Савоненко Нина Иосифовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Савоненко Нина Иосифовна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 12 апрель 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны РСФСР, Өфө
Вафат булған көнө 1996
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Савоненко Нина Иосифовна (12 апрель 1921 йыл — февраль 1996 йыл) — Ленинград өлкәһе Гатчина районының үҙәк район дауаханаһы табибы. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1921 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған.

1942 йылда Башҡортостан медицина институтының дауалау факультетын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1942 йылда Ленинград өлкәһе Тихвин инфекция дауаханаһында ординатор булып башлай. 1943—1944 йылдарҙа Тихвин ҡалаһының район санитар-эпидемиологик станцияһы башлығы булып эшләй.

1944 йылда ҡала һәм Гатчина районы немец илбаҫарҙарынан азат ителгәндән һуң, Гатчина район һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире итеп ебәрелә. 1946—1947 йылдарҙа — ҡала эпидемиологы, Гатчина ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге инспекторы. 1948 йылда Ленинград дәүләт педиатрия институтында педиатрия буйынса курстар тамамлай. Гатчина ҡалаһының 2-се һанлы балалар яслеһендә мөдир булып эшләй. 19481957 йылдарҙа — Гатчина балалар поликлиникаһында табип-педиатр. 1957 йылдан — Гатчина үҙәк район дауаханаһында фтизиопедиатр. 1959 йылдан КПСС ағзаһы.

Балаларҙың һаулығын һаҡлау буйынса эште ойоштороуҙа ҙур тәжрибәгә эйә булып, Н. И. Савоненко төп һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренең береһен хәл итеүгә — киң таралған ауырыу булараҡ туберкулезды бөтөрөүҙә, башлыса Гатчина районы буйынса, ҙур өлөш индерә. Балалар араһында туберкулез буйынса бөтә профилактик саралар туранан-тура уның әүҙем ҡатнашлығында үтә, был Гатчина районында ла, шулай уҡ Ленинград өлкәһендә лә балалар араһында туберкулез менән ауырыусыларҙың йәки зарарланыусыларҙың ҡырҡа кәмеүенә булышлыҡ итә. Туберкулез менән ауырыусы балалар һаны Гатчина районында алты йыл эсендә 75 процентҡа кәмей. 1968 йылда туберкулез менән ауырыусы 2 бала ғына теркәлә, ул киң таралған ауырыу булараҡ районда бөтөрөлә.

СССР Юғары Советы Президиумының  1969 йылдың 4 февралендәге указы менән совет халҡының һаулығын һаҡлау өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Савоненко Нина Иосифовнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1976 йылда пенсияға киткәнгә тиклем Гатчина үҙәк район дауаханаһында туберкулез диспансерының балалар консультацияһы фтизиопедиатры булып эшләй. Өлкә һәм ҡала халыҡ депутаттары Советының депутаты, КПСС-тың Гатчина ҡала комитеты ағзаһы булып һайлана.

Ленинград өлкәһенең Гатчина ҡалаһында йәшәгән. 1996 йылдың февралендә вафат булған.

Ленин ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда. Уфа: Китап, 2011.
  • Кузьмин М. К. Учёные-медики — Герои Социалистического Труда. Москва, 1988.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нина Иосифовна Савоненко. «Герои страны» сайты. 3 сентябрь 2014 тикшерелгән.