Эстәлеккә күсергә

Сакстар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сакстар
Рәсем
Урынлашыу картаһы
Карта распространения
 Сакстар Викимилектә
Сакстар V быуатта Рейн һәм Одер йылғалары араһында.

Сакстар (саксондар, лат. Saxones[1], юнан. Σάξονες,[2] нем. Sachsen, Ҡалып:Lang-ang, Ҡалып:Lang-osx, т.-нем. Sassen, нидерл. Saksen) — боронғо герман ҡәбиләһе, III—V быуаттарҙа ике өлөшкә бүленгән: берәүҙәре көньяҡҡа — Германияға, ә икенселәре — көнбайышҡа киткән.

Птолемей географияһында (II йөҙ йыллыҡтың яртыһы тирәһендәР. Хр. буйынса) тәүләп телгә алынған халыҡ,[3] башҡа сығанаҡта, III йөҙ йыллыҡ ахырында тарихта беренсе тапҡыр Р. Х. телгә ала, Тацит уларҙы кимврҙар дөйөм ҡәбиләһенән әле айырмаған да булған[2]. Һуңғараҡ улар составына бер нисә ҡәбилә ингән союз булдырған[2]. Сакстар атамаһынан Герман ерҙәрендә тарихи өлкә — Саксония, ҡайһы бер тарихи дәүләттәр һәм территориялар атамалары, һәм шулай уҡ хәҙерге замандағы герман ерҙәре атамалары: Түбәнге Саксония, Саксония-Анһальт һәм Саксония Ирекле дәүләте барлыҡҡа килгән. Британия утрауында, англдар һәм юттар менән, сакстар инглиз этносын формалаштырыуҙа ҡатнаша. Уларҙың таралған урындарында графлыҡтар — Мидлсекс, Суссекс һәм Эссекс, шулай уҡ 927 йылда Англия короллеге булып киткән һәм Уэссекс короллеге атамаларында һаҡланған.

Мидлсекс графлығы Советы гербында өс сакс һүрәтләнгән.

«Сакстар» этнонимының килеп сығышы төбөнә төшөп өйрәнелмәгән әлегә. Моғайын, сакстарҙың үҙатамаһы икенсе төрлө булғандыр, ә был һүҙҙе тәүләп ҡулланған боронғо рим авторҙары саксон ҡәбиләләрендә популяр булған үҙенә башҡа ҡоралға — (Sax, ит бысағы), йәки, франктарға (иреклеләргә) ҡапма-ҡаршы ҡуйып, Seax (арт һан (ултырыш, седалище, ер), тимәк — ерле кеше тигән мәғәнәгә ҡайтарған[2].

Таралыу даирәһе (ареал)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борон сакс ҡәбиләләре хәҙерге Шлезвиг территорияһында Һәм Балтика яр буйындағы ерҙәрҙә[4], шулай уҡ Везер һәм Эльба ярҙарында йәшәгән. Уларҙың был территорияларҙан миграцияһы б.э. 200-се йылдары аҙағында башлана, был ваҡытта улар Галлияла һәм Британияла төньяҡ рим диңгеҙ буйы тораҡтарына һөжүмдәр яһай башлай[5]. Империяның төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә рим йоғонтоһо кәмеү осоронда Төньяҡ диңгеҙҙә саксон пираттарының әүҙемләшеүе менән билдәләнә. Төньяҡ Германия, Галлия һәм Британия территорияһында сакстарҙың әүҙем экспансияһы б.э. V быуатына ҡарай[4]. VI быуатта улар Италия яғына күсеп килгән лангобардтарҙың ерҙәрен баҫып ала Һәм Гарц территорияһына, ә һуңынан Тюрингияға тарала башлай[3].

III—V быуаттарҙа сакстарҙың бер өлөшө, англдар һәм юттар (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, шулай уҡ фриздар[6]) менән бер рәттән, Британия утрауының көньяҡ өлөшөнә күсеп килә. Ерҙәрҙе көс менән баҫып алыу һәм англдар менән ҡушылыу һөҙөмтәһендә улар англосакстар берләшмәһенә әүерелә, ул сәйәси һәм лингвистик яҡтан Англияла өҫтөнлөк итә. Ирланд һәм башҡа кельт телдәрендә сакстар ҡәбиләһе атамаһы хәҙерге инглиздәрҙе билдәләү өсөн ҡулланыла: ирланд телендә «Sasana» (Англия) һәм «Sasanach» (инглиздәр), гэль телендә — «Sasunn» (Англия гэль телендә «Sasunn» (Англия) һәм «Sasunnach» (инглиз теле). Бер үк ваҡытта башҡа телдәрҙә был атамалар англдар ҡәбиләһенән килеп сыҡҡан. Илдең хәҙерге дөйөмләштерелгән атамаһы — Англия — англ ҡәбиләһе атамаһынан килеп сыҡҡан, әммә Эссекс (Ҡалып:Lang-ang), Уэссекс (Ҡалып:Lang-ang), Мидлсекс (Ҡалып:Lang-ang) и Суссекс (Ҡалып:Lang-ang), уларҙың килеп сығышын саксон (яҡынса көнсығыш, көнбайыш, үҙәк һәм көньяҡ) күскенселәренән, тип күрһәтәләр[4][6].

Бөйөк Альфред — «көнбайыш сакстар» короле һәм беренсе булып Англия короле титулына эйә булған

Беда Достопочтенныйҙың «Церковная история»һы нигеҙендә Британия утрауҙарындағы бөтә сит герман күскенселәре — сакстар, инглиздәр һәм юттар — бер телдең диалекттары кеүек бер-береһенә һәм фриздар теленә яҡын туған булған тип фараз ителә. Асылда, Беда сакстарҙы һәм англдарҙы гел генә айыра алмай[4]. Был һөйләштәр хәҙерге инглиз теле үҫешкән англ-саксон теленең нигеҙе булып тора.

Континентта, киреһенсә, сакстар диалекттары үрге немец диалекттары менән шул тиклем яҡынайған, хатта боронғо англ һәм фриз телдәре менән уртаҡлыҡ айырым яҙыуҙар кимәлендә генә һаҡланған. Континенталь боронғо саксон телендәге иң боронғо билдәле яҙма текстар Каролинг империяһы осорона — IX быуатҡа ҡарай. Был рухи текстар, уларҙың маҡсаты-христианлыҡҡа күскән сакстарҙы яңы дингә тоғро тотоу. «Спаситель» («Ҡотҡарыусы») был әҙәби ҡомартҡыларҙың (Ҡалып:Lang-osx) — мәсихтәрҙең дини китабы Инжилде герман эпик традицияһына ҡулайлаштырыу (адаптация) иң мөһиме булып һанала. Боронғо саксон теле түбәнге немец теленең элгәреһе тип һанала[4]. Эстон һәм фин телдәрендә сакстарҙың атамаһы хәҙерге немецтарҙы һәм Германияны атау өсөн нигеҙ булған: эстон телендә «Saksamaa» (Германия) һәм «sakslased» (немецтар); фин телендә «Saksa» (Германия) һәм «saksalaiset» (немецтар).

Бөйөк Карл буйһондорғанға һәм христианлыҡҡа күскәнгә тиклем континенталь сакстар үҙҙәренең боронғо ҡәбилә уставын һаҡлап ҡалған, һәм уларҙың короле булмай, ә бөтә мөһим мәсьәләләрҙе ҡәбилә аҡһаҡалдарының «Тинг» (сағыш. нем. «Ding» йәки англ. «Thing») тип аталған йыйынында хәл иткән. Герцогтар һәм (хәрби етәкселәр) халыҡ менән идара итеүҙе хәрби конфликттар осоронда ғына ҡабул иткән. Аристократияға, ирекле община ағзаларына һәм түбәнге синыфҡа (ҡолдарҙы ла индереп) айырыу пантеон аллаларының юғары, урта һәм түбән ҡатламдарға бүленеүенә ышаныуҙы сағылдыра. Ҡатламдар араһында никахтар тыйылған, әммә тингта ҡатнашыу хоҡуғына бөтә ҡатлам вәкилдәре лә эйә булған[6].

Сакстарға ҡараған ҡәбиләләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вестфалдар

Вестфалдар башлыса Рейн һәм Везер араһында йәшәгән, уларҙың атамаһы «көнбайыш кешеләре», йәғни — көнбайыш сакстар тигәнде аңлата.

Остфалдар

Остфалдар, «көнсығыш кешеләре», Везер һәм Эльба араһында йәшәгән.

Энгрҙар

Энгрҙар сакстар араһында географик һәм мәҙәни-ижтимағи яҡтан үҙәк урынды биләй. Уларҙың Везерҙағы ерҙәрендә Маркло — йыл һайын йыйылыу урыны урынлашҡан.

Сакстарҙы телгә алған иң тәүге сығанаҡ тип традицион рәүештә б.э. II быуатына ҡараған Клавдий Птолемейҙың «География»һы һанала. Әммә был атама күсереп яҙыусының хатаһы һөҙөмтәһе һәм ысынында трактаттың төп нөсхәһендә — Тациттың «Германия»һында — тасуирланған икенсе герман ҡәбиләһе — аксондар йәки авиондар тураһында һүҙ бара тигән теория бар. Сакстарҙың тәүге тапҡыр ышаныслы телгә алыныуы 384 йылға ҡарай һәм уларҙың франктар менән бер рәттән пиратлыҡта ҡатнашыуы тураһында хәбәр итә[6].

Континентта саксон экспансияһы франктар менән бәрелешкә килтерә. 772 йылда франк хакимы Бөйөк Карл уларҙы буйһондороу кампанияһын башлай, был кампания өҙөклөктәр менән 32 йыл дауам иткән һуғыштарға башланғыс һала[4]. Баҫып инеү өсөн сәбәп булып сакстарҙың христиан сиркәүен яндырыуы тора. Яуап итеп франктар Сакстар өсөн изге Ирминсуль ағасын юҡ итә һәм уның эргәһендәге ғибәҙәтхананы талай[6].

Ари Шеффер. «Видукиндтың франктарға әсирлеккә бирелеүе».

Саксон һуғыштары дауамында франктарҙың хәрби уңыштары бөйөк Карл ғәскәрҙәре киткәндән һуң сакстарҙың шунда уҡ баш күтәреүе һәм франк сауҙагәрҙәренә һәм миссионерҙарына һөжүм итеүе менән тамамланған. Саксон аҡһаҡалдарының (эделингтар) береһе Видукинд йәки Витекинд был көрәштә милли герой булып торған. Әммә 783 һәм 784 йылдарҙағы ауыр еңелеүҙәрҙән һуң ул Карлға буйһоноуын иғлан итә. Видукинд һәм башҡа бер нисә абруйлы эделингтар һыуға сумдырыла (приняли крещение), был саксон йәмғиәтенең: консерватив мәжүси-милләтсе һәм франктар һәм христианлыҡҡа ынтылышлы ике ағымға бүленеүенә килтерә[3]. Видукинд исеме 785 йылдан һуң хроникаларҙа күренмәй, һәм уның урынын шундай уҡ масштабтағы лидерҙың биләүе лә билдәһеҙ[6]. Әммә бынан һуң да франк-саксон һуғыштары тағы ла ике тиҫтә йыл дауам итә. Бөйөк Карл, халыҡтарҙы ҡатнаштырыу үҙенең ҡарамағындағы бөтә территория өҫтөнән уның контролен нығытҡанға тиклем, сакстарҙы галл ерҙәренән күпләп ҡыуып сығара, ә франктарҙы, киреһенсә, сакстар ерҙәренә урынлаштыра. Сакстар Карлдың һуңғы ун йыл дауамында һәм уның улы Тәҡүәле Людовик осоронда франк тәхетенә тоғро ҡала һәм Императорҙы үҙенең улдары менән бәрелешкәнендә барышында яҡлап, был тоғролоҡто иҫбатлай. Был низағтар Франк дәүләтен Людовик вариҫтары араһында бүлеү буйынса Верден килешеүе төҙөлгәнгә тиклем бара. Уның вафатынан һуң, франктарға ҡаршы яңы ихтилал күтәрергә маташа улар, әммә 842 йылда уны Немец Людовик уны Людовик баҫтыра. Верден килешеүе буйынса киләһе йылда улаҙың ерҙәре уның дәүләтенә инә.

Ошо мәлдән алып сакстар тарихы Германияның башҡа тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. X быуатта Германияла саксон династияһы хакимлыҡ итә; шул уҡ ваҡытта сакстарҙың милли батырлығын данлаған тарихи мәктәпкә нигеҙ һалына, уға нигеҙ һалыусы хронист Видукинд Корвейский[3]. Был автор, шулай уҡ башҡалар араһында, сакстарҙың Эльбаның түбәнге өлөшөнә карапта килгән Александр Македонский армияһының грек яугирҙарынан килеп сығыуы тураһындағы теорияны тәҡдим итә. Күрәһең, был Эней һәм Дидона тарихын яңынан аңлауҙан ғибәрәт[6].

Сакстарҙың, дошман күргән франктар диненән, һыуға суҡындырылыуҙан, оҙаҡ ваҡыт баш тартыуы арҡаһында, һөҙөмтәлә, улар һуңғы һыуға сумдырылған европа халыҡтарының береһе була. VII—IX быуаттарҙа формаль рәүештә яңы дин ҡабул иткәндә лә, ҡайһы бер осраҡтарҙа улар христиан йолаларын башҡарыу формаларына йоғонто яһаған (был, атап әйткәндә, ағастарҙы биҙәү һәм йолаларына ҡағыла, һуңынан раштыуа йолаларының бер өлөшө булып киткән Йоль байрамында бүләктәр менән алмашыу), улар күп һанлы мәжүси йолаларҙы һаҡлап ҡалған[6].

  1. Саксы // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. СПб., 1907—1909.
  2. 1 2 3 4 Saxones // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. СПб., 1885.
  3. 1 2 3 4 Тарле Е. В. Саксы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. 1 2 3 4 5 6 Saxon (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 12 март 2024.
  5. Christensen A. S. saksere (дат.). Den Store Danske Encyklopædi (3 октябрь 2012). Дата обращения: 12 март 2024. Архивировано 6 июнь 2024 года.
  6. 1 2 3 4 5 6 7 8 Mark J. J. The Saxons (ингл.). World History Encyclopedia (15 июнь 2023). Дата обращения: 13 март 2024. Архивировано 24 март 2024 года.

Ҡалып:Герман ҡәбиләләре