Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы
Сәғиҙә Хашим ҡыҙы Мөхәмәтдинова | |
![]() | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Башҡортостан Республикаһы Белорет ҡалаһы |
Награда һәм премиялары: |
Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы (25 сентябрь 1931 йыл — 19 март 2018 йыл) — Белорет металлургия комбинатының шәхси келәймәгә эйә булған канатсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981), ике Ленин, «Почёт Билдәһе» һәм Октябрь революцияһы ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1982), Белорет ҡалаһы һәм районының Почётлы гражданы (2006). Милләте — башҡорт.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәғиҙә Хашим ҡыҙы Мөхәмәтдинова 1931 йылдың 25 сентябрендә Белорет районының Йөйәк ауылында тыуған. Атаһы Хашим Мөхәмәтдинов һуғышҡа тиклем Белорет районының «Металл өсөн» гәзитенең мөхәррире булып эшләгән. Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған. [1]
Сәғиҙә Мөхәмәтдинова 1947—1949 һәм 1951—1984 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатында канат ишеүсе машинист булып эшләй. 1949—1951 йылдарҙа Донецк өлкәһе Харцыз ҡорос сым-канат заводында эшләй. Хеҙмәттәге фиҙакәрлеге өсөн СССР Юғары Советының 1981 йылдың 2 мартындағы Указы менән уға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[2][3]
1984—1995 йылдарҙа Белорет ҡалаһының 25-се техник училищеһында (1991 йылдан 25‑се юғары ПУ, 1995 йылдан — 25‑се Белорет һөнәрселек лицейы, 2010 йылдан Белорет металлургия колледжы составына инә)[4] производствоға өйрәтеү мастеры булып эшләй.
Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы 2018 йылдың 19 мартында Белорет ҡалаһында вафат булды[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Белорет ҡалаһының һәм районының Почётлы гражданы (2006)[6]
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1982)
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981)[7]
- Ленин ордены (1981)
- Октябрь революцияһы ордены (1974)
- Ленин ордены (1971)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1966)
Герой ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мөхәмәҙиева Э. Хеҙмәт геройына — 85! «Урал» гәзите, 2016, 3 октябрь[8].
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Белорет ҡалаһындағы һөнәрселек лицейы бинаһына Герой хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[9].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ http://www.bashinform.ru/news/767176-v-bashkirii-geroy-sotstruda-sagida-mukhametdinova-prinimaet-pozdravleniya/
- ↑ Тәржемәсе Ф.Ғ.Ғәлиев Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ http://www.beladmin.ru/ru/about/citizens/detail.php?id=19487
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы (Тикшерелеү көнө: 21 март 2018)
- ↑ Скончалась Сагида Хашимовна Мухаметдинова. Новости Белорецка на русском языке. БЕЛОРЕЦКАЯ ТЕЛЕКОМПАНИЯ. Официальный сайт. 20.03.2018 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 март 2018)
- ↑ http://www.beladmin.ru/ru/about/citizens/detail.php?id=19487
- ↑ http://www.archive.perm.ru/catalog/inventory-cases/931585-1228950/
- ↑ Хеҙмәт геройына — 85! «Урал» гәзите, 2016, 3 октябрь (Тикшерелеү көнө: 3 март 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 21 март 2018)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тәржемәсе Ф.Ғ.Ғәлиев Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://1762.xn--p1ai/geroj-sotsialisticheskogo-truda-sagida-muhametdinova-prinimaet-pozdravleniya/
- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 25 сентябрҙә тыуғандар
- 1931 йылда тыуғандар
- Белорет районында тыуғандар
- Йөйәктә тыуғандар
- 19 мартта вафат булғандар
- 2018 йылда вафат булғандар
- Белоретта вафат булғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары