Сабитов Рөстәм Нариман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сабитов Рөстәм Нариман улы
Тыуған ваҡыты:

5 декабрь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (62 йәш)

Тыуған урыны:

Өфө, БАССР, РСФСР, СССР

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Әүҙем йылдары:

1978 - 2013

Театр:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2010)

Сабитов Рөстәм Нариман улы (5 декабрь 1955) — башҡорт композиторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй композиторҙары Союзының Д. Шостакович исемендәге премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сабитов Рөстәм Нариман улы[1] 1955 йылдың 5 декабрендә Өфө ҡалаһында композитор һәм дирижёр Сабитов Нариман Ғиләжетдин улы ғаиләһендә тыуған. Өфөнөң 3-сө мәктәбендә белем ала.

Өфө сәнғәт училищеһын, Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Е. Н. Земцов класы) тамамлай. Унан Рәсәйҙең Ҙур театрында (1981—1983) СССР-ҙың халыҡ артисы, профессор Ф. Мансуров етәкселегендә опера-симфоник оркестр дирижеры сифатында стажировка үтә.

1980 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында симфоник оркестр дирижеры булып эшләй. Театрҙың бик күп тамашаларында ҡатнаша. Улар араһында: «Моцарт һәм Сальери» (Н. Римский-Корсаков), «Аҡҡош күле» (П. Чайковский), «Пер Гюнт» (Э. Григ), «Ялсы-ханым» (Дж. Перголези), «Вальпургия төнө» (Ш. Гуно), «Сильфида» (Х. Левенсхольд), «Алтын асҡыс сере» (Н. Сабитов), «Бремен музыканттары» (Г. Гладков) һ.б.

2005 йылда Р. Сабитов Рәсәйҙең билдәле композиторҙары Р. Леденев, А. Эшпай, А. Чайковский, Е. Подгайц һ.б. менән «Ун васыятҡа ун ҡараш» («Десять взглядов на десять заповедей») тип аталған үҙенсәлекле ижади проектта ҡатнаша. «Музыкальное обозрение» гәзитенең 15 йыллығына арналған был сарала Р. Сабитов «Йыл музыканты» исеменә лайыҡ була.

Р. Сабитов ун йылдан ашыу Урта махсус музыка мәктәбендә (хәҙер Урта махсус музыка колледжы) композиция һәм камера оркестры класын, шулай уҡ З. Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһында операға әҙерлек класын алып бара.

Рөстәм Сабитов 15 йыл Башҡортостан Республикаһының композиторҙар союзын етәкләй. 1998 йылдан — Н. Сабитов исемендәге музыкант-башҡарыусылар асыҡ конкурсының художество етәксеһе.

20122013 йылдарҙа Рөстәм Сабитов — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Р. Сабитов студент сағында «Г. Лорка шиғырҙарына биш романс» вокал циклын, М. Кәримдең шиғырҙарына «Мөхәббәт һәм үлем», «Япон шиғриәте» хор циклынан, «Сонайым» һәм «Ҡарабай» башҡорт халыҡ йырҙарын эшкәртеп, поэмалар яҙа. Тәүге күләмле симфоник һәм камера сәхнә әҫәрҙәре — оркестр менән скрипка өсөн концерт (диплом эше), көнсығыш риүәйәттәре өҙөктәренән бер бүлекле «Мөхәббәт һәм үлем» балеты (1978).

1998 йылда Рөстәм Нариман улы М.Кәримдең «Прометей» трагедияһына балет яҙа. Ул 1999 йылда концерт башҡарыуында яңғырай. 2001 йылда был әҫәр өсөн Р. Сабитовҡа Рәсәй композиторҙары союзының Д. Шостакович исемендәге премияһы бирелә. 2009 йылда «Прометей» балеты Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ҡуйыла (ҡуйыусы балетмейстер И. Марков). 2010 йылда «Прометей» балетына яҙылған көйҙәр өсөн Рөстәм Сабитов Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була.

Композиторҙың әҫәрҙәре: ҡыллы һәм һуҡма оркестр өсөн «Атайым иҫтәлегенә» поэмаһы (1987), виолончель соло өсөн соната, ике квартет (1978, 1992), оркестр менән скрипка (1980) һәм гобой өсөн (1984) концерттар, камера оркестры, ҡурай, ҡумыҙ, думбыра өсөн «Симфоник күренештәр» (1992) һәм «Халыҡ стилендә бәләкәй симфония» (1996), «Мөхәббәт һәм үлем» (1979), «Прометей» (1998) балеты, өс симфония (2002, 2005, 2007) һ.б.

Наградалар һәм маҡтаулы исемдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1997)
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2007)
  • Рәсәй композиторҙары союзының Д. Шостакович исемендәге премия лауреаты (2001)
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998—703 с., илл

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

http://www.bashopera.ru/person.511.html

http://www.istoki-rb.ru/archive.php?article=973

http://www.vatandash.ru/index.php?article=247