Сәйетов Илдар Ширҡәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Саитов Ильдар Ширкатович битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сәйетов Илдар Ширҡәт улы
Тыуған ваҡыты:

25 ғинуар 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (62 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Баҡалы районы Баҡалы ауылы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Рәсәй

Театр:

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Сайт:

http://bashdram.ru/troupe/saitov.html

Сәйетов Илдар Ширҡәт улы (25 ғинуар 1957 йыл) — театр һәм кино актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2002) артисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илдар Ширҡәт улы Сәйетов 1957 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Баҡалы ауылында тыуған.

Баҡалыла 2-се урта мәктәпте тамамлағас, урындағы кирбес заводында эшләй, хәрби хеҙмәтен үтәй.

1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтынының (хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты) театр сәнғәте факультетын (педагогтары — Рифҡәт Исрафилов, Павел Мельниченко) тамамлай.

Хәҙерге ваҡытта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй.

Башҡортостан телевидениеһында эшләп, «Китап тартмаһында», «Сатира һәм юмор» тапшырыуҙарын алып бара. «Беҙ өсәү инек», «Кинйә» телефильмдарында төшә.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Адвокат Нагело («Илай белмәй торған ҡатын» — Филиппо Э. де); Андрей («Апалы-һеңлеле өсәү» — Чехов А. П.); Буштец («Рядовойҙар» — Дударев А.); Великатов («Таланттар һәм баш эйеүселәр» — Островский А. Н.); Вилдан («Бибинур, ах, Бибинур!» — Бүләков Ф.); граф Федерико («Бесән өҫтөндәге эт» — Вега Л. де); капитан Казарян («Ярлыҡау» — М. Кәрим); Ҡудашев («Һуңғы уҙаман» — А. Абдуллин); Кудашев («Ун өсөнсө председатель» — А. Абдуллин); Кудимов («Өлкән улым» — Вампилов А. В.); Тимербай («Эх, дуҫҡайым Байтимер» — Кинйәбаев Р.); Толпар («Ос, Толпарым!» — Бүләков Ф. М.); Ялсығол («Ай тотолған төндә» — М. Кәрим).

Кинолағы ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Омар — «Айыу» (Медведь) фильмында (2005)
  • Полковник Безухов — «Ирлән көнө, йәки рус бәхете» (День хомячка) фильмында (2003).

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
  • «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙарҙарының халыҡ-ара фестивалендә «Кәкүк ояһы» спектакле ҡуйылышы өсөн гран-при
  • А. Мөбәрәков исемендәге премия(1995)
  • «Туғанлыҡ» премияһы (Өфө) (1996)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]