Садиҡов Мәүлетбай Йосоп улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Садиҡов Мәүлетбай Йосоп улы
башҡ. Мәүлетбай Йосоп улы Садиҡов
Флаг
Флаг
колхоз рәйесе, Ишембай ҡалаһы дәүләт эшмәкәре
1957 — 1985
 
Тыуған: 04 .10.1925
Кинйәбулат ауылы, Стәрлетамаҡ кантоны[1], Башкирская АССР, РСФСР, СССР
Үлгән: 4 май 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Уфа, Башкортостан, Россия
 
Наградалары:
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Садиҡов Мәүлетбай Йосоп улы (04.10.1925-13.05.1993, Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Кинйәбулат ауылында тыуған) — хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1973), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973), ике тапҡыр «Почёт билдәһе» ордены (1976, 1981) һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәүлетбай Йосоп улы Садиҡов 1925 йылдың 4 октябрендә Ишембай районы Кинйәбулат ауылында тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

1945 йылда һуғыштан ҡаты яраланып, бер ҡулһыҙ ҡайтҡан һалдатты тыуған ауылында баҫыу эштәре бригадаһы бригадиры итеп тәғәйенләйҙәр.

1950 −1955 йылдарҙа Петровский МТС-ның агрономы булып эшләй.

1955 йылда Ленинград ғәмәли зоология һәм фитопатология институтын тамамлай.

1955—1957 йылдарҙа «Коммунар» колхозы агрономы,

1957—1962 йылдарҙа «Коммунар» колхозы рәйесе вазифаһында эшләй.

1962—1969 йылдарҙа «Ударник» колхозы рәйесе.

1969—1971 йылдарҙа КПСС-тың Ишембай ҡала комитеты секретаре,

1971—1985 йылдарҙа КПСС-тың Ишембай ҡала комитетының 2-се секретаре (хужалыҡ эштәре, производство буйынса яуаплы секретарь).

1993 йылдың 13 майында Ишембай ҡалаһында вафат булған.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны — Хәсәнә Садиҡова, ҡыҙы — Наилә Фәхриева.

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1943 йыл — Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

1957 йыл — Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн миҙалы

1969 йыл — СССР Халыҡ хужалығы уңыштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалы

1973 йыл — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

1976 йыл — Почёт Билдәһе ордены

1981 йыл — Почёт Билдәһе ордены

1985 йыл — 1-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишимбайская энциклопедия. Уфа: «Башкирская энциклопедия», 2015, стр.481

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. хәҙерге ишембай районы, Башкортостан Республикаһы