Эстәлеккә күсергә

Сайран (Шишмә районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сайран
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Шишмә районы

Координаталар

54°30′01″ с. ш. 55°37′49″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 257 850 011

ОКТМО коды

80 657 450 121

ГКГН номеры

0519998

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сайран (Рәсәй)
Сайран
Сайран
Сайран (Шишмә районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Сайран

Сайран (рус. Сайраново) — Башҡортостандың Шишмә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 379 кеше[1]. Почта индексы — 452162, ОКАТО коды — 80257850011.

Сайран Яңы Троицкий ауыл биләмәһенә ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә тимер юл станцияһынан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 27 км алыҫлыҡта Бәрҫеүән йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

1906 йылда ауылда 798 кеше, 1920 йылда — 945 кеше йәшәгән; 1939 йылда — 724 кеше; 1959 йылда — 659 кеше; 1989 йылда — 359 кеше; 2002 йылда — 336 кеше. Татарҙар йәшәй. Халҡы “Агропромбизнес” ЯСЙ‑нда эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1744 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса типтәрҙәр нигеҙ һала. Сарянкин исеме менән теркәлгән. 1834 йылда башҡорттар иҫәпкә алынған. 1865 йортта 100 йортта 422 кеше йәшәгән. ауыл халҡы игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 379 184 195 48,5 51,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Шишмә): 27 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Троицкий): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шишмә): 27 км
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)