем сәнғәте, скульптура, графика, монументаль, декоратив-ғәмәли, театр, сәнғәт кинодекоратив сәнғәтен үҫтереүҙә, йәш рәссамдарҙы тәрбиәләүҙә айырыуса ҡаҙааныштары өсөн бирелә.
  2. «СССР-ҙың халыҡ рәссамы» маҡтаулы исеме СССР Мәҙәниәт министрлығы, СССР-ҙың кинематография буйынса дәүәләт комитеты, СССР рәссамдары, кинематографистары тәдимдәре буйынса бирелә.
  3. «СССР-ҙың халыҡ рәссамы» маҡтаулы исеменә лайыҡ булған кешегә СССР Юғары Советы Президиумы грамотаһы, тағылмалы билдә һәм танытма тапшырыла.
  4. «СССР-ҙың халыҡ рәссамы» билдәһе күкрәгенең уң яғында йөрөтөлә һәм бүләкләнеүсенең башҡа СССР ордендары булған осраҡта улар өҫтөнән урынлаштырыла.

Билдәнең тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«СССР-ҙың халыҡ рәссамы» билдәһе алтын ялатылған томпактан эшләнә, формаһы — картуш формаһындағы дүрт мөйөш, элмәгенең размеры — 22,5 × 23,5 мм. Билдәнең уртаһында «Народный художник СССР» тип яҙылған, уның өҫтөндә — ураҡ менән сүкештең рельефлы һүрәте. Билдә ҡаймаланмаған. Бөтә яҙыуҙары һәм һүрәттәре ҡабарынҡы итеп эшләнгән. Түш билдәһе элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тура мөйөшлө алтынға ялатылған ҡалыпҡа тотагтырыла. Ҡалыптың размеры — 18 × 21 мм. Ҡалыптың аҡҫы өлөшөндә лавр ботаҡтары төшөрөлгән. Уның үрге яғы ҡыҙыл муар таҫма менән ҡапланған. Ҡалыптың кире яғында билдәне кейемгә беркетеү өсөн төйрәүес бар.

Маҡтаулы исемдең тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«СССР-ҙың халыҡ рәссамы» маҡтаулы исем менән 1943 йылдың 26 июлендә дүрт кеше (тәүге кавалерҙар) бүләкләнә: рәссамдар Александр Герасимов һәм Борис Иогансон, скульпторҙар Сергей Меркуров һәм Вера Мухина.

«СССР-ҙың халыҡ рәссамы» маҡтаулы исемдең һуңғы кавалеры, 1991 йылдың 20 декабрендә теркәлә: Репин исемендәге һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтының профессоры Петр Фомин — СССР һынлы сәнғәте үҫешендә оло ҡаҙаныштары өсөн.

Барыһы маҡтаулы исемгә 159 кеше лайыҡ булған.

  1. Ведомости ВС СССР, 1943 г., № 28.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 99—100.