Сааремаа
| Сааремаа | |
|---|---|
| эст. Saaremaa | |
Сырве ярымутрауында диңгеҙ яры | |
| Ҡылыҡһырламалар | |
| Майҙаны | 2673 км² |
| Иң бейек нөктәһе | 54 м |
| Халҡы | 29 753 кеше (31 декабрь 2011)[1] |
| Урынлашыуы | |
| 58°25′00″ т. к. 22°30′00″ кс. о.HGЯO | |
| Архипелаг | Моонзунд архипелагыМоонзунд архипелагы |
| Акватория | Балтик диңгеҙе |
| Регион | Сааремаа |
Са́аремаа[2][3] (эст. Saaremaa, 1918 йылға тиклем — Э́зель[2][4] (нем. Ösel), шулай уҡ элек Са́рема (Sarema), Ку́рре-Са́ар (эст. Kurre-saar, Kurre-Saar), Ку́рре (эст. Kurre)[3] — Эстонияның һәм Моонзунд архипелагының иң ҙур утрауы. Ҙурлығы буйынса Балтик диңгеҙендә Зеландия, Фюн һәм Готланд утрауҙарынан һуң дүртенсе утрау. Майҙаны — 2673 км²[5], халҡы 34 меңдән кәм. ЮНЕСКО-ның «Кеше һәм биосфера» программаһы селтәренә инә[6]. Уның Сырве[7] (Сырвесяр[8], эст. Sõrve poolsaar[8]) ярымутрауы — Рига ҡултығының көнбайыш сиге.
Административ яҡтан Сааремаа өйәҙе составына инә.
Атамаһының килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эстон телендә Сааремаа топонимы беренсе тапҡыр 1490 йылда телгә алына (Sarma), шулай уҡ XIII—XIV быуаттарҙан Zareleyne һәм Sarelayne кеүек атамалары билдәле[9].
Эстон теленән тәржемә иткәндә Saaremaa «Утрау ере» тигәнде аңлата. Боронғо скандинав сагаларында (IX—XI быуат) Сааремаа утрауы исланд телендә Eysýsla булараҡ телгә алына — ey «остров» һәм sýsla «округ» һүҙенән. Бынан урауҙың немец һәм швед атамалары — Эзель (Ösel) һәм Osilia[9].
Новгород йылъяҙмаһында Утрау ере тип телгә алына.
Эзель (Саарема) исеме ҡасандыр бөтә Моонзунд архипелагын, ә утрауҙы Курре-саар тип атайҙар; Курре-саар — торна, saar — утрау, йәғни Торна утрауы тигәнде аңлата.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Утрауҙың ҙурлығы төньяҡтан көньяҡҡа яҡынса 88 километр, көнбайыштан көнсығышҡа 90 километр. Сааремаа күрше Муху утрауы менән Вяйке-Вяйн боғаҙы аша дамба менән тоташҡан, уның буйлап юл һалынған. Утрауҙың һәм өйәҙҙең баш ҡалаһы — Курессааре ҡалаһы, унда 16 меңгә яҡын кеше йәшәй. Төньяҡ-көнсығышта ҙурлығы буйынса икенсе торама пункт — Ориссаара.
Утрауҙың яр буйы 854 саҡрым тәшкил итә[5] һәм ярымутрауҙар менән йырғыланған. Утрау бәләкәй утрауҙар менән уратып алынған (710)[5]). Сааремаала башлыса тигеҙ, Иң бейек нөктәһе — Раунамяги убаһы, бейеклеге 54 метр. Утрау күп һанлы урмандар менән ҡапланған, улар уның майҙанының 40 процентын тәшкил итә.
Һуңғы боҙлоҡ осоронда архипелаг ҡалын боҙ ҡатламы менән ҡапланған була, был ҡатламдың баҫымы арҡаһында утрауҙың өҫтө ҡыҫылып ҡала. Боҙ иреп бөткәс, йылына 2 мм самаһы күтәрелә башлай. Утрауҙың диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге яҡынса 15 метр тәшкил итә.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балтик диңгеҙенең көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан Саарема уртаса йомшаҡ диңгеҙ климат зонаһында урынлашҡан. Утрауҙа йәй — ярайһы уҡ оҙон, ҡыш — йылы һәм йомшаҡ; көслө елдәр көҙгө һәм ҡышҡы айҙарҙа һауа торошоноң һәм көслө яуым-төшөмдөң йыш алмашыныуына (50 мм) сәбәпсе булып тора.
Июль һәм август айҙарында уртаса температура 16—20 градус, ҡайһы берҙә 25 градусҡа етә. Уртаса температураһы −4 булған февраль Саарема утрауында иң һыуыҡ ай булып тора.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сааремаа утрауы
- Катри глинты
- Панга мороно
- Диңгеҙ ярында утрау
- Лооде имәнлеге
- Каруярв күле
- Аренсбург замогы
- Иҫке йорт
- Кудьяпе ҡасабаһы
- Охессаарела ел тирмәне
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Rahvaloenduse tulemused näitavad asustatud saarte arvu kasvu
- 1 2 Агеенко Ф. Л. Сааремаа // Словарь собственных имён русского языка. Ударение. Произношение. Словоизменение. — М.: Мир и Образование; Оникс, 2010. — 880 с. — ISBN 5-94666-588-X, 978-5-94666-588-9.
- 1 2 Saaremaa (эст.). Eesti kohanimed. Eesti Keele Insituut. Дата обращения: 4 ноябрь 2023. Архивировано 4 ноябрь 2023 года.
- ↑ Эзель // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- 1 2 3 Saaremaa (эст.). Eesti Entsüklopeedia (2011). Дата обращения: 4 ноябрь 2023. Архивировано 23 октябрь 2019 года.
- ↑ Saaremaa Vallavolikogu. Saaremaa valla arengukava 2019–2030 (недоступная ссылка — история). Saaremaa vald (12 октябрь 2018).
- ↑ Карта бите O-34-XXIII Валдемарпилс. Масштаб: 1 : 200 000. Состояние местности на 1986 год. Издание 1989 г.
- 1 2 Sõrve poolsaar. — результаты поиска в базе данных географических названий Института эстонского языка (KNAB; Eesti Keele Instituudi kohanimeandmebaas): eki.ee/knab/knab.htm. Дата обращения: 13 октябрь 2017.
- 1 2 Saaremaa (эст.). Eesti kohanimeraamat. Eesti Keele Instituut.