Сабанов Юрий Викторович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сабанов Юрий Викторович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 4 июнь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (45 йәш)
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы

Сабанов Юрий Викторович (4 июнь 1978 йыл) — Рәсәй спортсыһы. Билбау көрәше буйынса Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған спорт мастеры (2009).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юрий Викторович Сабанов 1978 йылдың 4 июнендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.

Юрий йәш сағында йөҙөү менән шөғөлләнә, ярыштарҙа ҡатнаша һәм йөҙөү буйынса ҡала чемпионы була. 12 йәшендә грек-рим көрәше һәм көрәш менән шөғөлләнә башлай.

Соликамск ҡалаһында (Пермь өлкәһе) грек-рим көрәше турниры ваҡытында, был көрәш төрө буйынса Рәсәй спорт мастеры булған Юрий, йәрәхәт ала һәм ул был спорт төрөн ҡалдыра. 2006 йылда Стәрлетамаҡ физик культура институтын тамамлай.

Спорт менән Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводының спорт клубында (тренеры А. А. Сәфәров) һәм «Уфимец» спорт клубында (тренеры Н. Ю. Мазов) шөғөлләнә.

2003-2008 йылдарҙа билбау көрәше буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы була. 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай (162 килограмм).

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Билбау көрәше буйынса Донъя (2006-2007), Европа (2005, 2007-2008) һәм Рәсәй (2003, 2006-2007) чемпионы.
  • Рәсәй Кубогын яулаусы (2005), донъя чемпионаттарының көмөш призеры (2003, 2005)
  • Билбау көрәше буйынса Ш. С. Сафин иҫтәлегенә халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (Мәскәү, 2005-2007)
  • Көрәш буйынса Рәсәй чемпионы (2004)
  • Грецияла (Лариса ҡалаһы, 1997) һәм Чехияла (Хомутов ҡалаһы, 1998) үҫмер спортсылар араһында грек-рим көрәше буйынса халыҡ-ара турнир еңеүсеһе.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]