Саада
| Саада | |
| Рәсми атамаһы | صعدة |
|---|---|
| Дәүләт |
|
| Административ үҙәге | Саада[d] |
| Административ-территориаль берәмек | Саада[d] |
| Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
| Халыҡ һаны | 70 203 кеше (2013) |
| Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1800 метр |
| Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d][1] һәм Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
| Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (i)[d][1], (iv)[d][1] һәм (v)[d][1] |
Саада (ғәр. صعدة — Йәмән ҡалаһы, Йәмәндең төньяҡ-көнбайышында шул уҡ атамалы Саада муһафазаһының (губерна) административ үҙәге (баш ҡалаһы) һәм Йәмәндең төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге төп ҡала[2] .








Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 1875 м.[2] Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 1836 метр[3] .
Саххар һәм Маар тау һырттары араһында, Сәғүд Ғәрәбстаны сигенән 80 км алыҫлыҡта урынлашҡан сүллек ҡалаһы[2].
Саада Йәмәндең төньяғында, Сәғүд Ғәрәбстаны юлында административ һәм сауҙа үҙәге булараҡ оҙайлы традицияға эйә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борон-борондан Саада төньяҡ һәм көньяҡ араһындағы сауҙа юлдары киҫелешендә торған[2] . Борон ҡала Карна (Κάρνα) — Миней дәүләтенең баш ҡалаһы булараҡ билдәле булған. Ҡала аша көньяҡтан хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны территорияһына каруан маршруттары үткән.
IX быуатта имам әл-Һади Яхъя ибн әл-Хөсәйен ибн әл-Ҡасим тап бында зәйдиселекте вәғәзләй башлай[2]. 1200 йыл дауамында, 860 йылдан 1962 йылға тиклем дауам иткән зәйдиҙәр дәүерендә, Саада Йәмән зәйдиҙәренең дини үҙәге була, хатта 1962 йылғы революциянан һуң да Саада провинцияһы, үҙенең үҙәк ҡалаһы менән бергә, илдә зәйдиҙәрҙең берҙән-бер таянысы булып ҡала[2] .
Ҡаланың тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Саадала иң иғтибарға лайыҡ боронғо ҡоролмаларҙың береһе — XVI быуатта балсыҡтан төҙөлгән ҡәлғә диуары. Йәмәндең тулыһынса тиерлек һаҡланған иң мөһим тарихи ҡомартҡыларының береһе тип иҫәпләнә. Ҡоролманың оҙонлоғо 3326 метрға етә. Диуарҙа дүрт ҡапҡа һәм 52 башня бар. Уның бейеклеге 8 метр. Үҙенең әһәмиәте буйынса ҡоролма Сана диуарҙары менән сағыштырырлыҡ[2][4] .
Ҡәлғә диуарҙары эсендә урынлашҡан боронғо әл-Һади мәсете ҡаланың архитектура биҙәге булараҡ һаҡланған. Йәмәндәге иң боронғо һәм матур мәсеттәренең береһе. Ул IX быуатта зәйдиҙәр династияһына нигеҙ һалыусы имам әл-Һади Яхъя ибн әл-Хөсәйен ибн әл-Ҡасим етәкселегендә төҙөлгән. Хәҙерге көнгә тиклем изгеләре — имам әл-Хади Яхъя ибн әл-Хөсәйен ибн әл-Ҡасим ҡәбере урынлашҡан[2][4] мәсет зәйдиҙәр өсөн мөһим ғилем үҙәге булып ҡала.
Ҡәлғә диуарҙары эсендә шулай уҡ күп һанлы боронғо балсыҡ ҡоролмаларын күрергә мөмкин, уларҙа хәҙер хөкүмәт идаралыҡтары, мәҙрәсәләр һәм баҙарҙар урынлашҡан. Саада баҙарҙарында билдәле сабынташ һауыттар һатыла[2] .
Урта быуат ҡалаһы тығыҙланған балсыҡтан төҙөлгән, уның тирәһендә, күп урамдары, гараждары, оҫтаханалары һәм сауҙа магазиндары менән, типик ғәрәп мөнәсәбәттәренә эйә шаулап торған Яңы ҡала үҫә[5].
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың иҫтәлекле урындары араһында шуныһы иғтибарға лайыҡ:
- иҫке балсыҡ биналар, шул иҫәптән 4 ҡатҡа тиклем бейеклектәге йорттар;
- элекке ҡаланы уратып алған XVI быуат ҡала диуары;
- Әл-Һади мәсете
- Сааданан төньяҡтараҡ ун саҡрым алыҫлыҡта, Әл-Тал ауылында, һәр шәмбе илдә иң ҙурҙарҙан һаналған баҙар асыла.[2]
- Сааданан төньяҡ-көнбайышҡа табан 60 км алыҫлыҡта, Баким ауылында, Ғәрәп ярымутрауының эске өлөшөнән көньяҡҡа табан йөрөгән сауҙагәрҙәрҙе һаҡлаған боронғо ҡәлғә һаҡланған[2].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVII—XX быуаттарҙа Йәмән йәһүдтәренең ағымы булғанлыҡтан, Израиль Йәмәндә һәм, шул уҡ кимәлдә, Саада ҡалаһында үҙенең айырым йәһүд йоғонтоһон нығытыуы ихтимал. Йәһүдтәр ҡаланың иҡтисади яҙмышына сауҙагәрҙәр һәм һөнәрселәр булараҡ йоғонто яһай, бигерәк тә Сааданың тотороҡло тергеҙелеүенә булышлыҡ иткән көмөш һөнәрселеге сауҙаһы буйынса йоғонто яһаған.
Бөгөн тирә-яҡта йәшәгән ырыуҙар ҡаланың яҙмышын хәл итә. Аҙнаға бер баҙарҙар һәр йәкшәмбе үткәрелә. Баҙарҙа келәмдәр, көмөш эшләнмәләр, электрон ҡорамалдар һәм башҡа бик күп тауарҙар табырға мөмкин.
2013 йыл мәғлүмәәте буйынса ҡала халҡының һаны — 70 203 кеше[6] .
Ҡала халҡының йылдар буйынса динамикаһы:
| 1994 йыл | 2004 йыл | 2013 йыл |
|---|---|---|
| 621 | 49422 | 70 203 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4
- 1 2 3 4 http://whc.unesco.org/en/tentativelists/1718
- 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Саада (Йемен) - климат, описание, Svali.ru Данио-Пресс 2005 (11 декабрь 2008). 27 май 2013 тикшерелгән.[абруйлы сығанаҡ түгел?] Өҙөмтә хатаһы:
<ref>тег дөрөҫ түгел: «Saada» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Необходимо задать параметр
url=в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 16 май 2013. - 1 2 Необходимо задать параметр
url=в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 22 июнь 2014. - ↑ Arabische Halbinsel.. 3 декабрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Необходимо задать параметр
url=в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 6 февраль 2013.
- Википедия:Абруйлы булмаған сығанаҡ июнь 2017
- Википедия:Абруйлы булмаған сығанаҡҡа нигеҙләнеп раҫлаған мәҡәләләр
- Википедия:Неавторитетный источник с июня 2017
- Википедия:Статьи с утверждениями, основанными на неавторитетном источнике
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан url)
- Википедия:Cite web (некорректное использование: не указан title)
- Йәмән ҡалалары
- Саада муһафазаһы
- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
