Садовничий Виктор Антонович
Садовничий Виктор Антонович (. 3 апрель 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәй математигы, Рәсәй юғары белем мәғарифының эшмәкәре. М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры (1992 йылдан)) Рәсәй ректорҙар Союзы Президенты (1994) Мәктәп уҡыусыларың Рәсәй олимпиадаһы советы рәйесе. РФА академигы (1997), РФА-ның вице-президенты (2008—2013). СССР дәүләт премияһы (1989), Рәсәй федерацияһының дәүләт премияһы (2002) һәм өс Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премияһы (2006, 2011, 2012) лауреаты. Мәскәүҙең почётлы гражданы (2008). "Берҙәм Рәсәй партия ағзаһы (2002), партияның Юғары совет ағзаһы[3]. «Ватан алдындағы хеҙмәтәре өсөн» орденының тулы кавалеры (1999,2005,2009,2019).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виктор Антонович Садовничий — 1939 йылдың 3 апрелендә Харьков өлкәһенең Краснопваловка ауылында эшсе Антон Григорьевич һәм колхозсы Анна Матвеенаның ғаиләһендә тыуған.
Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң бер аҙ ваҡыт Горловкала (Донецк өлкәһе) «Комсомолец» шахтаһында эшләй һәм киске мәктәптә уҡый. 1958 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә. Уҡыу йылдарында йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнә, университеттың студенттар комитетын һәм факультеттың комсомол ойошмаһын етәкләй. 1963 йылда «математика» белгесе һөнәре буйынса мехмат тамамлай.
1966 йылда аспирантура тамамлай, 1967 йылдың 17 мартында кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай (темаһы — «Регуляризованные суммы собственных значений общих задач для обыкновенных дифференциальных уравнений»[4]).
1974 йылда докторлыҡ диссертацияһы (темаһы — «О некоторых вопросах теории обыкновенных дифференциальных уравнений, зависящих от спектрального параметра»). 1975 йылдан — МДУ-ның профессоры.
1981—1982 йылдарҙа функциональ анализ һәм уның ҡушымталары иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика факультеты[4] кафедраһын етәкләй.
1982 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем механика-математика факультетының математика анализы кафедраһы мөдире[5][6]. Мәскәү дәүләт университетында түбәнндәге вазифаларҙа эшләй: механика-математика факультетының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары, проректор, проректор урынбаҫары (1982—1984), беренсе проректоры (1984—1992).
КПСС-та әүҙем эшләй: МГУ-ның парткомона инә, 1977 йылдан университеттың парткомын етәкләй. 1970—1980 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетында ҡабул итеү комиссияһының яуаплы вазифаларын биләй.
1992 йылдың 23 мартында альтернатив вариантта Мәскәү дәүләт университеты ректоры итеп һайлана. Яңынан ректор итеп альтернатив вариантһыҙ 1996, 2001, 2005 йылдарҙа һайлана.
Рәсәй мәғариф академияһының почётлы ағзаһы , РАО попечителлек советы ағзаһы[7]. 1994 йылдан Рәсәй фәндәр академияһының ағзаһы , 1997 йылдан РФА-ның тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Рәсәй фәндәр академияһы президиумының составына инә[8], 2008 - 2013 йылдарҙа — РФА-ның вице-президенты[9]. бик күп донъя университеттарының почетлы докторы исеменә лайыҡ була.. Рәсәй ректорҙар Союзын етәкләй.[10] 1989 йылдан СССР университеттары ассоциацияһы Советы ағзаһы булып тора (1992 йылдан үҙгәртеп ҡороуҙан һуң — Евразия университеттары ассоциацияһының), 1992 йылдан — Ассоциацияны етәкләй.[11]
Ғилми журналдарҙың мөхәрриәт коллегияһына ингән: « Проблемный анализ и государственно управленческое проектирование»[12], «Квантовые компьютеры и квантвые вычисления» журналының (баш мөхәррире)[13], «Рәсәйҙә юғары белем»[14], «Фундаменталь һәм ғәмәли математика»[15]. Садовничий етәкселендә 65-тән ашыу кандидатлыҡ һәм 15 докторлыҡ диссертацияһы әҙерләнгән (шул иҫәптән башҡа илдәрҙең ғалимдары)[16].
2004 йылда Rambler компанияһы тарафынан "Люди года " проекытының «Образование и наука» номинацияһында «Йыл кешеһе» тип аталған[17].
2019 йылдың 4 декабрендәге Ҡарар № 578 менән РФ Президенты Владимир Путин биш йылға Садовничий Виктор Антоновичты Мәскәү дәүләт университеты ректоры итеп тәғәйенләй.
- Хеҙмәт эшмәкәрлегенең йылъяҙмаһы
- 1956—1957 — Харьков өлкәһе Лихачёв «Сахбаза» Краснопавловский сөгөлдөр пунктында йөк ташыусы.
- 1957—1958 — "Горловскуголь"тресының «Комсомолец» шахтаһында крепильщик.
- 1958—1963 — МДУ-ның .механика-математика факультеты студенты.
- 1963—1964 —Мәскәү дәүләт университеты механика-математика факультетының һығылмалылыҡ теорияһы кафедраһының өлкән лаборанты.
- 1963—1966 — Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты аспиранты.
- март 1966 — кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
- 1966—1970 —механика-математика факультетының функциялар теорияһы һәм функциональ анализ кафедраһы ассистенты.
- 1970—1976 — математика-механика факультетының функциялар теорияһы һәм функциональ анализ кафедраһы доценты.
- 1971 — доцент дәрәжәһе бирелә.
- 1972—1978 —Мәскәү дәүләт университеты механико-математика факуьтетының ғилми эштәр буйынса декан урынбаҫары.
- 1974 — физика-математика фәндәре докторы.
- 1976—1981 — функциялар теорияһы һәм функциональ анализ кафедраһы профессоры.
- 1977 — профессор исеме бирелә.
- 1980—1986 — Мәскәү дәүләт университетының беренсе проректоры.
- 1981—1982 — Мәскәү дәүләт университетының хисаплау математикаһы һәм кибернетика факультетында функциональ анализ кафедраһы мөдире.
- 1982—1986 — Мәскәү дәүләт университетында, тәбиғи факультетының ғилми эштәр буйынса проректор.
- 1982 —механика-математика кафедраһы мөдире, математик анализ кафедраһы профессоры.
- 1992 йылдан алып — Мәскәү дәүләт университеты ректоры.
- 1994 — Рәсәй фәндәр академияһы ағза-корреспонденты
- 1997 — Рәсәй фәндәр академияһы академигы итеп һайлана.
- 2008—2013 — Рәсәй фәндәр академияһының вице-президенты[18].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡатыны (1963 йылдың июне) — Ада. Петровна (ҡыҙ фамилияһы Сапрыкин; 19 декабрь 1939 йыл), Виктор Антоновичтың элекке курсташы[19][20].
- Балалары — Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусылары — Юрий (1965)[21][22], Анна (. 1974), Инна (. 1976). 4 ейәне бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М. В. Ломоносов исемендәге премия (1973);
- СССР дәүләт премияһы (1973);
- РФ дәүләт премияһы (2001);
- Рәсәй дәүләт премияһы (2001);
- Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ ордены (1980, 1986).
- Рәсәй федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә хөкүмәт премияларын (2011);
- «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры (1999, 2005,2009,2019);
- Александр Невский Ордены (2014)
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт Хаты (14 ғинуар 2003 йыл);
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт Хаты (30 июнь 2006 йыл).
Уның хөрмәтенә аталған
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Sadovnichij — Астероид (7075), 1979 йылдың 24 сентябрендәН.С Черных тарафынан асылған, Ҡырым астрофизик обсерваторияһы, 1999 йылдың 4 майында В. А. Садовничий исеме бирелә[23].
- Академик Садовничий — ағас һымаҡ пион сорты[24][25]йөнтәҫ һары төҫтә һәм ярымйөнтәҫ[26].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://russiapedia.rt.com/prominent-russians/science-and-technology/viktor-sadovnichy/
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Высший совет партии «Единая Россия» 2020 йыл 31 май архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Садовничий Виктор Антонович . // Сайт «Летопись Московского университета». Дата обращения: 20 июнь 2016.
- ↑ Мехмат МГУ 80. Математика и механика в Московском университете / Гл. ред. А. Т. Фоменко. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 2013. — 372 с. — ISBN 978-5-19-010857-6. — С. 70.
- ↑ Механико-математический факультет МГУ. История . Дата обращения: 20 июнь 2016.
- ↑ Попечительский совет РАО « Российская академия образования . Дата обращения: 13 декабрь 2018. 2018 йыл 20 декабрь архивланған.
- ↑ Члены Президиума . Дата обращения: 13 декабрь 2018.
- ↑ Вице-президенты РАН . Дата обращения: 13 декабрь 2018.
- ↑ Оргструктура . Дата обращения: 13 декабрь 2018. 2018 йыл 23 декабрь архивланған.
- ↑ Садовничий Виктор Антонович . Дата обращения: 13 декабрь 2018.
- ↑ Журнал «Проблемный анализ и государственно-управленческое проектирование» → Редакционный совет и редколлегия 2021 йыл 27 октябрь архивланған. — Центр проблемного анализа и государственно-управленческого проектирования
- ↑ Квантовые компьютеры и квантовые вычисления. Редколлегия 2015 йыл 22 июнь архивланған. — Институт компьютерных исследований
- ↑ Редколлегия и международный совет 2016 йыл 11 сентябрь архивланған. — «Высшее образование в России»
- ↑ База знаний кафедры ИКТ . Дата обращения: 17 июль 2013. Архивировано 8 август 2013 года.
- ↑ Садовничий Виктор Антонович — ректор Московского государственного университета имени М. В. Ломоносова . Дата обращения: 23 апрель 2013.
- ↑ Виктор Садовничий . Lenta.ru. Дата обращения: 23 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Вице-президенты Российской академии наук . Дата обращения: 27 май 2015.
- ↑ Ванденко А. Мы — круче! (интервью Садовничего журналу «Итоги») . Итоги, № 3(293). itogi.ru (2 ғинуар 2022). Дата обращения: 23 апрель 2013. 2014 йыл 10 ғинуар архивланған.
- ↑ Балабас Е. Управленец с математической логикой . Московский комсомолец, 2014, № 2(132). Московский комсомолец (10 ғинуар 2014).
- ↑ Садовничий Юрий Викторович на сайте «Летопись Московского университета»
- ↑ Садовничий Юрий Викторович . scl17.ru. Дата обращения: 23 апрель 2013. Архивировано 10 ғинуар 2014 года. 2014 йыл 10 ғинуар архивланған.
- ↑ Циркуляры малых планет за 4 мая 1999 года — в документе надо выполнить поиск Циркуляра № 34625 (M.P.C. 34625)
- ↑ Древовидные пионы. Ботанический сад биологического факультета МГУ 2017 йыл 19 май архивланған.
- ↑ Пионы Северной столицы 2017 йыл 19 май архивланған.
- ↑ Пионы. Посадка и уход
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тихонова А. (подготовка материала). Виктор Садовничий. Фронтовое село (30 март 2010). — Воспоминания Виктора Садовничего о военном детстве. Дата обращения: 23 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- Цыганков А. Экзафлопсные суперкомпьютеры позволят предсказывать глобальные изменения климата — ректор МГУ Виктор Садовничий . itar-tass.com (14 ноябрь 2012). Дата обращения: 23 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- Виктор Антонович Садовничий. Биографический очерк. — Москва: Издательство Московского университета, 2019. — 128 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-19-011379-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Виктор Антонович Садовничий на сайте МГУ . msu.ru.
- Профиль Виктора Антоновича Садовничего РФА рәсми сайтында
- Научные работы В. А. Садовничего в системе «Истина МГУ» .
- Уның тураһында биттәр Теоретик һәм ғәмәли механика буйынса милли комитет, рәсәй
- Документаль фильм «Следов ректоры: фонында университетыбыҙҙың портреты» 2020 йыл 9 август архивланған. (телеканал «Рәсәй», 2009)
- Иван Беляев. «Будто школа КГБ»: соцсети об инциденте в МГУ (15 октябрь 2019). Дата обращения: 16 октябрь 2019. Архивировано 16 октябрь 2019 года.
- Александр Соколов, Бэлки Ляув, Елена Мухаметшина, Мария Подцероб, Максим Иванов. Виктор 27 йылда мәскәү өсөн нимә әйләнеп Следов // Ведомости, 2019 йылдың 5 декабрь (мәҡәлә бик ҙур һәм сағыу образлылыҡ һәм мәғлүмәт)
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 3 апрелдә тыуғандар
- 1939 йылда тыуғандар
- Харьков өлкәһендә тыуғандар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Александр Невский ордены кавалерҙары (Рәсәй Федерацияһы)
- ІІІ дәрәжә "Ҡаҙаныштар өсөн" ордены кавалерҙары
- Украинаның 2 дәрәжә «За заслуги» ордены кавалерҙары
- Украинаның 1 дәрәжә «За заслуги» ордены кавалерҙары
- I дәрәжә изге Сергий Радонежский РПД ордены кавалерҙары
- ВДНХ-ның көмөш миҙалы менән наградланыусылар
- Франциск Скорина ордены кавалерҙары
- РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
- Фән һәм техника өлкәһендәге РФ Хөкүмәте премияһы лауреаттары
- Изге Сергий Радонежский РПД ордены кавалерҙары
- I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Почётлы легион ордены командорҙары
- «Дустлик» ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙары
- Дәреслектәр авторҙары
- «Берҙәм Рәсәй» ағзалары
- КПСС ағзалары
- I дәрәжә «Аль-Фахр» ордены менән бүләкләнгәндәр
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) кавалерҙары
- Ҡаҙағстан Республикаһы дәүләт премияһы лауреаттары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡорт дәүләт университетының почетлы докторҙары
- Рәсәй юғары уҡыу йорттарының почетлы докторҙары